VI Бөтә донъя фольклориадаһының символы булған башҡорт матрешкаларын "Ағиҙел" Башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы етештерә. Ошо көндәрҙә унда ике меңдән ашыу ҡурсаҡтар ҡулдан биҙәлеп бөттө. Рәсәйҙең был күптән таныш символын "башҡортлаштырыу"ҙы кемдәр уйлап тапҡанын һәм кемдәр биҙәгәнен белешеү өсөн "Ағиҙел"дең хеҙмәткәрҙәре менән осрашып һөйләштек. Предприятиеның баш рәссамы Арыҫлан БИКБАЙ һәм дизайнер Эльмира ДӘҮЛӘТОВА бына нимәләр һөйләне.
Эльмира Әүхәт ҡыҙы: Ни өсөн был бөтөн донъя кимәлендәге сараның символы итеп тап матрешка һайланды? Берҙән, символ ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн таныш булһын, тип уйланыҡ. Сөнки улар Рәсәйҙе тап ошо матрешка, айыу, балалайка кеүек ҡалыплашҡан символдар аша белә бит. Икенсенән, Фольклориада Башҡортостанда, башҡорт ерендә үткәс, беҙ был символды үҙебеҙҙең форматта күрһәтергә теләнек һәм уға башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейемен кейҙерҙек. Ә инде "урыҫ символы" тигәнгә һағайып ҡарағандарға аңлатма бирәбеҙ: матрешка, асылда, урыҫтыҡы ғына түгел, уның төрҙәрен будда храмдарында ла, Япония, Ҡытай һарайҙарында ла, Һиндостан изгеләре сүрәтендә лә тапҡандар. Тимәк, был бүленеп асыла һәм эсенә "балалары" тейәлә торған ҡурсаҡтар күп урындарҙа булған. Рәсәйгә килеп эләккәс, ул "урыҫлаштырылған". Шулай булғас, бөгөн уны "башҡортлаштырыу"ҙың да бер хилафы ла юҡ.
Арыҫлан Руслан улы: Фольклориада матрешкаһына Дим башҡорттары кейемен кейҙерҙек. Был кейемде барыһы ла таный: уның еләне, ҡашмауы, селтәре беҙҙең милли кейемдең иң сағыу варианты булып тора. Ә инде ҡатлансыҡтағы ете ҡурсаҡта ете милли кейем төрө лә сағылыш таба. Былар: көньяҡ-көнсығыш (Дим), Һамар-Ырғыҙ, үҙәк (Инйәр), төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш (Урал аръяғы) башҡорттарының стандарт милли кейем төрҙәре. Һәм был кейемдәр дизайнерҙың, рәссамдарҙың фантазияһы ғына түгел, ә уларҙың этнографтар, музейҙар, фольклор белгестәре, тарихсылар, райондарҙағы ерле халыҡ менән кәңәшләшеүенән, мәғлүмәттәр йыйыуынан төҙөлгән эскиздар.
Эльмира Әүхәт ҡыҙы: Эскиздар ваҡ деталдәрһеҙ, үҙенсәлекле элементтарға ныҡлы иғтибар менән эшләнде. Мәҫәлән, Ҡурған башҡорттарында күлдәктәр һәм яулыҡтар сигеүҙәргә бай. Шулай уҡ һәр яҡтың үҙ биҙәүесе: һаҡалдар, яғалар, селтәрҙәр, муйынсалар, хәситәләр. Бына, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемендәге матрешкала түш һәм яурын аша кейелгән хәситә менән уҡа иҙеү. Был уларҙың айырым бер таныта торған, үҙҙәренә генә хас булған төрлөлөктәре.
Матрешкаларҙың йөҙ-төҫ һыҙаттарына килгәндә лә, улар бер иштән генә түгел. Беҙҙә барыһы ла ҡулдан эшләнә, матрешкаларҙың биҙәлеше лә һәр рәссамдың ҡулында авторҙың эске донъяһын сағылдыра. Күрәһегеҙ, бер ҡурсаҡтың күҙҙәре ҡыҫығыраҡ, тимәк, яһаусы уны шулай күрә, икенсеһенең күҙҙәре көнсығышса ҡыяраҡ, өсөнсөһөнөң күҙҙәре түңәрәк һәм башҡалар. Кешеләрҙә була торған бөтөн йөҙ һыҙаттары ла һалынған ҡурсаҡтарға.
Арыҫлан Руслан улы: Башҡорт матрешкаларының әлегә атап ҡына әйтә торған исеме юҡ. Матрешка ул Матрена исеменән, матрона, йәғни, дама - ҡатын, ханым һүҙенән яһалған икәнен беләбеҙ. Ә башҡортса нисек атарға икәне уйланылмаған. Халыҡ араһында, бәлки, уның атамаһы ла табылып ҡуйыр әле? Шулай уҡ матрешкаларға ҡушып, бәләкәй генә брошюра ла сығарабыҙ. Был китапсыҡта ҡурсаҡтарҙың ырыу бүленеше, кейем, биҙәүес атамалары хаҡында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт буласаҡ.
Башҡорт матрешкаһы беҙҙең предприятиела быға тиклем дә эшләнде, ул һатыуҙа булды һәм әле лә бар. Ә инде уның Фольклориада символы булыуы үтә лә мәртәбә. Был сувенир килгән ҡунаҡтарға Башҡортостандың матур иҫтәлеге, ә үҙебеҙҙекеләргә башҡорт милли кейемдәрен пропагандалаусы, аңлатыусы, өйрәтеүсе бер күргәҙмә дәреслек булырына ышанабыҙ.
Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА