Ағинәй - ул иманлы әсәй, өләсәй, донъя тотҡаһы вазифаһын тергеҙеүгә ең һыҙғаныусы. Ағинәй - ул йәшәйешебеҙҙе ысын асылына ҡайтарыуға өндәүсе. Ағинәй - ул халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе һабаҡтарына йөҙ бороусы. Ағинәй - ул халҡымдың киләсәге булһын тип янып йөрөүсе. Ағинәй - ул милләтебеҙҙең рухи таянысы, йолаларға йән өрөүсе. Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының ауылдарҙа үткән йыйындарында ҡатнашып, уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, быға саҡлы ла уларҙың сараларын, эштәрен күҙәтеп, ошондайыраҡ тулы булмаған һығымталар яһаным. Тулыраҡ ғәмәлдәрҙе Иҫке Сибай, Әбделкәрим, Сыңғыҙ һәм Күгиҙел ауылдарында райондың ҡырҡлап ауылы ағинәйҙәре ҡатнашлығындағы йыйындарҙа ҡатнашыусылар - республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, район ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова, шулай уҡ "Ир-егеттәр ҡоро" ағзалары барланы.
Шишмә тау-таштар араһынан юл табып, сылтырап аҡҡан кеүек, халҡыбыҙҙың хазинаһын тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу саралары ла бихисап. Күп осраҡта был бурысты атҡарыу бөгөн ағинәйҙәр иңенә ҡайтып ҡала. Был юлы иһә район ағинәйҙәре ошо яуаплы йөктө урындағы ир-егеттәр вәкилдәре менән дә уртаҡлашыу буйынса кәңәш ҡорҙо. Аҡыл менән аҡыл осрашты. Милләт бишеге булған тыуған төйәгебеҙҙең бөтөнлөгөн, ҡотон, рухиәтен, йолаларын, халыҡ кәсептәрен, йәшәйеш ҡағиҙәләрен, туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо артабан да һаҡлау өсөн бергә тупланып эшләү кәрәклеге белдерелде. Тәненең һәр бер күҙәнәгендә, быуынында, ҡанында, аңында, рухында ағинәйлек һәм аҡһаҡаллыҡ һыҙаттары булған һәр кемдең изге был эшкә ҡушыла алыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
- Белеүегеҙсә, беҙҙең райондың "Ағинәй" йәмәғәтселәре бөгөн һәр тарафта, төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар менән дә, балалар менән дә берҙәй эш алып бара. Район хакимиәте, ауыл биләмәләре башлыҡтары, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре беҙгә туранан-тура ярҙам итә, бер сара ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй, - тип һөйләне Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. - Бөгөн ауыл биләмәләрендә ир-егеттәргә, аҡһаҡалдарға таяныу, уларҙы берлектәге эшкә йәлеп итеү бурысы ҡуйыла. Улар өсөн генә тәғәйенләнгән йолалар, халыҡ кәсептәре иҫкә төшөрөлә...
Ысынлап та, һәр осрашыуҙа ир-егеттәр ҙә ҡатнашыуы, үҙ тәҡдимдәре, фекерҙәре менән сығыш яһауы ошо фекерҙе йөпләне лә инде. "Һәр эштә кәңәш ит, изгелеккә өндә, тиҙәр халыҡта, - тип башлап китте сығышын Ярат ауылының имамы Мөхтәр хәҙрәт Монасипов. - Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ та, иң тәүҙә ҡәүем аҡылын сағылдырыусы кешеләр - Ағинәй менән Аҡһаҡал тураһында телгә алына. "Урал батыр" эпосында ла улар хаҡында һүҙ бара. Һәр заманда ла Ағинәй менән Аҡһаҡал рух һәм милләт тәрбиәсеһе булған. Бер маҡсат тотоп йәшәгәндәр. Әхмәр Үтәбаев үҙенең "Буранбай" тигән шиғырында: "Ҡуҙғалығыҙ, тип әйтһәк, мин беләм, бер кем дә ҡуҙғалмаясаҡ. Халҡым ҡуҙғалһын өсөн үҙемә ҡуҙғалырға кәрәк", - тигән юлдар бар. Дин ғалимы Йәләлитдин Руми ҙа: "Шәм булып тирә-яҡты яҡтыртыр өсөн үҙеңә янырға кәрәк", - ти. Күрәһегеҙ, ике заманда тыуған яҙыусының ораны ауаздаш. Бөгөн һеҙ, ағинәйҙәр, майҙанға йыйылғанһығыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең күңелегеҙ изгелек менән тулы булмаһа, һеҙ алға бара алмаясаҡһығыҙ. Рәйес Түләктең "Сәхнәнән төшкәс сисеп ырғытылған кейем кеүек булмағыҙ", тигән һүҙҙәрендә ниндәй тәрән мәғәнә ятыуын аңлағыҙ. Ағинәйҙәр менән аҡһаҡалдар бергә эшләүҙе дауам итәйек. Бөгөн беҙ халҡыбыҙҙы милләт булараҡ тәрбиәләргә, рухи байлығыбыҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙергә һәм үҫеп килгән быуынға түкмәй-сәсмәй генә тапшырырға тейешбеҙ. Элек ошо һанап кителгән бурыстарҙы ир-егеттәр башҡарған бит. Хәҙер иһә уларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар иңенә һалынған..."
Дүрт ауыл биләмәһендә уҙған ҡорҙа ла халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кәсептәрен тергеҙеү буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Әбделкәрим ауылында уҙған йыйынға Ишбирҙе, Алғаҙы, Ишмырҙа, Ишмөхәмәт, Ҡыуат, Йомаш, Аҡморон ауылдары ағинәйҙәре саҡырылғайны. Әбделкәрим ауылының "Ағинәй" ойошмаһы рәйесе Әлфиә Байсыуаҡова үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырып: "Түңгәүер ырыуынан булараҡ, ошо ырыуҙың милли кейемдәрен, селтәр һымаҡ биҙәүестәрҙе шул талаптарға ярашлы эшләйбеҙ, - тип һөйләне. - Урындағы музейҙы үҙ ҡарамағыбыҙға алып, уны байытыу өсөн өйҙәрҙә һаҡланған ҡомартҡыларҙы тупланыҡ. Төп иғтибарҙы балаларҙа рухиәт, телһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәһенә йүнәлтәбеҙ. Ошо маҡсатта мәктәптән тик малайҙарҙан ғына торған ҡобайырсылар төркөмөн ойошторҙоҡ. Даими рәүештә улар менән йолалар сәхнәләштерәбеҙ, ҡобайыр өйрәнәбеҙ..."
Әбделкәрим ауылындағы йыйында балаҫ һуғыусы (Алғаҙынан Ғәбиҙә Ҡунысбаева), милли биҙәүестәр эшләүсе (Сәғирә Ғәбитова), ҡорама ҡораусы (Гөлназ Солтанғолова) ағинәйҙәр менән бергә Нурғәле Сәйфуллин атлы уҙамандың да ағастан эшләнгән әйберҙәре күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Был уҙаман ағастан йорт йыһаздары эшләү менән мауыға икән. "Шөкөр, ир-егеттәребеҙ ағас менән эшләү кәсебенә тотондо", - тип ҡыуанысын белдерҙе ағинәйҙәр.
Сыңғыҙ ауылында уҙған йыйында 17 ауылдан йыйылған ағинәйҙәр мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө кимәлдәге оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Бер мөйөштә ҡорама ҡораһалар, икенсеһендә тула баҫыу, сарыҡ бороу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ә Сыңғыҙ ағинәйҙәре ҡыҙ бирнәһе һандығын тултырыу йолаһын күрһәтте. Бында улар юрған һырыу, шаршау сигеү кеүек оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Таулыҡай ауылы ағинәйҙәренең мөнәжәттәр менән сығыш яһауы йыйынға йәм өҫтәне. Ир-егеттәр бында ла үҙ фекерен белдермәй ҡалманы: "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының нимә менән шөғөлләнгәнен быға тиклем белмәгәнбеҙ икән, - тип ғәжәпләнде Сыңғыҙ ауылы старостаһы Ҡәйүм Уразбаев. - Әле килеп күреп тороуыбыҙ. Баҡтиһәң, уларҙың һәр береһе үткәнебеҙ менән бөгөнгөнө ялғап, киләсәккә күпер һалыусылар икән. Әле ир-егеттәр менән кәңәшләшеп, бындай сараларҙы бергәләп уҙғарырға кәрәк, тигән ҡарарға килдек..." Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов та биләмә ағинәйҙәренең алыштырғыһыҙ ярҙамсылар булыуын, уларһыҙ бер сара ла уҙмауын, бөтә эштәрҙә лә башлап йөрөүҙәрен белдерҙе.
Шундай уҡ һүҙҙәрҙе Күгиҙел ауылында үткән йыйында ла (ете ауыл ағинәйҙәре килгәйне) ишетергә тура килде. Шуныһы ҡыуандырҙы: райондың был төбәгендәге ауыл тормошонда ағинәйҙәр менән бергә ир-егеттәр ҙә әүҙемлек күрһәтә булып сыҡты. Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров: "Ағинәйҙәр - минең уң ҡулым", - тип белдерһә, ауыл старостаһы Марат Дауытбаев: "Борондан беҙҙе ир-егеттәр - мал табыусы, ә ҡатын-ҡыҙҙар - эшкәртеүсе, тип тәрбиәләнеләр. Халҡыбыҙҙың был аҡылы бөгөн дә күҙәтелә", - тине. Әйткәндәрен улар эштәре менән дә раҫланы. 82-се йәше менән барған Мирғәсим Әхмәҙиев: "70 сутый ерҙә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәм. Күп итеп картуфын да, ҡыярын да, помидорын да, һуғанын да ултыртабыҙ. Беҙгә лә, балаларға ла, һатыуға ла етә. 8х10 ҙурлыҡтағы теплицаға үҫентеләр ултыртылған. Ауылдаштарым менән баҡсасылыҡ, йәшелсәселек тәжрибәмде уртаҡлашам", - тине. Риф Йәнюлдашев тигән ир-азамат халыҡ кәсебен тергеҙеү менән шөғөлләнә икән. Күргәҙмәгә үҙ ҡулдары менән эшләгән эштәрен алып килгәйне. Ул арҡан һәм йүгән ишә, сыбыртҡы үрә, быйма табанлай, тарма ептәрҙән һепертке бәйләй, ат ҡылдарынан бумала яһай. Ошонда уҡ оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Илсур Исхаҡовтың да фанеранан төрлө көнкүреш әйберҙәре эшләүсе, картиналар ижад итеүсе оҫта икәнен күрҙек.
Шулай итеп...
Иҫке Сибай ауылында үткән ҡорҙа "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илүзә Йосопова: "Ысынында, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙебеҙгә хас күп кәсептәрҙе тергеҙҙек тиһәк тә, уларҙың береһе лә ир-егеттәребеҙ ярҙамынан башҡа тормошҡа ашманы. Беҙ аҙым һайын улар ярҙамына мохтажбыҙ. Шуға ла хәҙер ир-егеттәр кәсептәрен тергеҙеүгә ярҙам итеүҙе үҙебеҙҙең бурыс тип иҫәпләйбеҙ", - тигәйне. Эйе, бөгөн ир-егеттәребеҙ алдында ата-бабаларыбыҙ кәсептәрен, шөғөлдәрен тергеҙеү зарурлығы тыуҙы. Һәм был эшкә тотонғандар ҙа инде. Март айында ошо Иҫке Сибай ауылында ир-егеттәрҙең аҫылдары ғәм халыҡ алдында бәйге тотто: арҡаһы эйәр күрмәгән тай-тулаҡты менгегә өйрәтте; һыбайлыларҙың ат өҫтөндә килеш ауҙарыш ярышы ла бик көсөргәнешле үтте; уҡсылар ҙа үҙ мәргәнлеген күрһәтте, бигерәк тә уларҙың атта сабып барған килеш уҡ сойорғотоуҙары күптән танһыҡлаған күренеш булды. Быуа йырылды, Баймаҡ ир-егеттәре ата-бабалар кәсептәренә тотонмаҡсы. Уңышлы булһын ниәттәре!
Лилиә ТАКАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА