Табип практикаһында бәғзе ваҡыт ана шулай тип аталған сир менән осрашырға тура килә. 1861 йылда тәү башлап был хәстәне Проспер Меньер исемле француз табибы ентекләп тикшереп, ауырыуҙар исемлегенә айырып индергән. Ғалим уның өс төп симптомын тасуирлап яҙған. Даими рәүештә баш әйләнеүе, бер ҡолаҡтың сыңлауы, уның әкренләп һаңғыраулана барыуы медицинала "триада Меньера" тип атала. Ер йөҙөндәге һәр йөҙ мең кешенең иллеһе бына шул сирҙән интегә. Һирәк осрағанға күрә, медицинанан алыҫ булған күптәр ул хаҡта ишеткәне лә юҡтыр. Әммә үҙең йә берәй яҡының сирләп китһә, ғүмерлеккә иҫтә ҡала был ауырыу. Башлыса, 40-60 йәшлек кешеләрҙә осрай. Балалар сирләгән осраҡтар билдәле түгел.
Һин дә мин, һап-һау йөрәгән кеше кинәт кенә башы әйләнеп, аяғөҫтө тора алмай, шунда уҡ иҙәнгә (йә ергә) ятырға мәжбүр була, әммә аңын юғалтмай. Бер яҡ ҡолағы зыңлап йә шаулап, күҙ алдындағы бөтә нәмә зыр әйләнеп, туҡтауһыҙ күңеле болғаныуҙан уҡшып, "үкереп ятып" ҡоҫоу арҡаһында бындай кеше ғәйәт ныҡ ғазапланыу кисерә. Икенсенән, өйҙәге барлыҡ яҡындарын аяҡҡа баҫтыра, "Үлеп барам, ашығыс ярҙам саҡырта һалығыҙ", тип, уларға "яр һала". "Тиҙ ярҙам" ныҡ оҙаҡлаған һымаҡ тойола уға, шунлыҡтан, был кеше туғандарына "03"кә ҡабат-ҡабат шылтыратырға ҡуша. Ғәҙәттә, ярҙамға килеп еткән фельдшер (йә табип), ҡан баҫымын үлсәп, ЭКГ яһағандан һуң: "Ҡурҡыныс бер нәмәһе лә юҡ", - тигән һығымта яһай. Әммә табиптың ана шулай тип "йыуатыуы" ауырыуҙың хәлен еңеләйтмәй, киреһенсә, "Табип бер ни ҙә таба алманы", тип уйлауҙан тағы ла ҡатмарландырып ебәреүе мөмкин. Тынысландыра торған уколдан һуң ауырыу кеше йоҡлап китә, ә күпмелер ваҡыттан, әлеге әйтмешләй, һин дә мин, һап-һау булып уяна…
Был өйәнәк, моғайын, осраҡлы ғына, башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаҫ", тип уйлай сир эйәһе, эшенә лә йөрөй. Бер-ике йә бер нисә айҙан инде тамам тынысланған кешенең ошо хәле тағы ла ҡабатлана. Шулай, күпмелер өйәнәк үткәргәндән һуң, сирле үҙендә ниндәйҙер бер ҡурҡыныс ауырыу булыуынан шикләнә башлай, тәрәнерәк тикшерелеү ниәте менән поликлиникаға (ғәҙәттә, иң тәүҙә неврологҡа йә терапевҡа) мөрәжәғәт итә. Баш әйләнеү осраҡтары башҡа күп сирҙәрҙә лә була, әлбиттә (ҡан баҫымы юғары йә түбән булһа, йә иһә, мейенең ниндәйҙер өлөшөнә ҡан барыу процесы боҙолһа, берәй шешек үҫә башлаһа һ.б.). Шуға күрә, табип уны баштан-аяҡ тикшерергә тотона. Рентген, компьютер томографияһы (КТ) яһап, иң беренсе нәүбәттә мейелә күләмле процесс (шеш-фәлән) юҡлығын асыҡлай. Һәр төрлө аппаратура ярҙамында баш мейеһенең ҡан менән тәьмин ителеү һәм башҡа функцияларын барлай. Пациентҡа, ахырҙа, "Болезнь Меньера" тигән диагноз ҡуйыла һәм ул врач-отоларинголог кабинетына ебәрелә. Аудиографик һәм башҡа тикшереүҙәр ярҙамында ЛОР-табип шул диагнозды раҫлай, ауырыуҙың бер яҡ ҡолаҡҡа "ҡата" башлауын да асыҡлай (Бер ҡасан да ҡолағы елһенеп ауыртмаған, шулай уҡ, икенсе ҡолағы әлегә яҡшы ишеткәнгә күрә, пациент үҙе баштараҡ был хаҡта белмәүе лә ихтимал).
Гәзит уҡыусыларға был сәйер сирҙең һәр төрлө "ҡыҙыҡ" үҙенсәлектәрен белеү файҙалы булыр тип һанайым. Башта шуны әйтеп китеү кәрәк: Меньер ауырыуының кеше ғүмере өсөн хәүефе юҡ. Медицина теле менән әйткәндә, "прогноз в отношении жизни благоприятен". Әммә был хаҡта белмәгән ҡайһы бер пациент "әлегеләй өйәнәктәрҙең береһе мәлендә үлеп ҡуйырмын" тип ҡурҡа, хатта йыш ҡына "яҡшы доктор" эҙләп, ил гиҙеүсән. Табип тәғәйәнләгән һәр төрлө дарыуҙар, физиопроцедураларҙың һөҙөмтәһен тоймаған бындай кеше профессор-академиктарҙы ла ҡалдырмай, сит илгә лә барып сығыуы ихтимал. Ауырыуына "йомолоп", башын ҡайғыға һалыуы ла бар. Шуға күрә лә табип иң беренсе нәүбәттә пациентына ошо турала ябай ғына кимәлдә аңлатып, сирҙең прогнозына оптимистик ҡараш "һеңдерергә" тейеш. Мәҫәлән, үҙенең сиренән ҡурҡҡан бындай пациентҡа ныҡ ҡына итеп: "Был ауырыу менән кеше йөҙ йыл йәшәй", - тип әйтеү уны, ғәҙәттә, тынысландыра. Табиптың һүҙе бер аҙ тупаҫыраҡ һымаҡ булып тойолоуына ҡарамаҫтан. Бер нисә йылдан һуң кеше бер ҡолаҡҡа тулыһынса һаңғыраулана. Был ауырыуҙың ахыры хаҡында әлеге медицина телендә тағы ошолай тип тә әйтәләр: "В отношении слуха прогноз не благоприятен". Уның ҡарауы - һаңғырауланыу менән бер үк ваҡытта әлеге "ғазаплы" баш әйләнеү өйәнәктәре лә, һирәгәйә барып, бөтөнләйгә туҡталыуы күҙәтелә. Шуға күрә лә бындай кеше үҙенең бер ҡолағы һаңғырауланыуы менән килешә, "тик башым ғына әйләнмәһен", тип теләй. Икенсе ҡолағы ишеткән кеше, үҙен һау-сәләмәт итеп тойоуы ла мөмкин.
Әммә, ике яҡлы процесс башлана ҡалһа, йәғни, икенсе ҡолағы зарарланыуы пациенттың (беҙҙең халыҡта әйтмешләй) "бәкәленә һуға". Ул тома һаңғыраулана. Был осраҡта инде ауырыу кешенең проблемаһы ҡырҡа күбәйә. Ике ҡолағы ла ишетмәгән, башҡалар менән һөйләшеп, аралашыуҙан мәхрүм булған кеше, әлбиттә, бер ҡайҙа ла тиерлек эшләй алмай, инвалидлыҡҡа сыға.
Әле тома һаңғырауланырҙан алда ике ҡолағы ла зарарланған ауырыу кешенең бер нисә йыл "ҡатығолаҡ" (тугоухий) булып йөрөгән мәле хаҡында айырып яҙыуҙы кәрәк тип таптым. Барыбыҙҙың да ҡолаҡ системаһында бик әкрен тауыштарҙы ишетеүҙе бер аҙ көсәйтә һәм көслө тауыш булғанда, киреһенсә, шул "шаңғырыҡ" сигналды әкренәйтә торған "ҡулайлаштырыусы" функциялар бар. Ә "Меньер" менән сирле кешенең ишетеү нервыларының бына ошондай һәләте һүнгән була. Шул арҡала ул башҡаларға "артыҡ мыжыҡ" булып тойола башлай. Ишетеүгә бәйле көйһөҙлөктәре уның яҡындарын аптырата. Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ: үҙенә өндәшкәндәрҙең һүҙен аңламаған кеше, әлбиттә, "Нимә?" тип ҡабатлап әйтеүҙәрен һорай. Ул ишетһен өсөн бүтәндәрҙең уға тауышты көсәйтә биреп ҡабатлауҙары ла тәбиғи, шулай бит?.. Әммә шул саҡ: "Нишләп улай ныҡ ҡысҡыраһың, ҡолағымды яра яҙҙың!.." - тип, хатта тертләп китеүсән һәм үҙенең ризаһыҙлығын белдереүсән бындай ауырыу. Шуға күрә лә был сир менән яфаланған кеше үҙенең яҡындарына, ғөмүмән, тирә-йүндәгеләргә сәйер булып тойола башлауы ихтимал. Ғәҙәттә, ҡартлыҡтан йә ҡолаҡ елһенеүҙәре арҡаһында һаңғырауланған кешеләргә ишетеү аппаратының бик тә килешеп ҡалыуы хаҡында беләбеҙ. Әммә, тауышты ишетеп тә, һүҙҙәрҙе аңлай алмай интеккән Меньер сирлеләренә күпселек осраҡта ҡолаҡ аппараттары ла ярҙам итмәй, күптәр "шаңғыртҡыс" аппаратты кейеүҙән баш тартыусан.
Һәр төрлө һүҙҙәрҙе яңылыш ишетеү ҙә хас был сиргә. Һуҙынҡы өндәрҙе аҙмы-күпме "тотоп ала алған", әммә тартынҡы өндәрҙе бик насар ишеткән сирле кешегә йыш ҡына һүҙҙәр икенсе төрлө (урыҫса - "искаженно") ишетелә. Әйтәйек "ҡара", "ара", "сара", "яра" тигән һүҙҙәрҙе ул айыра алмай, улар барыһы ла бер иш һымаҡ тойола. "Ана", "ҡана", "яна", "тана" һүҙҙәренең бараһын да тик "ана" йә "ала" тип кенә ишетеүе мөмкин. Шуға күрә, ғәҙәтенсә, ул ҡабат-ҡабат һораясаҡ. Башҡортса әйткәнде һүҙ аша ғына ишетеп, төшөнә алмай интеккән бәғзе берәүгә ҡайсаҡ шул уҡ хәбәрҙе урыҫсаға әйләндереп ҡабатлағас ҡына бер аҙ аңғарып ҡала. Ҡайһы бер ваҡыт әңгәмәсегә, киреһенсә, урыҫсаны башҡортсаға әйләндерергә тура килә. Был кешене электән белмәгәндәр уны хатта "аңра" тип тә ҡабул итеүе ихтимал…
Ауырыуға тағы бер үҙенсәлек хас. Ҡолаҡҡа бер аҙ ғына насарая башлаған осорҙа уҡ сирле кеше көйҙәрҙе дөрөҫ ишетмәҫ булып китә. Элек һәр төрлө музыкаль тапшырыуҙарҙы яратып тыңлаған бындай кешегә хәҙер инде бөтә йыр ҙа көйһөҙ, "яңылыш йырланған" һымаҡ ишетелә. Уның сафтан сыҡҡан ишетеү рецепторҙарын көйләнмәгән мандолина йә гитара ҡылдары менән сағыштырырға була. Боҙоҡ музыкаль инструментта ниндәй генә оҫта музыкант уйнамаһын, көй барыбер дөрөҫ килеп сыҡмай бит. Тап шуның һымаҡ… Ә инде ҡасандыр һау сағында матур итеп йырлаған кеше бындай сиргә һабышһа, уның йыры (үҙенә дөрөҫ булып тойолған хәлдә лә) "күкле-йәшелле" булып сыға. Яңы көйҙәр өйрәнеү мөмкинлегенән дә ул, әлбиттә, бөтөнләйгә мәхрүм.
Был сирҙең аныҡ ҡына этиологияһы, йәғни төп сәбәбе ошоғаса билдәле түгел. Статистик мәғлүмәттәргә таянып, берәүҙәр уның быуындан-быуынға күсә барыу ихтималлығы хаҡында фаразлай, икенселәр тәмәке менән артыҡ мауығыуҙы этәргес фактор тип һанай. Өсөнсөләр муйын умыртҡаһы быуындарында "остеохондроз" сиренең әүҙемләшә башлап, умыртҡа артерияһының тарайыуы сәбәпле, ишетеү һәм вестибуляр анализаторҙарға ҡан барыуы насарайыуынан күрә. Был ауырыуҙан, ғәҙәттә, кеше үлмәгәнлектән, махсус патолого-анатомик тикшеренеүҙәр ҙә юҡ кимәлендә. Бәғзе ғалимдарҙың фаразлауынса, баш эсендә бер-береһе менән йәнәш кенә урынлашҡан вестибуляр һәм ишетеү анализаторҙарын "йыуып" тороусы эндолимфаның баҫымы көсәйеп, эске ҡолаҡтың (медицинала "внутреннее ухо" тип атала) рецепторҙары атрофияланыу арҡаһында килеп сыға был сир. Ғөмүмән, этиологияға ҡағылышлы фараздарҙың күплеге - уларҙың береһенең дә камил булмауынан, тип аңлау дөрөҫөрәк булыр…
Ауырыуҙы әмәлләү мәсьәләһенә килгәндә, ҡан тамыры капиллярҙарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән (медицина теле менән әйткәндә, "улучшающие микроциркуляцию") дарыуҙар, физиотерапия төрҙәре һымаҡ ысулдар медицинала бихисап. Тик, әлеге әйтмешләй, дауалау ысулдарының күп булыуы, уларҙың береһенең дә камил булмауынан киләлер. Бына шундай бик "уңайһыҙ" сир ул Меньер ауырыуы.
Әммә ошо хәстәгә һабышып, тома һаңғырауланып ҡалған хәлдә, үҙеңде "ғәжиз" тойоп ("ғәжиз" ғәр. - "оказаться в безвыходной ситуации"), донъя матурлығынан ваз кисеп, төшөнкөлөккә бирелеү һис кенә лә ярамай. Аллаһ Тәғәләнең һынауҙарына тарыған мосолман кешеһенә "Әлхәмдүлиллаһи ғәлә күлли хәл" (һәр хәлдә лә Аллаһҡа маҡтау) тип әйтергә ҡушҡан Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.). Бына шул осраҡта Раббыбыҙ, һис шикһеҙ, әжерен бирә. Һәр ауыр ситуацияның ыңғай яғын күрергә тырышыу кәрәк. Әҙәм балаһының ишетергә ярамаған (теләһә ниндәй насар һүҙҙәр, ғәйбәт хәбәрҙәр һ.б.) нәмәләре күп. Ана шуларҙы ишетмәү хатта яҡшыға ғына тип үҙеңде тынысландыраһың. Шул уҡ ваҡытта бындай ҡыйын хәлдән сығыу әмәлен эҙләү ҙә тыйылмаған (бында мин докторҙан-докторға сабып, файҙаһыҙ дарыуҙарға аҡса сарыф итеүҙәрҙе күҙ уңында тотмайым). Әйтәйек, бик тә бик донъя яңылыҡтары һәм башҡа хәбәрҙәр белгең килһә - күберәк гәзит, журналдар яҙҙырып алып уҡыу зарур. Яҡындарың менән аралашыу өсөн ҡолаҡ аппараты ярҙам итмәй икән, башҡа төр хәҙерге техника ҡаҙаныштарын файҙаланырға өйрәнеү ҙә яҡшы. Бөгөнгө ваҡытта телефонһыҙ кеше юҡ. Һуңғы быуын телефондарының һөйләгән һәр һүҙҙе хәрефтәр менән яҙҙырып бара торған функцияһы ла бар. Уны хатта башҡортса яҙҙырыуға көйләргә лә мөмкин. Ундай телефоның булмаған хәлдә лә, илдәге бөтә кеше уҡый-яҙа белә бит: ҡағыҙға яҙып һөйләшергә лә була…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА