Борон-борондан, илгә хәүеф янағанда, ҡатмарлы хәл-торош килеп тыуғанда, хәл итәһе мәсьәләләр тупланғанда башҡорттар йыйын йыйып, кәңәш ҡороп, ололарҙың аҡылын тыңлап, йәштәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалып, бер ҡарарға килгән. Бөгөн дә республикала хәл-торошто еңел тип булмай: иҡтисад өлкәһе булһынмы ул, милли мәғарифмы, һаулыҡ һаҡлаумы һ.б. - ябай халыҡ ауырлыҡты үҙ елкәһендә татый.
Бынан ике тиҫтә йылдар элек яҙыусы Булат Рафиҡов милләт алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында Ырыуҙар хәрәкәтен башлап ебәргәйне. Заманында был йүнәлеште хатта трайбализмға тиңләүселәр, тәнҡит утына тотоусылар ҙа булманы түгел. Әммә бер тынып торған, бер ҡабаттан тоҡанып киткән был башланғыс һаман да йәшәп килә. Оҙайлы "тәнәфестән" һуң республикала тәүгеләрҙән булып табындар былтыр үҙҙәренең йыйынын йыйһа, уларҙан эстафетаны юрматылар ҡабул итеп, сират меңдәргә етте. Дөйөм һаны 100 мең самаһы кешене берләштергән был ҡәбилә вәкилдәре бөгөн республиканың Ауырғазы, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Иглин, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Бишбүләк, Өфө, Шишмә райондарында, шулай уҡ Татарстандың ҡайһы бер райондарында, Һамар өлкәһендә йәшәй. Шуға ла һайланған делегаттарҙың зал тултырып ултырыуы ла юҡҡа түгел. Барлығы 600 делегат һайланһа, сара башланыуға уларҙың 560-ы теркәлеү үткәйне.
Төп доклад менән Мең ҡәбиләһенең ҡор башы, яҙыусы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Шәкүр сығыш яһаны. "Беҙ, меңлеләр - башҡорт иленең нәҡ уртаһында урынлашҡан, башҡорт халҡының, Башҡортостаныбыҙҙың яҙмышы өсөн хәл иткес ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашып йәшәгән ғәйәт күп һанлы һәм ғәййәр ҡәүембеҙ, - тип, тарихҡа байҡау яһаны ул.- Мең ҡәбиләһе әүәлдән ошондай ундан артыҡ ырыуҙы берләштергән: мең (меңләр), ҫыбы-мең, күл иле-мең, илекәй-мең, ҫарайлы-мең, ҡобау-мең, өршәк-мең, меркет-мең, ҡырҡ өйлө-мең, яйыҡҫыбы-мең, уҫылы-мең. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө лә меңлеләрҙең аҫаба ерҙәрендә ултыра. Хатта революцияға тиклем хәҙерге Шишмә районында йәшәүселәргә, уларҙың ерҙәрендә ултырған ҡала өсөн ҡуртым хаҡы түләп торғандар. Шулай уҡ меңлеләрҙең күпселегенең йәнле һөйләү теле башҡорт теленең көньяҡ диалекты составындағы Дим һәм Өршәк һөйләштәрен тәшкил итһә, һарайлы-меңлеләрҙеке - көнбайыш диалектына ҡарай..."
"Тәүге йыйыныбыҙ бынан 24 йыл элек үтте, - тип һүҙен дауам итте Рәшит Закир улы. - Йыйындар ҡарарҙарында хәл ителергә һәм бөгөн дә күҙ уңында тотолорға тейешле мөһим проблемаларҙың бер нисәһен билдәләп китер инем. Беҙ, бөтөн халҡыбыҙ бер төптән тороп, 1999 йылда башҡорт теленә дәүләт теле статусын кире ҡайтарыуға өлгәштек һәм был совет осоронда иң мөһим ҡарарҙарҙың береһе булды. Беренсе йыйында шулай уҡ Өфөнөң һәр районында башҡорт балалар баҡсаһы һәм мәктәбе асыу проблемаһын күтәреп сыҡҡайныҡ. Был мәсьәлә әлегә тулыһынса тормошҡа ашманы. Шулай ҙа күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр бар. Хәҙер Иҫке Өфөлә, Дим районында, Һупайлыла, Инорста, Шаҡшала башҡорт мәктәптәре ныҡлап аяҡҡа баҫты.
Әлшәй районы үҙәге Раевкала бай тарихы булған башҡорт урта мәктәбен тергеҙеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине. Ул хәҙерге ваҡытта халыҡ сәсәне М. Буранғолов исемендәге лицей-интернат булараҡ киң билдәле. Милли мәғарифты үҫтереү йәһәтенән Бәләбәй ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселеге айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Бәләбәй башҡорт мәктәп-интернаты хәҙер өлгө алырлыҡ мәктәптәрҙең береһенә әйләнде. Шулай уҡ Бәләбәй педучилищеһында башҡорт бүлеген астырыуға өлгәштек. Унда ошо яҡ ауылдарҙың, Дим буйы райондарынан бер нисә быуын башҡорт балалары белем алып сыҡты.
Благовар районының Иҫке Усман ауылында меңлеләрҙең тарихи-мәҙәни музейы асылыуы шатлыҡлы ваҡиға булды. Бында 2007 йылда һарайлы-меңлеләр үҙҙәренең ырыу йыйынын үткәрҙе, район үҙәге Языково ауылында меңлеләрҙең Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу өсөн көрәшенә етәкселек иткән легендар Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә сквер асылды. Унда бөйөк ырыу башлығына һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен дә, ниһайәт, хәл итергә ваҡыт.
Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында ҡырҡ өйлө-меңлеләрҙең йыйынын үткәреү традицияға әйләнеп бара. Был инициативаның башында эшҡыуар Филүс Хәлиуллин тора.
Ырыуым, халҡым тип эшләнгән эштәрҙең тағы ла бер нисәһен атап үткем килә. Заманында бөйөк Аҡмуллабыҙҙы халҡыбыҙға ҡайтарып алыуға өлгәштек, беҙҙең дәүерҙә талантлы шағирә Лариса Абдуллинаның фиҙакәрлеге арҡаһында икенсе атаҡлы мәғрифәтсе - Сафуан Яҡшығолов ижады яңынан тергеҙелеү осорон кисерә.
Әлшәй районының Сурай ауылында уҡыусылар һаны 50 баланан артмаһа ла, директор Зәкиә Солтангәрәева етәкселегендәге уҡытыусылар коллективы белем усағын һаҡлап алып ҡалыу өсөн тирә-яҡ ауылдарҙан мәктәп йәшендәге балаларҙы алып килеп, үҙҙәрендә йәшәтеп уҡытыу юлы менән мәктәптәрен ябырға юл ҡуйманылар. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн заман шундай ҡаһарманлыҡтарға барыуҙы ла талап итә. Шул уҡ ауылда Минзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтар үҙ иҫәптәренә мәсет һалып, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйҙы. Ҡармыш ауылында Рәйес Һәүбәновтың тырышлығы менән мәсет бинаһы ҡалҡып сыҡты".
Глобаль күҙлектән ҡарағанда, был эштәр, әлбиттә, диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә тойола. Әммә ошо ергә ереккән, ошо ерҙә быуаттар буйына йәшәгән аҫаба халыҡ өсөн уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа, уңыштарҙан баштар әйләнеп, эйфорияла йөрөргә лә ярамай. Социолог Илгиз Солтанморатовтың сығышынан күренеүенсә, тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, 6 йыл эсендә дөйөм халыҡ һаны 6-10 процентҡа кәмегән. Һәм был күренеш мең ырыуы өсөн дә хас. Ауыл, район халҡы ҡалаларға ағыла, әммә бында уларҙы берәү ҙә шарттар тыуҙырып көтөп тормай. Был демография проблемаһына ла йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Шуға күрә, уның: "Һәр район өсөн айырым үҫеш программаһы әҙерләнергә тейеш",- тиеүе хуплап ҡаршы алынды.
Фольклорсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның сығышы мең ырыуы йолалары, дөйөм халыҡ йолалары хаҡында булһа ла: "Беҙ ҙә Башҡортостанды төйәк итеүселәргә бөйөк Атилла һымаҡ, минең еремә килгәнһең икән, иң тәүҙә йолаларымды хөрмәт ит, уларҙы өйрән, уларҙы үтә, тигән талап ҡуйырға тейешбеҙ", - тигән хәҡиҡәткә ишараланы. Ғөмүмән, һәр сығыш яһаусы уңыштарға ғына туҡталманы, проблемаларҙы ла күтәрҙе. Йыйын һуңында "Мең ере - мең берлеге" Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһының Устав проекты, флагы һәм эмблемаһы ҡабул ителде, яңы совет ағзалары һайланды, ҡор башы раҫланды. Был вазифаны Рәшит Шәкүрҙән Әхнәф Тимербулатов ҡабул итеп алды. Ә инде эстафета штандарты Елдәк ырыуына тапшырылды.
Шулай итеп...
"Донъяла ил хәтере, халыҡ хәтере тигән тәрән мәғәнәле төшөнсә бар. Илде - ил, милләтте - милләт итеп тотоп торған көстәрҙең береһе ул - хәтер. Беҙҙе бөгөн әүәл-әүәлдән, сал быуаттар төпкөлөнән ырыу-ырыу булып берләшеп, иңгә-иңде терәп, ҡулға-ҡул тотоношоп, сал Уралдың тау һәм далаларында ғүмер иткән халҡыбыҙҙың тарихи хәтере бер ҡорға йыйҙы, бер ҡорға тупланы", - тигәйне үҙенең сығышында Рәшит Шәкүр. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың сығышында яңғыраған бер фекер был һүҙҙәрҙе тағы бер ҡат раҫланы һәм нығытты: "Бер ырыуҙа ике милләт булмай. Шуға күрә, йыйын барған залдан сыҡҡанда көнбайыш диалектында һөйләшкән һарайлы-меңдәр ҙә, беҙ - башҡорт, тип, барыбыҙ бер милләт булып сығырға тейешбеҙ". Йыйындарҙың төп маҡсаты һәм төп бурысы ла ошолор, моғайын.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА