«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕ КЕШЕЛӘР ЭРГӘҺЕНДӘ МИН ДӘ БӘХЕТЛЕМЕН
+  - 


Шекспирҙың, тормош - ул театр, кешеләр унда актерҙар, тигән ҡанатлы һүҙҙәрен йыш ҡабатлайбыҙ. Тимәк, нисек кенә ҡыҙыҡ тойолмаһын, актерҙар тормошта һәм сәхнәлә йәшәп, ике тормош кисерә булып сыға. Шуғалыр ҙа, бәлки, улар беҙҙең өсөн сәйерерәк тойола. Ғәҙәттә, уларға беҙ һоҡланып ҡарайбыҙ, һәр беребеҙҙең яратҡан актер-актрисабыҙ бар. Уларға оҡшарға тырышыр инең дә, хәлдән килмәй, сөнки айырым ҡамырҙан баҫылған бит улар. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының йәш актрисаһы Зәлиә ХАФИЗОВА менән әңгәмәләшкәндә беҙҙең өсөн ят булған сәхнә тормошо серҙәре бер аҙ асылғандай тойола.

Премьера - ул үҫеш баҫҡысы

Актерҙар премьераларҙы көтөп йәшәй, сөнки һәр премьера - ул яңы һулыш, яңы тетрәнеү, бәлки, һынауҙыр. Ғөмүмән, тормошта ла шулай бит: һәр саҡ яңылыҡтар көтөп, яҡшыға өмөт менән йәшәйбеҙ. Баныу Ҡаһарманованың әҫәре буйынса ҡуйылған премьерала шахтер ҡатыны ролен башҡарҙым, сәхнәлә үҙемде иркен тоттом, кисерештәремде героиня образына тулыһынса күсерергә тырыштым. Конфликттар һәр ғаиләлә була, уларҙы юҡ тип йәшереп булмай, был ғәҙәти, тәбиғи хәл. Характерым уйнаған образға оҡшаған: берәйһе минең менән ирешә, ҡаңғыра башлаһа, өндәшмәйенсә, күҙенә ҡарап тик ултырам, сөнки үҙем конфликтлы кеше түгелмен - ирешмәйем дә, талашмайым да, үҙемә бикләнәм. Былай эшләргә ярамайҙыр ҙа, бәлки, әммә мин шундай кеше, икенсе төрлө була алмайым. Беренсе сәхнәлә шуға оҡшаш конфликтлы хәл килеп тыуа. Әҫәрҙе уҡыған ваҡытта уҡ был ролде миңә бирерҙәрен күңелем менән һиҙҙем. Уйнауға килгәндә, үҙемдән күберәкте өмөт иткәйнем. Ә ниңә, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ла булырға тейеш, был сифат та бөтәбеҙгә лә хас икәнен онотмайыҡ. Ана шул ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо бер нисә спектаклдән һуң образды урынына ултырта. Гел генә баш әйләнеп, ысынбарлыҡтағы мөмкинлектәреңде теләгән уйҙарың менән бутап, эйфорияға бирелеп йәшәһәң, үҫеш булмай.

Бала саҡ, йәшлек...

Ҡыҙ фамилиям - Төрөпҡолова. Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә биш бала булдыҡ, мин бишенсеһе - иң бәләкәсе. Беҙҙе атай менән әсәй яратып, бик матур үҫтерҙеләр. Атайым мин беренсе класта уҡығанда мәрхүм булып ҡалды, әммә атайһыҙ үҫһәм дә, атайлы һәр көнөмдө иҫләйем. Мәктәптә уҡыған саҡтағы күп нәмәләр онотолған, ә атайлы сағымды һис онотмайым. Минең Золушкам, тип кенә йөрөттө атайым. Әсәйемдең сабырлығына, ныҡлығына һоҡланам, яңғыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтырҙы. 11 класты ауылда тамамланым, шунан сәнғәт академияһында уҡыным. Ҡурсаҡ театры өсөн әҙерләнеләр беҙҙе, аҙаҡ шунда эшкә барырға тейеш инек, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса Сибай башҡорт драма театрында эшләргә яҙҙы. Театр актерҙарға ҡытлыҡ кисергән мәлгә тура килдем, һөйләштек, резюмемды күрһәттем һәм, Хоҙайҙың "Амин" тигән мәленә тура килгәндер, мине шундуҡ эшкә алдылар.
Башта оялсанлығым арҡаһында ҡыйынлыҡтар булды, әлбиттә. Хатта һаулыҡ һорашырға ла ояла торғайным. Эшләй башлап, кейәүгә сығып, бала табып, әсәй булғас ҡына үҙемде иркенерәк тоя башланым. Ирем театрға ҡағылышы булмаған һөнәр кешеһе - полицияла юл хәрәкәте инспекторы булып эшләй. Икеләнмәй әйтә алам: ғаиләмде лә, эшемде лә яратам. Ғаилә, әлбиттә, беренсе урында, әммә ижад ҡомары талап иткән күңел эшенән үҙе теләп ваз кискәндәр бик һирәк. Ижад, ғөмүмән, сәнғәт юлы, кешене үҙенә әсир итһә, ситкә ебәрмәй, ул һине аңлайышһыҙ ләззәт тойғоһо менән үҙенә бәйләп тота, ебәрмәй.

Тәүге ролем

Тәүге ролем Сәлихйән Әфләтүнов ҡуйған "Ҡәрҙәштәр" спектаклендә Маруся роле булды. Еңел бирелмәне был роль, героиням ирек һөйгән әрһеҙ ҡыҙыҡай, характеры минең булмышыма бөтөнләй оҡшамаған. Өйрәндем, уйнаным, тәүге һынауҙы үттем. Актерлыҡ бит ул был һөнәрҙе һайлаған кешенең булмышы ғына түгел, ул эш урыны ла икәнде оноторға ярамай. Сәхнә тормошонда йәшәй торғас, драмаларҙы уйнарға яратыуымды аңланым. Күп кисерештәремде эске донъямда бикләп тотҡас, спектаклдәрҙә лә еңел генә илай алам, бөтөн йыйылған хистәремде күҙ йәштәре менән бергә тышҡа сығарам. Әле бына "Шахтер" спектакленең финалында ла күҙ йәштәренән быуылам. Бер туған ағайым Магаданда шахтер булып эшләй. Ҡурҡыныс эш бит ул, ағайым иҫән-һау ғына булһын, тип, йыш борсолам. Бәлки шуғалыр ҙа был ролде күңелемә яҡын ҡабул иттем.
Һәр уйнаған яңы роль - ул әле һиңә таныш булмаған яҙмыш, һинең кеүек әҙәм балаһының башҡа шарттарҙағы тормошо. Театрҙа эшләү дәүеремдә әллә күпме шундай яҙмыштарҙы сағылдырырға тура килде, нисә ролдә уйнағанымдың иҫәбен һанағаным да юҡ. Әлегә оло йәштәгеләр ролен уйнағаным юҡ, шулай ҙа ауыл тормошонан таныш булған берәй әбей ролен уйнап ҡарағым килә. Тормош бит, ҡасан да булһа, теләйһеңме-юҡмы, барыбер уйнарға тура киләсәк, әлегә ауылдағы оло инәйҙәрҙең холоҡ-фиғелен күҙәтеп, спектаклдәрҙә ҡулланыу өсөн кәрәкле һыҙаттарын күңелемә һеңдереп йөрөйөм. Бала саҡ хәтирәләрен уятып, бала ролен дә уйнап ҡарағы килә. Тамашасыны алдап булмай, оло тормошҡа барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән килгәнбеҙ, шуға бала ролен уйнау мауыҡтырғыс тойола. Ғөмүмән, сәхнә тормошонда тамашасы үҙ тормошо сағылышын да күрә, шуға уларҙың зауығын аңлап, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн көндәлек тормошта кешеләрҙе күҙәтергә яратам.

Актер һәм режиссер

Актерҙар тик режиссерҙың әйткәнен генә үтәп уйнаһа, тулыһынса актер була алмайҙыр. Режиссер, әлбиттә, образды үҙенсә күҙаллай, ә һин икенсе төрлө уйлайһың, ҡараштар йөҙ процентҡа тап килмәүе лә мөмкин, нисек инде, программаға көйләнгән робот һымаҡ, әйткәнде ҡабатлап ҡына уйнамаҡ кәрәк. Үҙемдең тәҡдимдәрем булһа, режиссерға еткерергә тырышам, ул ҡабул итһә, уртаҡ фекергә киләбеҙ. Бәлки, күп осраҡтарҙа үҙ фекеремде үткәрергә тырышамдыр ҙа, әммә компромис табылмаһа, спектаклде төҙөп булмай. Эш бит гел сәхнәлә режиссер ҡатнашлығында бармай, өйгә лә эйәреп ҡайта, артыңдан эйәреп йөрөй. Өйҙә режиссер юҡ, текстарҙы үҙеңсә ятлайһың, был ролде мин нисегерәк күҙ алдына килтерәм, тип, үҙеңсә фекер йөрөтөргә тура килә. Кешеләрҙе күҙәтеп йөрөгәндә кемдәлер булған сифаттарҙы ҡай саҡ сәхнәгә күсерәм, бөтәһе лә үҙеңдән генә сыҡмай бит ул, режиссер әйткәндәрҙе үтәп, үҙеңдең кисерештәреңде ҡушып, матур образ алып килеп сығарырға була. Яңғыҙың ғына сәхнәлә булғанда әллә нәмәләр эшләргә лә булыр ине, ләкин бит һинең янда партнерҙар була, улар менән бер тулҡынға көйләнергә, тулы ансамбль барлыҡҡа килтерергә кәрәк.

Әсәйем өсөн уҡыным

Мәктәптә русса уҡығас, русса фекерләгәс, башҡортса шиғырҙарҙы, поэмаларҙы, проза әҫәрҙәрен ятлауы бик ауыр була торғайны. Институтта сәхнә теленән уҡытҡан Әхтәм ағай Абушахманов, күберәк башҡортса китаптар уҡы, бөтәһе лә үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ, тип өйрәтте. Уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, Зәйнәб Биишеваның трилогияһын тулыһынса уҡыным. Ныҡ оҡшаны ул миңә, бер һулышта уҡып бөттөм. Һәм, ысынлап та, башҡортса шиғырҙарҙы еңел ятлай башланым. Тырышлыҡтарым бушҡа булманы, институтты Ҡыҙыл дипломға бөтөрҙөм. Әле уйлайым да, шундай фекергә киләм: үҙемдән дә бигерәк әсәйемдең күңеле булһын, ул ҡыуанһын, тип тырыштым. Әле лә сәхнәлә әсәйҙәр темаһы булһа, ныҡ тулҡынланам, ундай саҡта бик ҡыйын була. Ғөмүмән, кеше ҡаты күңелле булырға тейеш түгел, тип уйлайым. Сәхнәлә уйнаған ролдәр, теләйһеңме-юҡмы, артыңдан эйәреп, тормошта ла йәшәй. Ғаиләлә, эштә яҡындарың, коллегаларың менән булған мөнәсәбәттәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәнергә кәрәк. Әлеге пандемия һымаҡ һынауҙарҙы Хоҙай беҙгә һынамаҡҡа бирәлер: кешеләр бер-береһенә иғтибар итмәй башланы бит. Юҡҡа түгелдер, тим, еңел булмаған хәүефле осорҙо аңлап ҡабул итергә, үҙеңде, туғандарыңды һаҡларға кәрәк.

Актер һәм тамашасы

Актер өсөн иң мөһиме - тамашасыларҙың өмөтөн аҡлау. Премьераларҙан һуң нығыраҡ уйландыра: ҡабул итерҙәрме, юҡмы? Сәхнәлә уйнағанда тамашасыны күрмәйһең дә. Йөҙҙәргә ҡараһаң, уйнаған образың юҡҡа сыға. Дүртенсе стена тигән төшөнсә бар: өс стена сәхнәлә, тамашасылар дүртенсе стена булып, бөтөнлөк барлыҡҡа килтерә. Беҙ, актерҙар, ана шул дүрт стена эсендә йәшәйбеҙ, уйнайбыҙ, образдар тыуҙырабыҙ. Әлбиттә, тамашасыға иғтибар, хөрмәт күберәк бүленә. Мәҫәлән, тамашасыға арт менән оҙаҡ тормаҫҡа кәрәк, улар һәр һүҙеңде аныҡ ишетһендәр, һөйләгәнеңдең мәғәнәһен аңлаһындар. Тауыштары сәхнә төпкөлөнән дә асыҡ ишетелгән, булмыштары бөтөн сәхнәне тултырған мэтрҙар бар. Был инде юғары оҫталыҡ!

Ауыл һәм ҡала тамашасыһы

Гастролдәрҙәге һәм театрҙағы тамашасылар бер-береһенән ныҡ айырыла. Ауылдан-ауылға йөрөгәндә көн дә яңы тамашасы менән осрашаһың. Улар шул тиклем ихлас ҡарайҙар. Ҡала кешеһе бит ҡасан теләй, шул ваҡытта килеп ҡарай ала спектаклдәрҙе, ауылдарҙа ундай мөмкинлек юҡ, шуғамы икән, улар яңы һулышҡа һыуһаған кеүек ҡарайҙар. Уларҙың күңеле булһа, беҙгә лә рәхәт, ҡанатланып китәбеҙ, уларҙың рәхәтләнеп көлә-көлә ҡарауҙарынан ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Әлбиттә, Сибайҙа ла спектакль һайын бер үк тамашасы йөрөмәй: ҡай саҡ тыныс, тын да алмай ҡараған кешеләр килә, шул тиклем тынлыҡ ҡолаҡты ярғандай тойола, икенсе юлы хисле, шаулап торған тамашасылар була, бер үк спектаклде төрлө аудитория төрлөсә ҡабул итә.

Бәхетле булыу өсөн...

Сәнғәт институтында рәхәтләнеп уҡыным, сөнки уҡыу тәртибе оҡшаны. Аптырай торғайным: нисек инде, түләүһеҙ уҡып та, бейеү, сәхнә хәрәкәте, актер оҫталығы дәрестәренә йөрөмәҫкә мөмкин. Уҡырға ялҡауҙары килгәс, икенсе берәй кешенең урынын тотмаһындар, тип, йәнем көйә торғайны хатта. Үҙем һәр бер дәрескә ҡыуанып бара инем. Бигерәк тә сәхнә хәрәкәттәре дәрестәрен яраттым. Баштүбән йөрөйһөң, өҫтәл аша һикерәһең, тормошта ҡуллана һалып бармаған хәрәкәттәр яһайһың - ҡыҙыҡ та инде! Уҡытыусыбыҙ Лариса Евгеньевна Адушева мәрхүмә берәй хәрәкәт яһарға кәрәклеген әйтә лә, хәҙер беҙгә Зәлиә эшләп күрһәтә, ти. Ә ни эшләп мин, тип аптырап китәм. Сөнки һинең хәлеңдән килә, ти. Ҡурҡам, сөнки әле берәү ҙә эшләп ҡарамаған. Уҡытыусы ышаныс белдергәс, ҡурҡҡан хәлдә лә, ни булһа ла булыр, тим дә, эшләп күрһәтәм. Килеп сыҡһа, ҡәнәғәтлек тойғоһо солғап ала, тағы ла нығыраҡ тырышам. Шундай уҡытыусыларым булғанға ныҡ рәхмәтлемен. Икенсе институттарҙан дуҫтарыбыҙ килһә, беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ менән ҡосаҡлашып һаулыҡ һорашыуыбыҙға аптырайҙар, һеҙ ҡалай бер ғаилә һымаҡ йәшәйһегеҙ, тиҙәр ине. Хәҙер ҙә студент йылдарым иҫемә төшә, дүрт йылыңды яңынан уҡы, тиһәләр, ул бәхетле мәлдәремде ҡабатлап, бик теләп уҡыр инем. Бәхетле булыр өсөн күп кәрәкмәй миңә, ғаиләм, туғандарым, яратҡан кешеләрем һау-сәләмәт булһа, эргәмдә булһа, шул етә. Һин үҙеңде яратмайһың, үҙеңде нығыраҡ ҡайғырт, тип әйткәндәре бар. Аңламайым мин ундайҙарҙы, эргәмдәге бәхетле кешеләр менән генә үҙемде бәхетле тоям мин.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Беҙ актерҙарҙы, ғәҙәттә, тышҡы ҡиәфәттәре буйынса баһалайбыҙ. Фанаттар яратҡан артистарының фотоларын стеналарға элеп ҡуя ла шуның менән ҡәнәғәт, кумирының эске донъяһы уны артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Ғөмүмән, тормошта ла шулай: кейемгә ҡарап баһалайбыҙ, кешенең эске донъяһына, уй-фекеренә, хис-тойғоларына иғтибар итә һалып бармайбыҙ, әммә кәрәк, сөнки камиллыҡтың сиге юҡ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 280

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru