«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО АТАЙСАЛДЫҢ БӨГӨНГӨ ЗАҢЫ
+  - 


Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йортона килеп инеү менән Сибай кантон ҡаршы ала! Эйе, үлемһеҙ йырҙар сығарған йыраусы, сәсән Шәйәхмәт Сибаевтың портреты эленеп тора бында. Тик сәсәндең ҡарашы ҡайҙалыр ситкә төбәлгән, "өс тин аҡса тапһам да файҙа, тип" донъя буйлап һибелгән тоҡомдаштарын күҙәтә мәллә ул?

Иҫке Сибай - боронғо бөрйән ҡәүеменең атайсал ырыуы тө-йәге. Улар 18-се быуаттың баштарында хәҙерге Күгәрсен районындағы Оло Эйек йылғаһының уң ярынан, Санъяп (Биктимер) ауылынан күсеп килгән икән! Тәүге нигеҙ ҡороусы Сибай Тәнекәйев булған. Был хәтле ер аяғы ер башына тиктәҫтән генә күсенмәгәндер инде улар. Ауылдың тәүге исеме Атайсал (башҡорт ауылдары бик оҙаҡ үҙ ырыуҙары атамаһын оноттормаған), ләкин 1798 йылдан Сибай тип йөрөтөлгән, ә 1850 йылдан Иҫке Сибай булып ҡалған. Ошо бер ауылдан ғына өс кантон начальнигы сыға: Аҡҡол Биктимеров, Абдрахман Аҡҡолов, Шәйәхмәт Сибаев. Данлы "Абдрахман", шанлы "Сибай", мөхәббәтле "Сәлимәкәй" йырҙарын ижад иткән атайсалдар йәшәй бында. Мин даукәр моң эйәһе Сөләймәнов Әһлей ағайҙы беләм, уның скрипка тартып уйнағанын тыңлар өсөн беҙ, БДУ студенттары, диалектология уҡытыусыбыҙ Нәғим ағай Ишбулатов менән махсус килеп киттек. Шул мәлдән алып мин башҡорт халыҡ сәнғәтен йәшәткән азаматтарҙы таныйым һәм хөрмәт итәм. Уларҙы бөтә донъяға беҙҙең милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте күрһәтеүсе илаһи талант эйәләре, тип һанайым. -Хәйерле кис, мәртәбәле ҡунаҡтар килеп төштө, - тип һөйөнсөләне ауыл биләмәһе етәксеһе Сибай Утарбаев. - Баймаҡ, Өфө яҡтары нисек тын ала, төпкөл ауыл кешеһенә шул һәр ваҡыт ҡыҙыҡ. Мәғлүмәт, яҡшы хәбәрҙәр көтәбеҙ һеҙҙән! Ауыл мәҙәниәт йорто ике ҡатлы, бик күптәнге бина, ләкин ғәмәлгә ярап ята: йылдан ашыу бында дәрестәр бара, сөнки ауылда мәктәп яңыртып төҙөлә икән. Ауыл биләмәһе етәкселеге, "Яҙгөл" фольклор ансамбленә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡуҙғатҡан темаларҙы ҡолаҡ ҡарпайтып тыңлап ултырабыҙ, ошолайтып асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ҡайһылай ҙа кәрәк беҙгә, тигән уй ҙа үтә баштан. Иҫке Сибайҙарҙың әйткәндәре тотош милләткә һабаҡ булыр ине. Уралтау ашып был хәтле ергә килгәс, уларҙың сәләмен алып ҡайтырға тейешбеҙ бит... Шулай итеп, тыңлайбыҙ:
"Ағинәй хәрәкәтенә ҡарата төрлө фекер булды һәм булырға тейеш тә, - тине атайсалдар. - Ағинәйлек күктән төшкән әкәмәт түгел. Ул кешегә Хоҙайҙан бирелә торған саф, ҡеүәтле, ирекле энергия. "Ағинәйлек" тигән төшөнсәгә хас, тип иҫәпләнгән матур сифаттар биш йәшлек ҡыҙ балала уҡ бар: белемгә, яҡшылыҡҡа, аҡылға ынтыла ул. Үҫмер ҡыҙ ҙа һылыулыҡҡа, матурлыҡҡа, сафлыҡҡа, мөхәббәткә ышана. Хатта ғәҙелһеҙлектәр, мәрхәмәтһеҙ мөнәсәбәт менән бәрелешкәндә лә, аҙғынлыҡ, эскелек һымаҡ яман хәлдәр уның бәхетенә аяҡ салһа ла, ҡатын-ҡыҙ йөрәгендә илаһи ут барыбер ҡала. Ҡатын-ҡыҙ ғүмер буйы ынтыла ул ағинәйлеккә..." "Ағинәйлек һәр ҡатындың үҙенән, үҙенең усағынан башлана, үҙенең аҡыл самаһына, иманы ныҡлығына барып тоташа. Ләкин бөгөн ағинәй үҙ теләге менән ауылдың хәстәрен үҙ өҫтөнә ала. Ауыл тәртибе өсөн ҡайғыра, яуап бирә, ауылдың йәнен-йәмен ҡурсалай. Ни өсөн шулай? Бында хәҙис менән яуап бирәбеҙ: "Аллаһы Тәғәлә кемде яратмай? Тәкәбберҙе һәм монафиҡты. Тимәк, беҙ ауылдағы бер кемдә лә эшебеҙ булмайынса, төрлө ауыр хәлде күрмәмеш булып, тәкәбберләнеп йәшәй алмайбыҙ. Эскелектән йә тәрбиәһеҙлектән яфаланған ҡәрҙәштәрҙе ташлай алмайбыҙ. Монафиҡ - ул ике йөҙлө, тигәнде аңлата. Милли матбуғат кәрәк икәнен белеп тә уны алдырмау - ике йөҙлөлөк. Милли кейемде белеп тә уны кеймәү, ауылда мәсет булһа ла унда йөрөмәү - ике йөҙлөлөк..."
"Ағинәй - тел тотҡаһы. Тарихты, тәртипте оноторға юл ҡуймаусы. 2013 йылдан ойоша "Яҙгөл" ансамбле, уның яртыһы - ағинәйҙәр. Эскелеккә ҡаршы көрәш иң баштан уҡ беҙҙең төп йүнәлеш булды, сөнки ошо афәтте йырып сыҡмайынса, кеше күҙенә ҡарарлыҡ түгел инек..."
"Ағинәйҙәрҙең эш асылын аңлаған етәкселәр уларҙың ярҙамына йәбешеп ята. Ҡайһы бер яҡта хатта артыҡ һалышып китәләр, ти. Экологик өмәләр, балалар менән сана шыуыу, ҡунаҡтар ҡаршылау... Һәр урында ағинәй кәрәк. Ошолай әүҙем, дәррәү итеп беҙ бит милләткә хеҙмәт итәбеҙ. Уның рухын һаҡлайбыҙ. Халыҡсан кейемдәрен, ризыҡтарын тергеҙәбеҙ һәм ҡулланабыҙ..."
"Ҡайсағында артыҡ тырышыу касафаты менән кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә хаталар барлыҡҡа килде. Шулай уҡ уларҙы тергеҙгәндә тарихи дөрөҫлөктө лә һаҡларға кәрәк. Милли хазиналарыбыҙҙы сит-яттарҙың үҙләштереүе, урлашыуы кеүек күренештәр беҙҙе бик тетрәндерҙе, уятты, сәмләндерҙе. Беҙ бер кемгә лә үҙебеҙҙекен бирмәҫкә, актив эшләргә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ярҙамсыһы булырға тейешбеҙ. Был хаҡта Башҡортостан мәҙәниәт министрының махсус хаттары ла таратылды райондарға. Бөгөн ауылдарҙа ағинәйҙәр төркөмдәре үҙҙәренә матур исемдәр ҡушып, фольклор төркөмдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләп алып киттеләр..."
Ниһайәт, беҙ дүрт күҙ менән көтөп ултырған бер кеше, Разия Хизбулла ҡыҙы Баймөхәмәтова һүҙ ала: "Ҡарт тип әйтмәгеҙ, миңә 82 генә йәш. 1961 йылда күрше генә ауыл - Йәнйегеттән килен булып төштөм. Иҫке Сибайҙың һуңғы алтмыш йыллыҡ тормошо күҙ алдымда, йөрәгемдә. Олоғайған һайын ауылыңды үтә күреп тораһың бит. Йәнде әрнеткән күренештәргә ҡаршы көрәшергә тип, мин дә ағинәйҙәргә ҡушылдым. Тик ағинәйҙең: "Әйҙәгеҙ, ана шулай эшләйек", - тигәненән генә бер эш тә барып сыҡмай икән ул. Ойоштора торған эшең, әйҙәләгәнең ошо баҫып торған ереңә, ошондағы тормошҡа бәйле булһа, һинең һүҙең үтә, ғәмәлең аңлашыла, аңдарға барып етә. Шуға күрә, беҙ иң беренсе бер нәмәне аңларға тейешбеҙ: беҙ - башҡорттар, беҙ - ерле, тимәк, илле, телле, ашлы, йолалы халыҡ. Быны иҫтән сығарыу һис тә ярамай.
Мәҫәлән, йола тураһында әйтәм. Минең туғандарым, уҡыусыларым күп бит инде. Шулар менән ошо Башҡортостандың ун дүрт районында туйҙа ҡатнашырға тура килде. Хәҙерге ваҡытта туйҙар нисек үтә? Бөтәһендә лә бер ҡалып. Киленде һыу юлын күрһәтергә алып барғанда, тиртунды әйләндереп кейеп, араҡы шешәһен баш осона күтәреп болғап, һын-сепрәк алыштырып, шағараҡ туй ҡоралар - былағайланалар. Юҡ, мәйтәм, былай булмай, йолаларыбыҙға йөҙ борайыҡ. Үҙебеҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған бик мәғәнәле бер йоланы - "Һырға туйын" ҡалҡытайыҡ. Шул йола аша боронғо туйҙың нисек икәнен күрһәтәйек, тигән уй тынғы бирмәй китте. Нисек була ул һырға туйы? 1934 йылда ҡартайым Рәмзиә апайымды Иҫәнбәткә кейәүгә биргән. Уның нисек булғанын Байбулов тигән ағай һөйләне. Хәсән ауылынан ҡурайсылар саҡырылған. Хәсәндән Иҫәнбәткә еткәнсе юл буйында ҡурайсылар уйнап торған. Уртала ике яҡтан саҡырылған көрәшселәр бил һынашҡан. Ҡыҙ яғы еңһә, кәләште көмөш йүгәнле атҡа атландырып, ауылға Бейбисә итеп оҙатып төшөрәләр. Әгәр ҡыҙ яғы еңелһә, килен Байбисә генә булып килә. Бына, әллә күпме тамаша, әллә күпме уйын, йыр-бейеү менән үткәрерлек боронғо туй йолаһы. Йәш ғаиләнең көсөнә, ил алдындағы бурысына ниндәй ышаныс! Быйыл үткәрәйек әле шул йоланы, тип тәҡдим итәм ағинәйҙәргә лә, бигерәк тә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә. Шул хәтле айырылышыуҙар күп бит. Шуға ла беҙҙең ауылда 211 яңғыҙ ир йәшәй. Шул хәтле үк ҡыҙ-ҡырҡын ирҙән айырылып ҡайтып ултыра. Бергә ҡушһаң... Үҙе бер ауыл бит ул. Ә мәктәптәргә балалар кәрәк!
Тағы ла күңелемде әрнеткәне шул: 1945 йылда мин 5 йәштә инем. Ауылға йөҙ етмеш "ҡара ҡағыҙ" килде, тинеләр. Бер көндө миңә мәктәп уҡыусылары ярҙамға килде. Мин уларҙан: "Балаҡайҙарым, Бөйөк Ватан һуғышы нимә ул?" - тип һорайым. Чечня, тиҙәр. Шаҡ ҡатмалы. Һуғыш ваҡытында тыуғандар хәҙер ауылда бик аҙ ҡалдыҡ. Беҙҙең йәш быуынға һөйләр һүҙебеҙ бар, тик быны ойошторған кеше генә юҡ. Таңһылыу Сөләймәнова заманында "Тол ҡатындар иламай" тигән кисә үткәргәйне. Күптәр аталарының "ҡара ҡағыҙ"ҙарын алып килеп, халыҡҡа күрһәтте. Иламаған кеше ҡалманы. Батыр атайҙарыбыҙ арҡаһында йәшәйбеҙ, тип, бөтә ауыл менән Аллаһыға зекер әйттек...
Ә яңыраҡ беҙҙең бөгөнгө мәҙәниәт йортоноң тамашаһын ҡараныҡ. Сәхнә мөйөшөндә бер бәләкәй генә өй эшләп ҡуйҙылар ҙа тотондолар ирҙәрҙән көлөргә! Мыҫҡыллайҙар, билдән түбән дә төшөп китәләр! Нишләп бөгөн беҙ ирҙәрҙең дәрәжәһен төшөрәбеҙ? Шул арҡала ғаиләләр тарҡала. Әсә кеше бала тыуҙырыу менән бөйөк, әлбиттә. Әммә донъялыҡта ирҙәрҙең дәрәжәһен төшөрөү төптө дөрөҫ түгел, мин бының менән килешә алмайым. Ирҙәр - ирҙәр ул. Һүҙем шул: эш өсөн, кисәләр өсөн ошо ауыл темаһы, зары алынһын. Мәҫәлән, "Абдрахман" тарихи йыры беҙҙә сыҡҡан, тип маҡтанабыҙ. Шөкөр, йыраусылар булған һәм бар бит! Ауылда бөгөн Мөрсәлим Кашанов йыр-көй, музыка яҙып ята, шул егетте нишләп сәхнәгә саҡырып, ижадын тыңлап, дәрәжәһен күтәрмәҫкә? Ә күпме шағирҙар, йырсылар бар беҙҙең ауылда, беләһегеҙме, тип өндәшәм әле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә. Ауыл халҡы менән бергә уйлап эш итергә кәрәк. Уй, фекер, зекер - өсөһө лә бер үк нәмә. Тәүҙә уйларға, шунан фекер итергә, шунан зекер әйтергә кәрәк. Эскелеккә ҡаршы бер батша ла, бер президент та сыға алмай, эскелекте ябай халыҡ үҙе бөтөрә. Эскелеккә ҡаршы эш алып барыу өсөн халыҡтың дини ҡанундары менән йәшәүе - төп шарт, тарихи шарт! Шуны онотмағыҙ!"
Бер арауыҡ өнһөҙ-телһеҙ ҡалып ултырҙы беҙҙең ҡор, бына ошолай төптән ҡайырып, тамырға һеңдереп әйтә-өйрәтә бит ул ағинәй. Бына шул хаҡҡый һүҙҙәренә зар булғанбыҙ түгелме?..
Иҫке Сибай ағинәйҙәре араһында йөрөүсе мәғариф ветераны Разия Баймөхәмәтова һүҙҙе дауам итте. Ул да бөтә ихласлығын һәм тәҡүәлеген һалып, Ҡөрьән сүрәләрен халыҡсан тел менән ябай итеп яҡташтары йөрәгенә һалыусы фиҙаҡәр йән. "Беҙ үҙебеҙҙең ата-баба нисек тотҡан, шулай тотабыҙ динде. Ситтән килеп, икенсе йола тағып йөрөгәндәрҙе яҡын килтермәйбеҙ. - ти ул. -Мөхәммәт бәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре, Зәйнулла ишан һәм уның мөриттәре, Ғабдулла Сәйди һәм уның уҡыусылары тигән оло дини тәжрибә бар башҡортта. Ул - фани донъяны киң күңел менән ҡабул итеү, ә баҡыйлыҡҡа Ҡөрьән ҡушҡанса ғына әҙерләнеү. Мәҫәлән, Яңы йыл байрамын үткәреү кәрәкмәй, тиҙәр, ләкин беҙ ошо йәмғиәт эсендә йәшәйбеҙ бит, бөтә ил байрам иткән был сағыу байрамды инҡар итә алмайбыҙ. Ул тиклем фанатизм, сиктән-сиккә һуғылыу - мәғәнәһеҙлек. Бары тик Яңы йыл байрамы эскелектән арынһын. Эсмәйенсә лә байрам итергә була. Тыныс һәм матур йылдар алмашыныуы, ғүмерҙең үтеүе хаҡында уйланырға, бер-береңде тәбрикләргә кәрәк. Замана йолаһы. Беҙ заман менән бергә, балалар һәм йәштәр менән бергә булырға тейеш. Хәҙистә лә әйтелә бит: "Һәр дәүерҙә Аллаһының ҡөҙрәте менән төрлө эш ҡоралдары, тәгәрмәсле арбалар, яңыса ашамлыҡтар, кейемдәр, дарыуҙар донъяға тулыр, улар уңайлыраҡ та булыр, һәм кеше файҙалы уңайлыҡтарҙан баш тартырға тейеш түгел..."
Ҡунаҡтар араһында Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре лә бар ине. Иҫке Сибайҙа Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова бик ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны: "Ағинәй ни менән шөғөлләнә? Беҙ үҙебеҙ йәшәгән ауыл-ҡалалағы бер ниндәй саранан да ситтә ҡала, битараф була алмайбыҙ. Ҡайҙалыр ниҙелер дөрөҫ эшләмәйҙәр икән, беҙ тураһын әйтеп төҙәтәбеҙ, аңлатабыҙ. Бөгөн иң ҙур эшебеҙ - балалар менән осрашыуҙар, саралар үткәреү. Мәктәптәргә йөрөп, "Уҡытыусы ҡаһарманлығы" тигән акция үткәрҙек, Бөйөк Еңеү өсөн ҡанын түккән, башын һалған уҡытыусыларын иҫкә төшөрҙөк. Балалар бик тулҡынланып, яратып ҡалды сығыштарыбыҙҙы. Уҡытыусыларға тәҡдимебеҙ шул булды: беҙҙе генә тыңлап ҡалмай, беҙ һөйләгән мәғлүмәттәрҙе ил һәм донъя картаһында күрһәтеп, әҙәби әҫәр геройҙарын ҡушып, лекцияларыбыҙҙы тулыландырһалар, нисек йәнләнеп китер ине осрашыуҙарыбыҙ, тинек..."
Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай. Ләкин атайсал тоҡомо һынатырлыҡ түгел. Уларҙағы уйҙар-тәҡдимдәр урғылып, әңгәмәбеҙ ҡаҙан кеүек ҡайнап китте. Бөтәһе берҙәм ҡул күтәреп, ошо Иҫке Сибай ауылының яңы баш ағинәйе итеп Илүзә Йосопованы һайланы. Ул махсус танытма алып, өр-яңы бүләк - француз яулыҡ ябынды. Ойошманы бығаса етәкләгән Рәйфә Айытҡоловаға ҙур рәхмәт әйттеләр, ауыл хакимиәте лә, ағинәйҙәр ҙә унан бик риза икәнен белдерҙе.
Атайсалда ағинәйҙәр ҡоро бара. Ир-егеттәр ҙә, ҡатындар ҙа бер уй-ниәттә: "Уянабыҙ, уйланабыҙ, эшләйбеҙ!"
Шундай фекер ҙә яңғырап китә: "Ағинәйҙәр күп булмай, тиҙәр. Бик дөрөҫ һүҙ. Ләкин бөгөн бөтә башҡорт ҡатын-ҡыҙы ағинәй сифаттарына эйә булырға ынтылырға бурыслы. Бурысты бөгөнгө урта һәм өлкән быуын атҡарырға тейешбеҙ, сөнки беҙ академик совет мәктәбен үттек. Халҡыбыҙ быуаттар буйы ынтылған донъяуи ғилемде алдыҡ. Тик ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек шунда булды: беҙҙе дини белемдән ситләттеләр, шуға бөгөн дин яғынан шыр наҙанбыҙ. Әммә! Хоҙаның хикмәте! Ислам дине ҡанундары халҡыбыҙҙың йолаларына, холҡ-фиғеленә, милли характерына һеңгән. Аллаһы Тәғәлә фатиха биргән әҙәми сифаттар беҙҙең тәрбиәлә, телдә, фольклорҙа, көнкүрештә һаҡланған. Тимәк, яуаплы һәм ижади ҡарап, уларҙы тергеҙеү генә кәрәк..."
...Кинәт ҡолағыма моңло скрипка сыңы бәрелде. Гүйә, Әһлетдин Фазлетдин улы Сөләймәновтың йәне... тауыш бирҙе. Ул риза, ҡәнәғәт булып, бөгөнгө ҡыҙыу һөйләшеүгә, бәхәстәргә, теләктәргә ҡушылыр ине. Ауылым, халҡым, илем, тип янған иҫ киткес матур кеше ине бит ул! Ысын атайсал бөрйәне, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ғүмер буйына балалар менән эшләгән, мәҙәни ағартыу эштәрен алып барған. Иҫке Сибай ауылындағы музыкаль мәктәпте булдырыусы беренсе директор, шуға күрә мәктәп уның исемен йөрөтә. Скрипкаһын ҡулынан төшөрмәй, бер туҡтауһыҙ эшләп тик йөрөгән ул. Яҡташтары шулай хәтерләй...
Иҫке Сибай... Бик мәшһүр төбәк икәнеңде беләме икән һиндә йәшәгәндәр? Сибай кантон нимә тип уйлай икән һинең ике йөҙҙән ашыу буйҙаҡтарың, тол ирҙәрең һәм ҡатындарың, тыумаған балаларың, йырланмаған йырҙарың тураһында? Әллә шуларҙы белә булғанға ла... һүрәтеңдә донъяға тура ҡарарға ҡыймай ултыраһыңмы икән?..

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 677

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru