"Киске Өфө"нөң 34-се һанында баҫылған "Яратып та, яратылмай йәшәү..." исемле мәҡәләгә иғтибар иттем. Ундағы сығыштар бер миндә генә түгел, күптәрҙең күңелендә шаңдау тапҡандыр, моғайын. Кемдер килешкәндер, кемдер килешмәгәндәр.
Мәҡәлә башында 80 йәшлек ағинәй Сара Бикйәнованың фекере ошолай тип башлана: "Шәриғәт ҡанундарына ярашлы, үҙ ризалығынан тыш ҡыҙҙарҙы көсләп кейәүгә биреү Октябрь революцияһынан һуң бөтөрөлөргә тейеш булһа ла, совет осоронда ла ҡыҙҙарҙы шундай мәрхәмәтһеҙ юл менән кейәүгә биреү күренештәре осрай ине әле..." Хөрмәтле Сара апайға һәм шәриғәт ҡанундарын борондан уҡ белмәгән һәм хәҙер ҙә улар менән таныш булмағандар өсөн әрнеү һәм ҡыйырһытыу ҡатыш әйтер һүҙҙәрем бар.
Динебеҙ закондарын, Бәйғәмбәрҙең талаптарын белмәү арҡаһында дөрөҫ булмаған эштәр атҡарған осраҡтар борондан булған, әлбиттә. Халыҡта дингә ҡарата насар фекер уятыу ниәте менән совет осоронда хатта бына шундайыраҡ мәғәнәләге әҙәби әҫәрҙәр ҙә барлыҡҡа килгән. Һәр саҡ күңелде өйкәгән бына ошо һорау буйынса уңайы тура килгән һайын бер-ике һүҙ булһа ла әйтергә тырышам: шәриғәт ҡанундарына ярашлы, ир егеттең генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙың да никахҡа ризалығын алыу мотлаҡ! Аллаһ илсеһе ғәләйһис-сәләм ҡатын-ҡыҙҙың ризалығын алмай тороп, уны кейәүгә бирергә ҡушмаған. Әгәр ҡатын-ҡыҙ "юҡ", тип әйтә икән, үҙ ихтыярынан тыш уны бер кемдең дә никахлаштырырға хоҡуғы юҡ. Тик ҡыҙ оялсанлығынан бер ни ҙә өндәшмәй икән, быны уның никахҡа ризалығы, тип һанау мөмкинлеге хаҡында ғына әйткән Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. Мәҙрәсә белеме булған һәр имам был хаҡта бик яҡшы белә. Үкенескә, борондан халыҡта Ҡөрьән талаптарын, Бәйғәмбәр сөннәтен үҙенсә бороп, шәриғәт ҡанундарын "үҙенә ҡулайлаштырырға" тырышҡан кешеләр була килгән. Ана шундайҙар арҡаһында динебеҙгә ҡағылышлы күп кенә нәмәләрҙе яңылыш аңлап аптыранабыҙ. Бына шундай дин кешеләре хаҡында әле революцияға тиклем йәшәгән мәшһүр Аҡмуллабыҙ былай тип яҙған:
...Ҡай муллалар халыҡҡа ялғанлайҙар
Хәйерҙән ҡаламын, тип ҡурҡҡандан,
Көсө бар мирзаларға ярамһынып,
Шәриғәтте күңел өсөн бороп һалған...
Йәш ҡыҙҙы кәләш итеп алырға хыялланған бай кеше муллаға күберек итеп хәйер биреп, тап шағирыбыҙ әйтмешләй, "шәриғәтте бороп һалған" осраҡтар күп булған шул, үкенескә. Ә инде Октябрь революцияһынан һуң динебеҙгә ниндәйерәк бысраҡ яғырға белмәгәндәр өсөн бына шундай хәлдәр етә ҡалған да инде. Шунлыҡтан да, бәғзеләребеҙ шәриғәт ҡанундарын "мәрхәмәтһеҙ" тип атай. Октябрь түңкәрелешенән һуң аңыбыҙ ҙа икенсе юҫыҡҡа көйләнгән шул. Хатта ҡайһы берәүҙәр тарафынан хәмер эсеүҙең, зина ҡылыуҙың, рибаның (риба - ростовщичество) Аллаһы Тәғәлә тарафынан бөтөнләйгә тыйылыуы әҙәм балаһының хоҡуғын боҙоу һымаҡ ҡабул ителә. Күптәр әле булһа тормошто, ҡунаҡ-мунаҡтарҙы, туйҙарҙы хәмерһеҙ хатта күҙ алдына килтерә алмай. Шулай уҡ оло гонаһ шомлоғо булырҙай, кешеләрҙе бурыс һаҙлығына батыра торған рибаһыҙ (яңыса - ипотека) бер нәмә лә һатып алып булмай, тигән инаныуҙа күптәр. Шәриғәт ҡанундарын үтәмәй, "шул көйөнсә генә" ҡорған нихахтың зина икәнлеген дә бәғзеләр белергә теләмәй. Ә динебеҙ закондары, кемдәрҙер уйынса, әле булһа "мәрхәмәтһеҙ" булып ҡала. Яҙыусыларыбыҙҙың борон ҡыҙҙарҙы ихтыярынан тыш кейәүгә биреүҙәре хаҡындағы әҫәрен уҡығандар шундай ваҡиғалар ысынбарлыҡта булған, тип иҫәпләүҙе дауам итә. Тик аныҡ кешеләрҙең ебәргән оло хаталарын шәриғәт ҡануны тип һанап, динебеҙгә тел тейҙереү һис ярамай.
Ир менән ҡатынды димләп өйләндереү буйынса ла үҙ фекерем бар. Минең атайым менән әсәйем дә яҡындары, таныштары димләүе буйынса өйләнешкән. Биш бала үҫтереп, ғүмер буйы бер-береһен ихтирам итеп, татыу йәшәнеләр. Сирек быуат хәрби хеҙмәттә булған оло ағайымдың да еңгәм менән бергә иңгә-иң терәп йәшәгәндәренә быйыл илле йыл тулды. Ағайым сираттағы отпускыһына ҡайтҡан арала уларҙы ла димләп ҡауыштырғандарын хәтерләйем. Әммә уларға ҡарап күптәр көнләшер ине! Ә тирә-яғыбыҙға баҡһаҡ, бер-береһен "өҙөлөп һөйөп" тормош ҡорған күпме ғаиләләр тарҡала икәненә шаһит булып торабыҙ. Йәшәй башлағандарынан алып бер нисә айҙан, хатта тиҫтәләгән йылдарҙан һуң да айырылышыусылар күпме!
Шәриғәт ир менән ҡатындың бер-береһен ихтирам итеп йәшәүен талап итә. Динебеҙ ҡанундары буйынса, ҡатын кешенең иренә буйһоноп йәшәргә тейешлеген дә күптәр дөрөҫ итеп аңламай ҡаңғыра. Бында ҡатын кешенең үҙенә генә хас булған функцияларын еренә еткереп үтәп йәшәүе күҙ уңында тотола. Ә ир кешегә йөкмәтелгән бурыс - күпкә күберәк һәм ауырыраҡ. Бөтә ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙән тыш, көслө заттарға үҙ ҡатынына ҡарата ихтирамлы, яҡшы, яғымлы мөғәмәләлә лә булырға ҡушҡан Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм. Минең ныҡлы инаныуымса, бер-береңде яратыу мәсьәләһен тик ир менән ҡатын араһындағы булған мөнәсәбәттәр менән сикләү аҙ. Яратҡан кешене артыҡ идеаллаштырмай ғына, балаларыңа булған мөхәббәтте иң алғы планға ҡуйып, бер-береңде иң беренсе нәүбәттә балаларыңдың атаһы йә әсәһе итеп яратыу ғаиләне һаҡлап алып ҡалыуҙың төп ысулы булалыр. Ҡатын менән ирҙең үҙ-ара ихтирам тойғоһо балаларына ҡарата булған һөйөү менән бергә туҡылып, ғаилә тип аталған ҡаҡшамаҫ ҡәлғәгә әүерелергә тейеш. Шәриғәт тә, башҡа донъяуи ҡағиҙә-ҡанундар ҙа ғаиләгә ҡарата бына шундай талап ҡуя.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА