Береһе илай, береһе йырлай, береһе нимәлер һорай... Уларҙың ғаиләһе менән әңгәмәләшкәндә ҡапыл "Өс егет" тигән йырҙың шулай үҙгәртелгән юлдары ҡолаҡта сыңлап-сыңлап китте. Балалы, бигерәк тә бер-береһен баҫып килеп өс малай үҫкән йортта шулай булырға тейештер ҙә. Күгәрсен районы Юлдыбай ауылы ҡыҙы, бөгөн Башҡортостан юлдаш каналы аша таныш Гөлсимә менән Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы егете, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бүлек мөдире Даян ИШТАНОВтар ғаиләһендә лә бөгөн илаша-мыжыша-йырлаша үҫеп килгән малайҙар ҙа тиҙҙән егет ҡорона инер әле. Әлегә, малайҙарҙы аталары албырғатып торған арала, беҙ хужабикә менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Никах сәғәтең һуҡһа, башлы-күҙле булғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың, тиҙәр. Һеҙҙең никах сәғәте ҡасаныраҡ һуҡты, шунда уҡ бер-берегеҙҙе "Ул минең насибым", тип ҡабул иттегеҙме, әллә "кәнфит-гөлләмә" осорон оҙаҡҡа һуҙып йөрөнөгөҙмө? Кем үҙенә яуаплылыҡ алып, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатты?
- Беҙ Даян менән БДУ-ла башҡорт теле һәм журналистика факультетында уҡыныҡ, шунда таныштыҡ, уҡыуҙы тамамлағансы өс йыл дуҫлашып йөрөнөк. Кем яуаплылыҡ алды, тигәндән, беҙҙең йола буйынса ҡатын-ҡыҙ башлап һүҙ ҡатмай инде. Даян беренсе һүҙ башланы, өйҙәренә алып ҡайтып, ата-әсәһе менән таныштырып, һуңынан бөтөн йолаларға тап килтереп һората килеп, 2008 йылда матур итеп туй үткәреп, шулай һуҡты беҙҙең никах сәғәте.
Бөгөн һеҙ өс малайҙың ата-әсәһе. Ғаиләлә кемгә ауырыраҡҡа тура килә икән: ир-егеттәргәме, әллә яңғыҙ ғына булған әсәйгәме?
- Был "яңғыҙ ғына булған әсәйгә" тигән һүҙ күңелде ҡытыҡлай әҙерәк... Әгәр ҙә философик күҙлектән ҡарарһаң, һәр кеше яңғыҙ, әммә ғаиләлә кемдер берәү яңғыҙ була алмайҙыр ул. Беҙҙең өйҙә шулай ҡоролған: ҡатын-ҡыҙ эше, ир-егет эше тигән бүленеш юҡ. Ул беҙҙең атай-әсәйҙәрҙә лә шулай килгән. Ғәҙәти, ысын башҡорт ғаиләһе булараҡ, ир-ат ҡырыҫыраҡ булһа ла, уларҙың үҙ урыны бар, әммә ғаиләлә ундай ҡырҡа бүленеш юҡ ине. Шуға ғаиләләребеҙҙә ниндәй тәрбиә алғанбыҙ, балаларыбыҙға ла шундай тәрбиә бирәбеҙ. "Тәрбиә бирәбеҙ" тигән һүҙгә мин ябай һүҙ итеп кенә ҡарайым. Ғәмәлдә, үҙебеҙ нисек үҫкәнбеҙ, балаларыбыҙ ҙа шулай үҫә, әҙерәк заманса үҙгәрештәр бар инде, балаларға ҡарата демократик елдәр нығыраҡ иҫә, тип әйтәйемме. Малайҙар өйҙә ярҙамлаша, аш-һыу тирәһендә лә булышалар. Әле ике өлкәнен һауыт-һаба йыуырға өйрәтәм, иҙән йыуҙырам. Атайҙарына ла ярҙам итәләр. Тәрбиәбеҙ һөҙөмтәһе нисек булғанын малайҙарыбыҙ үҫкәс күрербеҙ инде.
Бер ваҡыт балалары тыуғас, ир менән ҡатын аҡыл эйәһенә килеп: "Сабыйыбыҙҙы ҡасан, нисек тәрбиәләй башлайыҡ?"- тип һорағандар. Аҡыл эйәһе уларға: "Һеҙ тап 9 айға һуңлағанһығыҙ", - тип яуаплаған. Ә һеҙ балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙе ҡасан башланығыҙ?
- Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән кеүек, үҙебеҙ ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы күреп үҫкәнбеҙ - шуларҙан тайпылмайбыҙ тиер инем. Шул уҡ ябай ғына кеүек күренгән "Башта атай һөйләп бөтһөн, шунан ғына һин һөйләйһең", "Әсәйең һөйләй, көтөп тор, тыңлап тор" тигән тыйыуҙар аша ололарҙы хөрмәт итергә лә өйрәтәбеҙ. Бында бит атай-әсәйҙе генә күҙ уңында тотмайһың, ә үҙеңдән өлкәндәрҙе ихтирам итергә кәрәклеген һеңдерәһең. Әлбиттә, заманса итеп тәрбиәләргә тырышһаҡ та, башҡорт ғаиләһенә хас һүҙҙәр, тәрбиә алымдары, өлкәндәрҙе тыңлау, уларҙы бүлдермәү, һөйләгәндәрен көтөп тыңлап тороу кеүек һүҙҙәр барыбер ҙә ҡабатлана.
Бер туған булһалар ҙа, ғаиләлә балалар төрлө: характерҙары, тәртиптәре, зауыҡтары, аш төрләндереүҙәре һ.б. менән айырылып тора. Был, моғайын, һеҙҙең ғаилә өсөн дә ташлама түгелдер. Уларҙың һәр береһенә айырым ҡараш, айырым мөнәсәбәтме, әллә барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға тырышаһығыҙмы?
- Бер һабаҡта үҫкән сәсәкәләр ҙә, бер үк сәскәнең япраҡтары ла төрлө-төрлө була. Шуның кеүек, бер ата-әсә балалары ла бер иш булмай, һәр береһе үҙенсә, үҙенең холҡо менән тыуа. Беҙ бына ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек, өсөбөҙҙә өс төрлө холоҡ, шуның кеүек, беҙҙең малайҙарҙың да холҡо өсөһөнөкө өс төрлө. Кемдер етеҙерәк, кемдер яйыраҡ, кемдер еңмешерәк. Шуға, маҡтағанда, эш ҡушҡанда, эштәрен эшләгәндән һуң ҡеүәтләгәндә, йә булмаһа, сәмләндереп ебәргәндә уларҙың был үҙенсәлектәрен иҫәпкә алабыҙ. Мәҫәлән, өлкәне үҙенә ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшә белә, бәләкәй булһа ла шундай холҡо бар. Ниндәйҙер эш ҡушырға йә уҡыуында ниндәйҙер маҡсаттар ҡуйырға кәрәк булһа, ошо холҡон да файҙаланабыҙ. Уртансыһының һәр аҙымын маҡтап торорға, үҙенә нығыраҡ ышаныс тыуҙырырға кәрәк. Бәләкәсе әле еңмеш, шул еңмешлек менән алдыра. Уның холҡо әле ныҡлап формалашып етмәгән, шулай ҙа еңмешлек бала саҡта була икән, ул ҙурайғас та була бит инде. Нимә әйткем килә, һәр береһенә айырым ҡараш бар, барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай. Ғаиләлә ниндәй тәрбиә алғанбыҙ, тиһәк тә, барыбер педагогиканы уҡығанбыҙ, психологияны өйрәнгәнбеҙ, ошо алған белемебеҙ ҙә үҙенең йоғонтоһон яһай. Хәҙер педагогик процеста ла һәр балаға индивидуаль ҡараш тигән алым бар. Бына шуларҙың барыһын да күҙ уңында тотабыҙ инде.
Шулай ҙа өс улыбыҙ бер йомғаҡ кеүек. Йәш аралары ла ҙур булмағас, Бәхтейәр, Баязит, Байназарҙы өсөһөн бергә күргән кешегә тәүҙә шок була: береһе илай, береһе йырлай, береһе нимәлер һорай. Йәки өсөһөнә бер юлы нимәлер кәрәк. Ә беҙ был хәлгә өйрәнгәнбеҙ, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итәбеҙ.
Балалар тыуғанда ер йөҙөндә булған барлыҡ белемгә эйә була, ул белемде ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп, вуз, йәмғиәт яйлап ҡына ҡыҫырыҡлап сығарып, үҙенә уңайлы программа һала, тиҙәр. Ошо ҡараш менән килешәһегеҙме? Ғөмүмән, балалар беҙҙе тәрбиәләй, тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
- Балалар беҙҙе тәрбиәләй тигәне менән килешәм, ысынлап та, быны нимә менән раҫларға була: беренсенән, бала үҫтергән саҡта сабырыраҡ, тынысыраҡ була башлайһың. Бәләкәй баланың үҙ холҡо, ул илай, мыжый, үҙенекен даулай, шул саҡта сабырлыҡҡа, тыныслыҡҡа өйрәнәһең. Икенсенән, яратырға өйрәнәһең. Баҡһаң, ярата белеү ҙә үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә икән. Үҙеңдең хис-тойғоларыңды йүгәндә тотмайһың, асыҡтан-асыҡ белдерә башлайһың, асылаһың. Өсөнсөнән, ата-әсәйеңә хөрмәтең икенсе төрлөрәк була башлай, сөнки һин үҙең ата-әсәй булғас, уларҙың ни кисергәнен, нимәләр уйлағанын, барыһын да аңлайһың, беләһең. Шуға, уларға ҡарата хөрмәт, ихтирам балаларың үҫә барған һайын нығыраҡ арта. Тағы бер нәмәһе бар: балаларыңды нимәгәлер өйрәтәһең, кире күренештәрҙән, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсаларға тырышаһың икән, һин үҙең уларға өлгө булырға тейеш. Тимәк, үҙең шул алама ҡылыҡтарҙан азат булырға, уларҙы эшләмәҫкә тейешһең. Әгәр балаңа "Алдама!" тиһең икән, тимәк, үҙең дә балаңды алдамаҫҡа тейешһең. Балаңа үҙең өлгө булырға ынтылаһың. Атай-әсәй күберәк үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләй, шуға әйтәм бит, тәрбиә биреү тигән һүҙ - ул һүҙ генә, ғаиләлә беҙ үҙебеҙ нимәне күрәбеҙ - шундай шәхес булып үҫәбеҙ, балаларыбыҙға ла шуны бирергә тырышабыҙ.
"Улым ҡыҙҙар кеүек", тиергә ярата күп әсәләр, әммә улдары үҫә бара уларға батыр, аяғында ныҡлы баҫып торған, көслө, әсәһен, гүзәл заттарҙы ғына түгел, көсһөҙҙәрҙе лә яҡлай алырлыҡ баһадирҙар кәрәк. Малайҙар ҡыҙҙар кеүек булмаһын өсөн ғаиләлә тәрбиә ниндәй булырға тейеш?
- Улың үҫкән сағында ҡыҙҙар кеүек булһа, атай-әсәйгә уңайлы инде ул: тыңлаусан, ипле, кире һөйләмәй, нимә ҡушһаң, шуны эшләй, ҡушмаһаң, эшләмәй, тигәндәй. Әммә бының аҙағы нисек булыры ҡараңғы. Беҙ ғаиләлә тик ҡыҙҙар ғына үҫтек. Уҡыған саҡта ла күберәк ҡыҙҙар донъяһында йәшәнем - педагогия колледжы, филология факультеты. Шуға ла тәүге баламдың малай булыуы ныҡ ҡаушатты тәүҙә. Ни эшләргә, еңмешлегенә юл ҡуйырғамы, әллә баштан уҡ тыйып ултыртып ҡуйырғамы? Етмәһә, улыбыҙ ныҡ ҡулсыр, тиктормаҫ бәпес булып сыҡты. Тулмаҫ орсоҡ, әсәйем әйтмешләй. "Был малайға ҡайыш эләкмәй икән", "Хәҙерҙән үк былай еңмешләнһә, аҙаҡ ҡалайтып тыймаҡ булаһығыҙ" кеүек һүҙҙәрҙе ишетеү ныҡ ауыр ине. Яйлап, кәрәк урында еңмешлеккә юл ҡуйырға, кәрәк урында ҡайыш күрһәтергә өйрәндем. Хәҙер, киреһенсә, артыҡ тыйып ташламайыммы икән, тип ҡурҡытыла.
Был һорауға икенсе яҡтан ҡарарға ла мөмкин. Мәҫәлән, "малайҙарға иларға ярамай, ҡыҙҙар ғына илай", тип әйтергә яратабыҙ. Ә бала нисек хис-тойғоларын белдерә һуң? Иларға ла ярамағас? Малайҙар ҙа шул уҡ бала бит, ҡыҙҙар кеүек үк, хоҡуҡтары бер ҙә кәм түгел. Тимәк, иларға ярай.
Ир баланы йоҡлаған сағында ярат, тигәнгә интернеттағы сәхифәмә фекеремде белдереп байтаҡ ҡына бәхәсләшеп алғайныҡ. Бында ла үҙ фекеремдә ҡалам. Малайҙар ҙа ҡыҙҙар кеүек үк бәләкәс бәпестәр, уларға ла наҙ кәрәк, уларҙың да яратылыуға хаҡы бар.
Яңыраҡ бер ҡыҙыҡ хәл булды. Бер улымдың туҡтауһыҙ үҙенекен тылҡыуына йәнем көйөп, "Бигерәк күп һөйләйһең, ҡыҙҙар кеүек", тип әйтеп ташланым. "Ә ниңә, малайҙарға һөйләргә ярамаймы ни?" тип ҡуйҙы теле тиктормаған улым. Ярай, әлбиттә, ярай. Хатта иң яҡшы ораторҙар ир-егеттәр араһынан икәнен беләбеҙ. Ғөмүмән, малайҙар үҫтергәндә ҡыҙҙар һымаҡ аҡыллы, ҡыҙҙар һымаҡ илаҡ, йә ҡыҙҙар һымаҡ иркә, ҡыҙҙар һымаҡ күп һөйләй, тигәнде ҡулланыу кәрәкмәйҙер ул. Ҡыҙ үҫтергән әсәйҙәр ҙә килешер минең менән, улар ҙа "ҡыҙың малайҙар һымаҡ" тигәнде хупламайҙыр. Илаһалар ҙа, иркәләнһәләр ҙә балаларҙың бар нәмәгә хоҡуғы бер тиң. Нимә насар, нимә яҡшы икәнен аңлатыу, өйрәтеү иһә, икенсе эш.
Улдар әсәһе булыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бармы? Ғөмүмән, гел малайҙар булған ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙға нисек ихтирам, иғтибар тәрбиәләргә?
- Улдар әсәһе булыуҙың кире яҡтарын белмәйем, шөкөр. Ыңғай яғы шул - мин әсәй. Ә әсәй кешегә ихтирам һәм иғтибар тәрбиәләү - атай-әсәйҙең икеһенең бер тиң бурысы. Бының өсөн ғаиләлә атай кешенең әсәне хөрмәт итеүе шарт. Әсә лә үҙенең баһаһын белергә тейештер тип уйлайым.
Бөгөн йәмғиәттә ғаилә культын булдырыу өсөн ғаилә институттарының абруйын арттырыу тураһында баш ваталар. Быға нисек өлгәшергә мөмкин?
- Быуындар бәйләнешенә нигеҙләнгән, туғанлыҡ ептәре менән нығытылған, рәсми документтар менән раҫланған ғаилә - кеше тормошонда иң мөһим урынды алып тора, тигәнде аңлатырға тейешбеҙ. Дәүләт ғаиләләргә ярҙам итер өсөн төрлө программалар ҡабул итә, быныһы яҡшы. Ләкин, ғаилә, айырыуса күп балалы ғаилә, һәр саҡ ҡурсалауға, матди ярҙамға мохтаж, тигән ҡалып барлыҡҡа килеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә йәштәр ғаилә һәм балаларҙы финанс ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килтерә торған харап ҡыйбатлы проект һымаҡ ҡабул итә башлай. Ә был улай түгел! Тәү сиратта, бала - ул үҙе байлыҡ! Атай-әсәйҙәр был фекерем менән килешер тип уйлайым. Унан, беҙҙең йәмғиәттә ике бала - норма, тигән ҡараш бар. Дәүләт программалары ла күпселек шуға көйләнгән. Бер бала - ғаилә капиталы, икенсе бала - тағы капитал. Еңеллек килә ниндәйҙер, шулай бит, кеше ышана. Ә бына өсөнсө бала тыуһа... Ер бирелә, әгәр мохтаж икәнеңде раҫлаһаң инде. Ташламалар бирелә, әгәр тағы ла барлыҡ булған инстанцияларҙы үтеп, йөҙ һыуыңды түгеп төрлө ҡағыҙҙар йыйып иҫбатлаһаң... Өс бала - норма, тигән ыңғай ҡараш пропагандалау кәрәк, дәүләт программалары әлегә бындай ҡарашҡа көйләнмәгән. Һуңғы арала рекламаларҙа аҙлап булһа ла өс балалы ғаиләләр күренеүе, күп балалы ғаилә геройҙары менән йәнһүрәттәр барлыҡҡа килеүе оҡшай. Блогерҙар араһында ла ундайҙар арта бара. Ҡыҫҡаһы, ғаилә институты матди яҡтан ғына ҡурсалауға түгел, рухи яҡтан яҡлауға ла мохтаж.
Шулай итеп...
"Өс балабыҙ бар, тиһәң күпселек аптырай, һоҡлана. Һоҡланырлыҡ, аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Был норма. Быны беҙ үҙебеҙ атай-әсәй булараҡ өсөнсө балабыҙ тыуғас аңланыҡ. Ғаилә темаһы буйынса үткәргән бер эфирҙа ҡатнашҡан ҡунаҡ: "Өсөнсө балабыҙ тыуғас, донъям үҙ урынына ултырҙы, бығаса донъяны баштүбән күргәнмен икән", - тигәйне. Ысынлап шулай ҙа ул. Өсөнсөгә атай-әсәй булырға хәл итеү ауыр, ҡурҡыта, әммә аҙаҡтан барыһы ла үҙ урынына ултыра. Тимәк, баштан уҡ шулай булырға тейеш булған", - тине Гөлсимә. Фекер йүнәлешен аңлағанһығыҙҙыр: юҡҡа ғына элек-электән халҡыбыҙ, "Бер бала - юҡ бала, ике бала - ярты бала, өс бала - бер бала", тимәгән. Һуңынан ғалимдар ҙа бит милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн ғаиләләрҙә өс бала булырға тейешлеген раҫланы. Өс таған да таймай, ныҡ тора бит...
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА