Йәлдәк ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған ауылдар хәҙерге Башҡортостандың Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Нуриман һәм Саҡмағош райондарына ҡарай. XV-XVI быуаттарҙан алып XX быуаттың 20-се йылдарына тиклем улар үҙҙәрен башҡорт халҡының айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп һанай, тап шуға күрә улар 1897 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында, башҡа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кеүек үк, үҙҙәренең һөйләш телен туған башҡорт теле итеп яҙҙыра.
Ғөмүмән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ауылдары мәктәптәрендә XX быуатта, советтарҙың милли сәйәсәтенә ярашлы, һөйләш телдәренең рәсми рәүештә ҡабул ителгән яңы башҡорт әҙәби теле менән тап килмәүе арҡаһында, татар яҙма әҙәби теле уҡытыла башлай. Һөҙөмтәлә уларҙың байтағының милли берҙәйлеге лә үҙгәреш кисерә. Былар - тарихи факт. Тик шуныһы: башҡорттарҙан айырмалы, татар этнонимы аҫтында танылыу тапҡан төрки сығышлы күршеләребеҙҙең йәшәйешендә этник кландар - ырыуҙарға хас үҙбилдәләнеш тулыһынса онотолоуға дусар ителеп, юҡҡа сыҡҡан. Тап шуға күрә тарихи сығанаҡтарҙа ҡаҙанлыларҙың (һуңынан - татарҙарҙың) ырыу шәжәрәләре хаҡында мәғлүмәт юҡ, уларҙың айырым ырыуҙарға һәм ошоға ярашлы олоҫтарға бүленеүе лә бөтөнләйе менән булмай.
Шул уҡ ваҡытта, башҡорттарҙағы кеүек үк, этник төркөмдәргә бүленеп йәшәгән төрки ҡәүемдәрендә - ҡаҙаҡтарҙа, нуғайҙарҙа, төркмәндәрҙә, ҡырғыҙҙарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә, ҡырымлыларҙа - бер үк уртаҡ этнонимды ҡабул иткән хәлдә лә, ырыуҙар системаһына хас көнитмеш ҡанундары быуаттар дауамында теүәл үтәлә килә. Шуныһы ла мөһим: ошо этностарҙың ырыуҙарға бүленеп йәшәү тарихы әлегә тиклем халыҡ хәтеренән юғалмаған.
Был ижтимағи феномендың үтә боронғо тарихи тамырҙары бар. Ул тамырҙар ҡеүәтле һун державаһы, Төрки һәм Хазар ҡағанаттары, Дәште Ҡыпсаҡ, Алтын Урҙа осорҙарынан алып һаҡланып ҡалған. Ырыуҙар ошо дәүләттәрҙең төп йәмғиәте берәмеге булып тора. Уларҙағы административ бүленеш тә, ошо системаға ярашлы, ил, иләү, ырыу (уруг), аймаҡ исемдәре менән аталып йөрөтөлә. Америка тикшеренеүсеһе Аллен Франк ошо этник үҙенсәлек хаҡында былай яҙа: "Башҡорттар араһында ҡәбилә һәм клан берҙәйлеге, дөйөм башҡорт берҙәйлеге кеүек үк, иң юғары берҙәйлек булып, әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған".
Йәнә бына нимәгә иғтибар итеү фарыз. Башҡорттар, Мәскәү ҡулы аҫтына инеү менән, уларҙың айырым ерле төркөмдәре дәүләт чиновниктары документтарына, төрлө реестрҙарға индерелеп, теркәлеп бара. Халҡыбыҙҙың 40-тан ашыу айырым этник төркөмдәренең барыһы ла тиерлек ошо тарихи сығанаҡтарҙа сағылыш тапҡан. Улар араһында, XVII быуаттан башлап, Йәлдәк олоҫо (рус документтарында: Ялдацкая, Елтяцкая, Елдятская волость) ла теркәлә. Иҫке төрки телендәге сығанаҡтарҙа ырыу исеме Йәлдәк йәиһә Йәлтәк формаларында яҙылған.
Ғалим-этнограф Р.Ғ. Кузеев йәлдәк ырыуының килеп сығышына бәйле мәғлүмәттәрҙең аҙ булыуы хаҡында яҙа. Уның фекеренсә, йәлдәк ырыуы башҡорттарының ата-бабалары, Урта Азия далаларынан Көньяҡ Уралға табан ҡыҫырыҡланып сығарылған ҡыпсаҡтарҙың бер төркөмөнә ҡушылып, Ағиҙел йылғаһының һул яры буйындағы ерҙәрҙе биләй. Тарихсы йәлдәктәргә хас булған II, Y, X ырыу тамғаларының бер үк ваҡытта ҡыпсаҡтарҙың сарыш-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡыпсаҡ, аҡ-ҡыпсаҡ ырыуҙары тамғалары менән бер иш булыуына иғтибар иткән. Р.Ғ. Кузеев йәлдәк этнонимын боронғо төрки тамырлы булып, байтаҡ ҡына атамаларҙың тамыр һүҙгә -аҡ, -әк, -эк, -уҡ, -үк һәм -к суффикстары ҡушылыу юлы менән хасил булыуын билдәләй: мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡумыҡ, ҡыпсаҡ, бәжәнәк, емек, башҡорттарҙа шулай уҡ терһәк һәм баҙраҡ этнонимдары бар.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин йәлдәк этнонимының антропоним, йәғни кеше исеме менән бәйле булыуын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй. Был йәлдәк шәжәрәһендә лә сағылыш тапҡан: уларҙың төп бабаһы сифатында Йәлдәк исемле тархан күрһәтелә. Ошондай исемдең "йәлләү/йәлдәү" һүҙенән килеп сығыуы ла мөмкин.
Йәлдәк башҡорттарының боронғо тарихын төрки ҡәүемдәренең Дәште Ҡыпсаҡ тип аталған үтә ҙур конфедерацияһы сиктәрендә өйрәнеү фарыз. Урта быуаттарҙа улар ҡыпсаҡ атамаһы аҫтында Евразияның икһеҙ-сикһеҙ далаларында көн итә. Ә ҡыпсаҡтарҙың айырым ырыу-төркөмдәре XI - XIII быуаттарҙа уҡ Көньяҡ Уралға, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары үҙәндәренә килеп етеп, ошонда көн иткән башҡорттарға ҡушыла. XIII быуаттың беренсе яртыһында, монгол-татар ғәскәрҙәре Урта Азия дәүләттәрен яулап алғандан һуң, башҡа башҡорт ырыуҙары араһында ҡыпсаҡтар ҙа мөһим урын ала. Күрәһең, йәлдәк ҡәүеме лә ошо дәүерҙә башҡорт халҡы составында булыуҙы хуп күргәндер.
Алтын Урҙа дәүләтендәге үҙ-ара низағтар көсәйеп, берҙәм идаралыҡ тамам ҡаҡшағас, айырым ханлыҡтарҙың һәр ҡайһыһы өҫтөнлөк алырға тырышҡан осорҙа Ҡаҙан ханлығы, яҡын-тирәләге һуғышсан халыҡтарға мөрәжәғәт итеп, ялланма ғәскәр туплай башлай. Чингизид Олуғ-Мөхәммәт нигеҙ һалған Ҡаҙан ханлығында, башлыса, ер эшкәртеү, сауҙа итеү менән шөғөлләнгән ерле халыҡтар - Волга булғарҙары вариҫтары булған мосолман сыуаштары, мариҙар, удмурттар, Волга аръяғындағы мәжүси сыуаштар йәшәй, уларға хәрби эш ят була. XV - XVI быуаттар сиктәрендә Ҡаҙан ханлығына хәрби хеҙмәткә тархандар етәкселегендәге башҡорт яугирҙары отрядтары ла килә башлай. Ошо хеҙмәттәре өсөн уларға Ыҡ йылғаһы үҙәнендәге ерҙәрҙе биләргә рөхсәт бирелә. Ҡыпсаҡ тарханы Йәлдәк тә үҙ кешеләре менән Ҡаҙан ханлығында хәрби хеҙмәт менән көн итеүселәр составында була. Ул замандарҙа йәлдәктәр Ыҡ йылғаһы буйындағы Ҡыпсаҡ олоҫона бирелгән ерҙәрҙә көн итә. Ҡаҙан ханлығы Иван Грозный армияһы тарафынан яулап алынғандан һуң, XVI быуат урталарында, Йәлдәк тархан вариҫтары Ағиҙелдең ике яры буйлап, көнсығышта - Ҡариҙел, төньяҡта - Танып, көнбайышта Баҙа йылғаһына тиклемге ерҙәрҙе биләп, оло Йәлдәк олоҫон барлыҡҡа килтерә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА