«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИКАХТАРЫ КҮКТӘ ЯРАЛҒАН...
+  - 


Уларҙың икеһе менән дә бер осорҙа уҡыным: Фларис менән бер мәктәп коридорын тапаһаҡ, Гөлнара менән бер вузда уҡырға, ул ғына ла түгел, бер ни ҡәҙәр бер ятаҡта, күршеләр булып йәшәргә тура килде. Хәҙер иһә - ауылдаштарбыҙ, Өфө районының Шамонин ауылында аралашып йәшәйбеҙ. Фларистар ғаиләһендә өс малай үҫһә, Гөлнараларҙа - ҡыҙҙар. Шуға ла уларҙың ғаиләһендә һәр нәмә баштан уҡ үҙ урынын алған кеүек тойола миңә: ир-ат бурысы һәм эше бөгөн "Роснефть"тә эшләүсе Фларис елкәһендә ятһа, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта ҡатыны өйҙә зауыҡ тыуҙыра, тәмле аштары менән һыйлай, оҙаҡ йылдар республика матбуғатында эшләп һәм бер нисә китап яҙырға өлгөрөп кенә ҡалмай, иренә яғымлы мөнәсәбәтен дә йәлләмәй. Һөҙөмтәлә баш - баш урынында ҡала, әммә муйын теләгән яҡҡа ла еңел генә борола. Тормош йөгөн ике тиҫтә йылдан ашыу бер йүнәлештә тартһалар ҙа, башҡорттарҙың борондан килгән йолаһын тотоуҙанмы икән, ҡатын-ҡыҙ серләшкәндә ир-ат ҡыҫылманы, ул ғына ла түгел, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды. Шуға ла әңгәмәне өс сәскә кеүек ҡыҙ тәрбиәләүсе МОСТАФИНдар исеменән "Шоңҡар" журналының яуаплы секретары булып эшләүсе Гөлнара менән генә алып барырға тура килде.

Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Һеҙҙең никах күктә яралғанына ышанаһығыҙмы, ғөмүмән, дәүләттең бер ячейкаһы булған ғаиләгеҙ нисек барлыҡҡа килде?

- Никахтарҙың күктә яралыуына ла, маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрәһең икәнлегенә лә ышанам. Шулай булмаһа, студент сағымда Башҡортостандың бер сигендә ятҡан Баймаҡтан булып, әллә ҡайҙа Салауат районындағы кеше менән уйламағанда тормошомдо бәйләр инемме икән? Тимәк, шулай тейеш булған. Ятаҡта Фларистың ауылдашы менән бер бүлмәлә йәшәнем. Ул ауылдашына килеп йөрөп, шулай танышып киттек.

Ғаиләне - бәләкәй дәүләт, тиҙәр. Ошо шәхси дәүләтегеҙҙә ролдәр нисек бүленгән, Фларисҡа ҡатын-ҡыҙ батшалығында йәшәү ауыр түгелме, әллә ул үҙен батша кеүек тоямы?

- Һәр кем үҙ ролендә. Фларистың эшенә миңә ныҡ оҡшамаһа, йә үҙемә кәрәк осраҡта ғына ҡыҫылам. Буйы менән өйрәтеп, ҡыҫтырылып, маҙаһына тейеп йөрөмәҫ өсөн алдан уҡ миңә нимә, нисек кәрәк икәнен аңлатып ҡуям. Мәҫәлән, өй һалғанда шулай булды, экскурсияға ғына килеп китә инем. Мин уға ышаныс белдергәс, айырыуса тырышҡандыр кеүек тойола. Әммә обой, мебель кеүек нәмәләрҙе һайлауҙы уға ышанып тапшырырға ҡурҡам. Әгәр минең күңелгә ятмаған нәмә һайлаһа, аҙаҡ үҙенең башын ҡатырам бит инде. Беҙҙең был тәңгәлдә зауыҡтар төрлө. Шулай булһа ла, ул сифатына ныҡ ҡарай. Ә мин ҡайһы бер осраҡта "осһоҙ" тип хаҡына алданып та ҡуям. Сифатлы, ныҡ булһын тип тырышыуы ҡайһы ваҡыт оҡшамай ҙа китә. Ҡатын-ҡыҙға тиҙ кәрәк бит инде. Ә ул әллә күпме уйлай, ҡат-ҡат үлсәй, әйләндерә-тулғандыра. Ҡайһы ваҡыт шулай эшләгәненә үҙен-үҙе әрләп тә йөрөй. Ҡыярға ваҡытлыса тип эшләгән япмаһын һүткәндә, бағаналарҙы һурып алырға тура килгәндә: "Мәңге торор тип уйлағанмындыр инде", - тип үҙен әрләп-әрләп ала ине. Ғаиләлә ир затынан яңғыҙы булһа ла ҡыҙҙарынан, минән ирҙәр эшен бик эшләтмәй. Йә үҙе осона сыға, йә берәйһен яллайбыҙ. Бер туған ағаһының Өфөлә йәшәгән улдарының ярҙамы ҙур, ҙурыраҡ эш булһа, улар килеп ярҙамлаша.

Бөгөн шәхес формалашыуҙа төрлө факторҙар йоғонто яһай, тиһәләр ҙә, барыбер ҙә, тәү сиратта, ғаиләнең роле ҙурыраҡтыр. Һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы тәрбиәләгәндә ниндәй алымдар ҡулландығыҙ, олатай-өләсәй тәрбиәһенә, халыҡ педагогикаһына йыш мөрәжәғәт итәһегеҙме?

- Үҙебеҙсә, үҙебеҙ белгәнсә, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә, заманса тәрбиәләгәнбеҙҙер. Нигеҙҙә, психологик китаптарға һәм үҙемдең интуицияға таянып. Шәхесте үҫтереүсе китаптар ҙа күп бит хәҙер. Шулар буйынса баланың психологияһын өйрәнерәгә тырыштым. Күберәген үҙҙәренең һәм дуҫтарының хатаһында өйрәткәнбеҙҙер. Балалар өсөн яҙыуымдың бер сәбәбе лә ошонда яталыр әле ул. Һәм тағы, ҡыҙыбыҙ Лилиә бер саҡ:"Һеҙ нимә эшләйһегеҙ, шуны эшләйбеҙ инде", - тигәндән һуң, балаларҙан алда үҙебеҙҙе тәрбиәләргә тырыштыҡ. Үҙебеҙ өлгө була алмаһаҡ, уларҙан ниндәй тәртип талап итмәк кәрәк. Бөтә нәмә иң тәүҙә үҙеңдән башлана. Нимә эшләһәк тә күрһәтеп, әйтеп башҡарҙыҡ, бергә алып йөрөнөк. Ауылда саҡта өләсәләренә ныҡ ярҙам иттеләр. Бесән эшләргә лә, картуф үҫтерергә лә (сәсеү, алыу, тәпкеләү, күмеү), мал алып ҡайтыу, ҡош-ҡорт ҡарау ҙа улар өҫтөндә булды. Беҙ ярҙам итергә тейеш, тип аңлап эшләнеләр, ә кемдер эшлә, тип мәжбүр иткән өсөн түгел.

Ҡала балалары булһалар ҙа, ҡыҙҙарығыҙ барыһы ла башҡортса ла матур итеп һөйләшә. Белеүемсә, заманында балалар баҡсаһында эшләгәндә, башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙ методикаһын да булдырғайның. Уны ғаиләлә ҡулландығыҙмы, әллә баланы башҡортса өйрәтеүҙең һеҙҙең ғаиләгә генә хас үҙенең алымдары бармы?

- Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлеген тамамлағандан һуң мәктәптә эшләнем. Американан килгән ғаиләләр менән танышып, уларға башҡорт телен үҙ алымым менән өйрәткәндә "Шоңҡар" журналында эшләп йөрөй инем инде.
Балаларҙы башҡортсаға махсус өйрәтеп ултырманыҡ. Эйе, күптәр баланың теле русса асылыуына хатта ҡыуанып риза, башҡортса аҙаҡ өйрәтербеҙ әле, тигәндәрен ишеткәнем бар. Балаңдың теле русса асыла икән, һуңынан уны башҡортсаға өйрәтеү мөмкин булмаған эш. Ул ваҡытта атай-әсәй үҙенә артыҡ проблема ғына өҫтәй. Махсус өйрәтмәһәк тә, бер ни тиклем тыйыуҙар, сикләүҙәр булды инде. Ҡалала йәшәгәс, урыҫ балалары менән уйнағас, дөрөҫөрәге, урыҫлашҡан, теле русса асылған балалар менән уйнағас, ул хәүеф гел һағаланы. "Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ!" тигән талапты онотторманыҡ. Бер ваҡыт уртансы ҡыҙыбыҙ Гөлиә илап ҡайтты. "Минән бөтәһе лә башҡорт тип көлә. Минең башҡорт булғым килмәй. Миңә бынан һуң Света тип әйтегеҙ!", - ти был. Шунда үҙебеҙсә матур итеп аңлаттыҡ: "Һинән көлһәләр ҙә, улар һинең кеүек гимназияла түгел (шуға микән, Гөлиә үҙебеҙҙең эргәләге бөтәһе лә уҡыған мәктәптә уҡыуҙан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа ине. Ҡурҡытыу алымы булараҡ та ҡулланғаныбыҙҙы иҫләйем хатта), ә ябай мәктәптә уҡый. Һин 4 йәшең тулыуға гимнастика менән шөғөлләнә башланың, матур бейейһең, ә улар яҡшылап түңәрәктәргә лә йөрөмәй. Рус телен дә, үҙеңдең туған телеңде лә беләһең... Шулай булғас, уларға һинең кеүек башҡорт булырға кәрәк әле тәүҙә..." Гөлиәлә шулай теле, үҙе өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяттыҡ. Аҙаҡ урыҫлашҡан балалар уйнарға килһә, Фларис уларҙы: "Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ", - тигән шарт менән индерә торғайны. Беҙҙә уйнар өсөн өйҙә ишеткән һүҙҙәрен иҫтәренә төшөрөп, ватып-емереп булһа ла башҡортса һөйләшергә тырыша ине балалар. Ғөмүмән, ҡыҙҙарҙың өсәүһенә лә туған телде белеүҙең ни тиклем яҡшы, мөһим икәнен һеңдерергә тырыштыҡ, ул ғына түгел, урыҫ балаларынан бер башҡа юғарыраҡ тороуҙарын теләнек. Лилиә менән Гөлиә көҙгөлөккә ауылдан килеүгә саф башҡортса һөйләшһә, Гүзәлдең, киреһенсә, йәйгеһен теле боҙола. Сөнки көндөҙ - балалар баҡсаһында, аҙаҡ кискә саҡлы күршеләге русса һөйләшкән балалар менән уйнай. Шулай ҙа башҡорт телен белеүе менән башҡа балаларҙан өҫтөн булыуын һиҙеп, ҡыуанып йөрөй. Сәңгелдәккә лә "Тамыр" телеканалы редакторы Зөлфиә Даянова башҡорт телендә матур, таҙа һөйләшкәнгә, фекерен матур итеп әйтә белгәнгә саҡырҙы бит инде. Әле Гөлиә апайы менән Инстаграмда ҡыҙыҡлы, әммә мәғәнәле видеолар төшөрә башланылар. Тик русса. Күптәр, нишләп башҡортса төшөрмәйһегеҙ, тип һорай. Апайының күп интернет дуҫтары башҡортса белмәй, шуға ла русса төшөрөргә мәжбүрҙәр. Ә бына Гүзәлдең Ютуб каналы өсөн саф башҡортса ниндәй видеолар төшөрөү тураһында уйларға кәрәк. Йә йүнле генә кәңәш, идеялар ҙа ишетелгәне юҡ. Шуға, баламды башҡортса һөйләштерә алмайым, тигәндәргә, был һылтау ғына тиер инем. Тимәк, өйҙә үҙҙәре лә русса һөйләшә. Магазинда бер нисә тапҡыр шундай күренешкә юлыҡҡаным булды: балаһы магазин яңғыратып, ауыҙ тултырып башҡортса һорауҙар бирә, ата-әсәһе русса яуаплай. Үҙ телендә яуап бирергә оялалармы икән? Тимәк, аңлай башлаһа, бала үҙе лә ояла, һөйләшмәй башлаясаҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Лилиә тәүҙә 20-се гимназияла, һуңынан авиация лицейында уҡыны. Унда күберәген урыҫлашҡан башҡорт, татар балалары уҡый ине. Бигерәк тә шулар башҡорт теленән, башҡорттарҙан көләләр икән. Кәмселектер инде ул. Лилиә яҡшы уҡыны, тәртипле, аҡыллы башҡорттоң вәкиле бит. Уға тел өсөн үкенесле булып киткәндер, күрәһең. "Тыңлап ултырам-ултырам да, минең башҡорт икәнде онотмағыҙ, тип әйтеп ҡуям. Һеҙ шылтыратһағыҙ шуға юрамал ҡысҡырып тороп башҡортса һөйләшәм", - тип һөйләй торғайны. Әлбиттә, ауырыраҡ уҡыған бала булһа, Лилиәгә улар араһында ҡыйынға тура килер ине.

Әйткәндәй, Лилиә бөгөн Германияла белем ала, Гөлиә - БДУ талибәһе. Балалар үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышанһын өсөн, ата-әсә нимә эшләргә тейеш: гелән уның теләген үтәргәме, әллә һәр ваҡыт ҡаршы килеп, һынауҙар тыуҙырырғамы; балаға дуҫ һәм кәңәшсе булырғамы, әллә үҙ проблемалары алдында яңғыҙ ҡалдырырғамы? Һеҙ балаларығыҙ өсөн ниндәй тәрбиәсе булдығыҙ?

- Төрлө ваҡытта төрлөсә булғандыр ул. Ҡайһы берҙә теләген дә үтәйһең, һынауҙар тыуҙырырға ла тура килә, дуҫ та булаһың, проблемалары алдында яңғыҙ ҡалдырған осраҡтар ҙа булды. Иң мөһиме, ниндәй осраҡта ла уға ышаныуыбыҙҙы белдерҙек. Махсус тәрбиәләмәнек шикелле. Бая әйтеп үтеүемсә, "Һеҙ нимә эшләйһегеҙ, беҙ шуны эшләйбеҙ, нимә һөйләйһегеҙ, шуны һөйләбеҙ инде", - тип бер әйткәндәренән һуң, аҙымдарҙы һағыраҡ баҫа, һүҙҙәрҙе уйлабыраҡ әйтә башланым шулай ҙа. Лилиә бәләкәй генә сағынан китап уҡырға яратты. Шуға журналдар күп алдырҙыҡ (уларҙы һаҡлап һалып ҡуйғанмын, хәҙер Гүзәл уҡый), һәр ваҡыт китаптар һатып алдыҡ, аҙаҡ китапхананан ташыны. Аттар яратты. Бер йыл ипподромға йөрөнө. Тәүҙә аттарҙы тәрбиәләйҙәр ине: ашарға һалалар, һыу эсерәләр, аҫтын таҙалайҙар, аҙаҡ үҙҙәре һыбай йөрөйҙәр. Лицейҙа уҡыған саҡта авиация институты студенттары менән атыу түңәрәгенә йөрөнө. Улар араһында йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа тегә ине. Нимә эшләгеләре килә, әгәр зыяны юҡ икән, ыңғайҙарына торҙоҡ, ярҙам иттек. FLEX программаһында ҡатнашырға булғас та, ҡуй, башыңды ҡатырма, еңәһе эшең бармы, тип әйтә инек, сөнки эстән генә үҙем шулай уйлай инем. Баланың күңелен уйлап, уға терәк булып, иншаларын бергә уйлашып, мәж килдек. Ғәжәп: конкурста еңеп, бер йыл Америкала уҡып ҡайтты. Иң тәүҙә балала үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыр кәрәктер ул. Гөлиә - Лилиәнең тап киреһе. Китап уҡытыу ғына түгел, ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ әкиәттәрҙе хатта уҡый ҙа алманым, яратманы бөтөнләй. Иғтибары гел ситтә булды. Шуға ла спорт гимнастикаһына бирҙек һәм хаталанмағанбыҙ тип уйлайым. Энергияһын файҙаға түкте, исмаһам. Аҙнаһына биш көн йөрөнө. Унан тыш, мәктәптәге бейеү түңәрәгендә яратып бейене. Бер йәкшәмбеһе буш ине, уныһында ла иртән эргәләге мәктәпкә баскетбол уйнарға сығып китә торғайны. Яратҡан шөғөлдәре менән шөғөлләнгәнгә юлдары ла гел асылып торғандыр, тип уйлайым. Ниндәй һәләттәре бар икәнен аңлап алырға тырышам инде.
Нимәгә тотонһалар ҙа үҙҙәре теләп тотондо, береһен ташлап, икенсеһен башлап йөрөмәне. Проблемаларын (әгәр улар үтә етди булмаһа) үҙҙәренән хәл иттерергә тырыша инек. Ситтән күҙәтәбеҙ, кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ. Алдарынан алып улар өсөн эшләп йөрөгәнде хәтерләмәйем. Беҙ күберәген хатта ситтән күҙәтеүсе булғанбыҙҙыр. Шунһыҙ, тормоштағы ысын проблемаларға әҙерләп тә булмайҙыр ул. Һүҙҙең генә был тәңгәлдә файҙаһы әҙ. Бәләкәй саҡтарынан өлкән кешегә ҡараған кеүек ҡараныҡ шикелле. Шуға ла үҙаллы булып үҫтеләр.
Әле Гүзәл дә үҙенсәлекле бала. Фларис та өлкән ҡыҙҙарына биреп еткермәгән һөйөүен бәләкәсенә бирергә тырыша. Эштән ҡайтһа, икәүләп мәж киләләр. Журналдар, китаптар уҡыйҙар, төрлө мәсьәләләр сисәләр, өҫтәл уйындары уйнайҙар, туп тибәләр. Ярай әле Фларистың ялҡауы килмәй, тип ҡыуанып ҡуям уларға ҡарап. Сөнки минең хәлем етмәҫ ине көнө буйы бала ыңғайына йөрөргә.

Ғәҙәттә, ҡыҙҙар - атайҙы, атайҙар ҡыҙҙарҙы нығыраҡ ярата, тиҙәр. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме? Һеҙҙең ғаиләлә атай абруйы нисек һаҡлана? Ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп, атайға "ҡаршы" булмайҙармы?

- Улдарыбыҙ булмағас, сағыштырып әйтә алмайым. Әммә Фларис ҡыҙҙары өсөн, ысынлап та, үлеп тора. Минең үҙемдең атайым иртә үлгәс, ир кеше - ҡатынына, ҡатын иренә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлеген күреп үҫмәнем. Әммә өләсәй менән олатайҙы, бәлки, үрнәк итеп тә алғанмындыр. Ни өсөн тиһәң, бөтә каникулдарҙы уларҙа үткәрә торғайным. Олатай һуғыш ветераны, өләсәйем тылда хеҙмәт иткән, алты балаға ғүмер биреп үҫтергәндәр. Бер береһенә "атай", "әсәй" тип өндәшеүҙәре элек бигерәк мәҙәк тойола торғайны. Хәҙер үҙем дә ҡайһы берҙә, балалар ыңғайынамы, бигерәк тә саҡырырға кәрәк булһа, Фларисҡа "Атай!" тип ҡысҡырам. Өләсәй һәр ваҡыт беренсе урынға олатайҙы ҡуйҙы. Унан алда бер нәмә лә эшләнмәне. Балаларына ла: "Әллә, атайығыҙ ни әйтер..." - тип тәүҙә уның ризалығы алына ине. Шуға эйәреп микән, мин дә ҡыҙҙарға: "Ана, атайығыҙҙан һорағыҙ", - тием. Үҙем риза булмаған осраҡта бигерәк тә. Шулай тием дә, тиҙ генә Фларисҡа шылтыратып ебәрәм: "Ҡыҙҙар һораһа, риза булып ҡуйма, йә шулай-шулай тип әйт", - тип. Юҡһа, ул ҡыҙҙары ыңғайына торорға ярата.
Бер ваҡытта ла балаларға үҙем аҡса бирмәнем. "Ана, атайығыҙҙан һорағыҙ", - тип уға ебәрә инем. Хатта бер ваҡыт Лилиә ныҡ итеп аптырап, үпкәләгәйне. Аҡсаһыҙыраҡ ваҡыт тура килде микән. Фларистың эштәре хөртөрәк булдымы, Лилиә барып аҡса һорағайны (ҙурайғайны инде), Фларис ҡыҙҙы ла китте: "Миндә ниндәй аҡса булһын. Эш хаҡын тиненә тиклем әсәйегеҙгә биреп торам. Унан һорағыҙ!". "Әсәйҙәрҙә аҡса булмай бит!" - тип Лилиәнең күҙенә хатта йәштәр төйөлгәйне. Нишләп улай өйрәткәнмендер, үҙем дә аңламайым...
Фларис күп ваҡытын балалары менән үткәрә ине, әле бәләкәйе менән дә шулай. Шулар ыңғайына уйнаһынмы, теләһә нәмәләр төҙөп, яһап бирһенме. Шундай атайҙың, әлбиттә, балалары алдында абруйы ла ҙур булалыр ул. Әле бына быйыл да тау эшләп бирҙе лә, күрше-тирә балалар ҙа рәхәтләнеп шыуҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар уға ҡаршы берләшкәнебеҙ юҡ былай. Әммә Лилиә атаһы менән берәй нәмәгә бәхәсләшеп китһә, бер-береһенең алдына сыға алмай сәғәттәр буйы ултыралар. Фларис совет заманында йәшәгән, Лилиә замана балаһы булараҡ, һәр кем үҙ фекерендә ҡала.

Бар ғаиләләр ҙә үҙенсә бәхетле, бар ғаиләләр ҙә үҙенсә бәхетһеҙ, тиҙәр. Тормош булғас, һауыт-һаба шылтырамай ҙа тормайҙыр, аңлашылмаусылыҡтарҙы нисек хәл итәһегеҙ? Бәхетле булыуҙың, ғаиләңде бәхетле итеүҙең сере нимәлә? - Беҙҙе Хоҙай үҙе ҡауыштырған бит инде. Белгән нисек һайларға: Фларис кеше менән аралашырға ярата, бер урында ултырып сыҙай алмай, ә мин тыныс, күберәген өйҙә булырға тырышам, кеше менән дә аралашып бармайым. Силәгенә күрә ҡапҡасы кеүекбеҙ, ҡыҫҡаһы. Әммә мин көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса үгеҙ (һыйыр), ә һыйыр тулаһа, аттан яман икәне билдәле бит. Утҡа кәрәсин һибеп ебәрһә, тағы ла нығыраҡ тулай алам. Шуға, шундай мәлдәрҙә түҙемлеге етеп өндәшмәй ҡалһа, аралар тиҙ яйлана былай. Бәхетле булыуҙың сере бер-береңә юл ҡуя белеүҙә, бер-береңде ихтирам итеүҙә, йән көйөп әйтешеп киткән саҡтарың булһа ла, уны балаларыңа күрһәтмәүҙәлер, моғайын.

Шулай итеп...
"Яҙмыш ҡәләмдәре миндә булһа, үҙем яҙыр инем яҙмышты", тигән юлдар күҙ алдына килде ошо әңгәмә барышында. Улар алдында ла төрлө һынауҙар, төрлө кәртәләр булмаған тип уйлайһығыҙмы? Булғандыр, моғайын. Әммә ғаилә тигән үҙ дәүләттәрен улар сабырлыҡ, түҙемлек, ышаныс һәм һөйөү менән нығытып, яҙмыш ҡәләмен парлы ҡулдарҙа тотоп, уны үҙҙәре яҙа. Әгәр ҡабаттан һайлау мөмкинлеге бирелһә лә, үҙҙәренә насип ошо йәрҙәрен барыбер эҙләп табырҙар ине, сөнки никахтар бит күктә ярала...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.20 | Ҡаралған: 784

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru