Ысынлап та, балаларға бәхет өсөн ниндәй уйынсыҡ кәрәк? "Лего!" - тип ҡысҡырасаҡ минең өлкәндәрем Бәхтейәр менән Баязит бер ауыҙҙан. Шунан уртансыһы: "Хот-вилс! Әсәй, хот-вилс!" - тип тыпырсынасаҡ. "Ааа!" - тип аш бүлмәһе яғына төртөп күрһәтәсәк Байназар. Йәнәһе, шунда индереп, берәй сәғәткә тынғылыҡ бирһәң, әсәй, булыр бәхет, миңә лә, һиңә лә...
Ағастан юнып яһалған уйынсыҡтарҙы, йышылып бөткән һөйәктәрҙе уйнатҡан, йә туҙған кейеҙҙе төрөп, ҡурсаҡ иткән замандар күптән үткән инде. Бөгөн балаларҙы һөйөндөрәйем тиһәң, магазин кәштәһе тулы уйынсыҡ. Ҡайһылары менән нисек уйнарға икәнен үҙебеҙ ҙә аңламайбыҙ кеүек. Шулай ҙа, кәрәкме-кәрәкмәйме, уйынсыҡтарҙы һыпырып һатып алып торабыҙ. Һөҙөмтәлә, балалар бүлмәһе генә түгел, тотош өй уйынсыҡҡа тула, аяҡ аҫтында ята, ҡәҙере китә. Беҙҙең өйҙә лә ике йәшник һәм бер тоҡ уйынсыҡ йыйылып китә ине. Ул ваҡытта улыбыҙ икәү генә һәм улар балалар баҡсаһына йөрөмәгән ваҡыт ине. Билдәле, береһенә уйынсыҡ алһаң, икенсеһенә лә шундайҙы уҡ алырға кәрәк. Ейәндәрен өләсәй-ҡартатайҙары ла һөйөндөрөп тора. Малайҙар иртән тороу менән был байлыҡты түгеп ебәрәләр ҙә, көнө буйы уйынсыҡтар өҫтөнән атлап йөрөйһөң. Машиналарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ, тракторҙың эттергеслеһе, көрәклеһе, арба тулы утынлыһы... Кис булһа, һин йый ҙа мин йый, тип бер-береһе менән эткеләш-төрткөләш башлана. Йәй еткәс, был "автопарк" тулыһынса ишек алдындағы ҡомлоҡҡа күсә лә, көҙ етеүгә, өстән бер өлөшө генә имен-һау өйгә килеп инә.
Ғаиләбеҙҙә тағы бер улыбыҙ тыуыуы беҙҙең күп кенә ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртте. Шул иҫәптән, уйынсыҡтар тураһында ла беҙ хәҙер икенсерәк уйлайбыҙ. Әйткәндәй, фекеребеҙ үҙгәреүгә өлкән улыбыҙ Бәхтейәрҙең беренсе класҡа барыуы ла йоғонто яһаны. Хәҙер беҙ заман мәғарифы менән танышбыҙ. Был көйәҙ системаның талаптары ныҡ юғары булып сыҡты. Малайҙар мәктәпкә төрлө яҡтан әҙер булһын өсөн хәҙер беҙ уйынсыҡтарҙың логиканы һәм ваҡ моториканы үҫтереүсеһен һайлайбыҙ.
Шулай итеп, бөгөнгө тәжрибәмдән сығып, улдарыма иң ҡыҙыҡлы һәм иң кәрәкле уйынсыҡтарҙы барлап сығырға булдым. Беренселекте аш-һыу бүлмәһендәге төрлө һауыт-һаба алып тора. Алты айҙа үҙаллы тороп ултырыу менән өлкәнем төрлө һауыттарҙың ҡапҡастары менән оҙаҡ ваҡыт әүрәп ултыра башланы. Артабан ҡустылары ла был эстафетаны эләктереп алды. Байназар әле лә, ике йәше тулып килеүгә ҡарамаҫтан, минең кәстрүлдәремде, ярма һалынған контейнерҙарымды, банкаларҙы ҙур кинәнес менән асып-ябып уйната. Яңыраҡ спиннер тигән уйынсыҡ таралып китте. Бер нисәүһен юғалтҡандан һуң, улдарым ҡапҡастарҙың тотҡалы яғын иҙәнгә һалып әйләндерһәң, бынамын тигән спиннер килеп сығыуын асыҡланы. Ҡарамаҡҡа бөтәһе лә ябай ғына кеүек, шулай ҙа бәләкәстәр өсөн фантазия, логика үҫтереүсе шәп бер уйын.
Минең исемлектә икенсе урынды китаптар алып тора. О, был “уйынсыҡ” ныҡ шәп! Һөйләшергә өйрәтә, хәрефтәр таныта, кисен әкиәт һөйләтә - ғәҙәттә, өлкәндәр шулай тип һанап китә. Малайҙарҙың фантазияһы иһә сикһеҙ. Китаптарҙан ныҡ шәп гараж килеп сыға, күпер төҙөргә мөмкин, асфальт түшәргә, трасса һалырға ярай, бейек тау эшләп, машиналарҙы трамплиндан ырғытып була, тағы... Ҡыҫҡаһы, мин, өлкән кеше, барыбер бөтәһен дә һанап сыға алмайым, ә балалар кинәнеп уйната.
Малай булғас, машинаһыҙ булмай инде, улар ҙа исемлектән төшөп ҡалмай. Әйткәндәй, малайҙарҙың машинаны боҙоп уйнауы бер ҙә генә лә ҡурҡыныс түгел. Буласаҡ ир кеше тәгәрмәс һүтә, береһенең кузовын һындырып сығарып, икенсеһенә пластилин менән йәбештерә белергә тейеш. Ҡиммәткә пультлы машина һатып алып биреүегеҙҙең икенсе көнөнә ул ватыҡ ята икән, көйәләнмәгеҙ. Улығыҙ үҙйөрөшлө машинаның двигателе нисә цилиндрлы икәнен мотлаҡ белергә тейеш.
Әгәр күҙ нурығыҙҙың берәй сәғәт шым ғына ултырып тороуын теләһәгеҙ, ҡулына лего тоттороғоҙ. Байназар имгәкләп йөрөй башлағас, өлкәндәрем тәүҙә ҡасып лего уйнай ине. Беренсенән, бәләкәсебеҙ ваҡ деталдәрҙе йотоп ҡуймаһын, тип ҡурҡабыҙ. Икенсенән, бәләкәс уларҙы кинәнеп иҙән ярығына төшөрөргә әүәҫләнеп алды. Хәҙер инде Байназар ҙа легоның ҡәҙерен белә, ағайҙары һауытты түгеп ебәреүгә, йүгереп килеп етә, берәй машина эшләгәндәрен сабыр ғына көтөп ултыра ла, тартып та ала. Ғөмүмән, лего ул тотош бер донъя! Бер үк деталдәрҙе төрлөсә ҡороп, машина, самолет, катер, трактор, танк эшләп була. Дуҫтарың менән алмашып була. Коллекция йыйып була. Миңә бер ҡасан да шкафта яңы күлдәк артыҡ булмаған кеүек, малайҙарыма ла бер ҡасан да лего артыҡ булмай.
Лего уйнап, мөкиббән китеп яңы модель машина уйлап, бөкөрәйеп ултырыуҙар оҙаҡҡа һуҙылып китһә, улдарығыҙҙы велосипедҡа атландырып, тышҡа сығарып ебәрегеҙ. Саф һауа, физик әҙерлек - үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Күләүектәр сәсрәтеп, ҡулды рулдән, аяҡтарҙы педалдән ысҡындырып, урамдан бер үтмәһәң, бала саҡ бала саҡ буламы инде ул!
Малайҙар үҫә төшкәс, минең һауыт-һабаларҙы атайҙарының инструменттары алыштыра башланы. Ысын шуруповерт менән ысын шөрөптө ысын таҡтаға бороп ҡуйыу ниндәй ҙур бәхет икәнен берәйегеҙ аңлай микән? Бәләкәстәрегеҙҙең ҡулынан атаһының ҙур сүкешен тартып алырға ла ашыҡмағыҙ. Сүкеш менән теүәл генә сөйгә туҡылдатыу - малайҙарҙың ҡанында. Ә беренсе һелтәүҙә үк шартлатып бармаҡҡа тондороу серен тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына белә.
Ҡалала, йәки ҡала шарттарындағы ауылда йәшәүселәр өсөн өйҙә берәй йән эйәһе тотоу кәрәк. Балалар яратырға, йәлләргә, иркәләргә, хис-тойғоларын белдерергә өйрәнә. Заман балалары планшет һәм смартфон ғына төртөп ултырмаһын, бесәй балаһының да башынан һыйпаһын. Әйткәндәй, гаджеттарға килгәндә, мин оҙаҡ ҡына бирешергә, позицияларҙан сигенергә теләмәнем. Әммә ысынбарлыҡ еңде. Әгәр ҙә мин улдарыма өйҙә рөхсәт итмәйем икән, улар гаджеттар тыйылмаған икенсе бер ергә ылығасаҡ. Шулай булғас, минең контроль аҫтында янымда мультфильм ҡарауҙары отошлораҡ. Етмәһә, мәктәптәге күп кенә олимпиада, конкурстарҙың өлгөләре менән интернет аша танышырға була.
Исемлек төҙөгәндә кешелек ҡағыҙҙан да шәп уйынсыҡ уйлап тапмаған икән, тигән фекергә килдем әле. Балалары бәләкәй булған ғаиләнең өйөндә һәр ваҡыт ҡағыҙ булырға тейеш. Беренсенән, һеҙ уларҙы тиҙ генә үҙҙәренең бүлмәһенә һүрәт төшөрөргә оҙата алаһығыҙ. Был хәйләкәр алымға мине әхирәтем өйрәтте. Өйгә ҡунаҡ килһә, балалар ярһып, шашып китеүсән. Апайыңа машина төшөрөп күрһәт әле, йәки инәйеңә ниндәй һүрәтеңде бүләк итерһең икән, тип әүрәтеү ҡай саҡ һөҙөмтәһен бирә. Икенсенән, һүрәт төшөрөүҙән тыш, ҡағыҙҙан төрлө оригами эшләп була. Бына быныһы инде иң шәп алым - оригамины бала үҙе генә эшләмәй, мотлаҡ өлкәндәрҙең ярҙамы кәрәк. Эштән арып ҡайтҡан һәм ҡайһы мөйөшкә боҫоп ял итергә белмәгән атайҙарын, улдарыңа кәмә эшләп өйрәт, тип ултыртып ҡуйһаң, өйҙә бер ярты сәғәткә тынлыҡ урынлаша. Ҡолаҡ та, баш та тауыштан тынып ҡала. Ғаилә башлығы ла, мәшәҡәттәрҙән арынып, улдары менән аралаша, ял итә.
Шулай итеп, атайҙары менән бергә тырышып-тырмашып ҡар бөртөктәре ҡырҡҡан улдарыма ҡарап, исемлекте йомғаҡлайым һәм иң аҙаҡҡы пунктты теркәп ҡуям. Бәхет өсөн балаларға беҙ, атай һәм әсәй кәрәк!
Гөлсимә ИШТАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА