Көнбайыш башҡорттарының артыҡ ҙурҙарҙан булмаған башҡа ырыуҙары араһында ҡаршын ырыуы ла бар. Был ырыу башҡорттары нигеҙләгән ауылдар, башлыса, хәҙерге Кушнаренко, Өфө һәм Благовар райондарына ҡарай. Әйтергә кәрәк, боронораҡ бер бөтөн булған оло башҡорт ырыу-ҡәбиләләренән, тарихи процестар барышында айырымланып китеп, башҡа бер географик тарафҡа күсеп йәшәй башлаған этник төркөмдәр тора-бара үҙ атамаһы булған бәләкәйерәк ырыуҙарҙы хасил иткән. Яңы этноним алған хәлдә лә улар быуаттар буйына барса ырыуҙарға хас булған башҡортлоғон юғалтмаған. Ҡаршын ырыуының әлеге көнгә билдәле булған тарихы ошоно раҫлай. Башҡорт халҡының ошондай этник үҙенсәлеге хаҡында XIX быуатта йәшәгән рус лексикографы Владимир Даль ошолай яҙған: "Народ башкурт разделился с незапамятных времен на племена или, как их называют у нас, на волости; у каждой волости свой уран, отклик, рукоприкладный знак, свое дерево и птица, розданные, как верит народ, самим Чингиз-ханом…"
Бөтөн Русия батшаһы титулын алған Иван Грозный дәүләте составына ҡушылғандан һуң Башҡорт иленең административ төҙөлөшө башҡорт ырыуҙары биләгән аҫаба территорияларға ярашлы билдәләнеп, батша хакимиәте документтарында волость, йәғни олоҫ топонимы менән теркәлә. Башҡорт олоҫтары араһында Ҡаршын олоҫо ла була. XVIII быуатта дәүләт эшмәкәре һәм тарихсы булып танылыу тапҡан П.И. Рычков Ҡаршын ырыуы составында Аҡбаш, Ҡарғанар (Ҡарғалар) һәм Ҡәҙрәй түбәләре булыуын яҙып алған.
Ә XIX быуатта ул замандағы прогрессив рус яҙыусылары һәм ғалимдары башҡорт этник мөхите менән айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһына, Рәсәйҙең ваҡытлы матбуғат баҫмаларында һәм ғилми нәшриәттә башҡорт тормошон һүрәтләгән нәфис һәм ғилми яҙмалар донъя күрә. Сығышы менән хакастарҙан булған билдәле тарихсы-этнограф, Ҡаҙан университеты профессоры Катанов Николай Федорович 1897 йылда Өфө губернаһында ғилми экспедиция ойоштора, башҡорт, мишәр, типтәр һәм керәшендәрҙең этник үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсатында тикшеренеүҙәр алып бара. XX быуат башында үҙ халҡының тарихы менән айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһынған йәш ғалим Әхмәтзәки Вәлидов та рус ғалим-ғөләмәләре араһынан Н.Ф. Катановты үҙенең фән өлкәһендәге тәүге уҡытыусыһы итеп ҡабул итә. Ул 1913 йылда төрки зыялыларының уртаҡ баҫмаһы булған "Шура" журналында "Бөрйән башҡорттары араһында" тип аталған этнографик мәҡәләһен баҫтыра, унда Н.Ф. Катановтың башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең килеп сығышы хаҡындағы фекерҙәрен дә иҫкә ала: "Теркәлеп ҡалдырылған башҡорт олоҫтарынан - Мең, Табын, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Меркет, Ҡатай, Гәрәй, Тазлар, Ҡырғыҙ - төрки сығышлы ырыуҙарҙан иҫәпләнә. Әммә башҡалары - Арлар, Саралы, Ыуаныш, Ҡыуаҡан, Ҡаршын һәм уларға оҡшаштары - фин-уғыр сығышлы. Катанов башҡорттарҙы төркиләшкән финдар, тип иҫәпләй".
1904 йылда крайҙы өйрәнеүсе, этнограф һәм геолог Дмитрий Соколов "Башҡорт тамғалары хаҡында" исемле мәҡәләһен баҫтыра, ул унда Ҡаршын ырыуының Йылан тип аталған оло башҡорт ҡәбиләһенең бер тармағы булыуы тураһындағы фаразын килтерә: "Кыр-Иланское отделение Иланского (вероятно, точнее Йиланского) племени имеет тюбы Сатлыкову, Кадряеву и Каршинскую. Последняя совпадает с названием Каршинской волости у Рычкова, которая заключает, как собственную часть Кадряеву тюбу. Отсюда ясно, что особого Каршинского племени нет". Әммә тарихсыларға билдәле булған сығанаҡтарҙа Йылан ырыуы территорияһына ҡараған ерҙәрҙә үрҙә атап кителгән түбәләр теркәлмәгән. Был тикшеренеүсе Д.Н. Соколов фаразының ысынбарлыҡҡа тап килмәүен күрһәтә. Киреһенсә, рус чиновниктары төҙөгән документтарҙа тап Ҡаршын (Каршинская) олоҫонда Һатлыҡ/Һатлыған (Сатлыкова/Сатлыганская), Ҡәҙрәй (Кадряева) һәм Ҡаршын түбәләре теркәлгән. Күренекле этнограф, башҡорт ырыуҙары тарихын бик ентекләп өйрәнгән Р.Ғ. Кузеев та Ҡаршын олоҫонда Ҡәҙрәй-Ҡаршын, Ҡарға-Ҡаршын һәм Һатлыған (йәки Аҡбаш)-Ҡаршын түбәләре булыуын раҫлай.
Р.Ғ. Кузеев Н.Ф. Катановтың ҡаршындарҙың фин-уғыр сығышлы булыуы хаҡындағы фаразы менән килешмәй. Ул ҡаршын этнонимының этимологияһы аша ошо ҡәүемдең төрки телле халыҡтарҙан булыуы хаҡында яҙа: "Ҡаршын (каршин) этнонимы нигеҙен ҡаршы (карши) формаһында күҙаллап була. Уйғыр телендә "ҡаршы" һүҙе "ҡәлғә", нығытылған ҡала" тигәнде аңлата. Уны борон башҡа төрки ҡәүемдәре лә үҙләштергән; Урта Азияла күрһәтелгән нигеҙ менән исемләнгән байтаҡ ҡына торлаҡ пункттарын табырға була. Ошо аспектта ҡаршын атамаһы, балыҡсы, ирәкте кеүек үк, "нығытылған ҡала һаҡсылары" тигәнде аңлатыуы мөмкин". Әйтергә кәрәк, "балыҡсы" ырыуы атамаһының килеп сығышын да ғалим Р.Ғ. Кузеев балыҡ тотоусы кешеләр менән түгел, ә боронғо төрки телендәге "baliq", йәғни ҡала һүҙе менән бәйләп аңлата: урта быуаттарҙа Азия төркиҙәре ҡалаларын һаҡлаусы яугиҙар балыҡсы (балыкчи), тип аталған. Әлбиттә, ошо фаразда ла шикләнерлек ерлек бар: бөтөн донъяға билдәле Орхон-Енисей ташъяҙмаларында ҡала кешеләре "baliqdaqi" (балыҡдаҡы) һүҙе менән теркәлгән.
XI быуатта йәшәгән күренекле тел ғалимы Мәхмүт әл Ҡашғари төҙөгән төрки телдәре һүҙлегендә ("Диван лугат ат-Турк") "карши" һүҙенең "король, йәғни падишах һарайы" тигәнде аңлатыуы теркәлгән. Шулай уҡ XI быуатта йәшәгән төрки шағиры Йософ Баласағуни тарафынан яҙылған "Кутадгу билиг" ("Ҡот килтереүсе белем") поэмаһында ла "карши" бер нисә тапҡыр ҡулланылған: "ичип каршика кирмә" - эсеп алғас, һарайға кермә, "өлүм бузди карши сарай ев үкүш" - үлем күп һарай һәм өйҙәрҙе боҙҙо (юҡ итте). Әйткәндәй, әүәл хан йәшәгән бина боронғо төрки телендә "карши сарай", тип аталып йөрөтөлһә, һуңынаныраҡ - XIII быуатта, монгол-татар яуҙарынан аҙаҡ, ошо һүҙбәйләнештең "һарай" тигәне генә ҡулланыла башлай.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА