«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘНҒӘТМЕ, ҒИБРӘТМЕ БЫЛ?
+  - 

Бөгөн донъяла кешегә күп нәмә - һүҙ һәм эш ирке, ижади азатлыҡ, демократия һәм башҡалар рөхсәт ителә. Һанай китһәң, бик күп улар, беренсе ҡарашҡа йәмғиәткә артыҡ зыяны ла, файҙаһы ла булмаған һымаҡ ғәмәл-күренештәр. Әммә уларҙан һуң бит ҡылынған ҡылыҡ, яҙылған һүҙ, яһалған һүрәт барлыҡҡа килә, улар иһә һәр күргән, ишеткән, ҡараған кешенең хәтерендә ҡала.

Әйтергә теләгән фекерем һуңғы көндәрҙә интернетты шаулатҡан "картиналар" тураһында. Авторы Алена Савельева тип теркәлә. Иғтибар итергә тейешме беҙ уның был "картиналарына"? Әллә күҙгә элмәҫкә, һанға һуҡмаҫҡамы? Әллә милли атрибуттарыбыҙҙы, символдарыбыҙҙы түбәнһетеү итеп ҡабул итергәме? Бәлки, һүрәттәрҙе сәнғәттең беҙ аңламаған ҡатмарлы бер үҙенсәлеге тип кенә күрергәлер? Ошондай һорауҙарҙы, моғайын, күптәр үҙенә биреп ҡарағандыр. Мин дә һорауҙар алдындамын, аңларға, һүрәттәр аша килгән мәғлүмәтте аңға дөрөҫ итеп тәңкләп һалырға тырышам...
Сәнғәттең ню (йәғни, шәрәлек, тән өлөштәрен күрһәтеү, яланғас булыу) жанры тип кенә ҡабул итке лә килә "картиналарҙы". Аҙмы рәссамдарҙа, скульпторҙарҙа, кинола ошондай уҡ шәрәлек сағылдырыла! Борон-борондан килгән һәм ҡабул ителгән сәнғәт үҙенсәлеге бит инде был. Тик! Бында бит башҡорттоң милли символдары, милли кейемдәре, милли музыка ҡоралы! Бында милләттең брендлы символдары: ҡурай, селтәр, бал... Ысынында, әгәр ошо атрибуттар булмаһа, әлеге һүрәттәрҙе берәү ҙә күҙгә лә элмәҫ ине. Тимәк, улар һүрәттәргә тап шул иғтибарҙы йәлеп итеү, күрһәтеү, тамашасы табыуҙы маҡсат итеп индерелгән.
Дәүләт символдары - ул флаг, герб, гимн. Улар һәр дәүләттең тәбиғәтен, булмышын күрһәтеүсе атрибуттар. Дәүләт символдарын мыҫҡыл итеү, үҙгәртеү, боҙоу административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ә республика, милләт символдарын шәрә әҙәмдәргә тағып, кейҙереп ҡуйыу - ул дәүләт символдарын мыҫҡыл итеүгә инмәйме икән? Ҡурай бит беҙҙең республика гербында теркәлгән, ул Башҡортостан Республикаһының ил кимәлендә рәсми теркәлгән территориаль бренды. Селтәр бөгөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының төп милли биҙәгенә, визиткаһына әйләнде. Башҡорт балы патентланған, һаҡланыусы сауҙа маркаһы булып тора. Тағы ла нимәләр өҫтәргә бында?
Рәссамдың үҙ ҡарашы, фантазияһы, ул башҡорт донъяһын шулай күрә, тип тә әйтер ҡайһы берәүҙәр. Уларҙың да фекере хаҡлыҡҡа тура килә кеүек. Ижад кешеһенең уй һәм хыял ҡомары әллә ҡайҙарға менеп йә төшөп китеүе бар. Тик! Күп милләтле республика халҡының һәр береһенең милли ҡиммәттәрен ҡәҙерләү, һаҡлау һәм кәмһеттермәүгә хоҡуғы бар. Милләт-ара боҙолошоу, үҙ-ара дошманлыҡ хистәрен уятыуға этәргес барлыҡ эштәр ҙә шулай уҡ яуаплылыҡҡа тарттырыла, тип аңлайбыҙ беҙ. Әлеге һүрәттәр авторы ла яуапҡа тарттырылырға тейеш түгелме икән ни?
Әйткәндәй, Вера Фролова тигән рәссамдың башҡорт донъяһын сағылдырған тиҫтәләгән картиналары бар. Уларҙа ла башҡорт символы булған атрибуттар, милли кейемдәр һәм башҡалар һүрәтләнә. Тик уларҙа бик яҡты, матур, әхлаҡлы күренештәр сағылдырыла. Тимәк, был рәссәм үҙ асылынан, булмышынан сығып ижад итә. Ә Алена Савельеваның булмышы ниндәй икән һуң? Быныһын инде хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерергә тейештер, моғайын.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 461

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru