VI. ГРУША АҒАСЫ ТӨБӨНДӘ
Өсөнсө ноябрь. Көньяҡтың ҡояшлы йылы көнө. Алда ҡом сәхрәһе кеүек түшәлгән һәм офоҡҡа барып терәлгән һарғылт дала йәйелеп китә. Күптән ямғыр күрмәгән, борҡолдап торған саңлы оло юл. Артында саң өйөрөлдөрөп, беҙҙең машина шул юлдан алға саба: беҙ башҡорт атлылары дивизияһының подполковник Макаев Ғариф иптәш командирлыҡ иткән бер часына Башҡортостан халҡының ҡайнар сәләмен һәм наказын тапшырырға китеп барабыҙ.
Машинала барған кешеләр бер нисә минуттан буласаҡ шатлыҡлы, шуның менән бергә тулҡынлы һәм һағыныулы осрашыуға сабырһыҙланып ашҡына. Күҙҙәр, барып туҡталасаҡ урынды эҙләп, алға ҡарай.
Һарылыҡ менән ҡапланған Дон далаһы, тынлыҡҡа күмелеп, көҙгө ҡояш аҫтында йымылдап, йәйелеп ята: юлдың һул яғында - дала уртаһында теҙелеп ултыр-ған бесән эҫкерттәре, сәхрәһендә маһайып торған мөһабәт ҡара пирамидалар һымаҡ, ҡусҡылланып күренә. Уң яҡта - комбайн менән урылған баҫыуҙарҙа һалам күбәләре теҙелеп ята.
Дала юлында бушлыҡ һәм тыныслыҡ, һирәк-мирәк осраған һыбайлыларҙан башҡа, бер кем юҡ. Был һыбайлыларҙы беҙ шатлыҡлы, асыҡ йөҙ менән сәләмләп ҡаршы алабыҙ һәм, яулыҡтар болғап, оҙатып ҡалабыҙ. Дон далаһында, йылдам башҡорт аты өҫтөндә ыҡсым хәрәкәт яһап, уйнаҡлап килгән осҡор башҡорт егеттәре беҙҙең иғтибарҙы үҙҙәренә биләп ала. Ул егеттәрҙең әле күптән түгел генә гитлерсы бандиттарҙы ҡырып йөрөүҙәре хәтергә төштө һәм тиҙҙән тағы ла дошман өҫтөнә арыҫландай ташланасаҡтары күҙ алдына баҫып, күңелде ғорурлыҡ солғап алды.
Дала тын. Шул тәрән тынлыҡты ҡалтыратып, көнбайышта көслө күк күкрәгән һымаҡ булып, артиллерия канонадаһы гөрһөлдәй. Ләкин был гөрһөлдәү алыҫ тылдан фронтҡа барған һәм хәрби булмаған кешеләр өсөн генә яңылыҡ булып тойола. Шуға күрә быға беҙҙән башҡа кешеләр, һис бер ишетмәгән кеүек, бөтөнләй иғтибар ҙа итмәй. Ә беҙҙең иптәштәр, туп тауышы нығыраҡ үкергән һайын, бер-береһенә ҡарашып, "Ишетәһеңме?" тигән төҫлө итеп, йылмайышып ҡуя.
Бер ҡалҡыулыҡты үтеү менән беҙҙең алда, һул яҡтағы иңкеүлектә, өҫтө зәңгәр төтөн менән ҡапланған ҡыуаҡлыҡтар күҙгә ташланды. Беҙҙең машина, ҡапыл боролоп, оло юлдан сыҡты ла, шул ағаслыҡҡа ҡарай йүнәлде.
Урман ситендә Макаев һәм уның урынбаҫары Сәйетғәлин иптәштәр беҙҙе ҡосаҡлап ҡаршы алды. Беҙ инде улар менән әллә нисәнсе тапҡыр шулай ҡосаҡла-шабыҙ, әллә нисә тапҡыр ҡулдарҙы ҡыҫышабыҙ. Ләкин һәр бер күрешкән минут беҙгә һаман да беренсе тапҡыр осрашҡан төҫлө булып тойола. Сөнки улар беҙҙе тыуған илдән, тыуған ата-әсәләрҙән, һөйөклө ҡатындарҙан, мөхәббәтле ҡыҙҙарҙан, йөрәккә иң яҡын балаларҙан туғанлыҡ сәләме, тәмле бүләктәр менән халыҡтың ҡайнар мөхәббәтен алып килгән өсөн ҡосаҡлай, үбә. Беҙ уларҙы ҡандарын, йәндәрен ҡыҙғанмайынса ватаныбыҙҙы, беҙҙең бәхетле гүзәл тормошобоҙҙо оккупанттарҙан һаҡлағанлыҡтары, гитлерсы эттәрҙе аяуһыҙлыҡ менән үлтереүҙәре өсөн ҡосаҡлайбыҙ һәм үбәбеҙ.
Беҙ ҡырмыҫҡа ояһы һымаҡ хәрби тормош ҡайнаған ҡыуаҡлыҡтар араһына килеп индек. Беҙҙең алдыбыҙҙа, бәләкәй аҡлан ситендә, киң ҡоластарын йәйеп ултырған ҡарт груша ағасы аҫтында, башҡорт ғәҙәтенсә, ҡунаҡтар өсөн ергә плащ-палаткалар йәйеп һәм мендәрҙәр ҡуйып әҙерләнгән һәм яңы ғына ҡырҡылған ҡайын ағастары менән кәртәләп алынған урын тора ине. Частың подразделениелары хәрби тиҙлек һәм хәрби ҡаты тәртип менән беҙ урынлашҡан аҡланды әйләндереп алды. Командирҙың һаулыҡ һорауына ҡайтарылған яуап тауышы, бер ауыҙҙан сыҡҡан кеүек булып, һауа тынлығын уйып алды. Тынлыҡ тағы ла ҡуйыра төштө.
Бына шунда, Дон далаһының күпте күргән, күпте ишеткән ҡарт груша ағасы төбөндә беҙ дошман өҫтөнә ыласындай ташланырға ярһып барған башҡорт егеттәренә тыуған илдең мөхәббәтен һәм сәләмен тапшырҙыҡ. Бына шунда частың боецтары исеменән һөйләгән Сәйетғәлин, Әлмөхәммәтов, Байғужин, Абдуллин һәм Макаев иптәштәр, ил алдында, Сталин алдында ант иткән тел менән, Башҡортостан халҡының вәкилдәренә боевой вәғәҙә бирҙе. Бына шунда, тыуған илдән бүләк һәм сәләм алған башҡорт егеттәренең бүләккә һәм сәләмгә яуап итеп, мылтыҡтарын, автоматтарын һәм ҡылыстарың тағы ла нығыраҡ ҡыҫа тотоп, ата-әсәләрҙең хаҡы өсөн, ҡатындарҙың, ҡыҙҙарҙың хыянатһыҙ мөхәббәте өсөн һәм Иҙел буйынан Дон буйына килгән татлы балды биргән сәскәләрҙе үҫтергән тыуған изге тупраҡ өсөн бер табан да артҡа сикмәҫкә, еребеҙгә аяҡ баҫҡан немец эттәренең аҙаҡҡыһына тиклем ҡырып бөтөрөргә һүҙ биргәнлектәрен күрҙек беҙ. Украина халыҡ шағиры Павло Тычинаны Киевҡа, Белоруссия халыҡ шағиры Якуб Коласты Минскиға ҡайтарырға ант иткәндәрен ишеттек беҙ.
Майҙан уртаһына өс ҡурайсы сығып баҫты. Улар, күңелдәрҙе елкендереп, бөтә даланы шыңғырҙатып, бейеү көйө уйнап ебәрҙе. Был минутта подполковник иптәш Макаевтың һылыу аты, үҙ хужаһының телен аңлаған кеүек ярһынып, ер тырнарға һәм үҙен бәйләп ҡуйған ҡарт имәнде йығып, иреккә, ебәк ялын туҙғытып, яуға ҡаршы сабырға теләгән төҫлө тыпырсынырға тотондо. Ихтимал, был урында бер ваҡыт граждандар һуғышы геройы Григорий Котовскийҙың аты ла шулай, аҡ бандалар өҫтөнә ташланырға ярһып, тыпырсынғандыр... Ихтимал, бер саҡ был груша ағасы төбөндә, аҡ бандаларға ҡаршы атакаға китер алдынан, ҡыҙыл казактарҙың командиры Александр Пархоменко ла шулай, бөҙрә сәсен йәшергән папахаһын ҡырын һалып, ер һелкетеп бейегәндер. Ә бөгөн бында - иртәгә йәки иртәгә һуңға - гитлерсы бандалар өҫтөнә ташланырға төйнәлгән башҡорт егеттәре һәм уларҙың командиры Макаев башҡорт халыҡ артисткаһы Бәҙәр Йосоповаға ҡаршы төшөп, атлыларға хас бер еңеллек менән, дәрт менән ҡанатланып бейей. Уларға ҡушылып, бөтә боецтарҙың йөрәктәре, ҡолас йәйеп торған груша ағастары һәм бөтә Дон далаһы бейей.
Ҡояш, засадаға ашыҡҡан боец һымаҡ, офоҡҡа төшөп бара. Макаев иптәш сәғәтенә ҡараны, өс ҡурайсы Салауат маршын уйнай башланы. Батыр аталарының героик традицияларын намыҫ менән һаҡлаусы бөйөк Салауат улдары тыуған ил өсөн, Сталин өсөн данлы походҡа сығырға аяҡҡа баҫты.
- Хәйерле, данлыҡлы, еңеүле юлға, иптәштәр! - тинек беҙ уларға.
VII. ДУМБЫРА
Өсөнсө ноябрҙең кисендә М. М. Шайморатов беҙҙе башҡорт атлы дивизияһы ингән подразделениеның гвардия командиры Борисов менән осраштырҙы. Мәжлестә беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслы хәл гвардия генерал-майоры Борисов иптәштең башҡорт атлы дивизияһы тураһындағы һүҙҙәре булды. Ул үҙенең ҡыҫҡа телмәрендә:
- Башҡорт атлы дивизияһы боевой һәләтлелек яғынан беҙҙең подразделениелағы дивизиялар араһында алдынғы дивизия булып һанала. Ул быны үткән боевой хәрәкәттәр ваҡытында бик яҡшы күрһәтте. Киләсәк бойҙарҙа ла күрһәтәсәк, - тине һәм шул хаҡта Башҡортостан халҡына белдерергә ҡушты.
Үҙен һәм үҙенең эшен маҡтауҙы һис бер яратмай торған генерал-майор М. М. Шайморатов иптәш командирлыҡ иткән дивизияға ҡарата юғары командование исеменән әйтелгән был һүҙҙәрҙе бик борсолоп тыңланы тыңлауын. Ләкин бында ул ни тиклем ябайлылыҡ күрһәтмәһен, был минутта башҡорт егеттәренең күкрәктәрендәге ордендар, сафлыҡ менән йылмайған йөҙҙәр төҫлө, балҡып яна ине.
Дивизияның Фәйзи Ғәскәров тарафынан ойошторолған һәм Аҙнабаев етәкселек иткән йыр һәм бейеү ансамбле ҡунаҡтарға бик матур концерт бирҙе, ә концерттың аҙағы халыҡ бейеүҙәре кисәһенә әйләнеп китте. Был концертта кешеләрҙең иғтибарын ҡырғыҙ Малдыбаевтың думбыраһы һәм ул думбыраның тыуыу тарихы үҙенә тартты. Ул думбыра ниндәй ҙә булһа берәй музыка ҡоралдары мастерскойында эшләнмәгән, әлбиттә. Улай ғына ла түгел, уны Алатау итәгендәге ҡырғыҙ ауылындағы бер думбырасы йәки Тянь-Шань йәйләүҙәрендәге бер чабан ҡулы ла яһамаған. Ул фронтта, ут эсендә тыуған. Йәш думбырасы Малдыбаев башҡорт атлы дивизияһына килеү менән уйламаған һәм көтөлмәгән бер күренешкә осраған. Ул тәү башлап үҙенең боевой иптәштәре буласаҡ башҡорт егеттәре янына килеп ҡушылғанда улар, "Буранбай"ҙы тыңлап, тәрән моңға күмелеп ултырған һәм хәл йыйған бер саҡ булған. Малдыбаев моңға солғанған был күңелле минуттың тынлығын һәм шиғриәтен боҙорға теләмәгән. Аяҡ остары менән генә баҫып, бер ситкә барып ултырған да, үҙенә бик яҡын яңғыраған, хатта үҙ халҡының яратып йырлай торған, дала кеүек киң, диңгеҙ һымаҡ тәрән моңло көйҙәрен хәтерләп, ҡурай моңоноң көслө ихтыярына еңелеп, тын ҡалған.
Башлап ишетеүенә ҡарамаҫтан, ҡурай Малдыбаевтың тойғоларын, уйҙарын биләп алған да, уны әле Тянь-Шань тауының мөһабәт тынлыҡтары ҡосағына илтеп ташлаған, әле туптар шартлап ярылған һәм үлем үкергән фронттың дәһшәтле һуғыш ҡырына килтереп баҫтырған. Уның күҙ алдына килеп, киң ҡырғыҙ далалары йәйелеп ятҡан. Уның ҡолаҡтарына шул далаларҙағы елбер аҡ сәсле ҡылғандарҙың тулҡынланып ыжылдау тауыштары ишетелгән.
Шул минутта ул, үҙенең һөйгән думбыраһын алып, соңҡолдатып уйнарға һәм уға ҡушылып:
- Басынан Алатаудың күс киләде,
Артынан ике тайлак бус киләде,
Айырылыу туған илдән жаман икән,
Мөлдөрәп ике күздән жас киләде, -
тип йырларға теләгән, ләкин булмаған.
Ҡурайсы уйнауынан туҡтаған. Шунан һуң пулемётчик, сержант Малдыбаев, башҡорт егеттәре менән танышып, боевой семьяның яҡын бер члены булып киткән. Унан һуң күп көндәр үткән. Ҡурайсылар һөжүмгә, атакаға китер алдынан Салауат маршын уйнап, боецтарҙың рухтарын күтәргән. Дошманды ҡыйратып, бойҙан сыҡҡас, "Ҡарабай"ҙы йәки "Перовский"ҙы тартып бейеткәндәр. Ә Малдыбаев, ҡурайҙы күргән һәм тыңлаған һайын, үҙенең думбыраһын һағынған.
Малдыбаевтың был кисерештәрен иптәштәре бик тиҙ аңлаған, һәр кем думбыра яһар өсөн кәрәкле материалды табыу сараһына керешкән. Осраған бер таҡтаны алып ҡайтҡандар. Ләкин Малдыбаев улар табып килтергән таҡта һәм ағастарҙың береһен дә яратмаған. Был хәл ҡайһы бер боецтарҙы Малдыбаевтың думбырасы булыуы тураһында шиккә төшөрә башлаған. Бер ваҡыт Малдыбаев, материал һайлап, бик наҙлана башлағас, бер боец торған да:
- Беҙҙең башҡорт халҡының "Көйө килмәгәнден бейегеһе килмәй", тигән бер мәҡәле бар. Һин, ҡустым, шуның һымаҡ ҡыланмайһыңмы икән?.. Ҡайын таҡтаһы таптыҡ, ул ярамай. Йүкә таҡтаһы килтерҙек, уны яратманың. Килтермәгән ағас ҡалманы, берәүһе лә оҡшамай. Инде һиңә ожмах ағасы кәрәкме, әллә булмаһа! - тигәс, Малдыбаевтың биттәренә борсолоу сыҡҡан һәм күҙҙәренән осҡон бөркөлгән:
- Ғәфү итегеҙ, жулдастар, мин һеҙҙе шаяртырға ла теләмәнем һәм алдарға ла уйламаным. Ҡырғыҙ алдашырға яратмай, урынһыҙға шаярмай. Башҡорттоң шулай тигән мәҡәле булһа, ҡырғыҙҙың: "Ҡара таштан дым сыҡмаҫ, моңһоҙ жандан моң сыҡмаҫ", - тигән мәҡәле бар. Һәр бер ҡош бер төҫлө йырламай, һәр бер ағас бер төрлө шыңғырҙамай. Дүмбыраны һандуғастай сутылдатыу, күтәрсендәй гөрләтеү һәм тутый ҡоштай соңҡолдатыу өсөн алма ағасының таҡтаһы кәрәк бит уға. Үҙегеҙ беләһегеҙ, алма ағастарының төптәренә, алйырҙан кеүек, немецтар оялап алған. Етмәһә тағы, улар бөтә алма баҡсаларын ҡырҡып, нығытмаларға һалған, - тип көрһөнгән.
Боецтар уны тынысландырған һәм алма ағасы таҡтаһы табып бирергә вәғәҙә иткән.
Июль числоһынын бер ҡараңғы төнөндә боецтарҙың бер төркөмө, немец нығытмаһына шыуышып барған да, тауышһыҙ ғына часовойҙы йәһәннәмгә ебәргән. Унан граната бәйләмдәре ырғытып, нығытманың аҫтын-өҫкә килтергәндәр. Бына шунан алып ҡайтҡан улар бөгөн Малдыбаев ҡулында соңҡолдаған думбыра яһалған алма ағасы таҡтаһын.
(Дауамы. Башы 19-20-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА