Тәүҙә һүҙ булған, кешеләр һүҙҙең ҙур көсөн, ҡеүәтен, уның әһәмиәтен борондан аңлаған. Һүҙ, тел аша телдән-телгә күскән тарих, һуңыраҡ аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөп, беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Бөгөн дә һүҙ бар, бөгөн дә ул халыҡ аңына ҙур йоғонто яһай, әммә күп осраҡта кеше үҙе лә аңламаҫтан был һүҙҙе булдырыу, берләштереү маҡсатында түгел, киреһенсә, тарҡатыу өсөн ҡуллана, тарихты үҙгәртергә, уны боҙоп күрһәтергә тырыша. Әммә туҙға яҙылған, ташҡа баҫылғанды соҡоп ҡына бөтөрөп булмай, ул иң элек халыҡ хәтерендә, ҡан хәтерендә урын алған. Ошо эҙмә-эҙлелек, ошо сылбыр бөгөн бер-береһенә ялғана бара шикелле. Башта тыуған һорауҙарға аныҡ һәм тулы яуап алыу өсөн редакцияға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары - Башҡортостандың Милли архивы хеҙмәткәре, Ҡоролтайҙың Башҡорт халҡын үҫтереү һәм тарих комиссияһы етәксеһе, тарихсы Азат ЯРМУЛЛИНды һәм БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, Ҡоролтайҙың "Без башҡортлар" проекты етәксеһе, этнограф Юлдаш ЙОСОПОВты саҡырҙыҡ.
Быға тиклем, йәғни былтыр Башҡортостанда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле йылын иғлан иткәйне. Тарихтан белеүебеҙсә, иң тәүҙә һүҙ булған бит инде. Башҡорт теле йылы Башҡорт тарихы йылына ниндәйҙер һуҡмаҡ һалды, тип әйтергә мөмкиндер, сөнки һүҙҙән, телдән башлап тарих яҙыла...
Азат Ярмуллин: Быға тиклем Ҡоролтайҙа, ғөмүмән, ундай тәжрибә юҡ ине, йәғни йылдар республика Башлығы тарафынан иғлан ителә, ә башҡалар шул йүнәлештә эшләй. Шуға был осраҡта ижтимағи ойошма иғлан иткән йыл, бәлки, пандемия арҡаһында тулыһынса тормошҡа ла ашмағандыр, әммә йылдың башы-аҙағы, уның ниндәйҙер маҡсаттары булыуын, ошо йүнәлештә эш барыуын, уның тәртипкә һалыныуын күрһәтте һәм ошо берләшеүҙе дауам итеү маҡсатында быйыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итергә булдыҡ.
Юлдаш Йосопов: Тулыһынса килешәм, әлбиттә, тәүҙә һүҙ булһа, ул икенсе көнөнә тарихҡа әйләнә, һүҙ ярҙамында, тел ярҙамында тарих яҙыла. Логик яҡтан ҡараһаҡ, иң тәүҙә Башҡорт теле йылын үткәрҙек, быйыл - Башҡорт тарихы йылын. Шунан яйлап башҡа темаларға ла күсергә мөмкин. Әлбиттә, бындай эш ижтимағи, йәмғиәти проект булһа ла, уны башҡарыу күп көс, әүҙемлек талап итә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Башҡорт теле йылы бик һөҙөмтәле булды, сөнки беҙҙең команда - этнографик төркөм төньяҡ-көнбайыш райондар менән эшләгәс, уның һөҙөмтәһен нимәлә күрҙек: былтыр 25 апрелдә башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ һәм теләүселәрҙең ошо диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыу мөмкинлеге булды. Был үҙенә күрә хәл иткес йүнәлеш булды. Мәҫәлән, диктант яҙыуҙа барлығы 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашһа, шуларҙың 50 меңдән ашыуы төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙы.
Азат Ярмуллин: Быға тиклем күп иғтибар бирелһә лә, төрлө концерттар, мәҙәни һәм башҡа саралар уҙғарылһа ла, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙаңында пазл тулы түгел, йәғни тулы картина булдырыу өсөн ниндәйҙер элемент юҡ йәки тап килмәй ҙә ҡуя ине. Был элемент, әлбиттә, тел. Һәм ошо тура килмәгән пазл ныҡ ҡамасауланы, сөнки тарихыбыҙ - башҡорт, милләтебеҙ башҡорт, телебеҙ - башҡорт теленә оҡшамаған. Ошо йылдарға һуҙылған тулмаған пазлды былтырғы диктант тапты һәм урынына һалды, тип әйтергә була. Хәҙер инде төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, "беҙ - башҡорт, телебеҙ ҙә башҡорт теле", тип ышаныслы әйтә.
Һүҙемде ни өсөн Башҡорт теле йылынан башлап киттем, сөнки башҡорттар иркенлектә йәшәп өйрәнгән һәм яйлап ҡуҙғала, яйлап, тәмләп кенә эшләй һәм ул ниндәйҙер күтәрелешкә барып етеүгә йә иғлан ителгән йыл бөтә, йә ул сара туҡталып ҡала. Был осраҡта инде ошо Башҡорт теле йылы күтәрелешкә килеп етеүгә уны Башҡорт тарихы йылы эләктереп алды һәм артабан дауам итәсәк. Был йылға ниндәй пландар менән аяҡ баҫаһығыҙ?
Юлдаш Йосопов: Пландарыбыҙ бик ҙур һәм үҙемдең өлөшкә ҡағылғанын ғына әйтеп үтәйем. Мин ырыуҙар хәрәкәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы. Ырыуҙар ҡоро, ырыуҙар хәрәкәтенең нигеҙен, белеүебеҙсә, уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында арҙаҡлы яҙыусы Булат Рафиҡов башланғысында юрматылар һала. Артабан уны меңдәр, табындар һәм башҡалар күтәреп ала. Әлеге ваҡытта йыл һайын "Табын-фест" үтә. Ғафури, Тәтешле, Учалы районы халҡы был фестивалдә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бик әүҙем ҡатнаша. Әммә әлегәсә ырыу ҡорҙары, ырыу йыйындарын үткәреү системаға һалынмаған, кем нисек теләй, нисек ҡарар итә, шулай эшләп килделәр. Бөгөн беҙҙең маҡсатыбыҙ барлыҡ ырыу ҡорҙарын системалаштырыу һәм уның артабанғы йылдарҙа ла эшләүен тәьмин итеү.
Әлбиттә, иң тәүҙә иғтибарыбыҙҙы төньяҡ-көнбайыш төбәккә йүнәлтәбеҙ, сөнки уларға даими иғтибар кәрәк, ләкин көньяҡ, көнсығыш ырыуҙары ла ситтә ҡалмаясаҡ. Дөйөм алғанда, башҡорттарҙа 40-тан ашыу ырыу бар, уларҙың һәр береһенең ҡорон, йыйынын үткәреү мөмкин булырмы, белмәйем, әлеге ваҡытта беренсе кварталға 10-11 ырыу йыйынын үткәреү планлаштырылған. Беренсе ырыуҙар ҡоро Борай районында үтә, унда Елдәк башҡорттары йыйыла һәм йыябыҙ ҙа, сөнки әлегә тиклем елдәктәр ырыуҙар хәрәкәтендә бик әүҙем ҡатнашмаған. Ошо йыйын артабанғы берләшеүгә этәргес булыр тип уйлайым.
Ырыуҙар хәрәкәтенең үҙенсәлеге бар: былтыр ырыу гербтарын эшләй башланыҡ. Нимәгә бындай иғтибар? Сөнки һәр башҡорт ырыуының үҙенең айырым атрибутикаһы, фәнни телдә әйткәндә инсигниялары - хоҡуҡ символдары: ағасы, ҡошо, тамғаһы, ораны, ҡайһы бер ырыуҙарҙың хатта тимер күлдәге (кольчуга) бар. Риүәйәттәр, шәжәрәләр буйынса ошо инсигниялар Сыңғыҙхан тарафынан башҡорт бейҙәренә бирелгән. Беҙ ошо атрибуттарҙы алып, уларҙы герб формаһында дөйөмләштерәбеҙ, йәғни заманса интерпретацияла эшләйбеҙ. Ул геральдика ҡағиҙәләре буйынса башҡарыла, бының өсөн Мәскәүҙән профессиональ геральдисты саҡырҙыҡ. Әле ул 10 гербтың проектын эшләне. Ошо йыйындарҙа беҙ проекттарҙы халыҡҡа күрһәтәбеҙ һәм улар үҙҙәре һайлай, бәлки, ниндәйҙер төҙәтеүҙәр ҙә индерерҙәр, һәм ниндәй проектты раҫлайҙар - шул ырыу гербы булып торасаҡ. Дөйөм алғанда, гербтарҙы төҙөү, әлбиттә, новаторлыҡ түгел, беҙ бары тик булған символдарҙы гербҡа индерәбеҙ генә, башҡорт геральдикаһы традицияһын булдырабыҙ. Һәм был гербтарҙың презентацияһы менән Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлгә сығырға була.
Былтыр беҙҙең башҡорт ауылдарының һәм ырыуҙарының этнографик картаһы булдырылды, ул инде Рәфил Аҫылғужин тарафынан эшләнде. Әлеге ваҡытта был картала 2500-ҙән ашыу ауыл теркәлгән, һәр кем шул картанан ниндәй ырыуға ҡарағанлығын, ырыуҙаштары ҡайҙа йәшәгәнлеген, улар нисек таралып ултырғанын белә ала. Картаны ҡағыҙ вариантта эшләтәбеҙ һәм ҡоролтайҙың сараларында райондарға, төбәктәргә бүләк итәсәкбеҙ. "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Без башҡортлар" тигән төркөм бар, картаны шунда табырға мөмкин. Тиҙҙән айырым ресурс булдырырбыҙ тип ниәтләйбеҙ. Әле Башҡорттар.ру тигән сайт бар, бәлки, шунда һалырбыҙ, теләгән кеше уны яндекс, гугл аша ла таба ала. Шулай уҡ республиканың көнбайышында (22 район) һәм төбәктәрҙә (Свердловск өлкәһе, Пермь крайы) йәшәгән башҡорттарға бағышланған "Без башҡортлар" тигән айырым белешмәләр әҙерләнек, унда уларҙың тарихы, мәҙәниәте, кейеме, биҙәүестәре, көнкүрештәре тураһында, шәжәрәләре буйынса мәғлүмәт тупланған.
Ошо айырым атрибутика булыуы, елдәктәрҙең ырыуҙар хәрәкәтенә бик ҡушылмауы үҙе үк шуны раҫлай түгелме - башҡорттар ырыу-ырыу булып йәшәгән дә, ил-йортҡа хәүеф янағанда берләшкән, ә башҡа ваҡытта үҙ ҡағиҙәләренә буйһонған, үҙ биләмәһендә үҙ хәстәрҙәре менән булған...
Азат Ярмуллин: Барыһы ла үҙ ҡанундары менән йәшәгән тип әйтеп булмай, барыһына ла бер дөйөм закон булған. Иң ҡыҙығы шунда - башҡа дәүләттәрҙә хан берләштерә, хан туплай, дәүләтселек барлыҡҡа килә. Ә башҡорт халҡында бик уникаль күренеш күҙәтелә: халыҡ милләт булып формалашҡан һәм 9-сы быуаттарҙа уҡ милләт булараҡ телгә алына. 13-сө быуаттарҙа ниндәй дәһшәтле яу килгән, ниндәй ҡатмарлы осорҙарҙа башҡорттар милләт булып һаҡланып ҡалған. Аптырарлыҡ: көслө дәүләттәр составында булғанбыҙ, ә нисек һаҡланып ҡалғанбыҙ? Мәҫәлән, Алтын Урҙа барлыҡҡа килгәндә башҡорттар ырыу-ырыу булып йәшәй. Һуңынан Себер ханлығы, Ҡаҙан ханлығы тарҡала - башҡорт халҡы юғалмаған. Мәскәү кенәзлеге яйлап Рус батшалығына, һуңынан Рәсәй империяһына әүерелә - барыбер башҡорт ырыуҙары системаһы һаҡлана - башҡорт милләте һаҡлана.
Юлдаш Йосопов: Һәр бер ырыу үҙенсә йәшәгән, тип әйтеү дөрөҫ түгелдер ул, барыбер бер дөйөм ҡанун булған. Ләкин ниндәйҙер халыҡтар, мәҫәлән, нуғайҙар, ҡаҙаҡтар - уларҙа, ысынлап та, власты сакралләштереү элементы бар, йәғни бер династияны алалар ҙа, мәҫәлән, сыңғыҙидтар йәки маңғыттар (Эдигей - Иҙеүкәй нәҫеле), уны сакралләштерәләр, уға бағышланған эпостар, риүәйәттәр, легендалар ижад итәләр. Ә башҡорттарҙа ундай күренеш юҡ. Башҡорттар өсөн, киреһенсә, власть сакраль түгел, шулай ҙа изгеләштереү өлөшө бар - улар үҙенең тыуған төйәгенә табына: улар өсөн географик объекттар сакраль әһәмиәткә эйә.
Азат Ярмуллин: Бер һүҙ менән әйткәндә - демократия. Бында горизонталь власть булған, йәғни Булат Аҙнабаев индергән полития төшөнсәһе тура килә, һәр осорҙа ла шул күҙәтелә. Хатта ихтилал ваҡыттарында баш күтәргән башҡорттарҙың етәксеһе ҡайҙа, ихтилал үҙәге ҡайҙа икәнен дә аңламаған батша властары. Кем ул, кем менән тота килеп һөйләшергә - башҡорттар барыһы ла власть. Берәүҙе баҫһаң, икенселәре килеп сыға, икенселәр күтәрелә. Минеңсә, ана шул бик һөҙөмтәле система булған.
Ул ғына түгел, Петр Беренсе Рәсәй халҡын ҡолға әйләндерә - крепостнойлыҡ хоҡуғы индерә. Был хоҡуҡты Башҡортостанда ла индерергә тырыша, әммә башҡорттарҙың статусы барыбер үҙгәрмәй. Шуның өсөн дә Сыңғыҙхан осоронан 1917 йылға тиклем аҫабалыҡ хоҡуғы һаҡланып килеп еткән. Шуға күрә бөгөн ырыуҙарҙы ниндәйҙер трайбализм һәм ниндәйҙер ҡырағайлыҡ тип ҡабул итеүселәр ҙә, бәлки, барҙыр, әммә тарих төбөнә төшөп тикшерә башлаһаҡ, шунда тотороҡло институттарҙың әһәмиәте күренә. Ул, әгәр кәрәге булмаһа, былай ҙа юҡҡа сығыр, быуаттар буйына һаҡланып килмәҫ ине. Уның кәрәге булған, ул кешенең тормошо менән иҡтисади яҡтан ныҡ бәйле булған. Шулай уҡ, әгәр шәжәрәне ҡыҙыҡ булған өсөн генә эшләһәләр, ул күптән юғалып бөтөр ине, әммә ул һаҡланып ҡалған, сөнки хоҡуҡи документ булған. Шулай уҡ ырыу ерҙәре лә ошо документ менән туранан-тура бәйле.
Юлдаш Йосопов: Ырыуҙар - хоҡуҡ системаһы менән бәйле. Мәҫәлән, хәҙер ергә хужа булыуың тураһында таныҡлыҡ бирелә. Ә ул ваҡыттарҙа айырым кеше түгел, дөйөм ырыу ергә хужа була. Шуға ырыуҙы һәм шәжәрәне һаҡлау зарурлығы тыуа, сөнки шәжәрә нигеҙендә ошо хоҡуҡтарыңды иҫбатлайһың.
Азат Ярмуллин: Шулай уҡ тағы бер ҡыҙыҡ мәл: элегерәк бит башҡорттар тураһында күсмән халыҡ тип яҙғандар. Был ике төшөнсә башҡа һыймай: әгәр ул күсмә халыҡ булһа, ни өсөн ошо ере өсөн әлегә тиклем йәбешеп ятып көрәшә һәм документаль яҡтан да хата фекерҙәрҙе инҡар итеүсе документтар бар, хатта XVI быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас, жалованный грамота алғандар. Жалованная грамотала быға тиклем башҡорттоҡо тип һаналып килгән ерҙәр тағы бер тапҡыр раҫланып ҡуйылған. Бына көньяҡ-көнсығыш ырыуҙарҙың дүрт шәжәрәһе бар һәм шунда бик ҡыҙыҡ: Үҫәргән, Түңгәүер, Бөрйән, Ҡыпсаҡ ерҙәре шул яландағы шул өйәнкенән шул кисеүгә тиклем тип аныҡлап яҙылып бүленгән. Хәҙер уйлап ҡарайыҡ: кеше ул ваҡытта нисек күсенеп йөрөһөн, шул билдәләнгән ерҙәрҙе аша сыҡһа, ул икенсе ырыу ерҙәренә - шәхси милеккә барып сыға. XIX быуаттың урталарындағы документтарҙы ҡараһаҡ та һәр бер ауылдың ере бүленгән.
Был тема, әлбиттә, айырым һөйләшеүҙе талап итә, һорауҙар күп. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, Башҡорт тарихы йылы буйынса тағы ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған, әңгәмәне шул юҫыҡҡа төшөрәйек...
Азат Ярмуллин: Бөгөн беҙ башҡорт халҡының алдында торған иң ҙур мәсьәләләрҙе билдәләйбеҙ. Тарихсы булараҡ, иҡтисади мәсьәләләргә ҡыҫылмайбыҙ, әммә улар ҙа ҙур борсолоу уята, уларҙы ла хәл итергә кәрәк. Беҙҙе, тарихсыларҙы, башҡорт халҡының берләшеү мәсьәләһе, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш төбәк борсой. Эшебеҙҙе төрлө йүнәлештә алып барһаҡ та, проекттарыбыҙ төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлтелгән. Башҡортостандың артабанғы тотороҡлолоғо һәм үҫеше тап шул берләшеүгә ҡайтып ҡала, сөнки бөгөн тарих өлкәһендә төрлө манипуляциялар бара. Шуға күрә Башҡорт тарихы йылында бер нисә йыл элек башланған проекттарыбыҙҙы дауам итергә, яңыларын башларға булдыҡ, сөнки был - туҡтауһыҙ процесс.
Иң ҙур проектыбыҙҙың береһе - ул "Шайморатов вариҫтары". Уны 2019 йылда уҡ халыҡҡа мөрәжәғәт итеп башлағайныҡ, халыҡ йылы ҡабул итте. Анкеталар эшләгәйнек, уларға бихисап яуап алдыҡ, тимәк, халыҡҡа ҡыҙыҡ. Улар хатта ата-олаталарының документтарын сканлап килтереп бирҙе. Ә маҡсат бары тик ошо легендар дивизия яугирҙарының тулы исемлеген генә булдырыу ине. Ниндәйҙер кимәлдә быны тормошҡа ашырҙыҡ тип уйлайым, сөнки 3000 тирәһе кешенән торған исемлек эшләнек. Ошо проект өҫтөндә эшләгәндә ҡыҙыҡ факттарға юлыҡтыҡ. Беҙ, ғәҙәттә, кемдәрҙе нығыраҡ беләбеҙ? Кусимовты, Шайморатовты... Ә документтарҙы алып ҡараһаҡ, награда ҡағыҙҙары буйынса Туймазы, Борай, Яңауыл, Краснокама башҡорттары - барыһы ла башҡорттар, барыһы ла шул дивизияла хеҙмәт иткән. Мәғариф министрлығы менән дә был турала һөйләштек, хәҙер был исемлек менән мәктәп уҡыусыларын да таныштырып, ниндәйҙер конкурс формаһында өйрәнеп, тикшереп, һәр район буйынса айырым исемлек булдырып эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ алдыбыҙға. Яугирҙарҙың исемен мәктәптәргә бирергә һәм был эште артабан да дауам итергә уйлайбыҙ.
Икенсе ҙур йүнәлеш - ул шәхестәр исемлеген булдырыу. Быға тиклем дә был эште әүҙем алып барҙыҡ, быйыл тағы ла нығыраҡ әүҙемләшербеҙ, киләһе йылда ла эште һүлпәнәйтмәбеҙ, тип уйлайбыҙ. Мәҫәлән, февралдә Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тула. Әйткәндәй, 2019 йылда башлаған эштең һөҙөмтәһен былтыр күрҙек - Стәрлетамаҡ ҡалаһында Муса Мортазинға таҡтаташ астыҡ. Ул шунда Башҡортостан етәксеһе булып эшләп киткән. Быйыл беҙҙең теләк - уның тураһында ғына һөйләмәҫкә, ә уның яуҙаштары тураһында мәғлүмәт таратырға. Шул теманы өйрәнгән кеше булараҡ әйтә алам: Мортазин яуҙаштары - ул үҙе бер плеяда. Совет-Польша фронтында йөрөп ҡайтҡандар, Башҡорт кавалерия бригадаһының составында булған шәхестәр ошонда ҡайтҡас, байтаҡ ҡына кантондарҙа ҙур ғына вазифалар биләгән, дәүләт эшмәкәрҙәре булған. Иң ҙур юғары вазифаға өлгәшкәндәре, мәҫәлән, Кинйәбай Ишмөхәмәтов - Сәрмән ауылыныҡы - ул һуңынан республиканың Һаулыҡ һаҡлау комиссары булып китә. Ғәҙелша Ейәнсурин - республика Баш суды рәйесе була. Әммә репрессияға эләгеүҙәре сәбәпле, улар тураһында онотҡанбыҙ. Муса Мортазиндың яуҙаштары Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә лә бар. Беҙ уларҙың исемдәрен тыуған яҡтарында мәңгеләштерергә өмөт итәбеҙ.
Өсөнсө проект тураһында һөйләгәндә шуны әйтеп китер инем: архивта эшләгән тарихсыбыҙ Зөфәр Ғәтиәтуллин тарафынан бик уникаль ҙур эш эшләнде. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына башҡорт кантондары буйынса ошо һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемлеген төҙөп баҫтырҙы. Үкенескә күрә, бөгөн был исемлек ҡулланылмай. Унда хатта яугирҙың ҡайһы ауылдан икәне лә яҙылған. Ул исемдәр төньяҡ-көнбайыш өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, исемлек тулы түгел, сөнки 1830-1840 йылдарҙа ғына төҙөлгән формуляр исемлек, күптәре, бәлки, был ваҡытҡа иҫән дә булмағандыр, әммә иң ҡыҙығы шунда: ауылдарҙан ҡайһы яугир ниндәй полкта ҡатнашҡан, ниндәй наградалары булған - барыһы ла яҙылған. Ошо исемлек нигеҙендә "Мин - "төньяҡ амурҙары" вариҫы" тигән проект тәҡдим иттек. Ул исемлекте лә тиҙҙән интернетҡа сығарып, өҫтәмә материалдар ҡуйып, презентация эшләп, шулай уҡ райондарҙа, мәктәптә крайҙы өйрәнеүселәр, тарих уҡытыусылары, уҡыусылар менән бергә исемдәрен мәңгеләштереү эшен алып барырҙар тип уйлайбыҙ. Был эштә Республиканың Милли музейы ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
Быйыл тағы мөһим даталарҙың береһе - Каруанһарайҙың 175 йыллығы. Беҙ бөгөнгө көнгә тиклем уның баһаһын, ҡиммәтен һаман да белеп бөтмәйбеҙ. Әйтеп киткән Муса Мортазинды ла Өфө-Учалы тип кенә ҡарарға кәрәкмәй, бөгөн уны һәм уның яуҙаштары тураһында барыһы ла белергә тейеш. Шулай уҡ Каруанһарайҙы ла башҡорттарға бәйле күрше өлкәлә урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты тип кенә ҡарарға ярамай, ул халҡыбыҙ тарафынан төҙөлгән, беҙҙең милли символ. Ул ғына ла түгел, Башҡортостан Республикаһының бишеге, сөнки Башҡортостан Республикаһы шунда тыуған. Август айында уҡ БР Хөкүмәтенә тәҡдимдәр ебәргәйнек, әле ошо мәсьәлә буйынса ҡарар көтәбеҙ һәм Каруанһарайҙың 175 йыллығын байрам итеү буйынса ҡарар сығарылыр, тип өмөт итәбеҙ. Шулай уҡ мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр, конкурстар, ғилми-тикшеренеү эштәре ойошторорға, хатта аҡса мәсьәләһе хәл ителһә, бәлки, Каруанһарайға сәйәхәт тигән берәй портал эшләргә күҙаллайбыҙ. Унда уның тарихы ла, йыры ла, виртуаль экскурсия ла булырға тейеш. Бөгөн техник йәһәттән мөмкинлектәр ҙур. Ул ғына ла түгел, бөгөн унда автобустар менән дә экскурсиялар ойошторорға була. Алла бойорһа, ошо проектты ла тормошҡа ашырырға ниәтебеҙ бар.
Һәм, әлбиттә, быйыл милли хәрәкәттә ҡатнашҡан, төньяҡ-көнбайыштан сыҡҡан күп кенә шәхестәребеҙҙең юбилейҙары. Әле яңы ғына Ғәли Соҡоройҙоң юбилейы үткәйне, уның улы Ғарифулла Кейековтың апрелдә юбилейы етә.
Юлдаш Йосопов: Ғәҙәттә, йәмғиәттә "тарихсылар үҙҙәренә бер тема таба ла, уны сәйнәй ҙә сәйнәй", тигән ҡалыплашҡан ҡараш йәшәй. Әлеге ваҡытта беҙ икенсе төрлөрәк йүнәлеш тәҡдим итәбеҙ, йәғни халыҡ менән бергә эшләйбеҙ, халыҡты йәлеп итергә тырышабыҙ. Хәҙер донъя ла үҙгәрә һәм халыҡһыҙ, урындағы инициативаларһыҙ эшләп булмай. Хатта тарихи мәсьәләләрҙә лә халыҡты ылыҡтырырға кәрәк, улар үҙҙәре ҡатнашып, үҙҙәрен ошо ҙур мәсьәләнең бер өлөшө тип тойорға тейеш. Беҙ уларға методик йәһәттән ярҙам күрһәтәбеҙ. Әйҙә, балалар ырыу ҡошон төшөрһөн, ололар менән берлектә шәжәрәләрен төҙөһөндәр һ.б. Йылды диванда телевизор ҡарап ятып ҡына үткәреү ярамай, һәр кем ҡатнашһа, ул ҡыҙыҡлыраҡ та буласаҡ.
Азат Ярмуллин: Тарих кешенән айырым булырға, ситтә торорға тейеш түгел. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышы, ти. Эйе, 20 полк Парижға барып еткән. Ә уны ентекләп тикшерә башлаһаң, һинең, минең, күрше ауылдан кешеләр булған икән дә! 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары менән дә шулай. Уның сафтарынан 78 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан, Берлинға барып еткәндәр. Ә кемдәр улар? Баҡтиһәң, беҙ бала саҡта беҙҙең менән шаярып, уйнап, баштан һыйпап, яратып йөрөгән ауылдаш, күрше бабайҙар легендар дивизия яугирҙары икән! Йәғни, тарихи ваҡиғаларҙы ентекләп тикшерә башлаһаң ул яҡыная. Тарихты кемдер күңелһеҙ, эс бошорғос тема кеүек күрһә лә, ул беҙҙең бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ менән ныҡ бәйле.
Юлдаш Йосопов: Федераль властар тарафынан да юҡҡа ғына Халыҡ хәтере тигән портал төҙөлмәне. Был мемориалдың беренсе маҡсаты - халыҡты туплау, икенсеһе - бөгөн тарих буйынса алып барылған төрлө манипуляцияларға юл ҡуймау, сит илдәрҙең илде, халыҡтарҙы бүлгеләргә тырышыуына юл ҡуймау өсөн тарихи документты халыҡҡа сығарыу. Беҙ төбәк кимәлендә лә шундай тәьҫирҙе һиҙәбеҙ: нисек тә булһа башҡорттарҙы тарҡатырға, бүлгеләргә тырышыусылар бар. Хатта тарихты үҙгәртеп, боҙоп яҙырға ла тартынмайҙар. Ә тарихсылар өсөн төп сығанаҡ, нигеҙләү - ул тарихи документтар. Тарихи нигеҙләү юҡ икән - тарих та юҡ. Эксперттар булараҡ, беҙ быға баһа бирергә, үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә тейешбеҙ, ләкин әлеге ваҡытта төп маҡсатыбыҙ - халыҡ үҙе аңларға, хаҡты нахаҡтан айырырға, йәғни тарихи документтар буйынса үҙе һығымта яһарға тейеш. Беҙ башҡорттарҙы ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙы ла бергә туплайбыҙ, икенсе яҡтан, халыҡтың башын ҡатырырға, ялған менән алдаштырырға мөмкинлек бирмәйбеҙ.
Бөгөн күптәр нәҫел-нәсәбен барлап, уларҙан һорашып, үҙенсә шәжәрә төҙөй, әммә уны нисек итеп рәсми рәүештә раҫлатырға белмәй, бының өсөн йәки белгестәрҙән шәжәрә төҙөтөр өсөн аҡса түләргә кәрәк, уның суммаһы ла тирбәлеп тора. Ауыл халҡы өсөн был ҙур аҡса. Юлдаш Мөхәмәт улы, бер ваҡыт әңгәмәләшкәндә һеҙ ҡаҙаҡтарҙың тәжрибәһе тураһында һөйләгәйнегеҙ: унда "Алаш" предприятиеһы ингән кешенең ҡайҙан, кем, исем-фамилияһын һораша ла, сыҡҡан ваҡытта ҡулына шәжәрәһен тоттороп сығара, тигәйнегеҙ. Ни өсөн беҙҙә шулай эшләнмәй, йәғни шәжәрә төҙөү килем сығанағына әйләнгән? Бушлай шәжәрә төҙөп булмаймы?
Азат Ярмуллин: Бөтә материалдар архивта ята, бөгөнгө көндә күп кенә Хөкүмәт, дәүләт учреждениелары алдына шундай бурыс ҡуйылған - аҡса эшләү. Был архив эшмәкәрлегенә дәүләт заданиеһы булараҡ ингән, улар күпмелер суммала түләүле хеҙмәт күрһәтергә тейеш. Бәлки, һеҙ әйткәнсә, бушлай шәжәрә төҙөүсе ойошмалар булдырылһа, ҡараш икенсерәк булыр ине. Миңә билдәле булыуынса, әлегә архивтың ундай мөмкинлектәре юҡ. Хатта түләүле хеҙмәт формаһында эшләгәндәре лә сикле генә.
Юлдаш Йосопов: "Алаш" компанияһы - ул шәхси инвестициялар нигеҙендә эшләй, йәғни уны бер кеше финанслай. Ләкин Башҡортостан Ҡаҙағстан проекттарының күбеһен уҙҙыра башланы, сөнки архив материалдары интернетҡа сығарылды һәм теләгән кеше интернет аша үҙенең шәжәрәһен төҙөй ала. Берҙән, шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынған кешенең барыбер үҙе эшләй башлаған ниндәйҙер мәғлүмәте була, ул нәҫел-нәсәбенән һорашып белешә. Районда булған хужалыҡ кенәгәләренән мәғлүмәт ала ала, улар бушлай бирелеүе мөмкин. Һуңынан интернетҡа инеп, БашАрхив сайтында 1917 йылдағы халыҡ иҫәбе материалдары менән таныша. Әгәр бәхет йылмайһа, йәғни шул ваҡытта 94 йәште үткән олатаһы йәшәгән булһа, 1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә бара ла сыға.
Азат Ярмуллин: Бөгөн бер генә проблема бар, бигерәк тә мосолман халҡы алдында, заманында, ЗАГС булмағас, үлем-тыуымдарҙы муллалар метрикаға яҙып барған. Улар ғәрәп графикаһында яҙылған һәм уларҙы уҡыу проблема булыуы ихтимал. Был - архив хеҙмәте, унда белгестәр бар, ә ҡалған документтар буйынса артыҡ проблема юҡ.
Тағы бер фекер тыуып тора, бәлки, киләсәктә 2006 йылда Шәжәрә байрамын үткәреү тураһында ҡарар сыҡҡандан алып Башҡортостанда төҙөлгән шәжәрәләрҙе туплаған, тәртипкә килтергән бер портал эшләргә кәрәктер. Ул эште еңеләйтер ине. Иманым камил, хатта ҡайһы бер ауылдарҙа шәжәрәләр эшләнгән булһа, икенсе кешеләргә еңелерәк буласаҡ, сөнки, ғәҙәттә, бәләкәй ауылда ярты ауыл туған булып сыға.
Юлдаш Йосопов: Быны эшләргә мөмкин. Информатизация, цифровизация тигән төшөнсәләр шуға керә бит инде. Мәҫәлән, беҙ ике шәжәрәне алабыҙ, уларҙы интернетҡа фотоға төшөрөп йәки сканлап ҡына һалмайбыҙ, ә яҙма мәғлүмәт индерәбеҙ. Шунан, мәҫәлән, өс быуын ҡалала йәшәгән бала йәки оло кеше махсус порталға керә, унда барлыҡ мәғлүмәт тупланған, ул бары тик эҙләү системаһында фамилияһын, исемен, атаһының исемен, ауылын йыя һәм шәжәрә килеп сыға. Тағы ла ҡатмарлыраҡ, әммә тормошҡа ашырырлыҡ вариант бар: барлыҡ ревизия сказкаларын, ихата буйынса иҫәп алыуҙарҙы, метрик кенәгәләрҙе цифрлаштырып, агрегатор-расшифровкалаусыға индерергә кәрәк. Ул үҙе ниндәй фамилия, уның ниндәй варианттары бар, сағыштырып ҡарай, автомат-агрегатор үҙе ошо баҫҡыстарҙы (сылбырҙы, ботаҡты, тармаҡты) төҙөй ала. Мәҫәлән, "Бәйләнештә", Фейсбук кеүек социаль селтәрҙәрҙә кеше теркәлә, үҙен, атаһын, олатаһын һәм ҡарт олатаһын күрһәтә, һәм уны автомат-агрегатор үҙе ошо сылбыр менән бәйләй, йәғни социаль селтәргә теркәлгәндә үк аккаунты менән бер шәжәрәгә барып эләгә. Икенсе яҡтан, ырыу гербы ла, барлыҡ атрибуттар килеп сыға. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең яңылыҡтар таҫмаһы кемдәр дуҫтарҙа тора - шулар буйынса формалаша, ә шәжәрә агрегаторы эшләһә, яңылыҡтар таҫмаһы туғандарыңдың яңылыҡтарынан булдырылыр ине. Әммә был бөгөнгө түгел, ә иртәгәһе көн.
Азат Ярмуллин: Минеңсә, быны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында тағы ла Халыҡ проекты итеп башларға мөмкин булыр тип уйлайым. Әгәр халыҡҡа мөрәжәғәт итһәк, улар шәжәрәләрен сканлап ебәрә ала. Райондарҙа шәжәрә төҙөгән крайҙы өйрәнеүселәргә улар бер төрлө һәм системалы эшләһен өсөн методик ярҙам күрһәтергә мөмкин. Йәғни ҡәләм йәки ручка менән яҙып, фотоға төшөрөп ебәрергә түгел, ә мотлаҡ махсус формаға индерергә кәрәк буласаҡ, шунан ғына ысын генеалогик эш башҡарыласаҡ.
"Без башҡортлар" проектында төрлө райондарҙа йәшәгән ырыуҙарҙың тарихтарын сығарып бараһығыҙ, күптән түгел мишәрҙәр тураһында белешмә донъя күрҙе. Кемдәр улар мишәр, кемдәр улар типтәр, һәм башҡа шундай бәхәстәр һәм тартҡылаштар һаман дауам итә. Тарихи документтарға нигеҙләнеп ҡарағанда, кемдәр улар мишәрҙәр?
Юлдаш Йосопов: Элек мишәр халҡы булған, Башҡортостанда йәшәгән һәм үҙҙәрен татар тип иҫәпләгән халыҡтың 60-70 проценттан ашыуы мишәр булып сыға. Улар үҙҙәрен нисек атау төп мәсьәлә түгел, иң мөһиме - улар үҙҙәренең ата-бабаларын, кем икәнлектәрен белһен. Улар - мишәрҙәр, хәрби ҡатлам. Юҡҡа ғына башҡорт-мишәр ғәскәре ойошторолмаған бит, бергә походтарҙа, сит ил походтарында, Салауат Юлаев ихтилалында, 1812 йылғы Ватан һуғышында бергә ҡатнашалар. Үкенескә күрә, беҙ Башҡортостан халыҡтарының ошо ҙур өлөшөнә, бәлки, етерлек иғтибар ҙа бирмәйбеҙҙер. Ни өсөндөр уларҙы тулыһынса татарҙарға биреп ҡуйғанбыҙ.
Азат Ярмуллин: Революцияға тиклем булған ниндәй генә документты алып ҡарама, ысынлап та, унда мишәрҙәрҙең тарихы бөтөнләй икенсе. Ә бөгөнгө тарихты алып ҡараһаҡ, уҙған быуаттың 20-се йылдарында Татар Республикаһы барлыҡҡа килгәс, ошо мишәрҙәр татар милләтенә ҡушылып, татар тип яҙылғас, дөйөм идеология барлыҡҡа килә. Йәғни "Иван Грозный Ҡаҙанды алғас, беҙ ҡасып күсеп килеүселәр" тигән уйҙырма һеңдерелә. Ә ысынында улар Ҡаҙан губернаһынан түгел, Пенза, Түбәнге Новгород губерналарынан килгәндәр. Һәм күп осраҡта уларҙың килеп ултырыу осоро XVIII быуаттың башы. XIX быуат аҙағында - XX быуат башында мишәрҙәрҙең башҡорттар менән бергә хеҙмәт итеүе, башҡорт ерендә ултырыуы ныҡ көслө тәьҫир иткән, сөнки Брокгауз һәм Ефрон энциклопедияһында мишәрҙәр тураһында былай тип яҙыла: "Мишәрҙәр (Башҡортостан мишәрҙәре) - улар башҡортса кейенә (төньяҡ-көнбайыш башҡорттары күҙ уңында тотола)" һәм ысынлап та, милли кейемдәрен ҡараһаҡ та шулай.
Ул ғына ла түгел, 1917 йылда башҡорт милли хәрәкәте барлыҡҡа килгән һәм 1918 йылда "Башҡорт" гәзитендә мишәрҙәргә "Башҡортостандың мишәр баласы" псевдонимы аҫтында мөрәжәғәт иткән авторҙың мәҡәләһе донъя күргән. Ана шунда мишәрҙәрҙең позицияһын бик асыҡ яҙып һалғандар: был осорҙа беҙ башҡорттар менән бергә булырға һәм Яңы Башҡортостан өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Ысынлап та, мишәрҙәр, бигерәк тә мишәр офицерҙары, башҡорт ғәскәрендә әүҙем йөрөгән һәм башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем лидерҙарының береһе булған. Атап әйткәндә, Усман һәм Хәлит Тереғоловтар. Улар ошо башҡорт полктарын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Был идеяға Башҡортостан мишәрҙәре генә түгел, Ҡаҙан губернаһындағы мишәрҙәр ҙә тоғро булған. Мәҫәлән, Иҫке Әлмәт ауылынан Хәлил Әлишев тигән офицер 1918 йылда Башҡорт армияһына килеп хеҙмәт иткән. Артабан инде ошо хәрәкәттә аҙағына тиклем йөрөгән. Әбдрәшит Бикбаувты алып ҡарайыҡ - ул бөгөнгө Ульяновск өлкәһенән (элекке Сембер губернаһы), Иҫке Зеленовка тигән ҙур ғына мишәр ауылдарының береһенән. Ул шулай уҡ 1918 йылда Башҡорт армияһына хеҙмәткә алына, артабан инде Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһенә әүерелә. Хатта ошо хәрби мәсьәләләр буйынса килешеүҙәрҙә ҡатнаша һәм 1919 йылда большевиктар менән килешеү төҙөгәндә ул да ҡултамғаһын ҡуя. Килешеү төҙөлгәндән һуң 10 көн үткәс, Башҡортостан Республикаһының вәкиллеге төҙөлә һәм Абдулла Әҙеһәмов менән Әбдрәшит Бикбаув вәкил була.
Бына шундай ул мишәрҙәр. Беҙ тарихта ниндәйҙер сик үткәргәнбеҙ ҙә, мишәрҙәрҙе Ҡаҙан ҡарамағына ҡалдырғанбыҙ ҙа ҡуйғанбыҙ. Был белешмә - беренсеһе һәм киләсәктә "Башҡортостан мишәрҙәре" тигән хеҙмәттәр булырға тейеш тип уйлайым. Был күршеләргә ҡарата йүнәлтелгән сәйәси эш тип ҡарарға ярамай, был - тарихи сығанаҡтар нигеҙендә дөрөҫлөктө тергеҙеү генә. Һәр кем үҙенең дөрөҫ тарихын белергә хоҡуҡлы. Был йәһәттән Әнүәр Әсфәндиәровтың китаптарын миҫал итеп килтерергә була: Мишәрҙәр XVIII быуатта килгәндәр, килешеү төҙөп, ошо ерҙәргә ултырғандар һәм барыһы ла архив документтары менән раҫланған.
Башҡорт тарихы йылында үтмәһә лә, башҡорттар өсөн тағы бер мөһим булып торған мәсьәлә бар - ул да булһа Өфө ҡалаһының йәше һәм шуға бәйле Өфө-2 ҡаласығының яҙмышы. Әлеге ваҡытта федераль кимәлдә Өфө ҡалаһының 450 йыллығын билдәләү тураһында ҡарар бар, әммә беҙ бит инде уның Өфө ҡәлғәһенең йәше икәнен беләбеҙ. Ошо темаға ла асыҡлыҡ индереп үтәйек әле.
Азат Ярмуллин: Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының былтыр декабрҙә үткән йомғаҡлау ултырышында Өфө ҡалаһының юбилейы айҡанлы Башҡорт ҡалаһы Өфө-2 ҡаласығының музейын булдырыу мәсьәләһе ҡабул ителгән ҡарарға индерелде. Бында бер нәмәне әйтергә кәрәк: бәлки, мәсьәләне улайтып ҡәтғи рәүештә ҡуйырға ла кәрәкмәйҙер. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының юбилейы буласаҡ, Өфө ҡалаһының тарихы бер арауыҡта билдәләнә, ә инде Алла бойорһа, ошо юбилей айҡанлы музей эшләй алһаҡ, барлыҡ табылған ҡыҙылма ҡомартҡылар бер урынға тупланып, бай туристик үҙәк булдырылһа, унда килеүселәр Өфөнөң 1574 йылға тиклем ниндәй тарихы булғанын үҙҙәре күрһә, барлыҡ һорауҙар үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ һәм был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш буласаҡ. Ғәмәлдә, бында төп мәсьәлә һандарҙа йәки йылдарҙа түгел, ә ошо мөмкинлекте нисек файҙаланыуыбыҙҙа..
Юлдаш Йосопов: Археологик күҙлектән ҡарағанда, Өфө-2 ҡаласығының әһәмиәте, әлбиттә, ҙур, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, дөйөм алғанда археологияға ҡалдыҡ принцибы буйынса ҡарау бар. Археология ул бит беҙҙең матди яҡтан тотоп ҡарай торған мәҙәниәтебеҙ, халыҡ-ара кимәлгә лә тап археология сығара. Археологик башҡорт мәҙәниәте тигән төшөнсә Нияз Мәжитов тарафынан индерелгән, ләкин әлегәсә тулыландырылмаған. Ғәмәлдә, мәҙәниәттәрҙең бер ни тиклемендә шул уҡ башҡорт мәҙәниәте сағылыш таба. Мәҫәлән, ҡараяҡуп мәҙәниәте. Археологтарҙың күбеһе уны мадъярҙар менән бәйләй. Әммә шул ваҡыттағы керамиканы ҡараһаң, уларға башҡорт тамғалары төшөрөлгән.
Мин Өфөгә 450 йыл тиеүҙәре менән килешәм, ул барыбер тарихи ваҡиға һәм Өфө ошо ҡәлғә төҙөлөшөнән үҙенең исемен ала. Әммә был беҙгә үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы белергә, өйрәнергә, үҙебеҙҙең тарихи мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек аса.
Шулай итеп...
Тарих тураһында һөйләшә башлаһаң, уны бер әңгәмәлә генә сағылдырып бөтөү мөмкин түгел. Һүҙ артынан һүҙ сығып, бер тема киңәйә бара, киңәйә бара, үткәндәрҙән бөгөнгөгә килеп тоташа. Хәйер, бай тарихлы, бай үткәнле, зат-ырыулы башҡортбоҙ бит. Башҡорт тарихы йылы уңайынан тарихҡа ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итербеҙ, тарихсылар менән тағы ла осрашырбыҙ әле. Иң мөһиме - милләтте тупларлыҡ, берләштерерлек эштәре, проекттары, әйтер һүҙҙәре генә булһын. Йыл бит яңы башланып ҡына тора...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА