Турандан көнбайышҡа табан, Көньяҡ Уралдан Дон йылғаһына тиклемге Көнсығыш Европа далаларында сармат (Авестала - sairima) ҡәбиләләре күсмә тормош алып бара. Бәғзе тикшеренеүселәр башҡорттарҙың юрматы этнонимының лексик-этимологик тамырҙарын тап ошо сармат һүҙе менән бәйләп аңлата. Ысынлап та, сарматтарҙың грекса аталмышы сюрмат йә иһә сирмат формаһына тап килә.
Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ аҙаҡтарында Туран ҡәбиләләренең тарихи яҙмаларҙа теркәлеп ҡалдырылған дәүләт берләшмәләре барлыҡҡа килә. Улар Ҡытай хроникаларында Кангюй, Яньцай, Усунь тип исемләнә. Уларҙың беренсеһенең боронғо Канха атамаһынан килеп сығыуы шик ҡалдырмай. Урындағы халыҡ телендә ул Кангар формаһында булып, Канг тамырынан һәм -ар суффиксынан хасил була.
Авестала Канг-диз (Канг ҡәлғәһе) "Изге Канха", тип атала. Ошо ер боронғо арий ҡәүемдәре өсөн "изге йәне" булған урын була. Ошо хаҡта Авеста китабында легендар хикәйәттәр теркәлеп ҡалған. Афрасиаб батша (Авестала - Франхрасьян) үҙенең ҡыҙы Фарангизға өйләнгән кейәүе Сиявушты (Сьяваршананы) үлтерә. Уларҙың улы, арий батшаһы Кей Хосров (Кави Хаосрава) атаһының үсен алып, Афрасиб ҡартатаһын үлтертә. Туранды тар-мар итеп, ул оҙаҡ йылдар дауам иткән һуғышҡа сик ҡуйыуға өлгәшә. Шунан һуң ул атаһы төҙөткән ҡәлғәне үҙенең батша һарайы итергә ниәт итә. Әммә ошо ниәткә өлгәшер өсөн, ул, ярҙам һорап, изге "Кангха Йәненә" мөрәжәғәт итә: "Һин - минең ҡыҙ туғаным, ә мин - һинең ир туғаның. Һинең төйәгең Кангханы Сьяваршан дошман булған Туран ерендә булдырҙы, мине лә - шулай уҡ; әсәм минең - турҙарҙың иң яуызы Франхрасьян ҡыҙы. Һин миңә ҡайт инде!" Ошо ялбарыу ҡабул ителә: "Һәм Кангха Йәне ошолай эшләй. Ул Туран еренә, уның иң алыҫ көнсығыш яғына килә, мең соҡор ҡаҙый, мең бағана ултырта, ҡойма ҡуйып, уның эсенә Хаосрава изге йәнле кешеләрҙе индерә. Ул ҡойманың тәүгеһе таштан, икенсеһе - ҡоростан, өсөнсөһө - кристалдарҙан, дүртенсеһе - көмөштән, бишенсеһе - алтындан, алтынсыһы - халцедондан һәм етенсеһе рубиндан була. Ә һарайҙар унда - көмөштән, ә башнялар - алтындан һәм 14 тау унда; һәм ете караптар йөҙөрлөк йылға унда һәм ете туғай...".
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, арийҙар - иранлыларҙың һәм һиндтарҙың ата-бабалары - ҡасандыр Көньяҡ Уралды төйәк иткән. И.М. Стеблин-Каменский фаразлауынса, легендар арий батшаһы Йиманың легендар Вар ҡәлғәһе тап ошонда булып, уның Арҡайым ҡуласа ҡалаһына тура килеүе бар. Боронғо донъя тарихы белгесе А. Парпола яҙыуынса, һуңғы осорҙағы прото-арий теле Һынташты һәм Арҡайым ҡаласыҡтары дәүерендә, йәғни беҙҙең эраға тиклем 2200-1800 йылдарға ҡараған мәҙәниәт сиктәренә тура килә. Ригведала арийҙарҙың изге тауы Су-Меру Рипа тауҙарының түбәһе, тип нарыҡлана, ә был Урал тауҙарының әүәл башҡа халыҡтар тарафынан Рифей тип аталыуына тап килә.
Беҙҙең эраға тиклем 128 йылда ҡытай сәйәхәтсеһе Чжан Цянь Фирғәнәгә килеп, ошондай яҙыу ҡалдыра: "Кангюй Давань еренән (Фирғәнәнән. - Ред. иҫк.) 2000 ли (ли - 300-360 аҙым самаһы. - Ред. иҫк.) тирәһе төньяҡ-көнбайыштараҡ ята. Был күскенселәр биләмәһе; ғәҙәттәре юечжиларҙыҡына ныҡ оҡшаш; 90 меңгә тиклем ғәскәре бар. Кангюй Давань менән сиктәш, көсһөҙ булғанлыҡтан, көньяҡта үҙҙәре өҫтөндәге юечжи, көнсығышта һун власын таный". Ул заманда ҡытайҙар тохар исемле һинд-европа ҡәбиләһен юечжи тип атай.
Хань империяһы Урта Азия халыҡтары үрсеткән йылҡы малына, бигерәк тә үҙҙәре "күк аттары", тип атаған менге аттарға ҡыҙыға, ундағы ҡәүемдәрҙе үҙенә буйһондорорға тырыша. Б.э. тиклем 101 йылда 60 меңлек ҡытай ғәскәре Фирғәнәгә баҫып инә, әммә бындағы яугирҙар ҡәлғә эсенә инеп бикләнә. Улар ҡытайҙар талап иткән аттар хаҡына килешеү төҙөргә тәҡдим итһәләр ҙә, баҫҡынсылар риза булмай. Шул саҡта Фирғәнәгә ярҙам итеү маҡсатында Кангарҙан атлы ғәскәр ебәрелә, ҡытай ғәскәре башлыҡтары тиҙ арала тәҡдим ителгән солох шарттарына риза булып, үҙ иленә ҡайтып китергә мәжбүр була.
Б.э. I быуатында Хунну империяһы көсһөҙләнә барып, тарҡалыуға дусар була. Тап шул осорҙа Кангар дәүләте айырыуса ҡеүәтле була. Ҡытайҙарҙың "Цянь Хань-шу" хроникаһында былай тип яҙыла: "Кангюй хакимы Лоюень илендә, Битянь ҡалаһында, Чаньандан (хәҙерге Сиань) 12 300 ли алыҫлыҡта йәшәй... Уның ерҙәренең әйләнәһе 9 104 ли. Халҡы 120 000 ғаиләнән тора, 600 000 йән; стройҙағы ғәскәре 120 000 кеше". Берләшкән һун һәм Кангар ғәскәре Хань империяһына союздаш булған Усунь армияһын тар-мар итә. Артабан, Хунну дәүләте тамам тарҡалғас, Кангар менән Ҡытай араһында килешеү төҙөлә.
Беҙҙең эраның тәүге быуатында Кангар барса Азия илдәрендә билдәле булған көслө дәүләткә әүерелә. Был дәүләт берләшмәһенә ингән ҡәүемдәр көньяҡта Амударъя йылғаһынан алып, төньяҡта Көньяҡ Уралға һәм Кама буйҙарына тиклемге, көнсығышта Балхаш күленән алып, көнбайышта Каспий диңгеҙенәсә йәйрәп ятҡан ғәйәт киң далаларҙа көн итә.
Әммә II-III быуаттарҙа ошо ғәйрәтле берләшмә әкренләп көсһөҙләнә һәм тарҡала башлай. Сәбәбе - бар донъяны тетрәтәсәк күп һанлы һун ҡәбиләләренең көнбайышҡа табан йүнәлтелгән хәрәкәте Халыҡтарҙың бөйөк күсеше эпохаһын башлап ебәрә. Тап ошо дәүерҙә һундарҙың һәм һинд-европа сығышлы ҡәүемдәрҙең ҡушылыуы артабан төркиҙәр исемен алған күп һанлы ырыу-ҡәбиләләрҙе хасил итә. Хазар, булгар, печенег (бәшәнәк), уғыҙ, ҡыпсаҡ, төркөт, төркмән, башҡорт һәм башҡа төркиҙәрҙең этник сығышын ошо дәүерҙең тарихи-мәҙәни һәм сәйәси ваҡиғаларынан башҡа объектив ҡарап булмай. Тикшеренеүсе С.Г. Кляшторный билдәләүенсә, "төрки телле этник төркөмдәрҙең көнсығыштан туҡтауһыҙ көсәйә барған инфильтрацияһы йоғонтоһонда, б.э. I мең йыллығының урталарынан да иртәрәк булмаған осорҙа, ошо ваҡытҡа тиклем бүлгеләнеп һәм айырымланып бөткән кангюй ҡәбиләләре үҙҙәренең этник йөҙөн үҙгәртә башлай".
III быуат аҙаҡтарына Кангар иленән ҙур булмаған бер өлкә - Чжеше биләмәһе генә ҡала. "Бэй-ши" ҡытай хроникаһында "Чжеше - Кангюйҙың боронғо биләмәһе", тип әйтелә. Был атама Согдиананың "Чач" топонимына тура килә, уның әүәлге бер исеме Шашкент булып, хәҙерге Ташкентҡа әйләнгән. Ҡытай хроникаларына ярашлы, Чач (Чжеши) дәүләте Давань (Фирғәнә) еренең төняҡ өлөшөн биләгән, уның хакимы Ши (шаһ) исемен йөрөткән. Был дәүләттең әйләнәһе ни барыһы 500 саҡрымдар тирәһе булып, уның төп ҡалаһы Чач исемендә була, был ерҙәр Чжен-чжу, йәғни Һырдаръя йылғаһы буйында ята.
Хәҙерге Ташкенттан 70 саҡрымда табылған боронғо ҡаласыҡ "Канка" тип атала: бының Канга атамаһына тап килеүе беленеп тора. Артабанғы осорҙарҙа Чач дәүләтенең Сасанидтар империяһына буйһоноуы шаһиншаһ Шапур I (240-272 й.й.) заманынан ҡалған "Каабе Зороастра" яҙмаһында теркәлеп ҡалдырылған. "Канка" археологик ҡаласығында табылған металл тәңкәләрҙә (III-IV б.б.) Чач хакимы Ванвандың башы һүрәтләнгән, тамғаһы төшөрөлгән. Чач һәм Хорезм тамғалары бер иш, уларға оҡшаш тамғалар сарматтарҙа, Боспор батшалары Аспургиандарҙа ла була. Был факт Туран экспансияһының заманында көнбайышҡа табан бик алыҫ ерҙәргә барып етеүе менән аңлатылып, Кавказ тарафтарында ла алан, бурджан, кангар исемле ҡәүемдәр менән бәйле мәғлүмәттәр теркәлеүендә лә сағыла.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 6-сы һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА