«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ЯҠЛАРҒА БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
+  - 



Мәғариф өлкәһен, аныҡлап әйткәндә, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса проблемаларҙы асыҡлай башлаһаң, уларҙың осона сығырлыҡ түгел. Ләкин проблеманы хәл итмәһәң, ул йылдар буйына йыйылып, бер килеп һытыла. Бөгөн ошо "шеш" тулышҡан. Башҡорт теле уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы ғына уны хәл итә алырмы? Бөгөн ошо һәм башҡа һорауҙарға яңы ғына булып үткән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019" республика бәйгеһе ҡатнашыусылары: Туймазы ҡалаһынан Гөлмира БИКБУЛАТОВА, Нефтекаманан Роза ХӨСНУЛЛИНА, Белореттан Сәриә ҠАҺАРМАНОВА менән бергәләп яуап табырға тырыштыҡ.

10-12 апрелдә Башҡортостанда беренсе тапҡыр Башҡорт теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы үткәрелә. Һеҙ унда ниндәй темалар күтәрелеүен теләр инегеҙ һәм был сараның ниндәй һөҙөмтәләренә өмөт итәһегеҙ?

Сәриә Ҡаһарманова:
Нимәһе ҡыуандыра: съезд үткәреү генә лә республикала телгә, башҡорт теле уҡытыусыларына ҡарата ҡараш үҙгәрә башлауына бер ишара. Шуға уға ҙур өмөттәр бағлайым һәм унда башҡорт теле уҡытыусыларының ғына проблемаларын түгел, ә башҡорт телен уҡытыуҙа булған проблемалар күтәрелер, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнер, шәп тәҡдимдәр индерелер, тип уйлайым. Әммә иң ҡурҡҡаным, электән килгән йола буйынса, сығыштар бер-беребеҙҙе маҡтауға ҡоролмаһын ине, тигән теләктәмен.
Гөлмира Бикбулатова: Был съезды беҙ күптән көтә инек, күңелгә ниндәйҙер йылылыҡ инде. Яңылыҡты ишетеү менән шул тиклем ныҡ ҡыуандыҡ һәм ул көндәр етеүен түҙемһеҙлек менән һанайбыҙ. Ысынлап та, беҙҙең проблемалар күп, телебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы, башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреү юлдарын шул съезда уртаға һалып һөйләшеп, бөтөн проблемаларҙы хәл итеп, уның сығыу юлдарын билдәләп, киләсәккә пландар ҡороп, алға ҡараш ташлап, бурыстар ҡуйып, шул мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ тигән өмөт бар. Тағы: уҡытыусылар съезы тигәс тә, балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамайҙыр, минеңсә, сөнки тәрбиә, башҡорт теленә һөйөү уятыу өҙөклөкһөҙ барырға тейеш. Элек балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре, балаларҙы башҡортса уҡытыу, тәрбиәләү бар, балалар мәктәпкә рухлы булып килә ине. Хәҙер юғалды бындай эҙмә-эҙлелек. Съезда балалар баҡсаларынан уҡ башҡортса тәрбиәләү, уҡытыу мәсьәләһен дә мотлаҡ күтәрергә кәрәк.
Роза Хөснуллина: Барлыҡ уҡытыусыларҙы ла әлеге ваҡытта иң борсоған мәсьәлә - ул биш көнлөк уҡыуға күскәс, башҡорт теленең, әҙәбиәтенең, дәүләт теле булараҡ уҡытыу дәрестәренең мәктәп программаларында ҡалдырылыу-ҡалдырылмауы, ҡыҫҡартылыу-ҡыҫҡартылмауы. Был бөгөн - иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе, сөнки дәрестәр ҡыҫҡартылып, уҡытыусыларҙың сәғәттәре лә кәмеһә, башҡорт теле уҡытыусыларының да күпләп мәктәптән китеү хәүефе алдында торабыҙ. Икенсеһе - уҡытыусының абруйын дәүләт кимәлендә күтәреү зарурлығы. Ни өсөн Финляндияла педагогик уҡыу йорттарына конкурстар ҙур, ни өсөн унда уҡытыусы һөнәренә йәбешеп яталар? Улар, беҙҙең иң аҡыллы уҡыусыларыбыҙ уҡытыусы һөнәрен һайлай, ти. Тимәк, унда уҡытыусыларҙың хеҙмәте финанс йәһәтенән дә, йәмғиәттәге тотҡан урыны буйынса ла юғары баһалана. Шәп быуын тәрбиәләргә теләйбеҙ икән, беҙҙә лә уҡытыусыларҙың абруйын күтәрергә кәрәк.

Йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы ваҡыт шундай оло ҡорҙарҙа "туй генералдары" күберәк була, ә ысын мәғәнәһендә тел өсөн янып-көйөп, баш баҫып эшләүсе практиктар ситтә ҡалыусан. Һеҙ ошо съезға ниндәй делегаттарҙың килеүен теләр инегеҙ?

Гөлмира Бикбулатова: Мин бар күңелен һалып эшләгән уҡытыусылар менән бер рәттән, яңы ғына эш башлаған һәм 10-15 йыл эшләгән, ниндәйҙер кимәлдә бер урында тапанып ҡына йөрөгән уҡытыусыларҙы ла съезға ебәрер инем. Ни өсөн тигәндә, улар янып йөрөгән уҡытыусыларҙың дәртен күреп, үҙҙәренең күңелдәрендә ла өмөт шәмен яндырып, рухланып ҡайтып, һәр береһе үҙ төбәгендә эште тағы ла йәндәндереп ебәрер ине, тип уйлайым.
Сәриә Ҡаһарманова: Мин тормоштоң ыңғай яғын да, матур итеп күрһәтелгән нәмәләрҙең кире яғын да күрергә өйрәнгәнмен, шуға, делегаттар булып беренсе нәүбәттә буш боғаҙҙар, ҡоро һүҙ һөйләп кенә йөрөүселәр үтеүе ихтимал, тип хәүефләнәм. Ҡайһы берҙә шунда ҡатнашыуҙың дәрәжәһе-даны өсөн генә йөрөүселәр ҙә бар, шундайҙар булмаһын ине. Тартҡан атҡа нығыраҡ тейәйҙәр, тигәндәй, эшен яратып, бар күңелен һалып башҡарған уҡытыусылар баш баҫып эшләй, тирә-яҡтарына күҙ һалырға ла ваҡыттары ҡалмай. Бына шундай уҡытыусыларҙы ситтә ҡалдырмаһындар ине, сөнки уларҙың нисәмә йылдар эшләп, әйтә торған һүҙҙәре бик күп йыйылған.
Роза Хөснуллина: Минеңсә, ҡала-районда, ауылда ниндәйҙер дәрәжәһе булған, һүҙе үткән һәм үҙ һүҙен, фекерен әйтергә ҡурҡмаған, башҡаларҙың да фекерен оло ҡорға алып килеп еткерә алған, башҡорт телен, башҡорт халҡын күтәрерҙәй уҡытыусылар ҡатнашырға тейеш съезда. Әле мин төньяҡ-көнбайыштан килгәс, унда шундай шәп уҡытыусылар бар, тип һис шикһеҙ әйтә алам. Улар башҡорт телен күтәрәбеҙ, башҡорт балаларын уҡытабыҙ, башҡа милләт балаларына башҡорт телен өйрәтәбеҙ, тип янып эшләй. Шуларға ярҙамлашып, уларға иғтибар итеп, уларҙың эштәрен күтәреп, күрһәтергә кәрәк.

Съезда, минеңсә, башҡорт телен артабан нисек уҡытыу, бөгөнгө глобалләшеү заманында уны нисек һаҡлап ҡалыу темалары, әлбиттә, күтәреләсәк, телебеҙҙе башҡа милләттәр ҙә теләп, яратып өйрәнһен, уға дәүләт тарафынан ихтирам, иғтибар, яҡлау булһын өсөн дә тырышырға кәрәк. Һеҙ проблеманы төптән беләһегеҙ, трибуна артына сығып ҡына хәбәр һөйләгән кешеләр түгел, ә шул ҡаҙанда ҡайнап йөрөүселәр. Бөгөн нимәне үҙгәртергә кәрәк: методиканымы, дәреслектәрҙеме, әллә бөтөнләй мәғариф системаһы реформа талап итәме?

Гөлмира Бикбулатова:
Практик уҡытыусы булараҡ, шуны әйтер инем: яңы дәреслектәр сығып тора, практик уҡытыусыларҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлгәндәре лә бар. Әммә улар аҙнаһына өс сәғәтлек уҡытыу программаһы өсөн сыҡҡан. Ә хәҙер беҙҙең дәрестәр, мәҫәлән, аҙнаһына бер генә сәғәткә ҡалды. Шуға, дәреслектәрҙе ҡыҫҡартып, темаларҙы берләштерепме, ҡабаттан эшләргә кәрәк. Шундай ауырлыҡтар бар.
Сәриә Ҡаһарманова: Башҡорт телен уҡытыу методикаһы тиһәң, нисек уҡытырға өйрәтеүсе кешеләр бик күп, социаль селтәрҙәрҙә лә бар улар. Хатта мәктәптә 1-2 йыл эшләп, икенсе урынға күсеп, "мин эшләгән дәүерҙә шулайта торғайным", тип, күпертеп һөйләп, аҡыл һатырға яратҡандар ҙа күп. Мин, мәҫәлән, педагогика системаһында 38 йыл эшләйем, әммә берәүгә лә кәңәш бирергә батырсылыҡ итмәҫ инем. Бөгөн башҡорт телен уҡытыуҙың методикаһы дөрөҫ түгел, шуның өсөн бигерәк тә рус мәктәптәрендәге башҡорт балаларын уҡытыуҙа йәки бүтән милләт балаларына башҡорт телен өйрәтеүҙә сит тел уҡытыу методикаһына күсергә кәрәк, тиҙәр. Сағыштырып ҡараһаҡ, мәктәптә аҙнаһына өс сәғәт инглиз теле уҡытыла, берәүҙең дә шартлатып инглизсә һөйләшкәнен ишетмәйем, әле берәүҙең дә инглиз теленән юғары мәрәй йыйып, БДИ биргәнен күргәнем юҡ. Шулай булғас, ни өсөн беҙгә уны тәҡдим итәләр? Башҡорт телен уҡытыу методикаһын әллә ни насар тип әйтмәҫ инем. Әммә уны дөрөҫ ҡулланабыҙмы, юҡмы - шуныһы ла бар. Уҡытыу бит уҡытыусыға бәйле. Үҙебеҙҙең бала саҡты уйлағыҙ: әгәр уҡытыусы күңелгә ятһа, балалар менән уртаҡ тел тапһа - ул предметты ярата торғайныҡ. Мәҫәлән, мин 7-се класҡа еткәнсе физиканы үлә яҙып яраттым, 9-сы класта немец теленә ғашиҡ булдым, сөнки яңы уҡытыусы килде лә шунда уҡ балалар күңеленә юл тапты. Икенсенән, дәреслектәрҙән дә күп нәмә тора. "Эш дәфтәрен төҙөүселәр менән китап яҙыусылар, һеҙ бер-берегеҙҙе был тормошта күргәнегеҙ бармы?" тип һорайҙар ине бер заман социаль селтәрҙәрҙәге аралашыуҙа. Ә мин "Башланғыс синыф өсөн әҙәбиәт дәреслеген төҙөгәндәр менән урта кластар өсөн китап яҙыусылар бер-берегеҙ менән тап булышаһығыҙмы, осрашаһығыҙмы, аралашаһығыҙмы?" тиер инем. Сөнки тулы анализ яһамайынса, бер генә миҫалға туҡталып киткәндә лә килешеп эшләү булмауы күренеп тора. Мәҫәлән, Фәрзәнә Аҡбулатованың мин яратҡан "Атай икмәге" хикәйәһе бар. Уҡыусыларҙы башланғыс класта икенсе кеше уҡыта ла, мин гелән 5-се кластан алып китә торғайным. Шундай бәхет эләкте - алты йыл элек беренсе кластан башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу дәрестәрен алып бара башланым. Шунда 4-се класта Ф. Аҡбулатованың ошо хикәйәһе булыуын асыҡланым. Уны тулы кимәлдә тиерлек уҡып сыҡтыҡ, булмаған өлөшө менән төп нөсхәнән таныштыҡ, "Юлдаш" каналындағы әҙәби уҡыуҙарҙан да тыңланыҡ. Хатта башҡортса аңламаған ярым урыҫ балалары ла күҙҙәренә йәш төйнәлеп, тыңлап ултырҙы. 5-се класс дәреслегендә шул уҡ хикәйә, шул уҡ күләмдә бирелгән. Ни өсөн дәреслеккә Әнғәм Атнабаевтың матур шиғырҙарын индермәҫкә? Салауат Юлаев, Мостай Кәримгә ҡаршы бер һүҙем дә юҡ, әммә Салауат Юлаев шиғырҙары башланғыс кластан алып 9-сы класҡа тиклем ҡабатлана. Рәми Ғариповтың да, Мостай Кәримдең дә бер үк шиғырҙары бер-ике йыл аша ҡабатлана ла бирелә. Ана шуларҙы юлға һалмай тороп, уҡытыусыны ғына ғәйепләп ҡалдырыу дөрөҫ түгелдер, тием. Балыҡ башынан серей, тигән шикелле, баштан уҡ ҡарап, тикшереп, дөрөҫ итеп эшләү ҙә кәрәктер.
Башҡорт телен уҡытыу буйынса ла һаман аңлашылмаусылыҡтар бар: былтыр беҙгә, башҡорт гимназияһына, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытырға тигән күрһәтмә төшөрҙөләр. Был - аҡылға һыймаҫлыҡ хәл.

Мәктәп мәғарифының беренсе республика форумында уҡытыуҙы биш көнлөккә күсереүҙе барыһы ла хуплап ҡаршы алһа ла, бөгөн уның ниндәй хәүеф тыуҙырыуын, уҡытыусыларҙаң ошо мәсьәлә буйынса борсолоуын беренсе һорауҙа уҡ асыҡланыҡ. Ошо темаға ентекләберәк туҡталып китәйек, булмаһа...

Сәриә Ҡаһарманова:
Мәғариф системаһында эшләүселәр һәм ҡыҙыҡһыныусылар белә: уҡыу программаһына ингән күп предметтар мотлаҡ уҡытылырға тейешле һәм аныҡ билдәле сәғәттәр менән федераль кимәлдә раҫлана. Уларҙы бер нисек тә ҡыҫҡартып булмай. Бынан тыш, башҡорт теле дәрестәрен өҫтәмә уҡытыуға (внеурочкаға) күсереү хәүефе лә янай. Программаны үтәүгә мөмкинлек бирҙек, тиерҙәр. Әммә закон яғынан ҡарағанда, өҫтәмә дәрестәргә бала үҙ теләге менән генә йөрөй. Икенсенән, уҡытыусы өсөн ул ҡәҙимге дәрескә ҡарағанда әҙерәк түләнә. Тимәк, ауырлыҡ һәм көс туған телдәргә төшәсәк. Шуға ла, ата-әсәләр менән ныҡлап эшләргә кәрәк, улар ҙа, балалар ҙа, мәктәп етәкселеге лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡыҫҡартыуға юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Гөлмира Бикбулатова: Съезда ла был мәсьәлә күтәрелер һәм уны хәл итеү буйынса ныҡлы ҡарар ҡабул ителер, тип ышанғы килә. Имеш, уҡытыу предметтары шул килеш ҡала, дәрес оҙайлығы ғына кәметелә, тиҙәр. Әлеге ваҡытта аҙнаһына бер сәғәт менән балаларға башҡорт телен тейешенсә өйрәтеү мөмкин түгел. Беҙҙә, рус мәктәбендә, хәҙер башҡорт телен уҡытыу аҙнаһына бер сәғәткә ҡалды. Шуға күрә бер аҙнала - башҡорт телен, икенсе аҙнала башҡорт әҙәбиәтен уҡытабыҙ, йәғни 0,5 килеп сыға. Бер аҙнала телде уҡыныҡ та, икенсеһендә әҙәбиәт, өсөнсөһөнә тиклем бала нимә уҡығанын онотоп бөтә. Иҫтәренә төшөргәнсе тағын дәрестең байтаҡ ҡына арауығы үтеп китә. Аҙнаһына бер дәрес дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Был бик әҙ. Элек өсәр сәғәт булғанда рәхәтләнеп олимпиадаға ла әҙерләй, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡан балаларға фәнни эштәр яҙырға ярҙам итә инек. Быға тиклем шундай йолабыҙ бар ине - юбиляр яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү. Хәҙер туҡталып ҡалды. Сәхнә аша балаларҙың телмәрен үҫтереп, уларҙа рух тәрбиәләп була. Сәхнәлә сығыш яһап, балалар ҡурҡыуҙы еңергә, тамашасыһына тура ҡарап һөйләргә өйрәнә. Әммә бөгөн күп эштәребеҙ туҡтап тора, сөнки балаларға бер сәғәт эсендә белем биреп өлгөрөп булмай. Дәрес оҙайлығы ҡыҫҡарһа, тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ. Әле лә ҡайһы бер уҡытыусыларҙың дәрестәре бер ставкаға ла тулмай, ҡайһылары эштән китергә мәжбүр булды.

Тәрбиә, шул уҡ ваҡытта телгә һөйөү тәрбиәләү ҙә ғаиләлә һалына, тибеҙ, шул уҡ ваҡытта ата-әсәнең балалар менән шөғөлләнергә ваҡыты юҡ: улар ике-өс эштә эшләй, кем ипотека түләй, кем кредит. Хатта ауыл ерендә лә ваҡыт таба алмайҙар. Олатай-өләсәйҙәр ҙә бушамай. Ә бит балаға бәләкәй ваҡытта ни тиклем күберәк мәғлүмәт бирелә, уға ни тиклем күберәк һеңә, уның нигеҙе шул тиклем ныҡлыраҡ, төплөрәк була. Тимәк, төп ғәйеп ата-әсәлә, олатай-өләсәйҙәрҙә?

Гөлмира Бикбулатова:
Бөгөн балаларҙың ата-әсәләренең үҙҙәрен уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк, тиер инем. Балаға телефон тотторалар ҙа, телевизорҙы асып ҡуялар ҙа - иң мөһиме, иламаһын, тауышланмаһын. Ә бит шул ваҡытта башҡортса йәнһүрәттәр, башҡортса йырҙар, әкиәттәр ҡуйырға ла мөмкин. Ата-әсә балаға тәрбиәне нисек бирә - барыһы ла шунан тора. Беҙ, мәҫәлән, Татарстан сигендә йәшәйбеҙ. Улдарыбыҙҙы рухлы башҡорт итеп тәрбиәләй алдыҡ тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Балаларым саф башҡортса һөйләшә. Бәләкәй саҡтарында миңә килеп русса һүҙ ҡушһалар, уларҙы бөтөнләй "аңламай" йәки "ишетмәй" инем. Башҡортса һүҙ ҡушһалар, шунда уҡ аңлайым да, ишетәм дә. Шулай итеп уларға туған телен оноторға бирмәнек, матур итеп һөйләшергә өйрәнделәр. Бөгөн дә ата-әсәләр балаларын шулай тәрбиәләһен ине. Күп кенә башҡорт милләтенән булғандар татар районына килен булып төшәләрме йәиһә эшкә баралармы, үҙ телдәрен "онотоп" урындағы телдә "сутырҙай" башлайҙар. Бына ошондай күренештәр үҙ телебеҙ яҙмышына кире йоғонто яһай. Күп кенә ошондай башҡорт әсәйҙән башҡа милләт балаһы тыуа ла инде.
Сәриә Ҡаһарманова: Бала өсөн мөхит ҙур роль уйнай. Ауылда ни өсөн балалар барыбер башҡортса һөйләшә, сөнки өйҙә, ғаиләлә улар менән берәү ҙә русса һөйләшеп ултырмай. Мин ауылға ҡайтһам, туғанымдың дүрт йәшлек балаһы, мине русса өйрәт, тип аптырата. Русса берәй һүҙ әйтһәм, йүгереп өйгә инеп китә лә, сығып башҡортсаһын әйтә. Баҡтиһәң, ул элекке кассеталы мультфильмдарҙы ҡуйып ҡарап ала ла, һүҙ иҫенә төшһә, сығып әйтә икән. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеүҙә, баланың теле асылыуҙа йәнһүрәттәр ҙур роль уйнай, йоғонто яһай. Бәләкәстәрҙең бер мәғәнәһе булмаған сит ил йәнһүрәттәрен айырыла алмай ҡарауҙарынан сығып фекер йөрөткәндә, тимәк, башҡорттарға ла шундай кимәлгә етергә тырышырға кәрәк. Бер генә миҫал килтергем килә. "Кем ул рухлы башҡорт?" тигән темаға инша яҙҙырғайным, бер бала үҙенең фекерен яҙып аңлатҡан-аңлатҡан да: "Беҙҙең мәктәптә лә рухлы кешеләр эшләй тип уйлайым, сөнки башҡа фәндәрҙе русса уҡытһалар ҙа, рухлы булған ҡайһы бер уҡытыусылар дәрес араһында башҡортса һүҙ ҡыҫтыралар", - тип яҙған. Уҡытыусының башҡортса һүҙ ҡыҫтырғаны ла бала өсөн ҡыуаныс. Тимәк, уның күңеленә рух бәләкәйҙән, ғаиләлә һалынған.
Гөлмира Бикбулатова: Ысынлап та, башҡортса йәнһүрәттәр күберәк булһын һәм уларҙа тарихыбыҙ ҙа, ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә алымдары, баланың - ололарға, ололарҙың - балаға булған мөнәсәбәте, уларға ҡарата хөрмәте сағылһын ине.
Роза Хөснуллина: Нефтекамала миңә балалар баҡсаһында әкиәттәрҙе сәхнәләштереүселәр килде. Улар башҡорт әкиәттәрен белергә теләй, уларҙың тәржемәләре бармы, тип һорайҙар, таптырып алалар. Рус әкиәттәрен ҡуйып бөткәндәр ҙә, башҡорт әкиәттәрен күтәргеләре килә. Ә бына БДУ-ла математика-физика факультетында башҡорт телен уҡытҡан ваҡытта студенттарға легендалар, "Урал батыр" эпосы, Аҡбуҙат һ.б. тураһында һөйләй башлағайным, "Нишләп башҡорттар "Урал батыр" буйынса триллер төшөрмәй?" тип һорайҙар. Беҙҙең бай фольклор мираҫыбыҙҙы, әкиәт-легендаларыбыҙҙы матур итеп күрһәтергә өйрәнергә кәрәк.

Филология фәндәре кандидаты Вәкил Хажин үҙенең сығыштарында бөгөнгө шарттарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә иғтибар бирергә саҡыра, сөнки грамматиканы уҡыған һәр кем белгес булып китмәй, күптәргә тормошта уның, бәлки, кәрәге лә юҡтыр. Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн нимәләр эшләргә була?

Роза Хөснуллина:
Беҙ грамматиканы төбөнә төшөнөп өйрәнһәк, бөгөнгө балаларға, ысынлап та, фекерләү, телмәрен һәм хәтерен үҫтереү мөһим. Ә инде дөрөҫ яҙыуға килгәндә, башҡорт теле күберәген нисек ишетелә - шулай яҙыла. Шуға был йәһәттән ауырлыҡтар һиҙмәйем. Үҙ эшемдә күргәҙмәлек, образдар, һүрәттәр аша һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм дөйөм текстарҙы иҫендә ҡалдырыу - ошондай методика менән эшләү яғындамын. Һүҙ концепты менән, образға бәйләп, һүҙ яланын булдырып өйрәтһәң, үҙенә күрә менталь карта килеп сыға һәм ул баланың хәтерендә нығыраҡ ҡала, телмәре лә, хәтере лә үҫешә.
Сәриә Ҡаһарманова: Минеңсә, балаларҙан ҡағиҙә ятлатып ултырыу кәрәкмәй, шул уҡ нәмәне икенсе төрлө аңлатырға ла була. Мәҫәлән, уҡытам да, шул ҡағиҙәне хәтерҙәрендә ҡалдырыу өсөн үҙҙәренән үҙ һүҙҙәре менән әйттереп ҡарайым. Үҙ һүҙҙәре менән әйтә алғанда, бер нисә дәрестән һуң ҡабатлап һорағанда ла улар онотмай, хәтерҙәрендә ҡала.
Гөлмира Бикбулатова: Башҡорт теле, туған тел оҡшай икән, бала барыбер һеңдерәсәк, аңлаясаҡ. Һөйләшергә өйрәнһә, ул барыбер ниндәйҙер кимәлдә яҙа беләсәк. Әммә грамматиканы өйрәтергә, халыҡ педагогикаһы алымдарын да ташламаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙҙа мәҡәл-әйтемдәр, аҫыл һүҙҙәр бик күп. Беҙ балаларҙы ошо нигеҙҙә тәрбиәләһәк, улар барыбер белемле һәм рухлы булып үҫәсәк.
Сәриә Ҡаһарманова: Беҙ үҫкәндә әҙәби китаптар бик булманы, әгәр берәй китап килеп сыҡһа, уҡытыусы ишек төбөнә берәүебеҙҙе баҫтырып ҡуя ла, китапты дәрестә ҡысҡырып уҡый торғайныҡ. Әҙәби әҫәрҙәрҙе яҡшы белдек. 4-5-семе класта уҡығанда Әхмәт ағай Сөләймәновҡа открытка яҙып ебәрҙем. Ул уны ҡыҙыл паста менән төҙәткән дә, "адресат выбыл", тип кире һалған. Ҡып-ҡыҙыл ине, шул тиклем ғәрләндем, исмаһам, конвертҡа һалһа булмаймы инде, тип үпкәләнем. Грамматиканы ныҡлап өйрәнеүгә шул этәргес көс булды. Уның тағы бер һабағы: дәрестә эшләһәгеҙ ҙә, өйгә эш бирһәгеҙ ҙә, балаларҙың фекерен, зиһенен бүлгеләйһегеҙ, тигәйне. Мәҫәлән, ниндәйҙер һүҙ төркөмө буйынса 10 һөйләм яҙып килергә ҡуштығыҙ, ә бала тулайым текст буйынса һөйләргә, яҙырға өйрәнергә тейеш, ти. Һеҙ дөйөм картинаны тарҡатаһығыҙ, шундай хата һеҙҙән, мәктәп уҡытыусыларынан башлана, тигәйне. Ысынлап та шулай һәм мин шуны иҫәпкә алып, өйгә эш биргән ваҡытта текст - мини-иншалар яҙҙырам, сөнки бала унда һүҙ төркөмөн дә индерә, уның эше лә үтәлә, һөйләмдәре лә бер-береһенә бәйләнеп килә. Был алым балаларҙы фекерләргә өйрәтә.

Беҙ балаларҙы нисек тә булһа уҡытырға, уйлап ҡараһаң, уларға үҙебеҙ теләгән нәмәләрҙе бирергә ныҡышабыҙ, ә бөгөн уларға нимә кәрәк, уларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра? Шул күҙлектән сығып ҡарағанда, уларҙың ҡыҙыҡһыныуының бер өлөшө булып заманса технологиялар, гаджеттар тора. Ошо мөмкинлектәрҙе башҡорт теле дәрестәрендә баланы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп нисек ҡулланырға?

Гөлмира Бикбулатова:
Гаджеттар тигәндән, мин learningApps онлайн сервисын ҡулланам. Ул сервиста 4-се йыл эшләйем. Кабинет, логин-пароль булдырғанмын һәм 50-гә яҡын эш төрөм бар. Улар һәр бер темаға әҙерләнгән. Дәрестә лә эшләп алалар, өйгә эш итеп тә бирәм. "Интернеттан эҙләмәгеҙ, мин ундағы яуаптарҙы яттан белеп бөткәнмен", - тием. Балаларға ниндәй китаптар ҡулланырға икәненә йүнәлеш бирәм, улар китапханаларҙа мин әйткән китаптарҙы алып, шулай әҙерләнә. Күптәр тиҙ генә интернеттан ҡарап, яуап яҙа ла, ебәрә, миңә электрон почтаға хәбәр килә, шунда уҡ ҡарап, яуап яҙам. Кемдер тырышып, матур итеп, ысынлап та китаптарҙан эҙләнеп эшләй икән, уға киләһе дәрестә сығыш яһарға ҡушам. Был алымды бөгөн һөҙөмтәле тип әйтә алам. Ғилми-ғәмәли конференцияларға әҙерләнгәндә лә шунда уҡ һорауҙарына яуап яҙырға, йүнәлеш бирергә, төҙәтеп ебәрергә мөмкин. Был да балаларға мотивация булып тора.
Роза Хөснуллина: Уҡытыусының шәхси аралашыуы ла мөһим роль уйнай. Мин дәресте алып барам да, урынлы ғына итеп халыҡ йырҙарын йырлайым. "Уралым"ды йырлағанда балалар бөтөнләй иҫтәре китеп, шып-шым ҡалып тыңлай. Шунан уҡытыусының нәфис һүҙе лә балаларҙы ылыҡтыра тиер инем. Ҡайһы берҙә урыҫ балалары башҡортса шиғыр уҡыуымды һорай.
Сәриә Ҡаһарманова: Балаларҙың үҙҙәренә нимә кәрәк, тип кенә уларҙың яйына ҡуйһаҡ, әллә ни алға китеш булмаҫ, сөнки улар интернетты яҡшы беләләр тиһәк тә, кәрәкмәгән нәмәне белә, кәрәккәнен белмәй, шуға контролдә тотоу ҙа, дөрөҫ юлға матур ғына итеп төшөрөп ебәреү ҙә насар түгел. Яңы технологиялар, яңы алымдарға килгәндә, мин балаларға Википедияны дәрестә нисек итеп ҡулланыу серҙәрен асам. Улар мәҡәләләрҙе тулыһынса яҙмаһалар ҙа, Википедияның нимә икәнен белә, кәрәк нәмәләрҙе эҙләп ала, нисек эҙләргә икәнен, хата төҙәтергә белә. Википедияла уларҙың эшләү оҫталығы ла арта, башҡорт телен дә өйрәнәләр, минең өлгөлә сәфәргә сығыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһыналар. Нисек кенә яңы технологиялар тимәһендәр, һәр кем бала күңеленә юлды үҙе таба. Минеңсә, балаларҙы үҙ яйына ҡуйырға ярамай, киреһенсә, уларҙың күңеленә юл табып, ҡайҙалыр маҡтап, ҡайҙалыр хуплап туған телгә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк.

Биш көнлөк уҡыуға күсеүгә ҡабат урап ҡайтһаҡ, буш ҡалған алтынсы көндө ниндәйҙер файҙалы итеп үткәреү мөмкинлеген булдырыу тураһында ла һүҙ бара - түңәрәктәр, сәйәхәттәр һ.б. Был көн башҡорт телен үҫтереү өсөн тағы бер мөмкинлек түгелме, әгәр шуны дөрөҫ итеп ҡуллана белгәндә?

Сәриә Ҡаһарманова:
Был тағы ла финанслау яғынан да һорау тыуҙыра. Мәҫәлән, мин үҙемә бирелгән сәғәттәрҙе биш көн эсендә уҡытып бөттөм, ти. Ни өсөн шәмбе көндө сығып, бер көн бушлай эшләргә тейешбеҙ - шуны аңламайым. Былай ҙа ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләйбеҙ бит. Икенсе яҡтан, гимназия уҡыусыларының барыһының да олатай-өләсәйҙәре ауылда йәшәй, күпселек ата-әсәләрҙең шәмбе - ял көнө, улар ҡойроҡтарын һыртҡа һалып, ауылға һыпыртасаҡ. Шулай уҡ, имеш, ошо программала ҡатнашҡан башҡорт һәм инглиз теле уҡытыусыларының эш хаҡына өҫтәмә буласаҡ икән, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелә. Был тағы ла һорау тыуҙыра, ҡайһы бер мәктәптәрҙә, уларҙың эш хаҡы барыбер арта, тип, дәрестәрҙе ҡыҫҡартыуҙары ла ихтимал. Миҙал ике яҡлы.
Гөлмира Бикбулатова: Балаларҙың һәләтен үҫтереү, сәхнәгә сығарыу, сәхнәләштереү һымаҡ айына бер тапҡыр булһа ла шул шәмбене ҡулланабыҙ икән, уҡытыусының эше лә баһаланырға, финанс мәсьәләһе ҡаралырға тейеш. Сөнки уҡытыусының да ғаиләһе, йорто, хужалығы бар, уҡытыусы ла шул уҡ кеше бит. Шуға был мәсьәләне аҡыллы ғына итеп хәл итергә кәрәк.

Шулай итеп...
"Съездар, конференциялар, йыйылыштар үтә лә китә, әммә унда ҡабул ителгән ҡарарҙар, матур тәҡдимдәр тормошҡа ашырылмай тороп, алға китеш булмаясаҡ. Ошо тәҡдим-фекерҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Сөнки, ҡағиҙә булараҡ, нимә булһа ла башҡорт теле уҡытыусылары ғәйепле булып ҡала, әммә закондарҙы, ҡағиҙәләрҙе, стандарттарҙы етәкселәр ҡабул итә, ә башҡорт теле уҡытыусыларының власть әһелдәренән, депутаттарҙан, ошо съезда ҡатнашҡан власть стуктуралары вәкилдәренән закон сиктәрендә нимәлер талап итергә хоҡуғы юҡмы ни?" - тигән һорауға әңгәмәлә ҡатнашыусы уҡытыусылар бер тауыштан тиерлек түбәндәгесә яуапланы: "Хоҡуҡлы, әлбиттә. Уҡытыусылар, Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге, Обрнадзор, Мәғарифты үҫтереү институты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ата-әсәләр комиссиялары бер булып съезда ҡабул ителгән резолюцияларҙы контролгә алырға тейешбеҙҙер. Беҙ бер төптән булып башҡорт телен яҡлап сыҡһаҡ ҡына булдырабыҙ һәм булдырасаҡбыҙ, һәр хәлдә, ошоно девиз итеп алып, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейешбеҙ".

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 717

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru