Тажзәхмәт таралыу сәбәпле, былтыр бер ҡайҙа сығып йөрөмәнем. Нимә кәрәк, шуны балалар алып килеп торҙо. Килен дә, бер кемгә барма, бер кемде индермә, тип, мәтриләп кенә торғас, бер йыл буйы тигәндәй донъя менән бәйләнешем урам яҡ тәҙрә аша ғына булды.
Күптән түгел балалар күрше ауылға әхирәтемә алып барып килде. Көн оҙоно йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ. Бик матур йәшәй ул, килене һәм улы менән көн итә. Әммә балалыҡ дуҫым һөйләшкән арала хәҙерге тормошҡа зарланып та алды. Юҡ, замандың ауырлығына, элекке рухи ҡиммәттәрҙең баҙыҡлана барыуына түгел, ә йәш быуындың ололар һүҙенә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалмауына борсолдо.
"Элек ҡаҙҙы ла, өйрәкте лә үҙебеҙ баҫтырып, көтөп үҫтерә торғайныҡ. Хәҙер һатып алалар ҙа, ҡураға бикләйҙәр ҙә, шунан ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, тигән булалар. Инкубаторҙан һатып алған ҡаҙ-өйрәктең ите үҙең баҫтырғандыҡына етәме ни инде? Йыл һайын әйтәм, йорт ҡаҙы табып, үҙебеҙ үрсетәйек, үҙем көтөрмөн, тием. Юҡ, килтереп һатҡандарын көтөп ултыралар инде шунда", - тине ул.
Эйе, беҙҙең заманда һәр йортта тиерлек үҙҙәре себеш баҫтырып сығара торғайнылар. Үҙенә күрә күңелле шөғөл ине ул. Күрше-тирә кәңәшләшеп, кәрәк булһа, йомортҡаларын алмашып, бүлешеп йәки "ҡул арты китә" тигән ырымға ышанғандар үҙҙәре баҫтырып сығарып бирә торғайны.
Эйе, беҙҙең заман эшләп үҫте, тырышып донъя көттө. Картуф баҡсаһы ла әлеге кеүек ус аяһындай түгел ине, колхоз сөгөлдөрөн дә гектарлап алып утаныҡ. Ырҙынға иген елгәрергә лә ҙур теләк менән йөрөнөк. Унда күңелле лә булды, эшкә лә өйрәндек, аҙ ғына булһа ла аҡсаһы ла була торғайны.
Бөгөнгө балаларҙың күбеһе сөгөлдөр утауҙың нимә икәнен дә белмәй. Һуңғы бер нисә йыл инде сүп үләненән ҡотолоу өсөн баҫыуға гербицид һибәләр. Өҫтәүенә, сөгөлдөрҙө лә хәҙер сәсеп бармайҙар, сөнки илебеҙҙәге шәкәр заводтарының күбеһе шәхси ҡулдарға күсте һәм... ябылып бөттө. Хәҙер шәкәр ҡомон күбеһенсә сит тарафтарҙан ташыйҙар. Заманында бөтә Советтар Союзына гөрләп торған күрше Мәләүез шәкәр заводы ябылыуға ла ике йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы.
Әхирәтемдең бөгөнгө аҙыҡтың сифатһыҙ, тотош химиянан тороуы тураһында фекере бер нисә тапҡыр ҡош-ҡорт, һыйыр итенә барып тоташты. "Бөгөн телевизорҙан бер туҡтауһыҙ ниндәйҙер "мәрмәр итте" маҡтайҙар. Уны, икмәк ағаста үҫә, тигән уйҙырмаға ышанған кешеләр генә алалыр, тип уйлайым. Инкубаторҙа сыҡҡан ҡаҙ бәпкәһенеке ауылдыҡынан нисек айырылһа, баҙарҙан һатып алған һыйыр ите лә шулай айырыла. Эй, үҙебеҙ үҫтергән ҡаҙ һурпаһын эскем килә лә инде..." тип ҡуйҙы ул.
Мин үҙем дә күпләп үҫтерҙем ҡаҙҙы йәшерәк саҡта. Өс-дүрт оя ҡалдырған ваҡыттар ҙа булды. Итенән бигерәк мамығына ҡыҙыҡтым мин. Алты балаға бирнәгә мендәр әҙерләргә лә кәрәк ине, бәпестәре тыуһа, тағы бүләккә мендәр-яҫтыҡ әҙерләйһең. Хәҙерге кеүек, ҡаҙҙы ҡайнар һыуға тығып йолҡмай инек, марляға төрөп, үтекләп, һаҡ ҡына эшкәртә инек. Әллә шуға ла ите тәмле булдымы икән, тим, ҡайнар һыуға тығып, майын бешермәгәс, тим инде.
Тап ошо март айында инә ҡаҙ баҫырға ултырта торғайным. Уның да үҙ рәте-сираты бар. Оялағы ҡаҙ ике-өс көн тирәһе тормаһа, уға яҡын килһәң, муйынын һуҙып, суҡырға итһә, ыҫылдаһа, асыуланһа, кисен ипләп кенә аҫтына йомортҡаларын һалырға кәрәк. Хәҙерге һымаҡ, йылы һарай юҡ ул ваҡытта. Урындыҡ аҫтында ике, карауат аҫтарына берәр оя ултырта инем. Ҡарап ҡына торорға кәрәк, ваҡытында ашатыу, эсереү мөһим. Ояға йомортҡаны күп һалырға ла ярамай, 10-12-нән артыҡ булырға тейеш түгел. Шулай ҙа мин гел таҡ һанды ҡалдырырға тырыштым, йәғни 12-не түгел, ә 13-тө һалдым, 15-те лә һалғаным булды. Артығын һалһаң, барыбер сыҡмай торғайны. Ҡарап ҡына торһаң, бер йомортҡаны ла әрәм итмәй, себештәрҙе сығарып алырға мөмкин. Сығарып, ата ҡаҙға ҡушыу менән дә эш бөтмәй әле ул, уларҙы бер ай тирәһе күҙ яҙлыҡтырмай көтөргә, ҡарғанан, төйлөгәндән һаҡларға кәрәк.
Әйткәндәй, ата ҡаҙҙы ла һайлай белеү мөһим. Уҫал булһа, себештәр яҡлаулы була. Йомортҡа сифатлы булһын өсөн ҡаҙ ғаиләһен дөрөҫ формалаштырыу ҙа кәрәк. Бер нисә инә ҡаҙ ҡалдырырға уйлаһағыҙ, улар бер йәштә булмаһын, береһенә ике йәш булһа, икенсеһе олораҡ булһын. Йыл һайын булмаһа ла, йыл аша яңыртып барығыҙ. Ата ҡаҙ яҡшы булһа, уны биш-алты йылға тиклем аҫрарға мөмкин.
Ҡаҙ һыу ярата, әҙерәк үҫә төшһә, минекеләр йылға буйынан ҡайтып инмәй торғайны. Бында тәрән аҡыллы атай-олатайҙарыбыҙға рәхмәт әйтергә кәрәк - улар ауылды нигеҙләгәндә йылға-күлгә яҡын урын һайлаған, әйтерһең дә, киләсәктә уларҙың вариҫтарына күпләп һыуҙа йөҙөүсе ҡош-ҡорт үҫтерергә мөмкин буласаған күреп белгән.
Үҙ хужалығыңда үҙ инә ҡаҙың һалған йомортҡанан баҫтырып сығарған бәпкә менән инкубаторҙа сыҡҡан себештән үҫтереп алған ҡаҙ итенең тәмен сағыштырып булмаған кеүек, уларҙың организм өсөн файҙаһында ла ер менән күк кеүек айырма бар. Һуңғыһының ите яһалма иттән әллә ни айырылмай. Был ысул аслыҡ осоронда үҙен-үҙе аҡлар ине, ә бөгөнгө тәбиғи ризыҡҡа кире ҡайтҡан мәлдә тәүге ысулды ла күҙ уңынан ысҡындырмаһаҡ ине. Һикһәнгә етеп барған әхирәтемдең борсолоуҙары ла ошо нигеҙҙә ине.
Әсмә ХӘЛИТОВА.
Көйөргәҙе районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА