Нисә йәш һиңә, Башҡортостан?
Ни өсөн ошондай һорау бирҙем һуң әле? Сөнки гәзит-журналдарҙа ла, йәнәһе, "Башҡортостанға 100 йыл" тиҙәр ҙә хәбәр һөйләйҙәр. Әммә ләкин Башҡортостанға түгел, ә Башҡортостан Республикаһына йәки, ҡыҫҡараҡ әйтергә кәрәк икән, республикабыҙға 100 йыл, тип һөйләргә һәм яҙырға тейешбеҙ. Ә Башҡортостан улай уҡ 100 йыллыҡ ҡына ил түгел дә баһа. Боронғо яҙмаларҙа ул бынан мең йыл элек үк Башҡорт иле булараҡ телгә алына. Рәсәйгә ҡушылғас, Башҡортостан урыҫ телендәге документтарҙа Башкирия, һирәкләп Башкирь, Башкирская орда тип теркәлә.
Бер нисә миҫал килтереп үтәйем. Яңыраҡ бөйөк А.С. Пушкиндың "Пугачев тарихы" һәм "Капитан ҡыҙы" әҫәрҙәрен яңынан уҡып сыҡтым. "Пугачев тарихы" әҫәренән ошондай һүҙҙәрҙе килтереп үткем килә: "Вся Башкирия восстала, и бедствие разгорелось с вящей силою". Иғтибар итегеҙ: Башкирия ғына түгел, ә "вся Башкирия" тигән шағир. Ғөмүмән, А.С. Пушкин был тарихи әҫәрендә Башкирия атамаһын ете тапҡыр телгә ала.
Йәиһә бына "Материалы по истории Башкирской АССР" тигән күп томлы документтар йыйынтығының бер генә томын асып ҡараһағыҙ ҙа, уҙған быуаттарҙа урыҫ телендәге рәсми һәм ҡулъяҙма сығанаҡтарҙа Башкирия атамаһын йөҙҙәрсә тапҡыр осратырһығыҙ.
Хөрмәтле журналистар, мөхәррирҙәр! Башҡортостанға, Башҡорт иленә йөҙ генә түгел, ә кәмендә мең йыл икәнен бер-берегеҙгә әйтә йөрөһәгеҙ, бик урынлы булыр ине. Эйе, дөрөҫ яҙайыҡ һәм дөрөҫ һөйләйек: Башҡортостан Республикаһына, республикабыҙға 100 йыл тулды быйыл.
Хәреф үҙ урынындамы?
Был мәсьәлә миңә күптән инде тынғы бирмәй. 1990 йылдар аҙағында, мәҫәлән, урыҫ телендә бер томлыҡ ҡыҫҡаса "Башҡортостан" энциклопедияһы донъяға сыҡҡас, уның башҡортса баҫмаһын әҙерләү эшенә тотоноп киттек. Шул ваҡытта, бына ғәжәп, энциклопедиялағы А хәрефенән башланған мәҡәләләрҙең күбеһен томдың баш өлөшөнән иң аҙаҡҡы тип әйтерлек Ә хәрефенә күсерергә тура килде. Сөнки беҙҙең алфавитта а менән ә, Саҡ менән Суҡ кеүек, береһе алда, икенсеһе бөтөнләй тиерлек аҙаҡта тора. Ә инде, билдәле булыуынса, башҡорт телендәге ә менән башланған һүҙҙәр, исем-фамилиялар, атамалар урыҫ телендә а хәрефе аша әйтеп һәм яҙып йөрөтөлә. Мәҫәлән: Әй - Ай, әйле - айле, әйтеш - айтыш, Әбүбәкер - Абубакир, Әбйәлил районы - Абзелиловский район, Әлшәй районы - Альшеевский район, Әлмөхәмәтов - Альмухаметов, Әсфәндийәров - Асфандияров һ.б. Әгәр ҙә а менән ә, о-ө, у-ү, ы-и һымаҡ, береһе - ҡалын, икенсеһе нәҙек әйтелешле һуҙынҡылар булараҡ, алфавитта йәнәш торһа, энциклопедияны төҙөүселәргә алда әйтеп үткән мәшәҡәткә тарырға тура килмәҫ ине. Хәйер, ул ғынамы ни? Бына ете томлы "Башҡорт энциклопедияһы"ның башҡорт телендәге I томы А хәрефе менән асыла, Ә хәрефенә башланған һүҙҙәр иһә иң аҙаҡҡы, VII томға тура килгән. Былар бөтәһе лә - ошо а-ә хәрефтәренең алфавитта, йәнәш торорға тейеш булһалар ҙа, әлеге Саҡ менән Суҡ хәлендә тороп ҡалыуында.
Алфавитта а-ә хәрефтәрен йәнәш урынлаштырайыҡ, тип телселәргә әйткәнем дә бар, әммә әлегә бер кем дә ҡолағына элгәне юҡ. Ә шулай ҙа боҙ урынынан ҡуҙғалды булһа кәрәк. Бына, мәҫәлән, 2016 йылда Мәскәүҙең "Наука" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "Башкиры" тигән монографияның (яуаплы мөхәррирҙәре Р.Ғ. Кузеев, Е.С. Данилко) 128-се битендә "Башҡорт алфавиты ниндәй тәртиптә бирелгән: Аа, Әә, Бб, Вв, Гг, Ғғ һ.б. Афарин тип әйтергә генә ҡала.
Телдә һәр һүҙ, хатта һәр хәреф үҙ урынында булырға тейеш. Башҡорт теленә арналған хеҙмәттәрҙең авторҙары был тәҡдимгә иғтибар итһендәр ине.
Тел нескәлек талап итә
Яңыраҡ бер гәзиттә "Красноусол" шифаханаһы тураһындағы мәҡәләне бик ҡыҙыҡһынып уҡып ултырҙым да, иң аҙаҡта бер фото аҫтындағы "Һамрау" SPA үҙәге" тигән тексты күреп, йығылып китә яҙҙым. Нисек инде "Һамрау" булһын, ти, ундағы алтаҡтала ла "Самрау" тип дөрөҫ яҙылған да баһа! "Самауыр"ҙы "һамауыр" тип әйткән һымаҡ килеп сыға түгелме һуң? "Урал батыр" эпосын белгән башҡорт журналисы бындай хатаға юл ҡуйырға тейеш түгел ине.
"Тейеш түгел", тинем дә ул, ләкин телгә, һүҙгә иғтибарһыҙлыҡ әленән-әле осрап тора шул. Шуға күрә, әгәр ҙә бер-беребеҙҙең хатаһын ваҡытында күреп, үпкәләшмәйенсә генә үҙебеҙҙең фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып торһаҡ, тик файҙаға ғына булыр һымаҡ. Бына, мәҫәлән, "Киске Өфө"лә (№44, 2019) "Эш юҡ түгел, халыҡ ялҡаулана бара" тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле ул "юҡ түгел" тигән һүҙ? Беҙ бит бындай осраҡта элек-электән "бар" тип кенә әйтә торғайныҡ. Әлеге мәҡәләнең авторы ла "Эш бар ҙа ул, халыҡ ялҡаулана бара" тип яҙһа, нәйәт булыр ине түгелме икән?
Гәзит мәҡәләләренең береһендә "аманати һүҙҙәр" тигәнде күреп, шулай уҡ аптырауға ҡалдым. Ә бит автор "аманат булырҙай һүҙҙәр" тип яҙһа, әҙәм рәтлерәк булыр ине. Фольклорсылар "хөрәфәтле әкиәттәр" тигәнде "хөрәфәти әкиәттәр" тип индереп ебәрҙеләр ҙә ул, ләкин "аманати" тигән һүҙ инеп китерме телебеҙгә, әйтә алмайым - бигерәк сәйер яңғырай.
Фольклорсылар тигәндән, уларҙың ҡайһы берҙәренә Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып ҡайтыу бәхете тейҙе. Ләкин нишләптер шул ғилми учреждениены телгә алғанда, "бөтә" һүҙен өҫтәп, "Бөтә донъя әҙәбиәте институты" тип яҙа башланылар. "Бөтә (бөтөн) донъя" тигәс, "всемирный" булып сыға түгелме һуң. Ә ул - Институт мировой литературы, всемирной түгел.
Телдә бик йыш ҡулланылған, шуның өсөн дә бик иғтибарлы булыуҙы талап иткән һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, "аяҙытҡанда" тигән һүҙ телевидение аша көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатлана. Ә бына ҡайһы бер дикторҙар уны, боҙоп, "аяҙайытҡанда" ти ҙә торалар. Иртәнге "Сәләм" программаһын алып барыусылар ҙа көн һайын тиерлек "Әйҙәгеҙ фото төшәйек" тип һөйләйҙәр. Фото төшмәйҙәр, ә фотоға төшәләр!
"Беҙҙең районда буш ултырған иҫке йорттарҙың күплеген билдәләп үткем килә", - тип яҙа бер автор. Ә бит "күплеген" урынына "күп булыуын" тип яҙһа, дөрөҫөрәк булыр ине. Сөнки "күплек" ул - нимәнеңдер күберәк булыуын белдергән грамматик категория. Телдә һүҙҙәр йә күплектә, йә берлектә ҡулланылырға мөмкин.
"Сәксәк" тигән бик киң билдәле ашамлығыбыҙ бар. Ләкин башҡортса-урыҫса һүҙлектәргә уны "сак-сак" тип алаһы урынға "чак-чак" тип керетеп ебәргәндәр. Ә бит ашамлыҡ үҙе лә, уның атамаһы ла беҙҙең милли колорит билдәһе. Шуға күрә һүҙлектәрҙең киләһе баҫмаларында был һүҙҙең урыҫса яҙылышын "сак-сак" тип төҙәтергә кәрәк буласаҡ. Ә инде төрлө сауҙа маркаларында ҡулланғанда уның урыҫса яҙылышын "сак-сак" тип алырға тейешбеҙ.
Беҙҙә "тип" киҫәксәһе алдынан һәр ваҡыт өтөр ҡуйылырға тейеш тип уйлайҙар, ахыры. Әммә бына был һөйләмдә "тип"тең алдынан өтөр ҡуйыу мотлаҡмы? "Йәштәрҙең Санкт-Петербургҡа йә Мәскәүгә юлланыуын мин "көнбайыш дрейфы", тип атар инем". Өтөр бында бөтөнләй кәрәк түгел. Ә хәҙер ни өсөн бер үк һөйләмдә өҫтө-өҫтөнә "итеү" һүҙе ҡулланылғанлығын асыҡлап ҡарайыҡ. Гәзит мәҡәләләренән миҫалдар: "Быны барса төбәктәргә лә хас дөйөм тренд итеп ҡабул итергә кәрәк"; "Бая үрҙә әйтелгәнсә, кешене тәмле ризыҡ биреүсе итеп кенә ҡабул итә"; "Уның һәр яңы шиғырын, йырын үҙемә сәләм итеп ҡабул иттем". Был һөйләмдәрҙә, минеңсә, авторҙар, өтөр ҡуйырғамы, юҡмы, тип икеләнгәнгә күрә, күрәләтә "тип" урынына "итеп" һүҙен ҡулланғандар. Әммә, мәҫәлән, "үҙемә сәләм тип ҡабул иттем" тип алынған булһа ла, бер ниндәй өтөр ҡуйырға кәрәк булмаҫ ине.
Хәҙерге ваҡытта мәктәптә туған телде уҡытыу алымдары тураһында һүҙ барғанда нигеҙҙә телмәр үҫтереү, коммуникатив принциптан сығып эш итеүгә өҫтөнлөк бирелә. Эйе, тел өйрәнгәндә иң мөһиме фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Әммә әҙәби әҫәрҙәр, матбуғат, радио һәм телевидение теле өсөн дөрөҫ яҙыу һәм дөрөҫ һөйләү барыбер һәр ваҡыт мөһим талап булып ҡала. Яҙабыҙ икән, телебеҙгә тел тейҙерерлек булмаһын, йәмәғәт!
Рәшит ШӘКҮР.
КИРЕ СЫҒЫРҒА