«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН
+  - 


оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар

Терһәк ырыуының килеп сығышы хаҡында этнология фәнендә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ тиерлек. Р.Ғ. Кузеев терһәк башҡорттарының уғыр сығышлы булыуы мөмкинлеге хаҡында фараз итә: "Терһәктәрҙең уғырҙарҙан килеп сығыуы бик ихтимал, әммә был осраҡта һүҙ Чусовая йылғаһы буйында һәм уның янындағы ерҙәрҙә йәшәгән (XV - XVIII бб.) уғыр халҡының һуң төркиләшеүе хаҡында түгел, ә Көньяҡ Себер һәм Ҡаҙағстан киңлектәренең урман һәм дала сиктәрендә иртә төркиләшкән уғырҙарҙың күсмә малсылыҡҡа күсеүе һәм төрки донъяһының бер өлөшөнә әйләнеүе тураһында бара".
Унан башҡа, ғалим-этнолог һыҙғы, һеңрән, терһәк, бәкәтин ырыуҙарының төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан территорияһына көньяҡ-көнбайыш Урал алдынан - боронғо башҡорт этносы формалашҡан төп райондан күсеп килгән, тип иҫәпләй. Ярым күсмә хужалыҡ итеүҙе өҫтөн күргән Терһәк ырыуы башҡорттары хаҡында уларҙың тарихи Башҡортостандың төньяҡ тарафтарында йәшәгән осорона ҡараған билдәле документтар бар. XVI быуат аҙағында - XVII быуат башында терһәк башҡорттары Чусовая йылғаһы буйында көн итә, бында теркәлгән Терһәк (Терцяская волость) олоҫоноң ерҙәре Өфө (Ҡариҙел) йылғаһынаса барып еткән. Академик Иван Лепехиндың юлъяҙмаларында ошондай мәғлүмәт сағылыш тапҡан: "Сергинские заводы... построены в 1740 г. Иваном Демидовым на р. Серга, впадающей в р. Уфу, на земле, купленной у башкир Терсяцкой и Упейской волостей".
Әммә шул уҡ XVII быуат башында батша заводчиктары, башлыса, законһыҙ рәүештә терһәк башҡорттарының байтаҡ ерҙәрен тартып ала, уларҙы ҡыҫырыҡлай башлай. Терһәктәр төньяҡҡараҡ, Төмән өйәҙе тарафтарына күсеп китергә мәжбүр була. Унда 1630 йылда, Исәт йылғаһы буйындағы Бачкур олоҫо менән йәнәш, Терһәк (Терсюк) йылғаһының Исәткә ҡойған районында Терһәк олоҫо хасил була. Терһәктәр, һеңрән ырыуы башҡорттары менән бер үк ваҡытта, Пышма һәм Исәт йылғалары арауығындағы ерҙәрен ташлап китә. Улар Исәт йылғаһынан көньяҡтараҡ ятҡан һалйот ерҙәренә килеп урынлаша. Тикшеренеүсе Б.О. Долгих фекеренсә, терһәк һәм һеңрән башҡорттары Урта Уралдың боронғо уғыр телле ҡәүемдәренең вариҫы булған. Быға бер ни тиклем кимәлдә терһәк риүәйәттәрендә үҙҙәренең "сирмешләр нәҫеленән" булыуы хаҡындағы мәғлүмәт дәлил булып тора.
В.Ф. Генингтың тарихи-лингвистик этюдтарында тур, тор, тер тамырлы этнонимдарҙың коми-зыряндарҙың тури, мансыларҙың тари, венгрҙарҙың daru һүҙҙәренә тура килеүенә иғтибар ителә: был һүҙҙәр башҡортса торна тигәнгә тура килә. Был осраҡта торна һүҙенең тамырына иғтибар итмәйенсә булмай. Боронғо башҡорт риүәйәттәрендә торнаның изге ҡоштар рәтенә индерелеүе - киң билдәле факт.
Юғарыла әйтелгәндәргә ҡарамаҫтан, терһәктәр, уғыр ҡәүемдәре менән аралашып йәшәгән бер халәттә лә, үҙҙәрен башҡа башҡорт ырыуҙарынан айырып ҡарамай. Уса даруғаһында йәшәгән терһәк ерҙәре рус документтарында "Терсятская волость" тип аталып, ошо уҡ төйәк башҡорттарының башҡа бер халыҡтар менән аралаш йәшәүе лә теркәлә: "... з деревнями во оной башкир, мещчеряков, черемис, водан". Был документта удмурттар водан тип аталған.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр терһәк башҡорттарын Пермь вогулдары менән ҡәрҙәш булғандыр, тип фараз итә. Әммә вогулдар (уғырҙар) - урман халҡы, уларға бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү хас түгел. Ә тикшеренеүсе Миллер терһәктәрҙең 1603 йылда уҡ Урал тауҙарының көнсығышындағы Уй, Туғыҙаҡ йылғалары буйында кәсептә йөрөүе хаҡында мәғлүмәттәр тапҡан. Академик Р.Ғ. Кузеев, алдараҡ яҙылғанса, терһәк башҡорттарының боронғо тамырҙарын Себер һәм Төньяҡ Азия (хәҙерге Ҡаҙағстан) территорияһында төрки ҡәбиләләренең көслө йоғонтоһо арҡаһында төркиләшеп киткән уғыр халҡы менән бәйләй. Беҙҙең эраның I мең йыллығы аҙаҡтарында ошо тарафтарҙа көн иткән төрки ҡәбиләләре менән бергә терһәктәрҙең ата-бабалары ла көнбайышҡа табан күсеп китә. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһендәге бер йылғаның исеме - Терсәккан. Был топонимдың заманында ошо территорияла әҙме-күпме йәшәп киткән терһәктәр менән бәйле булыуы бар. Улар XIV - XVII быуаттар дауамында Тарихи Башҡортостандың төньяғына барып сыға, һуңынан Урал аръяғына күсенә. Бында уларҙың бер ни тиклем кимәлдә шул уҡ фин-уғыр халыҡтары менән дә этник бәйләнешкә инеүен инҡар итеп булмай. Лингвистик тикшеренеүҙәрҙә тап төньяҡ башҡорттары һөйләштәрендә фин-уғыр телдәренән ингән һүҙҙәрҙең күберәк булыуы билдәләнә.
Тарихсы С. Хәмиҙуллин, терһәктәрҙең уғыр сығышлы булыуына ышаныслы дәлилдәр булмағанлыҡтан, ошо мәсьәләне башҡа бер юлдар менән тикшерергә саҡыра. Этнонимдарҙың этимологияһын һәр осраҡта ла аныҡ итеп асыҡлап булмаһа ла, этник атамалар айырым бер ҡәүемдәр хаҡында билдәле бер һығымталар эшләргә мөмкинлек бирә. Салауат Хәмиҙуллинса, ошо ырыу атамаһының башҡорт һәм башҡа төрки телдәрендәге объектив мәғәнәһенә иғтибар итеү фарыз. Был атама кешенең билдәле тән ағзаһын аңлата, ул төрки тамырлы, шунлыҡтан бында ниндәйҙер боронғо уғыр ерлеген табыуы икеле. Шунан сығып, тарихсы терһәктәрҙең килеп сығышын асыҡлауҙың ике вариантын тәҡдим итә. Беренсенән, билдәле бер оло ырыуҙың айырым тармаҡтары (ара, түбә, аймаҡ), ваҡыттар үтеү менән, ҙурайып китеп, үҙаллы ырыу статусын ала, был административ-территориаль бүленештә асыҡ сағылыш таба. Бәлки, терһәк атамаһы боронораҡ шул уҡ табын йәиһә ҡатай ырыуына ҡараған бер аймаҡты аңлатҡандыр. Мәҫәлән, оло Әйле берләшмәһенә ҡараған ҡаратаулы һәм тырнаҡлы аймаҡтары ла тора-бара айырым Ҡаратаулы һәм Тырнаҡлы олоҫтарын хасил итә. Бәғзе бер башҡорт этнонимдары, этносоциаль ҡушамат булараҡ, йәнлек исемдәренән (бүре, айыу, ҡуян, йылан, ябалаҡ һ.б.), тәбиғәт объекттары атамаларынан (ҡаратаулы, урман-көҙәй, ҡыр-көҙәй, күл-иле-мең һ.б.), кеше тәне ағзалары йәиһә сифаттарынан (тырнаҡлы, тәнкәй, йәнәй, таҙ, тупыс, шауһөйәк, уҫраҡ көҙәй һ.б.), башҡа бик күп этник билдәләмәләрҙән барлыҡҡа килгән. Икенсенән, теге йәки был этник берәмектең сығышын уның составына ингән кешеләрҙең генетик ҡәрҙәшлеген асыҡлау мөмкинлеге бар - был осраҡта төрлө ырыу вәкилдәренең уртаҡ йәиһә айырым, үҙаллы генетик сығышын объектив рәүештә билдәләп була. Терһәк ырыуы атамаһының тән ағзаһын ғына белдермәүенә, күсмә мәғәнәһендә йәшәйештә, яу мәлдәрендә ҡәрҙәштәр, ырыуҙаштар өсөн терәк булып, терһәктәшлек (арҡаҙашлыҡ) сифатына эйә булыусыларға ҡарата ҡулланылған социаль ҡушамат булараҡ нығынып киткән булыуына иғтибар итергә кәрәктер.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 12-13-сө һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru