«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҘЛАР - ТАРИХ АТАҺЫ ГЕРОДОТ АРГИППЕЙҘАРЫ ВАРИҪТАРЫ (2-се бүлек)
+  - 


XX быуат урталарында башҡорттарҙың Көньяҡ Урал ерлегендә автохтон халыҡ булыуын, йәғни уларҙың ата-бабаларының бик боронғо, архаик дәүерҙәрҙән бирле ошо территорияла йәшәүен раҫлаған ғилми концепциялар бар. Ошо ерле башҡорт ҡәүемдәре араһында таҙлар ырыуы вәкилдәренең дә булыуын раҫлаусы мәғлүмәттәр табылған. Бында иң элгәре "таҙлар" этнонимының баштарында сәстәре булмаған, таҙа итеп ҡырылған, таҡыр башлы кешеләргә ҡарата ҡулланылыуын иҫәпкә алырға кәрәктер. Тап ошо урында башҡорт ир-егеттәренең боронғо осорҙарҙан бирле оҙон сәс үҫтермәйенсә, башлыса, баштарын тап-таҡыр итеп ҡырып йөрөү традицияһы хаҡында иҫләргә кәрәктер. Башҡорттар борон-борондан яугир халыҡ булып танылған, ә оҙайлы походтарҙа, меңәр саҡрым ерҙәр буйлап, ҡомло-туҙанлы юлдарҙы һыбай үткән атлы ғәскәргә тәндәрен таҙа тотоу фарыз бит инде. Ә оҙон сәсте таҙалау өсөн күп осраҡтарҙа тейешле шарттар ҙа булмағандыр. "Таҙ" һүҙенең этимологик мәғәнәһе буйынса шул уҡ "таҙа" һүҙенә барып тоташыуына ышанып булалыр.
XX быуатта бер төркөм тикшеренеүселәр тарафынан иртә тимер эпохаһында уҡ Көньяҡ Урал ерлегендә урындағы ҡәбиләләрҙән башҡорт этносының нигеҙен тәшкил иткән этник ядро-үҙәктең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы мәсьәлә күтәрелә. Тарих фәнендә ошо фаразды, тәүгеләрҙән булып, күренекле этнолог, башҡорт этнографияһына нигеҙ һалыусы ғалим С.И. Руденко күтәрә. Ул Евразия киңлектәрендә билдәлелек тапҡан сак-дахо-массагет-исседон ҡәбиләләре менән урта быуаттар тарихында - IX-XIV быуаттарға ҡараған тарихи сығанаҡтарҙа теркәлгән башҡорттар араһында туранан-тура генетик бәйләнеш булыуына инанған. Беҙҙең өсөн С.И. Руденконың бына ниндәй фекере мөһим: беҙҙең эраның башында уҡ тарихи башҡорттар (Көньяҡ Уралда һәм уға йәнәш булған географик өлкәләрҙә) уртаҡ көнкүрешле, бер үк тел һәм мәҙәниәткә ҡараған ерле берҙәм этник төркөм булып формалашҡан була. Улар үтә оҙайлы тарихи дәүерҙәрҙә, башлыса, хәрәкәтсән малсылыҡҡа (урындағы климатҡа яраҡлаштырылған ярым күсмә хужалыҡ итеү менән бәйле, әммә төпләнгән ерҙәренән бигүк алыҫ булмаған территорияла) нигеҙләнгән йәшәү рәүешенә тоғро ҡала, Көньяҡ Уралда һәм уға яҡын ареалда барған тарихи ваҡиғалар уларҙың физик булмышында ла, телендә һәм көнкүрешендә лә артыҡ сағылыш тапмай.
С.И. Руденконың боронғо башҡорт тарихына асыҡлыҡ индереүсе ҡараштарын шулай уҡ киң билдәле ғалимдар С.Е. Малов һәм Ж.Ғ. Кейекбаев хуплап сыға. Был ғалимдар башҡорт теленә, башҡа бер төрки ҡәүемдәре телдәренән айырмалы, үтә боронғо, реликт һыҙаттар хас булыуын иғтибарға алған. Телдең фонетик һәм лексик составын тикшереү аша ошо телдә аралашҡан халыҡтың тарихи үҙенсәлектәре хаҡында ла ысынбарлыҡҡа тап килгән һығымталар эшләргә була. Ошо ғилми гипотеза, Урал ерлегендә хасил булып, ошо территорияла меңәр йылдар дауамында көн иткән төп башҡорт этник төркөмдәренә тарихи-сәйәси процестар барышында яңынан-яңы төрки сығышлы ҡәүемдәрҙең килеп ҡушыла барып, башҡорт этник берлеген ҙурайта һәм ҡеүәтләндерә барыуын да инҡар итмәй.
Тикшеренеүсе С.Е. Малов фекеренсә, боронғо башҡорт теле бик иртә (беҙҙең эраға тиклем V быуаттан да һуң түгел) уға нигеҙ булған боронғо төрки теленән айырылып сығып, төрки донъяһының көнбайыш сигендә үҙаллы үҫеш кисергән башҡорт-ҡыпсаҡ-мишәр төркөмө телдәрен хасил итә. Ошо ғалимдың фаразлауынса, боронғо башҡорттарҙың айырым этник төркөмдәре иртә урта быуаттар осоронда ғәйәт киң географик ареалда таралып йәшәп, Көнсығыш Европаның көньяҡ тарафтарынан (Дунай йылғаһы тамағынан, Ҡара диңгеҙгә яҡын далаларҙан) Көньяҡ Уралға тиклемге ерҙәргә хужа була. Ғалим фекеренсә, б.э. тиклем VII - III быуаттарҙа Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ тарафтарында йәшәгән скиф ҡәбиләләре лә, башҡорттарға ҡәрҙәш халыҡ булып, боронғо төрки телендә аралашҡан. Күренекле лингвист Жәлил Кейекбаев та, шул уҡ фекерҙе ҡеүәтләп, боронғо башҡорт ҡәүемдәренең бынан 4000 - 3500 йылдар самаһы элегерәк, Азия төркиҙәренең төп массивынан айырылып киткән хәлдә лә, тарихи сығанаҡтарҙа сағылыш тапҡан дахо-массагет, иссидон-иирктар менән генетик бәйләнештә булыуын раҫлай.
Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Урал ерлегендә көн иткән тәү ҡәбилә халыҡтарының, урындағы ҡырағай аттарҙы (тарпандарҙы) эйәләштереп, үҙҙәре йәшәгән төбәктән байтаҡ алыҫ ерҙәргә күсеп йөрөй алыуы ысынбарлыҡҡа тап килә, тип раҫлап була. Көньяҡ Уралдан Арал диңгеҙенәсә, Урта Азияның Һырдаръя һәм Амударъя йылғалары үҙәндәренә, Алтай тауҙарына тиклем һуҙылған киң арауыҡта беҙҙең эраға тиклем йәшәгән ҡәүемдәрҙең этник бәйләнешен инҡар итеп булмай. Ошо архаик осорҙа, донъя аренаһында төркөттәр (тюркют) исеме менән билдәле буласаҡ этник берләшмә формалаша. Әлбиттә, уртаҡ мәҙәниәттәре һәм бер-береһенә аңлайышлы телдәре барлыҡҡа килгәнсе үк, боронғо төрки ырыу-ҡәбиләләренең үҙатамалары, йәғни этнонимдары ла була. Күренекле ориенталист, Урта, Үҙәк һәм Кесе Азия төркиҙәре тарихын ентекләп өйрәнгән Ә.-З. Вәлиди Туған, бәғзе бер башҡа ғалимдар, тарихсы-этнологтар архаик башҡорттарҙың ата-бабаларының борон Рифей тип атап йөрөтөлгән бейек тау һырттарында йәшәүен тарихи факт, тип иҫәпләй. Боронғо грек авторы, тәү тарихсы Геродот (б.э. тиклем V быуат) аргиппейҙар ҡәүеме хаҡында бына нисек яҙған: "Бейек тауҙар итәгендә кешеләр йәшәй, уларҙың таҙ булыуы хаҡында әйтәләр, уларҙың исеме аргиппей". Ул таҙларҙы "ете ырыулылар" тип тә яҙған.
Был ҡәүем кешеләрен ни өсөн таҙ тип атағандар һуң? Белеүебеҙсә, антик Европа халыҡтары ҡырынмаған да, сәстәрен дә ҡырҙыртмаған. Сәстәрен тап-таҡыр итеп ҡырҙырып алдырған кешеләр улар өсөн үтә лә сәйер булып тойолғандыр инде. Тик шуныһы, ошо "таҙ" атамаһын үҙ иткән төркиҙәр Азия далаларында ғына түгел, Көньяҡ Уралда ла бик боронғо замандарҙан бирле көн иткән, быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Күренекле башҡорт археологы, академик Нияз Мәжитов та Көньяҡ Урал ерлегендә көн иткән сак-массагет ҡәбиләләренең төрки телле булыуы хаҡындағы фараз менән килешкән.
Ғөмүмән, боронғо Азия халыҡтары араһында сәстәрен ҡырҙырып йөрөүсе төркиҙәр менән бер рәттән, көнсығыш фарсы ҡәүемдәре лә булған. Ҡытай хроникаларында юэчжи, йәғни тохар ҡәүеме "Аҡ башлылар", тип иҫкә алына. Таҙларҙы "ай башлы", тип тә атағандар. Фарсыларҙың "Шахнамә"һендә "Ай батшаһы" тип аталған Кабул хакимы Мехрабтың бабаһы ла Таҙ исемле булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Заманында Азияла хакимлыҡ иткән эфталиттар (уларҙы "аҡ һундар", тип атағандар) ҙа сәстәрен ҡырҙыртып йөрөр булған.
Шуныһы ҡыҙыҡ, эфталиттарҙағы кеүек үк, таҙларҙың да "аптал" йәиһә "абдал" тип йөрөтөлгән нәҫел тармағы була. Көнсығыш тарихында киң билдәле Истеми ҡаған улы, төркөт ҡағаны Дяньгуның 598 йылда Византия императоры Маврикийға яҙған хатында (Феофилакт Симокатты яҙмаһы буйынса) ла абдел ҡәүеме хаҡында мәғлүмәт бар: "Разбив наголову вождя племени абделов (я говорю о тех, которые называются эфталитами), этот каган победил их и присвоил себе власть над ними".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 48-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 282

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru