Гәзитебеҙҙең быйылғы 5-се һанында "Ғаилә ҡорор алдынан… атай-әсәй кәңәшен тыңла, йәш кеше!" тип аталған бик фәһемле бер мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Шамил Батыршиндың мәҡәләлә сағылдырған фекерҙәрен оло кинәнес менән, яйлап ултырып уҡыным. Бәлки, кемдәргәлер сәйер ҙә тойолор, әммә ошо мәҡәләне уҡығас, мәшһүр артист Владимир Высоцкийҙың бер йыры иҫемә килеп төштө: "В желтой жаркой Африке, в центральной ее части, как-то вдруг вне графика случилося несчастье. Слон сказал не разобрав: "Видно быть потопу!.." Вообщем так: один Жираф влюбился в Антилопу… Тут поднялся галдеж и лай, и только старый Попугай громко крикнул из ветвей: "Жираф - большой, ему - видней!.."
Авторҙың ғаилә төҙөү темаһына ҡағылышлы был мәҡәләһе минең һымаҡ олпат йәшкә еткән бик күптәрҙе битараф ҡалдырмағандыр. Ә бит, ысынлап та, борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ улдарына килен әйттереү, ҡыҙҙарын кейәүгә биреү мәсьәләһенә ифрат етди ҡараған. Килен буласаҡ ҡыҙҙың (йәки буласаҡ кейәүҙең) ата-әсәләрен, башҡа туған-тыумасаларын белешеп бөтмәй тороп, балаларына тормош ҡорорға ризалыҡ бирергә ашыҡмаған беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Ислам дине йолаһы буйынса, никахҡа инеү өсөн ҡыҙҙың ризалығынан тыш, уның атаһының рөхсәте булыуы мотлаҡ. Ә инде кейәү егеттең был өлкәлә өҫтөнлөгө бар. Никах мәсьәләһен ул үҙе хәл итеүгә хоҡуҡлы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, борон йәш егеттәр ҙә ата-әсәнең кәңәшен тоторға тырышҡан… Ғаилә тарҡалыу тигән нәмәне әүәле белмәгәндәр ҙә тиерлек. Айырым осраҡтарҙа динебеҙ тарафынан рөхсәт ителгән булыуына ҡарамаҫтан, ир-ҡатын айырылышыуы хәҙерге кеүек ғәҙәти хәлгә әүерелмәгән.
Ә бөгөнгө көндә ни күрәбеҙ? Никах тарҡалыу күрһәткесе - 75 процент! Ҡот осҡос һан бит был! Әлеге мәҡәлә авторы һымаҡ уҡ, минең дә ныҡлы инаныуым - ошо бәләлә никах төҙөргә ниәтләгән йәштәрҙең ата-әсә менән кәңәшләшеү тигән нәмәне бөтөнләйгә инҡар итеүе сәбәпсе. Яҡындарының буласаҡ ҡоҙалары хаҡында "Уларҙың ғаиләһендә шундай-шундай кешеләр йәшәй", йә "Әсәһе янъялсы", йә "Атаһы, ағалары эскесе, үҙе лә төшөргөләй тиҙәр…" тигән һымағыраҡ иҫкәртеүҙәрен буласаҡ ир йә кәләш бөтөнләйгә битараф. Әлеге йырҙың дауамына иғтибар итәйек әле: "…Ну что же, что рога у ней, - кричал Жираф любовно, - ныне в нашей фауне равны все поголовно! И если вся моя родня будет ей не рада: не пеняйте на меня - я уйду из стада!" Бына шуға оҡшаш шарттар ҡуйып, ата-әсәһенең ауыҙын тиҙ генә "яба һалып", үҙҙәренә-үҙҙәре ғәҙелһеҙлек ҡылыуын белмәй бәғзе йәштәр. Меҫкен ата-әсә хәҙер, ысынлап та, бер ни ҙә эшләй алмай. "…В желтой жаркой Африке не видать идиллий: Льют Жираф с Жирафихой слезы крокодильи. Только горю не помочь - нет теперь закона: у Жирафа вышла дочь замуж за Бизона!..."
Бына шулай, нәҡ әлеге йырҙа йырланған һымаҡ, улы Антилопаға өйләнеп, ҡыҙы Бизонға кейәүгә сығып кит-кән жираф ғаиләһендәй, туғандарының һүҙенә бөтөнләйгә ҡолаҡ һалмай, тәү уянған "ялҡынлы хистәр" мәлендә ашығыс ҡарар ҡабул итеп тормош ҡора йәштәр. Әммә күп тә тормай, "баллы ай" үтеп китеү менән, айырылышыу яғын ҡайыра башлайҙар шул улар. Сөнки ҡатын йә ир, йә иһә икеһе лә етди ғаилә ҡороп йәшәргә бөтөнләйгә әҙер түгел булып сыға. Тик һуңынан ғына килә үкенеүҙәр. Айырыуса, әлеге меҫкен ата-әсәһенең: "Тор инде, балам, шул кейәү (килен) менән, уртаҡ сабыйығыҙ ҙа бар бит. Һис ғәйепһеҙ баланы нисек йәлләмәй етем итмәк булаһығыҙ?" - тигән һымағыраҡ ялыныуҙары башлана.
Бала сағымдан бер ғаиләне күреп үҫтем. Р. ағай менән С. еңгәй (мәрхүм инде улар) бик татыу йәшәнеләр, бала-сағалары ла күп булды. Ағай кешенең олоғайған атаһы һәм әсәһе лә улар менән бергә йәшәне. Ирен, ҡайны-ҡәйнәһен ныҡ хөрмәт иткән, башҡа туғандарға, күрше-тирәгә лә яғымлы, балаларына ла иғтибарлы булырға өлгөргән еңгәнең һәр саҡ алъяпҡыс кейеп, түрбаш тирәһендә ниҙер эшләп йөрөгәне генә күҙ алдымда. Уларҙың улы менән гел бергә уйнай торғайныҡ. Ағай был еңгәне районыбыҙҙың алыҫ ҡына бер ауылынан алған булған икән. Дөрөҫөрәге, атаһы бер таныш мулланың ҡыҙын үҙе һөйләшеп, килен итеп алып биргән икәненә һуңғарыраҡ хәбәрҙар булдым. Бына шулай, атай кешенең һүҙен йығыу тигән нәмә уйына ла килмәгән, үҙе дини рухта тәрбиәләнгән был ағай, элек бөтөнләй белмәгән ҡыҙҙы ҡатын итеп алып, ғаилә мәсьәләһендә һис бер ҡайғыһыҙ ғүмер итте. Эшкә егәрле буған ире менән еңгәй ҙә сикһеҙ бәхетле булды. Һәр хәлдә, улар араһындағы йылы мөнәсәбәтте күреп йөрөгән зирәк малайға (миңә) фәҡәт ана шулай булып тойолдо. Балалары ла тәртипле, эшсән булып үҫте, бөгөнгө көндә барыһы ла дин юлында…
Ислам дине ҡануны буйынса йәшәгән ата-бабаларыбыҙ борон ғаилә төҙөүгә енси теләкте ҡандырыу ысулы ғына тип ҡарамаған шул. Балалар үҫтереп, ырыуҙы, тоҡомдо артабан дауам итеү иң алғы планға ҡуйылған. Малай йә ҡыҙ булһынмы, бала сағынан бер-береһенә ихтирамлы булыу рухында тәрбиә алып үҫкәндәр борон. Ул ғына ла түгел, инде балиғ булғандан һуң да ата-әсәһен тыңлап, уларҙың кәңәштәрен тотоп йәшәгән беҙҙең милләттәштәребеҙ. Ә инде Октябрь түңкәрелешенән һуң халҡыбыҙ аңынан дин менән бергә уның ана шундай әхлаҡи ҡиммәттәре лә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап сығарып бөтөрөлгән, үкенескә. Хатта Ислам динен беҙҙең йөрәгебеҙгә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы иҙеүсе бик насар күренеш тип һеңдерҙеләр бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә ана шундай иныныуҙа булғандар күп. "Мөхәббәт" төшөнсәһен тик бер яҡлы ғына аңлап, "Ромео һәм Джульетта"лар, Һиндостан фильмдары аша өйрәнеп, инде әллә нисә быуын үҫеп сыҡты. Хәҙер килеп өйләнешеүселәрҙең 75 проценты айырылыша, тип саң ҡағабыҙ…
Әммә бына ошо бөгөнгө хәлебеҙ өсөн йәштәребеҙҙе ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Үҙебеҙ ҙә йәш сағыбыҙҙа, кемдер әйтмешләй, "ирекле мөхәббәт" яҡлы булдыҡ, ғаилә мәсьәләһен йәштәр фәҡәт үҙҙәре генә хәл итергә тейеш, тип һананыҡ. Ә бит беҙ үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы, боронғо ата-бабаларыбыҙ һымаҡ, бала-сағынан ололарға ихтирам рухында тәрбиәләргә тейеш инек. Хәҙер ҡасандыр сәскәнебеҙҙе урабыҙ, үҙебеҙ ултыртып, хатта һыуҙар ҡойоп тигәндәй үҫтергән үҫентеләребеҙҙең "уңышын" йыябыҙ! Нисек кенә үкенесле булып тойолһа ла… Әлеге йырҙа артабан әйтмешләй: "Да, Жираф был не прав. Но виновен - не Жираф!.. А тот, кто крикнул из ветвей: "Жираф большой, ему - видней!" Бәғзеләр әле булһа аҡылға ултырып етмәне: яңы тормош көтә башлаған балаларыбыҙҙың ғаиләһен һаҡлап алып ҡалыу урынына аҙ ғына бер сәбәп өсөн дә уларға "Айырыл да ҡайт!", йә "Айыр ҙа ебәр!" тигән кәңәш биреүсән…
"Улым - уллы, ҡыҙым-ҡыҙлы булмай белмәҫ" тигән әйтем дә бар халыҡта. Йәғни, үҙҙәре бала-саға үҫтереп, балалары балиғ булмай тороп, күптәрҙең барыбер тормош үҙенсәлектәрен тулыһынса аңлап етмәү ихтималлығы хаҡында һүҙ бара. Атай-әсәйҙең үҙ ваҡытында иҫкәртеүенең балалары өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуына ла миҫал беләм. Элегерәк, оло йәштәрҙәге бер таныш ағай егет сағында ауылындағы һылыу йөҙлө, зифа буйлы бер йәш ҡыҙға ғашиҡ булғаны хаҡында хәтирәһе менән бүлешкәйне. Һылыуҡайға күҙ һалған башҡа егеттәр ҙә күп булған, әммә ҡыҙ был ағайҙы оҡшатҡан, күрәһең. Ә ҡыҙҙың ата-әсәһе бик ярлы, тапҡан-таянғанын хәмергә әйләндереп, эскелек менән булышып йәшәгән. Тик "мөхәббәткә иҫергән" егетте ҡыҙ үҫкән мөхиттең ниндәй булыуы бөтөнләйгә ҡыҙыҡһындырмаған... Йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте инде "кульминацион нөктәгә" яҡынлашып килгән мәлдә егеттең ата-әсәһенә шул хаҡта хәбәр барып еткән. Ата-әсә улына: "Шул эскесе Фәләндең ҡыҙынан башҡа ҡыҙ бөткәнме һиңә? Беҙ быға риза булмаясаҡбыҙ", - тигән һымаҡ, ҡатыраҡ ҡына итеп әйтеп алған. Егет, бәхеткә күрә, был яҡындарының һүҙен тотҡан һәм әлеге һылыу ҡыҙҙан баш тартҡан. Ҡыҙ башҡаға тормошҡа сығып киткән, әммә, оҙаҡламай, айырылған… Ә егеткә ата-әсәһе икенсе ауылдан яҡшы ғаиләлә үҫкән бер ҡыҙҙы димләп, килен итеп алып биргән. Ҡартайғансы ана шул ҡатыны менән балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, бәхетле ғүмер итеүе һәм шуға һис кенә лә үкенмәүе хаҡында һөйләгәйне әлеге ағай…
"Мөхәббәт" темаһына күпме генә әкиәттәр һөйләмәһендәр, боронғоса димләү ысулы менән ҡауышҡан ғаиләләр барыбер күпкә нығыраҡ була тимәксемен. Әле лә иртә өйләнергә ашыҡмай, тиҫтерҙәренең бер-бер артлы өйләнешеп-айырылышҡандарын бер талай "күҙәткәндән" һуң ғына, яҡындары аша танышып, бынамын тигән ғаилә төҙөгән шундай әллә нисә парҙы беләм. Шул уҡ ваҡытта, бер-береһен "өҙөлөп" һөйөп өйләнешкән әллә күпме парҙарҙың тарҡалғандары бихисап...
Ҡәҙерле туғандар, төшөнкөлөккә бирелергә лә ашыҡмайыҡ. Кемдер әйтмешләй, "поезд әле китмәгән". Йәшәйһе ғүмерҙәр алда. Был һүҙҙәрем башлыса бөгөнгө көндә малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫтереп ятыусы йәштәребеҙгә ҡағыла. Киләсәктә улдарығыҙ "бисә айырып", ҡыҙҙарығыҙ "ирҙән айырылып" һеҙҙе ҡайғыртмаһын өсөн уларға бөгөндән ғаилә тормошо хаҡында нәсихәттәр уҡый башлау кәрәктер. Күп кенә зыялыларыбыҙ бының өсөн балаларҙы баштан уҡ ысын башҡорт рухында тәрбиәләп үҫтереү кәрәк тип һанай һәм шуға ныҡ ҡына әһәмиәт бирә. Был - ифрат дөрөҫ, тигән фекерҙәмен мин дә. Әммә, минең ныҡлы инаныуымса, башҡортлоҡҡа ла бер яҡлы ғына ҡарау етмәй. Әгәр ҙә беҙ башҡорттоң телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу хаҡында ғына һүҙ йөрөтөп тә, мең йылдан ашыу ата-бабаларыбыҙ тотоп килгән хаҡ динебеҙ тураһында онотабыҙ икән, беҙ, һис шикһеҙ яңылышасаҡбыҙ. Бөгөн дин юлында булған йәштәребеҙгә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ә бит уларҙың күпселеге - ныҡлы ғаилә төҙөй, һәр береһендә кәмендә өсәр бала. Фәҡирлектә лә йәшәмәйҙәр, эшләп, аҡса ла таба ғаилә башлығы. Динле халыҡҡа депопуляция тигән нәмә лә янамай, тимәксемен. Балаларын да мөмкин тиклем башҡорт мәктәбенә уҡырға бирә улар. Боронғо ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренән һуң бөтөнләй дин тотмаған быуындар буласағын хатта күҙ алдына ла килтерә алмағандыр, моғайын. Динле булыуҙы йылына бер мәртәбә мулланан үлгәндәргә аят уҡытып, бит һыйпауҙан һәм шунда бер-береңә тинлектәр таратышыуҙан ғибәрәт, тип һанаусылар ғына ҡалып бара арабыҙҙа! Ғибәҙәт ҡылыуҙы бөтөнләй инҡар итеүселәр күпселек. Ауылдарҙа, ҡалаларҙа буш мәсеттәр һерәйешеп ултыра. Баҡсалағы түтәлгә күпме генә ашлама һалһаң да, һыу һипмәйенсә, бер ни ҙә үҫтереп алып булмай. Тап ана шуның һымаҡ, үҙебеҙҙең йөрәктәребеҙҙе иман менән һуғармай тороп, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе, ғаиләләребеҙ нигеҙҙәрен дә бер нисек тә нығыта алмауыбыҙ бар. Ә боронғо динле ата-бабаларыбыҙҙың ғаиләләре ишле булған, шағирә Гүзәл Ситдиҡова әйтмәксе, "мөрйә һайын өрлөккә бишек, ҡайсаҡ хатта бер нисәү, тағылған…". Ҡатнаш никахтар ҙа көнүҙәк проблема булып тормаған.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ғаиләлә ата-әсәй һүҙен тыңлау мотлаҡлығы, шулай уҡ ир һәм ҡатындың урыны, уларҙың һәр береһенә хас вазифалары ла булыуы хаҡындағы Ҡөрьән аяттарын, Бәйғәмбәр с.ғ.с. хәҙистәрен белеп үҫергә тейеш балаларыбыҙ. Ә инде бөгөнгө көндөң "ирекле мөхәббәт" рухында тәрбиәләнеп үҫеп еткән, өҫтәүенә, динебеҙ ҡанундарын бөтөнләйгә белмәгән күпселек йәштәргә тота килеп: "Ғаилә төҙөү мәсьәләһендә ата-әсәңдең кәңәшен тыңла!" - тиеү, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, елгә ҡаршы… борсаҡ һибеү һымағыраҡ.
Һүҙ аҙағында. Баяғы мәшһүр рус йырсыһының тел төбөнән бөтә илдә торған ғаилә проблемаһына ишараны аңлау ҡыйын түгел, шулай бит? Әммә, ысынбарлыҡта, әлеге януарҙарҙың ғаилә мәсьәләһенә килгән хәлдә, ундағы татыулыҡ, һәр кемдең үҙ урынын белеүе, тоҡом ҡалдырыуға, балаларҙы бағып үҫтереүгә ҡағылышлы вазифаһын үтәү - юғары кимәлдә бит, хатта бәғзе әҙәм балаһы көнләшерлек! Уйланырға урын бар бында.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА