Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡасим Әлибаевтың "Киске Өфө" гәзитенең 27-се һанында баҫылып сыҡҡан ошондай атамалы мәҡәләһендә уҡытыу системаһында эшләгәндәрҙең барыһын да борсоған проблема яҡтыртыла. Автор бик күптәр - ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең айышына төшөндөрөргә тырыша. Оҙаҡ йылдар эшләгән педагог булараҡ, мин дә ул күтәргән проблеманы бик урынлы тип иҫәпләйем һәм хаҡ һүҙҙәре менән килешәм.
Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында Баймаҡ районы Ниғәмәт урта мәктәбендә талантлы педагог - директор булып эшләгән Лоҡманов Мансур Ибәтулла улының эш алымы хәтергә төшә. Ул һигеҙ (хәҙерге - туғыҙ) класты тамамлаған балаларҙы мәктәптән ебәрмәҫкә тырыша ине. Ата-әсә, балам техникум, педучилищеға уҡырға китә, тип документ һорап килһә, уның бер генә яуабы булды: "Балаларығыҙҙы иреккә ебәреп, үҙегеҙгә эште еңеләйтәһегеҙме? Ниңә ун класты тамамлатмайһығыҙ, әҙ булһа ла быуыны нығыр ине. Уйлағыҙ". Уның шул һүҙҙәре күптәрҙе урта мәктәпте тамамларға күндерҙе. Ваҡыт үтеү менән урта мәктәпте тамамлау мәжбүри булған осорҙо ла күрергә насип булды. Туғыҙ класс тамамлап, унынсыға уҡырға килеп, уны ташлаусылар булған осраҡта директор, завучтарға талап ҡаты ҡуйылды.
Ә бына 80-се йылдар аҙағына туғыҙынсы синыфты тамамлау менән, балаларҙы СПТУ, ГПТУ-ларға, техникум, педучилищеларға ебәреү ата-әсәләр тарафынан да, мәктәп тарафынан да хуплау тапты. Ун биш йәше яңы тулған балаларҙың өйҙән, яҡындарынан айырым йәшәп, үҙеңде ирекле тойоу ошолай була икән тип уйлап, хата юлға баҫҡан осраҡтарҙы ла күрергә, ишетергә тура килде. СПТУ, ГПТУ педагогтары мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәреп, бик күп вәғәҙәләр менән балаларҙы үҙҙәренә уҡырға саҡыра торғайны. Мәктәп иһә был ситуацияны яҡшы уҡый алмағандарҙан ҡотолоу сараһы итеп ҡабул иткәндәй ине.
Ваҡыт үтеү менән бындай агитация, мәктәптәр буйлап йөрөп уҡыусылар йыйыу бөттө. Сөнки бөтә күренештәргә Берҙәм дәүләт имтиханы сик ҡуйҙы. Ошо имтихандарҙан ҡурҡып, балалар төп белем тураһында аттестат алалар ҙа, мәктәптән китеү яғын ҡарайҙар. Уның ҡарауы, хәҙер ПТУ, техникум, училищеларға элеккесә уҡыусы эҙләп йөрөйһө түгел, уларҙың баһаһы күтәрелде.
Мин үҙем эшләгән мәктәп миҫалында ғына фекер йөрөтһәм дә, башҡа мәктәптәрҙә лә шул уҡ хәл икәнен тоям. Ата-әсәгә килгәндә, улар инде балаларын түләп булһа ла уҡытырға әҙер. Балалар уҡып йөрөймө, эшләйме, урлашамы, әллә бөтөнләй икенсе юлдамы - был проблема уларҙы артыҡ борсомай. Шулай булмаһа, хәҙерге ваҡытта уҡыусының белем алыуын төп урынға ҡуйып, тәрбиәне икенсел проблема, тип ҡарамаҫтар ине. Ә бит төп урында, нимә генә тиһәләр ҙә, тәрбиә булырға тейеш. Тәү сиратта ғаилә тәрбиәһенә ныҡлы иғтибар бүлергә кәрәк, ә уның кимәле уҡытыусының тәрбиәсе ролен үтәп, ата-әсә менән даими эшләүенән тора. Уҡытыусының мәктәптәге төп роле - тәрбиәсе булыуҙа һәм тәрбиәгә ярашлы белем алыуҙың мөһимлеген еткерә белеүҙә. Ә инде тәрбиәле бала Берҙәм дәүләт имтиханымы, башҡа төрлө һынаумы - әҙер була. Әммә тәрбиәләү икенсе дәрәжәләге мәсьәлә итеп баһаланыуына ла ике тиҫтә йыллап ваҡыт үтте хәҙер. Ә бит тәрбиәле бала үҙенең ҡылыҡтарын баһалай белә, үҙендә талапсанлыҡ тоя, белемгә аңлы рәүештә ынтыла. Бына ни өсөн балаларҙың ун ете йәше тулғансы өйҙә - атай-әсәй тәрбиәһендә булыуы бик мөһим.
Мәктәптә белем биреүҙе тәрбиә менән тиң алып барыуҙан тыш, элеккесә, балаға үҙ ауылында имтихан тапшырып, урта мәктәпте тамамларға мөмкинлек биреү мөһим. Ошо йәһәттән Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары уҡыу йортона барыусылар ғына тапшырһа, бик уңай буласаҡ. Уҡытыусы үҙ предметы буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуға ныҡлыраҡ әҙерләйәсәк, тик юғары уҡыу йортона бармайым, тигәндәр ҙә ынтыласаҡ. Балаларҙа бер-береңдән аҡ көнләшеү менән янғандар юҡ түгел, тимәк, ундайҙар ҙа уҡыуға тырышлыҡ һаласаҡ.
Унан һуң, мәҡәлә авторының тағы бер фекеренә - ауыл мәктәптәрен ябыуға битараф ҡала алмайым. Мәҫәлән, ваҡытында гөрләп торған Түбәнге Яйыҡбай ауылында (Баймаҡ районы) хәҙер ҡырҡлап өйҙә генә кеше йәшәй, ҡалғандары буш. Сөнки мәктәп ябылды, ә ҡасандыр өс-дүрт уҡытыусы башланғыс класта белем бирә ине. Кеше иҫәбенә ҡарап мәктәп, клуб, медпункттарҙың ябылыуы ауылдарҙы бөтөрөргә тигән уй менән эшләнәлер, тип уйлайым.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ауылдарҙа ябылған мәктәптәр, бигерәк тә башланғыс мәктәптәр кире ишектәрен асһын ине. Балалар ата-әсәһе ҡанатына һыйынып, тейешле тәрбиә һәм мотлаҡ урта белем алыуға хоҡуҡлы түгелме ни? Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм етәкселәр был хаҡта ни тиер?
Рәйсә ИҪӘНБАЕВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Баймаҡ районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА