«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНУЛЛА ИШАН МИРАҪЫ - БӨТМӘҪ ХАЗИНА
+  - 



Үткән аҙнала арҙаҡлы дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең 185 йыллығына арналған Халыҡ-ара фәнни конференция үтте. "Рәсәйҙә традицион ислам һәм арҙаҡлы башҡорт ғалим-тюркологы, мосолман донъяһы мәғрифәтсеһе шәйех Зәйнулла Рәсүлев" тип аталған сараның беренсе көнө баш ҡалабыҙҙа ойошторолһа, икенсе һәм өсөнсө көндәре Учалы, Троицк ҡалаларында уҙғарылды. Конференцияла ҡатнашыу өсөн Дағстан, Польша, Үзбәкстан, Ҡаҙан, Санкт-Петербург төбәктәренән ғалимдар, дин әһелдәре йыйылғайны.
Башҡорт халҡының бөйөк шәхесе Зәйнулла Рәсүлевты бөгөн бөтөн төрки донъяһы иҫкә ала, баһалай, тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Уны беҙ, башҡорттар ғына түгел, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, ноғай, ҡараҡалпаҡ, чечен, үзбәк һәм башҡа халыҡтар ҙа ололап, хөрмәтләп, үҙҙәренең дини остазы итеп хәтерләй, яҙа. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре лә ошо хаҡта булды.


Ирина ПОПОВА, Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институты директоры, тарих фәндәре докторы: Халыҡтар араһында шундай вәкилдәр була, улар ергә ниндәйҙер бөйөк миссия менән килә һәм шул мисиияһын үтәү барышында ул үҙ милләтенең генә шәхесе булыуҙан үтеп, ҙур масса, ҙур халыҡтар вәкиленә әүерелә. Һеҙҙең шәйех Зәйнулла Рәсүлев та шундай һайланма кешеләрҙең береһе ул. Мин һеҙҙең әлеге ваҡытта ҡырҡыу милли мәсьәләләр менән янған, һәр улығыҙҙы һәм ҡыҙығыҙҙы ҡармап тоторға тырышҡан мәлегеҙҙә ошондай шәхесегеҙҙе, әлбиттә, үҙегеҙҙеке генә итеп күрһәтергә теләгәнегеҙҙе лә аңлайым. Әммә... ул инде һеҙҙеке генә була алмай. Ул төрки халыҡтарҙыҡы ғына ла түгел, ул мосолман донъяһыныҡы.
Билдәле булыуынса, шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың уҡыусылары бик күп була. 1870 йылда, беренсе йыл ғына шәйех булыуына ҡарамаҫтан, Зәйнулла ишанға белем алырға 7 мең уҡыусы килә, уларҙың күбеһе Урал аръяғы башҡорттары була. Зәйнулла Рәсүлевтың үҙен Ҡотоп Заман да (полюс времени) тигәндәр, ә суфыйсылыҡ юлында Ҡотоп Заман, Ҡотоп Йыһан (полюс вселенной) иң юғары дәрәжәләр һаналған. Был бөйөк шәхес мосолман донъяһыныҡы тиһәм дә, һеҙ, башҡорттар, уның тап һеҙҙең милләттән һәм һеҙҙең ерлектән үҫеп сыҡҡан кеше булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ...

Шамил ШИХАЛИЕВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Дағстан фәнни үҙәгенең Тарих, археология һәм этнография институты хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты: Шәйех Зәйнулла Рәсүлев Рәсәйҙең мосолман донъяһы тарихы һәм мәҙәниәтендә шаҡтай ҙур эҙ ҡалдырған шәхес. Замандаштары уны Урал - Волга буйы халыҡтарының ғына түгел, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Төньяҡ Кавказ мосолмандарының да "рухи короле" тип атап йөрөткән. Быларҙы үткән быуат ғалимдарының башҡорт ишандары тураһында яҙған хеҙмәттәре лә дәлилләй. Башҡортостан ХIХ быуатта дини үҙәк булараҡ таныла. Башҡорт ерендәге мәсет-мәҙрәсәләрҙең, Ислам буйынса белгестәрҙең, йәғни дини ғилемле инсандарҙың, әүлиәләрҙең күп булыуы Урта Азия, Кавказ мосолмандарын үҙенә йәлеп итә. Бында һәр яҡтан уҡырға килеүселәр һаны арта. Шуға ла: "Өфө - суфыйҙарҙың баш ҡалаһы", - тип тә әйткәндәр.
Билдәле дин әһеленең күп кенә тау халыҡтары вәкилдәренең дә уҡытыусыһы булыуы билдәле. Мәҫәлән, Рәсәйҙә таралған Нәҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәтендә булыусы шәйех Шамил Ичкерия Дағстанда милли азатлыҡ өсөн көрәшкән, Төркиәлә курдтар хәрәкәтен етәкләгән. Зәйнулла Рәсүлев Нәҡшбәндиәгә 1876 йылда шәйех Абдул хаким бән Ҡорбанғәли Сарҙаҡлы етәкселегендә инә. Ун йылдан һуң төрөк шәйехе Әхмәт Зыяитдин Кумушханауи ярҙамында Хәлидиә йүнәлешенә лә инеп китә. Әммә, белеүебеҙсә, Зәйнулла Рәсүлев ҡулға ҡорал алыу яғында булмай. Көс ҡулланыу менән бер мәсьәләне лә хәл итеп булмаясағын аңлай. Шуға ла халыҡты әхлаҡи нигеҙҙәргә, мәғрифәткә таянырға өйрәтә. Беҙҙең халыҡта Зәйнулла Рәсүлевтың Ислам динен изгелек, аң һәм белем тәғлимәте итеп өйрәтеүе, шул йүнәлештә аманаттар ҡалдырыуы юғары баһалана. Дағстанда дин әһеле, мәғрифәтсе һәм реформатор шәйех Зәйнулла Рәсүлев тураһында беләләр һәм уның башҡорт булыуы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Республикабыҙҙың дин әһелдәре һәм алдынғы йәмәғәтселеге бөйөк шәйех ҡалдырған рухи һәм ғилми мираҫты уның юлын дауам итеүсе, Дағстандың күренекле дин әһеле Сәйфулла ҡаҙый Башларов ярҙамында һаҡлап ҡала. Дағстан Республикаһының баш ҡалаһы Махачкалала шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлев исемендәге мәсет бар.

Илшат НАСИРОВ, шәрҡиәтсе ғалим, философия фәндәре докторы: Суфый шәйехе Мөхәмәт Әмин әл Курдиҙың "Мәңгелек һә-ләттәр китабы"нда суфыйсылыҡтың Нәҡшбәндиә тәриҡәте тарихы, уның теорияһы һәм ғәмәлдәге торошо бәйән ителә. Китапҡа өҫтәмә материал итеп Хәлидиә-Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең Волга-Урал төбәгендәге һуңғы "Бөйөк шәйехе" Зәйнулла Рәсүлевтың "Әл - фауаиду әл - мухимма ли - муридина Наҡшбандийа" ("Нәҡшбәндиә туғанлығы мөриттәре аңларға тейешле булған илаһи хәҡиҡәттәр") тигән хеҙмәте килтерелә. Был юҡҡа ғына түгел. Сөнки Зәйнулла Рәсүлев нигеҙ һалған Троицк ҡалаһындағы суфыйсылыҡтың Нәҡшбәндиә тәриҡәте буйынса эшләгән мәҙрәсә үҙенең юғары кимәлдә булыуы менән айырылып тора. Ислам донъяһын өйрәнеүсе француз ғалимы Александр Бенигсен "Бөтөн мосолман донъяһының академик уҡыу йорттары араһында ул саҡтағы Троицк ҡалаһындағы "Рәсүлиә" мәҙрәсәһе бирелгән белемдең сифаты буйынса иң яҡшыһы һанала", тип яҙа. Билдәле шәрҡиәтсе В.В. Бартольд башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлев вафат булғандан һуң "үҙ халҡының рухи батшаһы үлде" ("Ваҡыт", Ырымбур. 1917 йыл, февраль-март) тип яҙып сыға.
Атаһы менән һәр саҡ Зәйнулла Рәсүлев янына килеп йөрөүсе Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"ендә бөйөк ишан хаҡында шундай һүҙҙәр әйтә: "Әгәр ҙә юғары хөрмәткә эйә булыусы шәйехтең (Зәйнулла Рәсүлевтың - И.Н.) беҙгә шундай иғтибары булмаһа, кем белә, мин дә ун биш йәшемдә, тиҫтерҙәрем кеүек, бай сауҙагәрҙәрҙә ябай һатыусы ғына булып эшләр инем". Башҡорттарҙың үҙаллылыҡ өсөн көрәшкә күтәрелеү зарурлығы идеяһын йәш Зәки суфый шәйехе, башҡорт тарихсыһы Морат Рәмзиҙән дә ала. Зәйнулла Рәсүлев, Морат Рәмзи кеүек батша властарына баш эймәҫ башҡорт суфый шәйехтәре Рәсәй империяһы шарттарында ябай башҡорттарҙы эске рухи үҙаллылыҡ өсөн көрәшкә туплай алған. Был тупланыу башҡорт халҡына Рәсәйҙәге 1917 йылғы инҡилап һәм граждандар һуғышы йылдарында милли үҙаңы юғары булған шәхестәрҙе алғы һыҙыҡҡа сығарып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башкурдистан Республикаһы һәм милли армия төҙөргә мөмкинлек биргән.

Фәнирә ҒАЙСИНА, филология фәндәре кандидаты: Зәйнулла Рәсүлев беҙҙең халыҡтың әүлиәһе. Башҡорт халҡы араһында әүлиәләрҙең элек-электән күп булыуы билдәле. Быны һәр төбәктә, күп ауылдарҙа булған әүлиә ҡәберҙәре, тауҙары, таштары, шишмәләре дәлилләй. Борон халыҡ араһында әүлиәләрҙе бер урынға күпләп ерләү ғәҙәте лә булған. Мәҫәлән, Ишембай районында урынлашҡан Торатауҙа 48 әүлиә, Күгәрсен районы Төпсән ауылында 7 әүлиә ерләнгәне билдәле . Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, 1917 йылғы революцияға тиклем башҡорттар араһында дин буйынса Бохара ҡалаһында, Мысырҙа, Төркиәлә һәм башҡа сит илдәрҙә уҡып ҡайтыусылар күп булған. Бихисап башҡорт шәйех, ишандарының исемдәре билдәле була. Мәҫәлән: Асҡын районы Әмир ауылынан Әҡсән Әсләм улы Насиров шәйех-кирам дәрәжәһендә булған; Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан Мораҙым ишан Сәйетмәмбәтов; Баймаҡ р-ны Муллаҡай ауылынан Ғабдулла Сәиди ишан; Байым ауылынан Байым ишан Денебәков; Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Әбйәлил ишан; Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылынан Ғиләжетдин ишан; Көйөргәҙе районы Мәмбәтҡол ауылынан Мөхәмәтшәриф улы Мөхәмәтсабит ишан, Мөхәмәтсабит улы Мөхәмәтсабир ишан, Мөхәмәтсабир улы Мөхәмәтсалих ишан Сабиров; Мәсетле районы Әлегәҙ ауылынан Ғабдулла ишан; Ләмәҙтамаҡ ауылынан Сисәнбай Хисмәтуллин ишан; Мәләүез районы Түләк ауылынан Түләкәй ишан; Арыҫлан ауылынан Сәхиулла ишан Толонғужа улы Мусин, уның бер туған ҡустыһы Сәғиҙулла ишан, уның улы Ғарифулла ишан Бураҡанов; Үрге Таш ауылынан Фәйзулла ишан Сәйетап улы Айтуғанов; Шишмә районы Сәфәр ауылынан Сәит Йәғәфәр ишан; Хәйбулла районы Вәлид ауылынан Ғатаулла ишан; Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан Ғәлиәкбәр ишан; Әлшәй районы Япар ауылынан Ишан хәҙрәт (исеме әлегә билдәһеҙ); Яңауыл районы Туртыҡ ауылынан Мөҡим ишан; Киҫәкҡайын ауылынан шәйех-кирам Ғәбдрәхим; Һарытау өлкәһе Перелюб районы Мухин ауылынан Яхъя ишан; Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылынан Ишан хәҙрәт (исеме онотолған); Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Ҡаракүл ауылынан Ишмөхәмәт ишан; Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан Рәсүлев ерләнгән (сығышы менән хәҙерге Учалы районы Шәрип ауылынан) һ.б. Килтерелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, бер генә ғаиләнән өсәр ишан булғанлығы иғтибарға лайыҡ. Шәйех, ишан дәрәжәһендә булған кешенең мөрид алып тәрбиәләү хоҡуғы булғанлығы билдәле. Әммә ундай дәрәжәгә бик һирәк кенә кешеләр етә, өлгәшә алған. Өҫтәге исемлектән сығып ҡына ла беҙ элекке Башҡортостан ерлегендә суфыйсылыҡтың ни тиклем киң таралғанлығы тураһында һүҙ йөрөтә алабыҙ.

Зөлфиә ХАННАНОВА, шағирә: Ғәзиз еребеҙҙе әүлиәләр рухы төрлө афәттәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, ҡурсалап тора, тигәнде ишеткәнем бар. Күрәһең, күп йылдар элек аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәргә дусар булған халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының изге рухтары әле булһа ерҙәге үҙ тәғәйенләнешенә тоғро ҡала торғандыр. Шуға ла бөтә мосолман илдәрендә бөгөн дә оло ихтирам менән телгә алынған башҡорт шәйехе Ҡотоп Заман Зәйнулла Рәсүлевтың исеме үҙ илен, ерен, халҡын һөйгән һәр башҡорт күңелендә милләтебеҙҙең рухи етәксеһе булараҡ күҙалланыуы һис тә ғәжәп түгел. Заманында әллә күпме һөргөндәр үткән, төрмәләргә бикләнгән алдынғы ҡарашлы дин әһеленең яҙмышындағы фажиғәле биттәр тураһында күп уйланғаным булды. Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе Зәйнулла ишандың бүләсәре 80 йәшлек Сәүҙә Әниева (Иҡсанова) инәй менән осрашыуымдың маҡсаты ла билдәһеҙ һорауҙарға яуап табыу ине. "Атайымдың әсәһе Кәримә өләсәйем Зәйнулла ишандың ҡыҙы була. Ул бик иртә донъя ҡуя. Атайым Шәмсетдин өс йәшлек кенә сағында йәш ярымлыҡ Ғәләүетдин ҡустыһы менән етем ҡала. Кәримә өләсәйем үлгәс, Йософ олатайым бик уҫал татар ҡатынына өйләнә. Зәйнулла олатайым ейәндәрен йәлләп, уларҙы үҙенең тәрбиәһенә ала. Белем биреп, буй еткергәс, Шығай ауылына яңы мәҙрәсә һалдыртып, 1903 йылда атайымды шунда уҡытырға ебәрә. Бәләкәйҙән ҡалала үҫкәс, атайым тәүҙә ауыл ерен берҙә генә лә үҙһенмәй ыҙалай. Олатаһына Троицкиға ҡайтырға рөхсәт һорап, хат та яҙып ҡарай. Әммә Зәйнулла ишан: "Һин ошо ерҙә йәшәргә тейешһең!" - тип, ҡырт киҫә. Һуңынан күпме эҙәрлекләүҙәргә дусар булһа ла, олатаһы ҡушмағас, атайым Шығайҙан бер ҡайҙа ла китмәгән", - тип бәйән итте ғаилә тарихы тураһында Сәүҙә Шәмсетдин ҡыҙы.

Салауат ХӨСӘЙЕНОВ, тарих фәндәре кандидаты: Заманында Зәйнулла Рәсүли ән-Нәҡшбәнди ишандың исеме Иҙел-Урал, Себер һәм Ҡаҙағстан яҡтарында киң билдәле булған. Уға рухи юлбашсы кеүек ҡарағандар, уның менән осрашырға теләгәндәр. Уның Троицкиҙағы мәҙрәсәһе һәм йорто мосафирҙарҙан өҙөлмәгән. Шундай хөрмәт яулаған инсан тураһында замандаштары төрлө мәғлүмәттәр, хәтирәләр һәм шиғри яҙмалар яҙып ҡалдырған. Әммә әлегәсә уның биографияһына һәм эшмәкәрлегенә бәйле күп кенә асыҡланмаған аҡ таптар тороп ҡала бирә. Замандаштарының уға арнап сығарған әҫәрҙәре лә тулыһынса билдәле түгел. Әле лә был шәхескә бәйле бығаса билдәһеҙ яҙма ҡомартҡылар осрай. Мәҫәлән, ошо йылдың февраль айында Өфөлә йәшәүсе Бикҡужина Хафиза бер төргәк ғәрәп графикаһындағы иҫке баҫма китаптар һәм ҡулъяҙмалар килтерҙе. Шуларҙың араһында бер китап иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был китап тулы түгел. Унда ҡыҙыҡ ҡына шиғыр-мөнәжәт бар. Был шиғыр Зәйнулла ишанға арналған булырға тейеш. Уның ғына йөҙ саҡрым ара үтеп Мөхәммәт тигән хажиға ҡунаҡҡа килеүе мөмкин. Ни өсөн бындай фекергә киләбеҙ һуң? Шиғырҙа был осрашыуға бөрйәндәр ҙә килә, тиелгән. Яҡташы менән улар үҙ яҡтарында ла осраша алырҙар ине. Тағы ла бер дәлил: үрҙә аталған китап та, был шиғыр ҙа Әбйәлил районынан алып киленгән. Улар араһында Шафиҡ Әминев Тамъяниҙың "Урал", "Үҙем Шафиҡ...." исемле шиғырҙары ла бар. Был "Мөнәжәт" тә шул уҡ ҡағыҙҙа һәм шул уҡ почерк менән яҙылған. Шуның өсөн был шиғырҙың да уның авторлығында булыуы мөмкин. Шиғырҙағы Мөхәммәт хажи Асҡар (Әбйәлил) ауылында мулла булып тора. Зәйнулланың икенсе ҡатыны Мәфтуханан тыуған ҡыҙы Сәлиха атаһы менән һөргөндән һуң тыуған яҡҡа ҡайтҡас, башта атаһының Ғәбделхәбир исемле шәкертенә кейәүгә сыға. Ул үлгәндән һуң ошо Мөхәммәт хажи бине хорунжий Ғәҙел мырҙа Яҡшымбәтов Сәлиханы ала. Сәлиханан алты бала тыуа (Һуңынан уның Нәфисә исемле ҡыҙы Әхмәтзәки Вәлидигә кейәүгә сыға). Шулай итеп, шиғырҙа Зәйнулла ишандың ҡыҙы Нәфисә менән кейәүе Мөхәммәт хажиға ҡунаҡҡа барыуы тураһында һүҙ барыуы мөмкин. Беҙҙе олуғ шәхесебеҙ хаҡындағы һәр мәғлүмәт, һәр яңы яҙма ҡыҙыҡһындыра. Күреүегеҙсә, бөгөн уны дөйөм мосолман донъяһы үҙенеке итеп иҫәпләй һәм беҙ был тәңгәлдә айырыуса уяу булырға бурыслы.

Шулай итеп...
Халыҡ-ара конференция башҡорт улы бөйөк шәйехтең шәхесен һәм хеҙмәттәрен донъя кимәлендә таныу һәм хөрмәтләүҙең бер өлгөһө булып торҙо. Зәйнулла ишан Рәсүлевтың иң ҙур ҡаҙаныштары - XIV быуат аҙағында һәм XX быуат башында ватандаштары һәм тотош мосолман донъяһы өсөн ҙур йоғонто яһауында. Сарала ҡатнашыусы ғалимдар һәм дин әһелдәре әйтеүенсә, уның мираҫы - күңелен үҫтерергә, камиллашырға теләгән кешеләр өсөн бөтмәҫ хазина. Уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 922

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru