Эйе, аптырарлыҡ та шул: ғибрәт хәлдәр күбәйҙе бөгөн тормошобоҙҙа. Һуңғы көндәрҙәге шуларҙың иң аяныслыһы - тыуған еребеҙ экологияһын яҡлап сыҡҡан халыҡҡа туҡмаҡ күтәреү, тын юлдарын быуып, йәш түктергән "аждаһа" ағыуы - газ менән һөжүм итеү. Көнбайыш һәм АҠШ-тың тыныс халыҡҡа ҡаршы ҡулланылған тупаҫ буйһондорорға маташыу ысулы беҙгә - Башҡорт иленә лә килеп етте. Октябрь революцияһынан һуңғы бер быуаттан ашыу замандан һуң тәүге тапҡыр халҡыбыҙға ҡарата көс ҡулланыу оятһыҙ рәүештә ҡайтанан тергеҙелеп, бар ғаләмгә шаһит ҡылынды...
Бер мәлгә бар тереклек мәғәнәһен юғалтҡандай, көндән-көн арабыҙға нығыраҡ үтеп инә барған ҡырғын сире хәүефе лә хатта онотолғандай булды. Ә яһил сир бер ҙә генә сигенергә уйламай, киреһенсә, төрләнә, йөҙөн үҙгәртә - хәҙер иһә пневмония көсәйә, тарала бара. 3 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса коронавирус йоҡтороусылар һаны 8 меңгә яҡынланы, пневмония менән 6 авгусҡа 10298 кеше сирләне, тип хәбәр итте БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был фронтта хәлдәр артабан ниндәй йүнәлеш алырын күҙаллап булмай, ләкин үпкә шеше менән өйҙәрендә сирләп ятыусылар үҙҙәренең интернет-сәхифәләрендә күп тапҡырҙар өйгә саҡыртып та табип ярҙамын көтөп ала алмауҙары хаҡында яҙа. Дөрөҫ, күптәренең үҙҙәренә поликлиникаға килергә ҡушыла йә телефон аша ғына кәңәш биреү менән сикләнелә. Был хәлгә бер төрлө генә аңлатма бар: сирлеләр күп, табиптар етешмәй.
Әйткәндәй, ысынлап та, бөгөн республикала табиптарға ихтыяж икеләтә-өсләтә артты, ә бит улар пандемияға тиклем дә етешмәй ине. Бөгөн, мәҫәлән, Башҡортостанда 1 407 табип етешмәй (297 терапевт, 208 педиатр, 130 онколог, 84 акушер-гинеколог), тип яҙып сыҡтылар социаль селтәрҙәрҙә. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры үҙе лә бер нисә тапҡыр телгә алғайны инде. "Һаулыҡ һаҡлау" төбәк милли проект сиктәрендә медицина учреждениеларын тармаҡ белгестәре менән тулыландырыу буйынса ниндәйҙер саралар ҙа күрелә башлағандай ине, ләкин йылдар буйы тупланған проблемаларҙың тиҙ арала ғына хәл ителере икеле. Аныҡ миҫал артынан алыҫ йөрөргә лә түгел. Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә 20 йыл йәшәү дәүерендә беҙҙең бер ваҡытта ла даими участка терапевы ла, педиатры ла булманы, әле лә юҡ. Эшләй башлай ҙа бер нисә айҙан китәләр. Һуңғы йылдарҙа улар ай һайын тип әйтерлек алышына торҙо йә бөтөнләй булманы. Икенсе участка табибына инәлеп, уның һуҡранғанын тыңлап, кәмһенеп, ек күремсеһе булып йөрөргә мәжбүр беҙҙең участка сирлеләре. Былары - ярай, әрһеҙләшергә лә өйрәнелде, ә бит коронавирус менән пневмония кеүек үлемесле хәүеф осоронда ныҡ һиҙелә уларҙың етешмәүе, был сирҙең киҫкенләшеүенә, тағы ла күберәк таралыуына килтерә.
Республикала сирләүселәр менән вафат булыусылар һаны көнләп түгел, сәғәтләп арта барған бер мәлдә, былай ҙа үҙебеҙҙә етешмәгән табиптар сит өлкә һәм төбәктәргә оҙайлы командировкаларға ебәрелә. Күптән түгел улар Ҡарасәй-Черкес республикаһында, Амур өлкәһендә, Ҡырғыҙстанда булып ҡайтты. Әйткәндәй, Ҡырғыҙстанға барған 50 табиптың 7-һе генә Мәскәүҙеке, 42-һе - Башҡортостандан: инфекционистар, кардиологтар, әлеге үҙебеҙҙә етешмәгән терапевтар менән педиатрҙар... Өҫтәүенә, байтаҡ ҡына гуманитар йөк тейәп ебәрелгән: медикаменттар, шәхси һаҡланыу-гигиена саралары, медицина ҡорамалдары һәм аппаратуралары. Ә бит Башҡортостан Мәскәүҙән 6 тапҡырға ҙурыраҡ һәм ресурстары ла күберәк түгел. Һандар нисбәте тап киреһенсә булырға тейеш инелер, бәлки?
Тар күңеллелектән түгел, әлбиттә, ярҙам итергә, юғары властар, күршеләр алдында йөҙ тоторға, яҡшы күренергә тырышырға кәрәктер ул, ләкин сама белеү ҙә идара итеү оҫталығы иҫәпләнә: үҙебеҙҙә лә ярҙам көтөп ала алмай ятыусылар, йән биреүселәр байтаҡ булғанда, иң тәүҙә үҙ халҡыбыҙ алдында бурысты үтәү беренсел түгелме? Ситтәр ҙә йәл, ләкин бит уларҙың да үҙ дәүләте, үҙ етәкселәре, үҙ ресурстары бар. Беҙҙең ситтә эшләүсе табиптар һәм белгестәр кешеләрҙе дауалау менән бергә уларҙың урамдарын, туҡталыштарын, тейешле биналарын таҙарта - санитар эшкәртеү үткәрә. Ә бына үҙебеҙҙә, аныҡлап әйткәндә, баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә, пандемия башланғандан алып санитар эшкәртеү түгел, йыйыштырған кеше лә юҡ. Айырыуса һуңғы ваҡыт иғтибар үҙәгенә алынған подъездарҙа. Был хаҡтағы матур хәбәрҙәр беҙҙең өсөн тик ҡағыҙҙа һәм һүҙҙә генә. Беҙҙең подъездарҙа, исмаһам, айына бер тапҡыр йыуыу түгел, һепергәндәре лә юҡ, ә йыйыштырыу өсөн беҙҙән аҡсаны ай һайын һыпырып алалар.
Түләү тигәндән, былтыр йорт алды юлдарына һәм майҙансыҡтарына асфальт түшәтеүҙе лә үҙебеҙҙең иҫәпкә эшләттек. Йорт ултырған әйләнә-тирә биләмә ошонда йәшәүселәрҙең хосуси милкенә инә, тигәнде беләбеҙ, ә бына ни өсөн, шулай булғас, был маҡсаттарҙа капиталь ремонт аҡсаһын файҙаланып булмай - шуныһы аңлашылмай. Тимәк, беҙ бит ремонт өсөн икеләтә хәләл аҡсабыҙҙы сығарып һалдыҡ, тигән һүҙ был. Ә капремонт аҡсалары ҡайҙа ята, кем ҡулында? Нисәмә йылдар буйы ай һайын йыйыла килгән был маяға ремонт эшләү түгел, яңы йорттар төҙөргә, әллә күпме саҡрым юлдар һалырға булыр ине, моғайын. Ҡыҫҡаһы, һорауҙар һәм ғибрәт хәлдәр күп тормошобоҙҙа, тик улар алдында тура тороп, ҡыйыш һөйләү генә ҙур яҙыҡ, халыҡ ике йөҙлөлөктө ғәфү итмәйәсәк.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА