«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ ЛА БАШҠОРТ ХАН ТУРАҺЫНДА
+  - 



"Бөйөк Башҡорт иле", "Башҡорт хан" китаптарының авторы Йәдкәр Бәширов менән сираттағы осрашыу мәлендә китаптарҙағы уҡыусы өсөн бик тә ҡыҙыҡ булған, әммә артыҡ сурытылмаған факттар, тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһындым. Сөнки бөгөн күптәр был хандың булыу-булмауы йәки уның тап башҡорттоҡо булыуы һәм булмауы хаҡында ла бәхәс ҡора. Ошо урында әсенеп әйткем килә: ни өсөндөр беҙ булған даныбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе имеш-мимеш, шик-шөбһә аҫтына ҡуйырға яратабыҙ. Унан һуң был мәғлүмәттәрҙе икенсе халыҡтар "үҙҙәренеке" итеп күрһәтһә генә саң ҡаға башлайбыҙ. Әлеге мәл Башҡорт хан менән дә шулай булмаҡсы.

Йәдкәр Әхәт улы, китаптарығыҙҙа телгә алынған ҡыпсаҡтар, половецтар һәм... башҡорттар араһындағы бәйләнештәрҙе асыҡлап китегеҙ әле. Ни өсөн был халыҡтарҙың башлығы Башҡорт хан булып сыға?

- Урыҫ йылъяҙмаларын уҡып сыҡҡас, арҡырыға ла, буйға ла ентекләп өйрәнелгән был яҙмаларҙан бөгөн ниндәй ҙә булһа яңы нәмә табыу ҙа мөмкин түгел һымаҡ. Әммә ентекләберәк ҡараһаң, бар икән унда беҙҙең күҙҙән йәшерелгән факттар ҙа. Улай ғына ла түгел, был ҡомартҡыларҙың асылыр серҙәре байтаҡ әле. Бына, мәҫәлән, XII быуат ваҡиғаларын һүрәтләгән йылъяҙмаларҙа бер нисә тапҡыр ғына телгә алына Башҡорт хан. Шунда ла ул бушҡа ғына алынмай, ул Рәсәй дәүләтенең үтә мөһим ваҡиғаларында үҙәк ролдәрҙең береһен үтәгәнгә эләгә яҙмаларға.
Евразияла йәшәгән күсмә халыҡтарҙың тарихында ҡыпсаҡтар ҙур урын тота. Заманында улар Дунайҙан алып Иртышҡа тиклем йәшәгән һәм башҡорттарға ла уларҙың йоғонтоһо көслө булған. XI быуатта ҡыпсаҡтар Ҡара диңгеҙҙең төньяғына үтеп инә һәм бер нисә иттифаҡҡа берләшеп, шунда таралып ултыра. Урыҫтар тап бына шул ҡыпсаҡтарҙы половецтар тип атай. Аҙау диңгеҙе буйында өс иттифаҡтың береһен төйәк итәләр. Урыҫ йылъяҙмалары был диңгеҙҙе Лукоморье тип йөрөтә. XII быуатта Аҙау ҡыпсаҡтарының Тоғлой, Изай, Осолуҡ, Көбәк, Башҡорт исемле данлы хандары була. Башҡорт хандың ошондай исем йөрөтөүен ғалимдар ҡыпсаҡтар араһында башҡорттарҙың күп булыуы менән бәйләй. Ғәҙәттә, хандарҙың исеме лә уның милләт атамаһы менән алына йәки тотош халыҡтар бер хан исемен ала. Был осраҡта "Башҡорт" тигән исем уның халҡы исеменән алынған.
Башҡорт хан Уралда йәшәһәләр ҙә көньяҡ менән ныҡлы бәйләнеш тотҡан һәм ҡыпсаҡтарҙың барымта-ҡарымталарында әүҙем ҡатнашҡан боронғо башҡорттар менән бәйле. Шулай итеп, Ҡара диңгеҙ ярының төньяғындағы Аҙау ҡыпсаҡтары араһында төрлө тарихи осорҙарҙа көньяҡ урыҫ далаларының сәйәси һәм этник тарихында мөһим роль уйнаған башҡорт ырыуҙары ла булған.
XI быуат аҙағында көнбайыш ҡыпсаҡ иттифаҡтарын Аҙау ханы Бәнәк берләштерә. Уның ерҙәре Днепрҙан Бугҡа тиклем һуҙыла. Үҙенең оҙон ғүмере буйына ул Рус дәүләтенең беренсе дошманы булып ҡала. XII быуат башында Бәнәк баш булған иттифаҡ көсһөҙләнә башлай һәм яйлап бер нисә ҙур ғына урҙаға тарҡала һәм уларға Бәнәктең яҡындары баш булып ултыра. Ә Башҡорт ошо хандарҙың береһе нәҫеленән. Уның туғаны, күрәһең. Бәнәккә бик яҡын кеше булғандыр, сөнки атаһы урҙаһынан киткән Бәнәктең улы Свенш (Суныш) тап шул Башҡортҡа килә һәм уның сардары булып тоғро хеҙмәт итә. Был Бәнәк менән Башҡорттоң туғандар һәм икеһенең дә башҡорттар булыуын иҫбатлай.

Урыҫ дәүләтенең эске һуғыштары мәлендә кенәзлек Башҡорт хандан ярҙам һорай, тиелә. Ни өсөн ярҙам итә уларға хан? Бында ниндәй сәйәсәт күҙаллана?

- 1147 йылда Владимир Мономахтың ейәне Изяслав Мстиславович бөйөк кенәз титулын ала һәм тәхеткә ултыра. Уға ҡаршы Ростов-Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий һуғыш башлай. 1149 йылда Долгорукий һәм уның менән иттифаҡтағы ҡыпсаҡтар Изяслав Мстиславовичты тар-мар итеп, Киевты ала. Икенсе йылына Изяслав Долгорукийҙы ҡаланан ҡыуып сығара. Унан Долгорукий Чернигов кенәздәренә һәм XII быуаттың илленсе йылдарындағы иң көслө Аҙау хандарының береһе булған Башҡорт ханға мөрәжәғәт итә. Башҡорт хан ярҙамға килә, сөнки Мономах нәҫелдәренең бер-береһе менән дошманлашыуы уның өсөн ҡулай ғына була. Берләшкән хәлдә улар ҡыпсаҡтарға ҡаршы ҙур көс була алыр ине. Быны яҡшы аңлаған хан ярҙам итеүҙән баш тартмай. Хатта кенәздәр тәүге бәрелештән һуң мәсьәләне тыныс юл менән хәл итергә ниәтләп уйлашҡанда ла Башҡорт хан ҡаршы төшә. Ярҙам һораған урыҫ дәүләте лә ҡыпсаҡ яугирҙарының хәрби хәрәкәттә нисек сос һәм етеҙ булыуын күҙ уңында тота. Һәм урыҫ яугирҙарының был ҡурҡыу белмәҫ һәм ҡырағай ғәскәр алдында шом йөрөткәнен дә яҡшы белә улар. Йәғни, ике яҡ та бер-береһен үҙ мәнфәғәтендә файҙалана.
Ҡыпсаҡ һуғышсыларының әрһеҙлегенә миҫал ғына ҡарап киткәндә лә, аңлашылыр. Бәрелеш алдынан Заруба тигән ҡаласыҡ янында Днепрҙы йөҙөп сығырға кәрәк була. Юрий үҙенең ғәскәрен кисеүгә туплап, әллә күпме ваҡытты юғалта. Ә Башҡорттоң яугирҙары аттарында бөтөн ҡорал һәм кәрәк-ярағы менән бергә йылғаға ташлана ла тиҙ генә йөҙөп тә сыға. Уларҙың ышығында Долгорукийҙың һуғышсылары ла ҡайыҡтарға ултырып, аръяҡҡа сыға һәм башҡорттар менән бергә Изяслав ғәскәрен сигенергә мәжбүр итә. Ошо бәрелештә Башҡорт хандың сардары Свенш һәләк булып ҡала.
Әлеге һуғышта һәләк булған кенәз Владимир Давыдовичтың ҡатыны Ольганың, улын алып, Башҡорт ханға ҡасыуы ла сәйәси күҙлектән сығып эшләнә, тип иҫәпләнә. Был хаҡта, әлбиттә, тарихсы П.Глубовский 1884 йылда былай тип тә яҙа: "Бындай ҡылыҡтың сәбәбе - тол ҡатындың йөрәгендә тоҡанған һәм уны һылыу дала егетенә алып киткән мөхәббәт". Бындай бәйләнештәргә тағы ла бер миҫал: 1185 йылда кенәз Игорь черниговлыларҙан ҡасып, ҡоман ханы Ҡыпсаҡта ята. Ә Ҡыпсаҡ менән Башҡорт хандың ейәне Ғабдулла бик яҡын була. 1187 йылда иһә кенәз билдәле Ҡоншаҡтың ҡыҙын ҡатын итеп алып ҡайта һәм далала үткәргән туйынан тыш, үҙҙәрендә лә туй үткәреп, ҡатынының хоҡуҡтарын нығыта.
Күреүегеҙсә, Рус менән Даланың мөнәсәбәте шул тиклем тығыҙ була, Гумилев уны хаҡлы рәүештә симбиоз тип атай, йәғни ике организмдың бер-береһенә бәйле булып йәшәүе. Шулай итеп, Иван Грозныйға тиклем бик күп йылдар элек үк боронғо башҡорт ҡәбиләләренең бер өлөшө Көнсығыш Европалағы сәйәси хәл-ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм ҙур ғына роль уйнай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙы урыҫ тарихсылары һәм мәктәп дәреслектәренең авторҙары аңлата алмай һәм ғүмер баҡый урыҫтарҙың төрки халыҡҡа ҡаршы көрәшен һүрәтләй. Ә беҙ үрҙә һөйләгән Рус дәүләте эсендәге һуғыштарҙа урыҫтар менән төрки халыҡтар берләшеп, шундай уҡ урыҫтар менән төрки халыҡтарға ҡаршы ла һуғышҡан. Ваҡыты шундай булған. Сәйәси хәлдәр шуға килтергән.

Башҡорт хандың исеме лә, уның хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә бығаса беҙҙең тарихи даирәлә булманы. Әммә, шулай ҙа, ул беҙгә бер бөгөн һәм ҡапыл килеп ингән шәхес түгел, шулай бит? Ырыуын һәм килеп сығыу ерлеген билдәләп буламы хандың? Башҡорттан башҡа беҙҙең тағы ла ниндәй хандарыбыҙ булған?

- Асылда, Башҡорт хан беҙҙең Салауат Юлаев, Алдар батыр, Батырша кеүек билдәле һәм данлы батырҙарыбыҙ менән бер рәттән, дөрөҫөрәге, шул теҙмәнең башында торорға тейеш. Үкенескә ҡаршы, беҙ тарихыбыҙҙы Рәсәй тарихы аша ҡарап ҡына өйрәнгәнбеҙ. Унда телгә алынған шәхестәребеҙҙе генә беләбеҙ. Төпкәрәк, тәрәнгәрәк ҡарарға тартынабыҙ, ҡурҡабыҙ, иҫбатлауҙан уңайһыҙланабыҙ һәм башҡалар. Ә бит беҙҙең тарих бик борондан килә.
Башҡорт хан ҡыпсаҡ ырыуҙарының йыйылмаһы булған ҡоман-ҡобау ырыуынан була. Уның сығышы Көньяҡ Уралдан. Хандың резиденцияһы Нәмжан ҡалаһында урынлаша һәм уны 2000 меңлек һыбайлы һаҡлап тора.
Бик боронғо тарихи яҙмаларҙан башҡорттоң Иҙел, Бүләр илдәрендә хакимлыҡ иткән ҡайһы бер хандары билдәле. Мәҫәлән, Туҡсы йәки "Таҙбаш" - ҡырылған баштар - батшаһынан һуң уның улы Бортас - Бөрйән йәки Бөрйәнбай (Буржантай) (б.э.т. 683-633йй) хакимлыҡ итә. Ул ҡамыр халҡын тар-мар итә һәм "Ҡамыр батыр" тигән исем ала. Буртас еренә саҡ-ҡыпсаҡтарын индерә. Унан һуң уның улы Мәжи (Мәжи-Аҙаҡ) батшалыҡ итә. Унан, Ҡол-Ғәли яҙмалары буйынса, Буртас һәм Мәжиҙән һуң Әлүәр, Мағыҙ, Атай, Силәр, Ҡылбур, Тарғыҙ. Был заманда дәүләт "Ете ил", йәғни ете ырыу - Иҙел исемен йөрөтә. Алтыш ханлыҡ иткән мәлдә Иҙел иле алты бүлеккә ҡала. Алтыштың улы Ҡама батыр була. Ҡама батыр хакимлығында Иҙел иле Бүләр итеп үҙгәртелә. Быларҙан тыш, тарихта тағы ла бик күп билдәле ырыу башлыҡтары, хакимдар бар. Улар бик күп, исемлектәрен "Башҡорт хан" китабында ырыуҙарына бүлеп биргәнмен. Ҡыҙыҡһыныусылар шунда табып ҡарай ала.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Күреүегеҙсә, был өлкәлә ни тиклем күберәк ҡыҙыҡһынаһың, ул шул тиклем арбай һәм тарих төпкөлөнә алып китә. Автор әйтмешләй, дөрөҫлөктө табыуҙан һәм өҫкә сығарыуҙан ҡурҡырға ярамай. Битарафлыҡ арҡаһында беҙ былай ҙа күп рухи ҡиммәтәребеҙҙән, шәхестәребеҙҙән ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Бөгөн Башҡорт ханды ноғайҙар ҙа, ҡырғыҙҙар һәм башҡа халыҡтар ҙа үҙҙәренеке итеп күрһәтмәксе. Ә беҙ исеме менән үк "ҡысҡырып" торған батырыбыҙҙың сығышын шик аҫтына ҡуябыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.18 | Ҡаралған: 686

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru