«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МЕҢЙӘШӘР БАШҠОРТТОҢ МЕҢ ЫРЫУЫНАН БЕҘ
+  - 



Мең ырыуы, табындар кеүек үк, төрлө сығышлы этник берләшмә булып тора. Ғалим-этнолог Р.Ғ. Кузеев классификацияһына ярашлы, улар көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Дим буйы төркөмөнә ҡарай.

Мең башҡорттары XVII - XIX быуаттарҙа Дим йылғаһы үренән уның тамағына тиклем киң бассейнды биләй. Шулай уҡ уларҙың аҫаба ерҙәре Өршәк йылғаһы буйҙарында, Ҡандракүл һәм Асылыкүл араһында, Сәрмәсән йылғаһы үрендә була. Мең ырыуы биләгән аҫаба ерҙәр, башҡа башҡорт ырыуҙарына хас булғанса, кесе ырыуҙар, түбә-аймаҡтар ерҙәренә бүленә, үҫешә барған вағыраҡ ырыу бүлемдәре лә айырым, ниндәйҙер кимәлдә үҙ аллы этник берәмек булып формалаша башлай. Шунлыҡтан XVIII быуатҡа ҡараған документаль сығанаҡтарҙа мең ырыуы составында 17-гә тиклем айырым бүлемдәр күрһәтелгән (П.И. Рычковтың исемлегендә 13 бүлем). Р.Ғ. Кузеев меңдәрҙең барлығы 7 төп ырыу бүлеме булыуын билдәләй: мең, ил-күл-мең (күл-иле-мең), ҡырҡөйлө-мең, ҫыба-мең, меркет-мең, ҡыбау-мең, ҫарылы-мең (һарайлы-мең). Айырым ырыу бүлемдәре йыш ҡына ошо яңы нәҫел линияһын башлаусы ырыу башлыҡтары - кенәздәрҙең исемен элекке атамаға өҫтәү юлы менән хасил була: аҙнай-ил-күл-мең, ҡунҡаҫ-ил-күл-мең, илсекәй-ил-күл-мең. Тора-бара был атамалар ҡыҫҡартыла биреп, аҙнай-мең, дистан-мең, илсекәй-мең, яйыҡсы-мең, тип йөрөтөлә башлай. Ҫарылы-мең (һарайлы-мең) түбәһенә ҡараған башҡорттар XVIII быуат аҙағында документаль сығанаҡтарҙа осрамай, күрәһең, улар башҡа ырыу бүлемдәре составына инеп юғалған. Ошоға тиклем ҫарылы (һарайлы)-меңдәрҙең һуңғы вәкилдәренең Ыҡ йылғаһының түбәнге ағымында, "Минзәлә һәм Итиль йылғаһы араһындағы ерҙәрҙә" йәшәүе хаҡында яҙмалар бар.
XII-XIII быуаттарҙа мең башҡорттарының ата-бабалары төрки-ҡыпсаҡ донъяһының бер өлөшөн тәшкил иткән. XIV быуатта улар ҡатайҙар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Был осорҙа улар көнбайыш Башҡортостандың Ыҡ, Ялан Зәйе, Минзәлә, Сөн йылғалары буйҙарын төйәк иткән. Ҡобау-мең башҡорттарында (ҡатайҙар һәм ҡошсоларҙағы кеүек) әле йәшәгән ерҙәренә Мәләкәс йылғаһы буйынан күсенеп килеүҙәре хаҡында риүәйәт бар. Ҡобауҙарҙың мәләкәс-ҡобау тип аталған түбәһе лә билдәле. Күл-мең башҡорттарында Ҡунҡаҫ һәм Иштәкә исемле аҡһаҡалдары етәкселегендә Ыҡ буйҙарынан Дим үҙәненә килеүҙәре хаҡында ла хәтирәләр йәшәй.
Мең ырыуы боронғо төрки халыҡтары мөхитендә (VI - VIII быуаттар), Саян-Алтай төбәгендә хасил була, уның формалашыуында уғыҙ-ҡыпсаҡ факторының көслө йоғонтоһо тойола. Заманында мең атамаһы аҫтында билдәле булған ҡәүем вәкилдәре урта быуаттарҙа Дәште Ҡыпсаҡ дәүләтендә, Мавераннахрҙа юғары дәрәжәләргә эйә була, төрки халыҡтары сәйәсәтендә ҙур роль уйнай. Улар Тимуридтар дәүләте эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнаша, ә XVIII - XIX быуаттарҙа Коканд ханлығында хакимлыҡ итеүсе династияға мең ҡәбиләһенең күренекле шәхестәре нигеҙ һала. XVII быуатта йәшәгән Хива хакимы, тарихсы Әбүл Ғази Баһадур-хан үҙе төҙөгән легендар генеалогияға Мең исемен дә индергән: "Бәғзе берәүҙәр Яфетты бәйғәмбәр, тип әйтә, башҡалары быны инҡар итә. Яфет, атаһының бойороғо буйынса, Джуди тауынан төшөп, Итиль һәм Яйыҡ йылғалары ярҙарына барып етә, унда 250 йыл йәшәп, вафат була. Уның 8 улы була, уларҙан күп һанлы нәҫел ҡала. Улдарының исемдәре ошолай: Төрк, Хазар, Саклаб, Рус, Мең, Чин, Кимар, Тарх".
Мең ырыуының боронғо тарихы менән бәйле риүәйәттәрҙә үҙҙәренең ата-бабаларының Монголия, Алтай тарафтарында йәшәүе, Төклө-ата, Сәсле-ата, Ҡорсоба-ата исемле батыр заттарҙың данлы эштәре, оло яуҙар ҡубып, яңы ерҙәргә күсеп китеүҙәре хаҡында һөйләнелә. XIX быуатта ғалим Сәғит Мирасов тарафынан табылған шәжәрәлә меңдәр нәҫеле һун ханы Баламирға (IV быуат) барып тоташыуы хаҡында мәғлүмәт теркәлгән.
Мең ырыуы атамаһының килеп сығышын, "Ҡисса-и Сыңғыҙ хан" дастанына һылтанып, ырыу башы Урҙас бейҙең "Мең һаҙаҡлы" тигән ҡушаматы булыуы менән аңлаталар. Сыңғыҙ хан Урҙас бейгә бына ниҙәр әйткән, имеш: "Эй, Мең һаҙаҡлы Урҙас бей! Үтә бай булып, үҙең менән мең яугир алып сыға алғанға шулай тигәндәр, ағасың һинең ҡайын, ҡошоң - ҡарсыға, ораның - "Алаҫ!" булһын!"
Мең башы Урҙас бейҙең икенсе исеме Санаҡлы булып, уның Мавераннахрҙа Сығатай династияһы хандарынан һуң (XIV быуат урталарында) ханлыҡ ҡылыуы хаҡында мең шәжәрәләренең береһендә әйтелә. Һуңынан меңдәр Аҡһаҡ Тимер дәүләте алып барған яуҙарҙа ҡатнаша, уларҙың бер өлөшө Туҡтамыш хан яғына сыға. Күрәһең, тап ошо даулы заманда мең ырыуына ҡараған төркөмдәр Һырдаръя буйҙарынан Урал тарафтарына йүнәлә. Мең этнонимы шулай уҡ нуғай, ҡырғыҙ һәм үзбәк халыҡтарында ла осрай. Нуғайҙарҙың "мынь-куьп", ҡырғыҙҙарҙың джедигер ҡәбиләһендә "мең- ҡытай" тип аталған этник төркөмдәр булған. Үзбәк тарихында меңдәр "хитай" исемле икенсе бер ҡәбилә менән иң һуғышсан ҡәүемдәр рәүешендә билдәле була. XVII быуатта Сәмәрҡәндтән көньяҡ-көнбайыштараҡ мең исемле үзбәк ҡәбиләһе йәшәүе хаҡында документаль сығанаҡтар бар. Тарихсы В.В. Радлов мең ырыуынан сыҡҡан Коканд хандары булыуына иғтибар итә.
Хива хакимы Әбүл Ғази яҙыуынса, Үзбәк хан үҙ халҡын, илдә тыныслыҡ урынлаштырыу, ыҙғыш-талаш булдырмау маҡсатында 4 төркөмгә бүлә. Меңдәр уйғырҙар менән бер төркөмгә эләгә. Һуңынан уның улы Дженибек хан Санклы-Син исемле уйғырҙы Ургенч, Балхан һәм Манғышлак тарафтарындағы баш бирмәҫ төркмәндәргә ҡаршы ебәрә. Бында һүҙ меңдәрҙең Санаклы, халыҡта Мең һаҙаҡлы Урҙас бей, тип аталған ырыу башлығы хаҡында бара. Мең ырыуының монгол сығышлы булыуы ихтималлығы хаҡында ла ғилми ҡараштар бар. Г.Н.Потанин монголдарҙың мынг, һуңғараҡ мингат, тип аталған этник төркөмөнөң башҡорт меңдәренә нәҫелдәш булыу мөмкинлеген инҡар итмәй. Хәҙерге заманда Монголияның Кобдосс аймағында йәшәүсе мингаттар ойрат теле диалектында һөйләшә. Әммә был осраҡта, урта быуаттарҙа төрки-монгол бәйләнештәренең бик яҡын булыуын иҫәпкә алғанда, бер ҡәүемдең этнонимы икенсе бер халыҡ теленә үтеп инеп, оҡшаш этник атамалар барлыҡҡа килеүе лә ысынбарлыҡҡа тап килергә мөмкин. Меңдәрҙең Урта Азия уғыҙҙары араһына үтеп инеүе монгол экспансияһынан күп быуаттарға алдараҡ башлана. Мәҫәлән, Һырдарья уғыҙҙары менән тығыҙ аралашып йәшәгән Нуратин төркмәндәре фольклорында көнбайыш тарафтарға күсеп киткән уғыҙ ҡәбиләләре башлыҡтары Аҡман менән Ҡарамандың уларҙы үҙҙәре менән китергә саҡырыуы хаҡында бәйән ителә. Шул уҡ Аҡман һәм Ҡараман мең мөхитендә тыуған риүәйәттәрҙә йыш телгә алына.
Ил-күл-мең атамаһындағы күл ҡушылмаһы Урта Азия төркиҙәренең этник атамаларында йыш осрай. Төркмәндәрҙең йомуд һәм эрсари ырыуҙарында куль аймағы бар, шундай уҡ атамалы нәҫел линиялары үзбәк, ҡаҙаҡ, тыва, хакас халыҡтарында ла киң таралған.
Меңдәрҙең ҫыба һәм ҡыбау (ҡобау) бүлемдәре шулай уҡ Урта Азия төркиҙәре менән бәйле. Ҡаҙаҡтарҙың ҡыҙылҡорт ырыуында суба, саба этнонимдары бар, ә ҡырғыҙҙарҙың черик ырыуы составында куба аймағы теркәлгән. Куба тамырлы топонимдар һәм гидронимдар Алтайҙан Кавказғаса осрай.
Ҡырҡөйлө-мең, меркет-мең ырыу бүлемдәре сығышы менән меңдәрҙең төп нәҫеленә ҡарамай. Уларҙың тамғалары ла меңдәрҙең төп тамғаларынан айырылып тора. Ҡырҡ һүҙе ингән этнонимдар Зәрәвшан үзбәктәрендә, ҡырғыҙҙарҙың саруу ҡәбиләһенә ҡараған кырк уул атамаһында, төркмәндәрҙең кыркуйле ырыуында, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙың сары-уйсундары составында, ҡараҡалпаҡтарҙа, нуғайҙарҙа осрай. Ҡайһы бер ғалимдар был этник төркөмдөң ҡасандыр Урта Азияла ҙур урын биләгән усунь дәүләте составында формалашыуын фаразлай. Бында ҡырҡтарҙың ҡатайҙар менән тығыҙ бәйләнештә булыуы ла күҙгә салынып тора. Ҡараҡалпаҡтарҙың ҡырҡ аймағы ҡатай ҡәбиләһенә ҡарай. Ҡырҡөйлө мең ырыуының балға тамғаһы ҡатай тибындағы тамға булып тора. Ҡырғыҙҙарҙың кырк уул ырыуының тамғаһы ла балға тип аталып, ҡырҡөйлө меңдәрҙекенә бермә-бер тап килеп тора - ә уларҙың бөгөнгө төйәктәрен меңәр саҡырым алыҫлыҡ айырып тора. Тимәк, төрлө халыҡтарға ҡараған ошо боронғо ырыу вариҫтарының ҡасандыр ҡара-ҡатай (ҡытай) һәм дулат-табын- усунь этник берләшмәләре составында көн иткән уртаҡ ата-бабалары булған.
Ә меркет-мең башҡорттарының килеп сығышы монголдар менән бәйле булыуына шик юҡ. Рәшид ад-дин (XIII - XIVбб.) меркеттәрҙе монгол исеме аҫтында дан ҡаҙанған халыҡтар иҫәбенә индерә. Төркмән-салорҙарҙың кыркуйле һәм миркит ырыуҙары бер этник берләшмәгә ҡарай. Меркеттәр нуғай, ҡырғыҙ, үзбәк халыҡтары составында ла бар. XIV быуатта меркеттәр Аҡһаҡ Тимер ғәскәрендә хеҙмәт итә. Алтайҙар, телеуттар араһында ла меркет атамалы төркөмдәр була. Монголдарҙың Чжарух тигән өлкәһендә XVII-XVIII быуаттарҙа йәшәгән миркит (моркит) исемле ҡәбилә теркәлгән. Ҡырымда Миркит, Ҡара Меркит, тип аталған географик атамалар бар. Меркеттәр оҙаҡ йылдар дауамында Сыңғыҙ ханға ҡаршы көрәш алып бара. 1201 йылда улар Чжамуха етәкселегендә Сыңғыҙ хан ғәскәре менән яуға сыға, әммә еңелеүгә дусар була. Меркеттәрҙең бер өлөшө Алтай тауҙары тарафтарына китеп, унда йәшәүсе ҡәүемдәргә ҡушыла, ҡалғандары монголдар ҡыҫымы аҫтында Арал буйҙарына, Көнбайыш Ҡаҙағстан далаларына барып сыға, шул тарафтарҙа монголдарҙан ахырынаса тар-мар ителеп, таралып бөтә. Шул дәүерҙә меркеттәр наймандар менән союздаш булып, монголдарға ҡаршылыҡ күрһәтә. Меркет мең башҡорттарының тамғалары найман-ҡатай тамғалары менән бер иш.
XIII быуатта, монголдарҙың көнбайыш походтары башланыу менән, мең ҡәбиләһе лә, ошо тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашып, Саян-Алтай төбәген ҡалдырып, яулап алынған яңы ерҙәргә күсә башлай. Фарсы тарихсыһы Мәхмүт ибн Вәлиҙең (XVII б.) ошо дәүер менән бәйле яҙмаларында меңдәр тураһында ла мәғлүмәт бар. Батый хан, үҙенең кесе туғаны Туҡай-Тимерҙең хеҙмәттәрен баһалап, уның ҡарамағына "каучиндар" (монгол ғәскәренең привилегиялы өлөшө) иҫәбенән булған мең, тархан, ушун, ойрат ҡәбиләләрен тапшыра.
Меңдәр шибанидтар тарихсыһы Үтәмеш хажиҙың (XVI б.) "Сыңғыҙнамә" китабында ла телгә алына. 1312 йылда Тоҡта хан вафат булғас, Алтын Урҙа тәхетен "ҡара кешеләрҙән" булған Баджир Тоҡ-Буға биләй, ул хәйлә менән хандың энеһе Үзбәкте үлтерергә уйлай. Үзбәкте уның арҡадаштары Исатай Кият менән Алатай Сиджут ҡотҡара. Тоғролоҡтарын юғары баһалап, Үзбәк хан уларға айырым олоҫтар бүләк итә, Алатайға шөһрәтле мең ҡәбиләһе йәшәгән ил бирелә. Аҡһаҡ Тимерҙең ваҡ олоҫтарға бүлгеләнгән Алтын Урҙа дәүләтен берләштереү һәм үҙәкләштереү маҡсатында башлаған яуҙары барышында меңдәр йәшәгән Сығатай олоҫо ла үҙенең үҙаллылығын юғалта. Күрәһең, Сығатайҙың һуңғы номиналь ханы Ҡабул шах ваҡытында (1364-1365) Санаҡлы Урҙас бей һәм уның улдары, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, Башҡорт ерендә үҙенә яңы төйәк таба. Алтын Урҙа дәүләте тарҡалғандан һуң, XVI быуат аҙаҡтарынаса, мең ырыуы Нуғай Урҙаһы составында ҡала. Мең ырыуы башҡорт илендә лә абруйлы ҡәүемгә әүерелә, сөнки меңдәрҙең чингизидтар һәм тимуридтар осорондағы дан-шөһрәте дала халыҡтарына күптән билдәле була. Бәлки, шундай хөрмәткә лайыҡ булғанғалыр, мең ырыуы ул замандағы Башҡорт иленең иң затлы ерҙәрен биләп, башҡа башҡорт ырыуҙары менән бер ниндәй бәхәс-дәғүәһеҙ йәшәп китә. Тарихсы Ә.Н. Усманов был турала ошолай яҙа: "Мең башҡорттары ерҙәре күсеп йөрөп мал аҫраусы халыҡтар өсөн һирәк осрай торған бай һәм уңайлы тәбиғәт шарттары менән айырылып тора. Бында йәйрәп ятҡан һутлы үләнле далалар урман массивтары менән аралаш. Ағиҙел, Өфө, Дим, Өршәк йылғалары үҙәндәренең киң туғайҙары бик шәп көтөүлектәрҙе хасил итә. Тулы һыулы дала йылғалары һәм күлдәре мал һуғарыу өсөн дә бик уңайлы, улар балыҡҡа һәм ҡош-ҡортҡа ла бай. Дим буйы урмандарында ҡырағай бал ҡорттары, затлы тиреле йәнлектәр ҙә ифрат күп. Меңдәр биләгән территория йәйләү өсөн дә, ҡышлау өсөн дә уңайлы. Ҡыштарын ҡар ҙа сағыштырмаса ҡалын ятмай, яҙҙарын, Башҡортостандың башҡа райондарына ҡарағанда, ер ҙә ҡарҙан иртәрәк асыла".
Мең ырыуы башҡорттары нигеҙләгән ауылдар хәҙерге Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондарында урынлашҡан. Татарстандың Сарман һәм Туҡай райондарында ла ҫарылы-мең ырыуы вариҫтары йәшәй, әммә улар совет осоронда билдәле сәбәптәр арҡаһында ассимиляцияға дусар булған.
Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған этногенетик тикшеренеүҙәр мең башҡорттарының ирҙәр линияһы буйынса төрлө сығышлы булыуын күрһәтә. Уларҙың составында N1c1M178 гаплотөркөмөнә ҡарағандар байтаҡ. Был генетик төркөм рустар, фин-уғыр (удмурт, мари, хант, манси, венгр) халыҡтарында, яҡуттарҙа йыш осрай. Ғалимдар фаразлауынса, ошо төркөмгә ҡараған кешеләрҙең боронғо ата-бабалары бер нисә мең йылдар элегерәк хәҙерге Ҡытай территорияһынан Төньяҡ Евразия һәм Төньяҡ Европасаға таралып китеп, бик күп халыҡтарҙың генофондын хасил итеүҙә ҡатнашҡан. Шулай уҡ меңдәрҙең байтағы (30%) R1a1-M198 гаплотөркөмөнә ҡарай. Был төркөмгә ҡарағандар Азияның көньяҡ райондарында, Үҙәк һәм Көнсығыш Европала йәшәүсе халыҡтар составында осрай. Меңдәр генетикаһының өсөнсө гаплотөркөмө - C3-M130 (12%). Ошо төркөмдөң C3-F4002 субклады Төньяҡ Ҡытайҙа, Урта Азияла, Ҡаҙағстанда, Монголияла осрай, ул меңдәрҙең бер өлөшөндә табылды. Тимәк, мең ырыуының сығышында монгол этносына туғандаш булған этник төркөм ҡатнашыуы ысынбарлыҡҡа тап килә.
Мең башҡорттары дөйөм башҡорт тарихында ҙур урын биләй. Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бей башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыуы айҡанлы телгә алына. XVII - XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарында улар бик әүҙем ҡатнаша. Ҡырҡөйлө-мең олоҫо старшинаһы, тархан Әлибай Мырҙағолов, Өршәк-мең олоҫо старшинаһы Ибраһим Мерәҫов, Илекәй-мең олоҫо старшинаһы Илсеғол Таймаҫов, Бәғәнәш-мең олоҫо старшинаһы Рахманғол Яҡупов, Күл-ил-мең олоҫо сотнигы Буҙан Смаков, Ҫыбы-мең олоҫонан старшина ярҙамсыһы Тура Ишалин 1773-1774 йылдарҙа мең башҡорттарын ихтилалға күтәреүсе етәкселәр була. Шулай уҡ мең ырыуынан сыҡҡан яугирҙар 1812 - 1814 йылғы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша, улар араһында батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнеүселәр ҙә була.
Мең еренең иң данлы шәхестәренең береһе - арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла. Башҡорт милли автономияһы өсөн барған көрәштә Үҙрәкбаш ауылында тыуып үҫеп, хәрби хеҙмәттә генерал-лейтенант дәрәжәһен алған Хажи-Әхмәт Ишбулатов та ҡатнаша, ул 1918 йылда Комуч Халыҡ армияһының Башҡорт корпусы командиры була. 1922 йылда Кесе Башҡортостанға Өфө, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәрен, Златоуст өйәҙенең бер өлөшөн ҡушып, Оло Башҡортостан төҙөүҙә лә мең башҡорттарының талаптары иҫәпкә алына, сөнки улар ошо талапты 1921 йылда уҡ БАССР Советтарының II съезы адресына тапшыра. Мең башҡорттары дипломат Кәрим Хәкимов, күренекле дин эшмәкәре, ахун Абыҙгилдин Йыһангир, шағир Төхвәт Йәнәби, яҙыусы Әхиәр Хәкимов, ғалим, шағир Рәшит Шәкүр, халыҡ артисы Ғәзим Туҡаев, РФА академигы Альберт Ғәлиев, философия фәндәре докторы, академик Фәнил Фәйзуллин, БР ФА академигы Әнәс Мәхмүтов, дәүләт эшмәкәре Илдар Ғимаев һәм башҡа билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, арҙаҡлы зыялылары, эшһөйәр ырыуҙаштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.19 | Ҡаралған: 775

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru