Башҡорттар, башҡа төрки ҡәүемдәре - ҡаҙаҡтар, нуғайҙар, төркмәндәр, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, ҡарағалпаҡтар, үзбәктәр кеүек үк, боронғо осорҙарҙан бирле үҙҙәренең йәмғиәт төҙөлөшөн кландар аша ғәмәлгә ашырған. Уларҙың эске тормошоноң ошондай үҙенсәлеген Төрки, Хазар ҡағанаттары, Дәште Ҡыпсаҡ, Алтын Урҙа дәүләтселегенең кире ҡаҡҡыһыҙ бер сифаты итеп ҡарау фарыз. Был дәүләттәрҙең ижтимағи нигеҙен ырыуҙар системаһы хасил иткән, шунлыҡтан һәр бер төрки дәүләтендә эль (ил), иләү, уруг (ырыу), аймаҡ, түбә кеүек административ терминдар киң таралған була.
Башҡорт иленең барлыҡҡа килеүендә һәм күп быуатлыҡ тарихында ырыуҙар төп роль уйнаған, уның үҫә һәм ҙурая барған ырыу-ҡәбилә системаһында 40-тан ашыу айырым, үҙаллы берәмектәрҙән тоған ырыуҙар номенклатураһы хасил булған. Дөйөм Башҡорт иле составында эске үҙаллылығын бар замандарҙа ла һаҡлап алып ҡала алған башҡорт йәмғиәте XVI быуат урталарынан башлап Рус дәүләтенә ҡушыла башлаған осорҙа ла үҙенең ырыуҙар төҙөлөшө нигеҙендә йәшәүен дауам итә. Тарихи Башҡортостан ерлегендә хасил булған һәр башҡорт ырыуы Рус административ ҡоролошонда юридик рәүештә үҙенә тәғәйенләнгән һәм беркетелгән территорияла үҙаллы олоҫ (волость) исемен йөрөтә. Ошо башҡорт олоҫтары араһында башҡорт аҫабалары йәшәгән Йылан олоҫо ла була.
Йылан ырыуы башҡорттары тарих аренаһында нисек пәйҙә булған икән? Ошо хаҡтағы мәғлүмәттәрҙе барлап уҙайыҡ.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, йылан ырыуының тамырҙары ҡыпсаҡтарға барып тоташа. Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев был хаҡта былай тип яҙа: "Йылан ырыуының ҡайһы бер бүлемдәрендә ҡыпсаҡ этнонимияһы осрауы йыландарҙың XIII-XIV быуаттарҙа ҡыпсаҡтар составына инеүен инҡар итмәй; 1953 йылға ҡараған ялан (полевой) тикшеренеүҙәрҙә йылан ырыуы ҡарттарының береһе "беҙ йылан-ҡыпсаҡтар", тип белдергән".
Әммә быны йыландарҙың ҡыпсаҡ нәҫеленән булыуҙары менән бер рәттән, уларҙың ата-бабаларының урта быуаттарҙағы Дәште Ҡыпсаҡ ҡәүемдәре составына инеүҙәре менән дә аңлатып була. Тап шул осорҙағы ғәрәп сығанаҡтарында Евразия далаларында көн итеүсе барса халыҡтар дөйөм ҡыпсаҡ исеме аҫтында билдәле булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Ошоға параллель миҫал рәүешендә Алтын Урҙаның Джучи олоҫонда йәшәүселәрҙең барыһын да ул замандарҙағы Европа илдәрендә "татар", тип атап йөрөтөүҙәрен килтереп була.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа тикшеренеүселәр йылан ырыуы тарихының байтаҡҡа боронғораҡ осорҙарға барып етеүен билдәләй. Мәҫәлән, XII быуатта йәшәгән әрмән тарихсыһы Матвей Эдесский бына ниндәй мәғлүмәт ҡалдырған: "499 йылда (1050 йылдың 9 мартынан 1051 йылдың 8 мартына тиклем) римлеләргә бик яман һөжүмдәр булды. Күп провинциялар таланыуға, ҡырылыуға дусар ителеп, бәшәнәктәр - юҡ итеү яғынан тотоп торғоһоҙ кешеләр тарафынан харабаларға әүерелдерелде... Йылан халҡы, үҙ территорияларының сиктәрен боҙоп, "ерән сәслеләр" ерҙәренә күскәнлектән, ошо ҡасҡындар уғыҙҙарҙы һәм бәшәнәктәрҙе ҡыуып ебәрҙе, һәм барса ошо ҡәүемдәр берләшеп, үҙҙәренең ярһыуын римлеләргә йүнәлтте. Константинополь оло бәләләргә тарыны". Бында һүҙ барған йылан халҡы - йылан исеме аҫтында билдәле булған боронғо башҡорт ырыуы кешеләренең ата-бабалары булғандыр, тип фараз итергә була.
Ә "ерән сәслеләр" кемдәр булған һуң? Иң элек рустар ҡыпсаҡтарҙы "половецтар", тип атағандарын иҫәпкә алырға була. Иҫке славян телендә "плава" һүҙе булып, ул "һалам" тигәнде аңлатҡан икән. "Половый" һүҙе һары һалам төҫөн белдергән. Тимәк, ҡыпсаҡтарҙың рустар биргән "половцы" ҡушаматы һары сәсле кешеләргә ҡарата әйтелгән дә инде. Тикшеренеүсе Г.Е. Грумм-Гржимайло ҡытайҙарҙың да ҡыпсаҡтарҙың ерән сәсле, зәңгәр күҙле халыҡ икәнлектәрен теркәп ҡалдырыуын билдәләй. Әрмән авторының "ерән сәслеләре" тап ошо ҡыпсаҡтар булыуына шик юҡ. Бынан йылан ҡәүеменең ҡыпсаҡтар менән ҡәрҙәш булмауы асыҡлана, сөнки тап шул халыҡ "ерән сәслеләр" иленә баҫып ингән була.
Ошо тарихи ваҡиғалар башҡа бер сығанаҡтарҙа ла сағылыш тапҡан. Шул уҡ XII быуат башында йәшәгән ғәрәп авторы Шәрәф аз-Заман әл Мәрвәзи бик оҡшаш мәғлүмәт ҡалдырған: "Улар (төркиҙәр) араһында кун тип аталыусы төркөм бар, улар, ҡытай ханынан ҡурҡып, Ҡытай еренән килгән... Уларҙы кай исемле халыҡ эҙәрләгән... Шунан кундар шары ерҙәренә күсеп киткән, ә шарылар төркмән ерҙәренә күскән. Төркмәндәр уғыҙ ерҙәренә күсенгән, ә уғыҙҙар Әрмән диңгеҙенә яҡын булған бәшәнәктәр еренә күсеп киткән". Бында шары халҡының шул уҡ "половец-ҡыпсаҡ" ҡәүеменә тура килеүен, ә уларҙы ҡыҫырыҡлаған кайҙарҙың әлеге "йылан" халҡы икәнлегенә ышанып була. Ҡыпсаҡтарҙы бер үк заманда үҙ биләмәләренән ҡыуып ебәреүсе ҡәүемде әрмән авторы йылан тип атаһа, шул осорҙа йәшәгән ғәрәп ғалимы кай исемендә телгә ала. Был ике төрлө аталып йөрөтөлгән ҡәүемдең бер үк халыҡ булыуы хаҡында тикшеренеүсе Й. Маркварт та белдерә.
VII-X быуаттар арауығын эсенә алған "Танхуйяо" ("Тан династияһы күҙәтеүе") хроникаһында кай ҡәбиләһе тамғаһының йылан билдәһе рәүешендә булыуы теркәлгән. Шулай уҡ уғыҙҙарҙың составында кайи, төркмәндәрҙә кайы ырыуҙары булыуы билдәле. Ошоға бәйләп, тарихсы Ю.А. Зуев былай тип яҙа: "IX быуаттан башлап, кайылар төркмән-уғыҙҙарҙың бер ҡәбиләһе рәүешендә билдәле була. Төркмәндәрҙең кайыһы һәм ҡытай сығанаҡтарындағы си (һаи) халҡының бер үк ҡәүем булыуына шик юҡ, сөнки улар XIX быуатҡа тиклем 11 быуат элегерәк "Танхуйяола" килтерелгән бер үк тамғаларын һаҡлап ҡала алған".
Ҡаҙаҡ белгесе С.М. Ахинжанов "кай" һүҙенең боронғо монгол диалекттарының береһендә йылан мәғәнәһендә ҡулланылыуына иғтибар итә. Ошо ғалимдың фаразы буйынса, кай этнонимының төрки телендәге варианты ла мотлаҡ булырға тейеш. Ул бер үк төрлө тиерлек әйтелеп йөрөтөлгән "джилан", "йылан" атамаларына тап килә. С.М. Ахинжанов ошо этнонимдың төрки халыҡтарынан тик башҡорт халҡы составында ғына булыуын билдәләй. Әммә, ғалим йылан тамғалы кай ҡәбиләһенең төркиҙәрҙә башҡа бер атама - уран, тип аталыу мөмкинлеген дә күҙаллай. Уран этнонимы Дәште Ҡыпсаҡ илендә киң билдәле булған икән. Тикшеренеүсе үҙ фаразын раҫлар өсөн XIII быуатта уҡ төҙөлгән "Төрки-ғәрәп тәржемәсеһе" китабында "уран" һүҙен ғәрәпсәгә "йылан" мәғәнәһендә тәржемә ителеүен билдәләй: "Змея - елан; змея-гадюка - уран". Тимәк, боронғо төркиҙәр ҡара йыланды уран тип атаған булып сыға. Зирәк ғалим "уран" һүҙенең килеп сығышында "ура" төрки тамыры булып, урандың уралып ятыусы йылан, йәғни, уран-йылан мәғәнәһен аңлатыуына ишаралай. Шуға ҡарамаҫтан, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин боронғо сығанаҡтарҙағы йылан халҡы һәм башҡорт ырыуҙары составында айырым урын биләгән йылан ырыуы араһында туранан-тура тарихи бәйләнеш һәм күсәгилешлек булыуын ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ, тип иҫәпләй. Ҡыпсаҡтарҙың башҡорт халҡы составына инеп киткән этник төркөмдәре - ҡара-ҡыпсаҡ, суун-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, ҡарағай-ҡыпсаҡ кеүек аймаҡтары араһында йылан-ҡыпсаҡтар ҙа бар, һәм улар, ҡыпсаҡтарҙың үҙаллы бер ҙур этник берләшмәһенә әйләнеп, айырым ырыу исемен алған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, С.М. Ахинжанов "уранхай", "уранкай" этнонимдарын ике һүҙҙән - уран һәм кай өлөштәренән хасил булып, икеһенең дә йылан мәғәнәһендә ҡулланылыуын билдәләй. Күрәһең, боронғо йылан исемен йөрөткән ҡәүемдәр монгол-төрки солғанышында йәшәп, бер юлы ике атама алған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр ошо халыҡтың боронғо осорҙарҙа Төньяҡ-Көнсығыш Монголия һәм Көнбайыш Манчьжурия территорияһында йәшәүен фаразлай. Алдараҡ ғәрәп авторы әл Мәрвәзинең кун исемле халыҡтың Ҡытай еренән кай ҡәүеме тарафынан ҡыуылып сығыуы хаҡындағы мәғлүмәте хаҡында иҫкә алғайныҡ. Совет синологы (Ҡытай тарихы белгесе) Н.В. Кюнер ҡытай хроникаларында телгә алынған улянха (уранкай) ҡәбиләһенең боронғо хи (һаи) тоҡомонан булыуын билдәләй. Улянха, ҡытайҙар яҙыуынса, тау жундары ере булып, Ҡытай династиялары тарафынан си (хи) халҡы башлығына биләмә итеп бирелә. Тикшеренеүселәр П. Пельо, В. Минормкий һәм Ю. Зуев хроникаларҙағы ҡытайса "си", "хи" атамаларының халыҡ телендә "һаи", йәғни, "кай" тигәнде аңлатыуы хаҡында яҙалар. Ә ғалим К.Х. Менгес хәҙерге ҡытай теленең кантон диалектында "си" һәм "хи" һүҙҙәренең боронғо "һаи" формаһын һаҡлап ҡалыуына иғтибар иткән.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА