Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Илдар ШАКИРОВ, "Йатаған" этно-төркөмө етәксеһе: Башҡорт халҡының милли музыка мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуы юғалыуы бөгөнгө көндә иң актуаль проблемаларҙың береһе, минеңсә. Ҡыҙғанысҡа күрә, йәш быуын күберәк Көнбайыш мәҙәниәтенә тартыла, бигерәк тә башҡортса йырлаған замандаштарға ҡағыла был. Мәсьәләнең төбөнә төшөнә башлаһаң, әле 19-сы быуатта уҡ Сергей Рыбаков, Ғайса Йәнекәев, Руф Игнатьев кеүек билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм крайҙы өйрәнеүселәр был турала үҙ хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Шул осорҙа ла ололар йәштәрҙең башҡорт халҡына хас булмаған йырҙар башҡарыуы тураһында һуҡранып һөйләгән. Радио һәм телевидение юҡта, беҙҙең төбәктә донъя мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт булмаған заманда ла шундай проблема килеп тыуған икән, бөгөнгөбөҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайһы бер замандаш йырсыларҙың ижадында бөтөнләй башҡорт халҡының милли үҙенсәлеге юҡ. Йыр башҡорт телендә булыу менәнме ни, телебеҙҙең күп ҡырлылығы, матурлығы, шиғриәтлеге, башҡорт халҡының фәлсәфәһе сағылыш тапмағас.
Заманса йырҙарға рухи орлоҡ һалынмаған икән, был йәмғиәтебеҙҙең ҙур бәләһе. Йырҙарының мәғәнәһе булмаған сит ил башҡарыусыларынан үрнәк алыу һөҙөмтәһендә йәштәрҙең донъяға ҡарашы, ата-әсәләренә мөнәсәбәте, әхлағы һәм тәрбиәһе үҙгәрә. Иң асындырғаны шул: бәләкәй балаларыбыҙ ҙа ошоно йәш атай-әсәйҙәре менән бергә аңына һеңдереп үҫә. Әгәр ҙә элек балалар халыҡтың бөтә рухи ҡиммәттәрен йыр-моңо һәм көнкүреше аша һеңдереп үҫһә, бөгөн балаларҙың "уҡытыу әсбаптары" еңел-елпе йырҙар, күңел асыуға ҡоролған тапшырыуҙар. Был беҙ бара торған юл түгел, сөнки ул милләтте бәйелһеҙлеккә, әхлаҡһыҙлыҡҡа алып килә һәм шуға бөгөн ғаиләләр тарҡалыу осраҡтары артыуын күҙәтәбеҙ ҙә инде.
Башҡорт халыҡ йырҙарын, моңдарын заман тыңлаусыһына нисек еткерергә һәм модалы итергә? Беҙ, "Йатаған" этно-төркөмө, нисәмә йылдар ошо һорауға яуап эҙләйбеҙ, әммә аныҡ ҡына яуап тапҡаныбыҙ юҡ. Шуға ла иңебеҙҙә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һаҡлау бурысы ятыуын аңлайбыҙ. Быны башҡа ижадташтар: эстрада йырсылары, музыкаль төркөмдәр ҙә төшөнөргә тейеш. Унан инде, милләттәштәр үҙҙәре лә, балаларын да халыҡ мәҙәниәтенә, йыр-моңона, ауыҙ-тел ижадына ылыҡтырырға тейеш. Сөнки уларҙа һабаҡ алырлыҡ тәрән мәғәнә һалынған. Әлбиттә, былай тип әйтеүе генә еңел. Мәғлүмәт күп заманда йәшәгән кешегә боронғо, "иҫке" йырҙар, көйҙәр хуш килһен өсөн уның милли үҙаңы булырға тейеш. Кеше был донъяның яҡшылыҡтарын, байлыҡтарын татыр өсөн генә килмәгән, һәр беребеҙҙең тәҡдире бар. Ата-бабалары быуаттар аша телдән-телгә күсереп һаҡлап килгән рухи ҡиммәттәр сылбырын үҙ быуынында өҙөп ҡалдырмау башҡорттоң тәҡдиренә яҙылған, тип иҫәпләргә кәрәк.
Үҙең ниндәй милләт кешеһе булыуыңды яҡшы белһәң, шунан милли үҙаң менән бергә рухиәт тә ҡайтыр. Үҙ асылына ҡайтҡан атай-әсәй балаһына ниндәй йәнһүрәттәр күрһәтергә, ниндәй йырҙар тыңларға, ниндәй телдә һөйләшергә, ниндәй тәрбиә бирергә кәрәкле булыуын үҙе лә яҡшы беләсәк. Шулай ҙа, бөгөн халыҡ көйҙәренә заманса "тышлыҡ" кейҙермәйенсә, тыңлаусыға "ҡаптырып" булмай. 2017 йылда сығарған "Ерем ауазы" йыйынтығын сығарғанда беҙ ошоно хәтеребеҙҙә тотоп эшләргә тырыштыҡ, халыҡ ижадыбыҙҙы яҡшы ҡабул иткәйне. Беҙ кешеләр күңелендә үҙ милли асылына тап килгән йыр-моңға тартылыу барлығын тойҙоҡ. Белеүебеҙсә, ағастың тамыры ныҡлы булғанда ғына ул үҫә һәм сәскә ата. Милләттәштәр ошо хаҡта иҫтәрендә тотһон һәм үҙҙәре лә, киләсәк быуындары ла туған башҡорт мәҙәниәтебеҙҙе һөйөп ҡабул итһен, тип теләгем килә. Сөнки быуаттар аша телдән-телгә күсеп килгән башҡорт халҡының йыр-моңо имен киләсәгебеҙ нигеҙе ул.
Әйткәндәй, "Йатаған" этно-төркөмө Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһына тәҡдим ителде.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА