Аллаһыҙ-муллаһыҙ заманда үҫкәндәр...
Һуңғы ваҡытта эскелек тураһында яҙмаған матбуғат баҫмаһы, уның насар эҙемтәләре хаҡында һөйләмәгән радио-телевидениеның бер генә көнө һәм тапшырыуы ла ҡалмағандыр. Һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, дәүләт төрлө-төрлө ҡарарҙар ҡабул итә, тыя, "Айыҡ ауыл" конкурстары үткәрә, штрафтар һала - әммә был афәтте туҡтата алмайбыҙ. Кем эскән - һаман эсә бирә, кем иҫерткес һатып аҡса эшләй - әле лә кеҫәһен ҡалынайта, кем эскелеккә ҡаршы көрәшә - көрәшеп маташа. Ел тирмәне менән алышҡан Дон Кихот кеүек булһалар ҙа, эҙмә-эҙлекле айыҡ тормошто пропагандалаған, һүҙе менән, үҙ үрнәге менән сәләмәт йәшәү рәүешен күрһәткән кешеләр барлығы ғына күңелде йылыта йылытыуын...
Кемдәр "Киске Өфө" гәзитен йә "Ағиҙел" журналын яҙҙыра, улар танылған яҙыусы һәм журналист Әхмәр Үтәбайҙың нисек итеп эскелек һаҙлығынан ҡотолоуы тураһында яҙған "Ялған ғорурлыҡты, шул хурлыҡты яра һуҡтым Урал ҡаяһына" тип аталған мәҡәләһен, моғайын, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандыр ("Ағиҙел", 2018 йыл, № 6 - 7). Унда Әхмәр Үтәбай менән уның дуҫы Исмәғзәм Исмәғилев оҙаҡ йылдар дауам иткән эскелек сиренән арыныу тарихтарын, нимәләр кисереүҙәрен, нисек көрәшеүҙәрен тәфсирләп - көнләп, сәғәтләп һүрәтләгән. Ауыр, сиктән тыш ауыр был сирҙән арыныу. Ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә ихтыярһыҙҙар өсөн, бәлки, ҡулынан килерлек тә эш түгелдер. Ләкин ике автор үҙ миҫалында был "заман ауырыуы"нан ҡотолорға мөмкин икәнлеген күрһәтте. Иҫбатланы. Кем был мәҡәләләрҙе күрмәгән, зинһар өсөн, табып алып уҡығыҙ. Уйланығыҙ. Йәштәргә, балаларға уҡытығыҙ. Бер билдәле генә шәхес: "Кемдәр эскелек һаҙлығына батҡан, улар менән көрәшеп ваҡытығыҙҙы, һаулығығыҙҙы бөтөрмәгеҙ, уларҙы төҙәтеү мөмкин түгел. Эскеселәр эсеп үлеп бөтөр ул бер заман, ә киләсәк быуынды, балаларҙы, йәштәрҙе был зәхмәттән аралайыҡ!" - тип әйткәйне бит әле. Ваҡытында был һүҙ нисектер үтә тура, үтә тупаҫ яңғыраған кеүек ине, күңелде телеп үткәндәй булғайны. Әммә... ысынлап та эсеп үлеүселәр күбәйгән һайын, ошо һүҙҙең дөрөҫлөккә бик яҡын икәне күҙгә ташлана башланы...
"Аллаға шөкөр, эскелек кәмене", - тип шатландырҙы ауылда йәшәгән бер дуҫым. Кеше тырышып донъя көтә башланы, бер-береһен уҙҙырырға тырышып йорт һала, ситкә эшкә йөрөй, балалар үҫтерә..."
"Башҡорт ауылдарында, бигерәк тә бәләкәй ауылдарҙа эскелек көслө, - тине икенсе бер танышым. - Ҙур ауылдарҙа әллә кеше күп булғанғамы, ул хәтлем беленмәй. Бәләкәй ауылға барһаң - урам тулы иҫерек..."
Ике төрлө ҡараш, ике фекер. Улар менән байтаҡ һөйләштем, бәхәсләштем, һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн иҫбатларлыҡ дәлилдәр килтереүҙәрен һораным. Икеһе лә килтерҙе. Тәүге дуҫымдың раҫлауҙары барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө булғас, ул теманы ҡалдырып торайыҡ. Икенсе танышым Ф. иһә ҡыҙыҡ ҡына тәҡдим яһаны:
- Әйҙә, иртәгә минең менән фәлән ауылға. Үҙ күҙең менән күрерһең...
Ул йәниҫәп (перепись) ваҡытында иҫәп алыусы булып йөрөй ине. Мин уға эйәрҙем. "Ҡаланан килгән хәбәрсе. Һорауҙарына яуап бирегеҙ, тартынып тормағыҙ, бөтәһе лә аноним. Фән өсөн кәрәк", - тип таныштырҙы минең менән Ф.
Ауыл халҡы элекке кеүек оялсан, баҙнатһыҙ түгел хәҙер. Бер кем дә ыҡ-мыҡ итеп торманы, һәүетемсә һөйләштеләр, сәйгә саҡырҙылар, бәхәсләшеп, тиргәшеп киткәндәр ҙә осраны. Быларға аптыраманым - заман башҡа, кешеләр ҙә бүтән. Ә иҫеректәрҙең күп булыуы, ысынлап та, аптыратты.
Был бәләкәй генә ауылда утыҙға яҡын өй. Яңғыҙ ғына әбей йә бабай көн иткән йорт юҡ: барыһында ла йә парлы, йә яңғыҙ өлкән кеше бала-сағалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән йәшәй. Шулар араһында бер генә эсмәгән кеше лә юҡ икән. "Эсмәй" тигәндәре лә ҡунаҡ-фәләндә бер-ике рюмка тотоп ҡуя, ти.
Өй беренсә күҙ һалайыҡ, булмаһа. Ауыл осонда күркәм генә йорт: ике балаһы менән 35-40 йәштәрҙәге ғаилә йәшәй. Ҡатын кеше әҙ-мәҙ генә тотҡолай икән, ә ир кеше, үҙе әйтмәксе, егерме йыл туҡтамай эскән, балалары нисек үҫкәнен дә күрмәгән. Шунан бер айнығып киткәнендә ғүмеренең бушҡа үтеп барыуын, тормошоноң бер маҡсатһыҙ, күңелһеҙ булыуын аңлап, эсеүҙе ташларға ҡарар иткән. Ысынлап та, ташлай алған бит! "Бына биш-алты йыл эсмәйем, йәшәүе ҡыҙыҡ, нисек тә булһа аҡса эшләп, тәмле-томло ашап йәшәй башланыҡ", - тине ул ипле генә ғорурлыҡ менән. Мин дә ғорурландым: бына бит - теләгән кеше ҡотола ала ла баһа был һаҙлыҡтан!
Был матур ғына ир менән ҡатын янынан киткәндә Ф.-ға үҙемдең шатлығымды, улар тураһында гәзиткә яҙып, өлгө итеп ҡуйырға кәрәклеген әйттем. Әммә Ф. минең һөйөнсөмдө бер һүҙ менән генә һүндерҙе - әйтерһең, дөрләп янған утҡа һыу һипте: "Эйе, эсеүен ташланы! Зату бөтөн ауылды технический спирт менән ағыулап ята! "Нисек тә булһа аҡса эшләп" тигән була бит әле! Рәхәт кенә эшләй аҡсаны - күмәртәләп 20 литрлыҡ кәнистр менән спирт алып ҡайта ла, һыу өҫтәп, шешәгә, "полтарашка"ға йәки беҙҙеңсә, "ваучер"ға тултырып һатып, байып ята. Үҙе генә эсһә яҡшыраҡ булыр, бер үҙе ағыуланыр ине, хәҙер бар халыҡты ағыулай!" Әйтер һүҙ тапманым...
Икенсе өйҙә бабай менән әбей һәүетемсә генә йәшәгән кеүектәр. Оялсан ғына яуап ҡайтаралар. Әммә икеһе лә төшөрөүҙән баш тартмай булып сыҡты. "Беҙ ни, аллаһыҙ-муллаһыҙ заманда үҫтек бит, ғүмер эш менән үтте. Совхоздың ҡара эшендә эсмәйенсә йәшәрлек түгел ине. Өйрәнелгән, күнегелгән, хәҙер беҙҙе - бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтер инде", - тигән һүҙҙәр ни өсөндөр йәнде әрнетеп үтте. Йәл дә кеүек ине үҙҙәре. Ҡалған ғына ғүмерҙәрен эскелекһеҙ үткәрһәләр, күпкә матурыраҡ, мәғәнәлерәк булыуын үҙебеҙсә аңлатып маташтыҡ та... "Белмәйем, улайтып йәшәп ҡарамағас... Беҙҙең ни шатлыҡта ла, ҡайғыла ла шул бер-ике рүмкә инде, артыҡламайбыҙ былай..." Артыҡламайҙар, "мәҙәниәтле" генә эсәләр булып сыҡты инде...
Өсөнсө өйҙә йәшәгән йәш ғаиләлә дүрт бала үҫә. Йорттары матур, таҙа, ҡараулы. Әммә ата-әсә икеһе лә лаяҡыл иҫерек ине. Ир кеше хатта беҙҙең һорауға аңлайышлы һүҙ ҙә әйтә алманы. Ҡатыны иһә сытырлап тора: эт еймәҫ һүҙҙәр менән әрләп сығарҙы. Ауылда эш юҡлыҡтан, сельсоветтың йәштәрҙе ҡарамауҙарынан, соцобестың күп балалы ғаиләләргә пособие бирмәүенән башлап, Хәбировҡа, Путинға тиклем барып етте. "Буштан-буш аҡса туҙҙырып, перепись эшләп йөрөгән" беҙ ғәйепле икән бөтәһенә лә!
Дүртенсеһендә ағалы-ҡустылы ике ир йәшәй: береһе хаҡлы ялда, икенсеһе лә 50-не үткән. Тапҡан-таянғандары эсеүҙән ары үтмәй. Пенсия аҡсаһы килһә, он, кәнфит-шәкәр кеүек әйбер алып ҡалалар ҙа, ҡалғаны төпһөҙ шөмәнгә китеп тик ултыра. Асыға башлаһалар, шабашкаға сығалар: кемгә утын яралар, кемдең тиреҫен түгәләр, яҙҙан көҙгә тиклем арауыҡта кемгәлер көтөү көтөргә ялланалар...
Бар ауыл шулай... Эскелек менән "күңелле генә" йәшәп тик яталар...
Яҙылмаған мәҡәлә
Был инәйҙе ситтән генә ҡарап, гел һоҡлана инем. Бөтөн байрамдың уртаһында: күмәк бейеүҙәр, йырҙарҙа ҡатнаша, райондағы мәҙәни сараларҙың ҡап уртаһында йөрөй. Бер нисә тапҡыр һөйләшеп торорға ла тура килде, "Һеҙҙең турала гәзиткә яҙырға ине!" - тигән теләгемде лә еткерҙем. Инәй шатланып китте, ауылын, урамын, өй һанын әйтеп, ҡунаҡҡа саҡырҙы. Гәзит эше шулай: конвейер шикелле, көн дә яңы һан янып бара, береһен эшләп, шатланырға ла өлгөрмәйһең, икенсе номерға материал тип йәнә сабып сығып китәһең. Ул арала районға баш ҡаланан берәй министр килә, артынан ҡалмай йөрөп, репортаж эшләйһең, икенсе ерҙә конкурс бара, өсөнсөһөндә спорт ярышы...
Был инәй тураһында онотоп ебәргәнмен. Бер нисә тапҡыр ауылдаштары ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә иҫкә төшөрҙө, үҙен дә төрлө сараларҙа тағы тап иттем. Һаман барып сыҡмауым өсөн ғәфү үтенеп, нисек булһа ла ваҡыт табып килергә һүҙ бирҙем. Ниһайәт, бер ял көнөмдә барырға булдым инәй янына. Шылтыратып әйттем, өйҙә булыу-булмауын белештем, сөнки ул әүҙем кеше йә берәй яры сығып киткәндер. Өйҙә икән, ҡыуанысы тауышынан беленде.
Алыҫ ер булһа ла, киттем көҙгө бысраҡты йырып. Асфальт юл түгел, шоссе ла юҡ, бары ябай юл. Йәй көнө бик матур тәбиғәтле юл көҙгө бысраҡта бер ҙә илаһи тойолманы. Сәғәттән ашыу барырға икән...
Йәтеш кенә йорт, эсе лә, тышы ла хужабикәһе кеүек йылдар заңына күмелгән, иҫкергән. Ишек алды таҙа, аунап ятҡа әйбер юҡ, һәр нәмә үҙ урынында. Өйҙөң эсе лә, иҫке генә булыуға ҡарамаҫтан, йыйнаҡ, таҙа, ялт итеп тора. Тик нимәлер етмәгән төҫлө тойолдо миңә. Нимә икән? Заманса зауыҡлы йыһаз-фәләнме? Юҡтыр... Инәй кешегә улар килешмәҫ тә кеүек...
Йылы өй, ҡунаҡсыл хужабикә, тәмле аш еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Инәйҙең тура өҫтәл артына ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, минең өсөн бындай ҡара көҙҙә, ҡараңғы урман төпкөлөнә килтергән йомошом иң мөһиме: эш бөткәс, уйнарға ярай. Өҫтәлгә блокнотым, ручкам сығып ята, диктофон тоҡандырыла. Алдан уйлап, күҙаллап килгән һорауҙар, инәйҙең моңло ғына тауыш менән уларға яуаптары, һуғыш осорона тура килгән бала сағы, етемлек, аслыҡ, өс класс ҡына уҡыу, ғаиләһе тураһында һөйләүҙәре... Бабайының вафатына ла ун йылдан ашҡан икән.
- Яңғыҙ йәшәүе ауыр түгелме? Мал көтмәйһегеҙҙер? - тигән һорауға инәй алсаҡланып китә:
- Юҡ, балам, малды күптән бөтөрҙөк. Ҡайҙа уны ҡарау! 85 йәш бит инде миңә! Бабай бар саҡта уҡ, етмешкә яҡынлағанда эре малды бөтөрҙөк, унан һарыҡтарҙы. Хәҙер ана тауыҡтарымдан башҡа йән эйәһе юҡ, - ипле генә кеткелдәп көлөп ала. - Үтә яңғыҙ ҙа түгелмен мин, кинйә улым менән бергә торам бит.
Баҡтиһәң, инәйҙең ике улы, ике ҡыҙы булып, өсәүһе төрлө ҡалаға таралышҡан, кинйә улы атай нигеҙендә йәшәй икән.
- Өйләнгәндер? Бала-сағаһы бармы? - тип төпсөшөүҙе дауам итәм. Сөнки өйҙә бала-сағаның кейем-фәләне лә, уйынсыҡ, китап-дәфтәр кеүек әйбер ҙә күҙгә салынманы.
- Өйләнгәйне лә, бер балалары булғайны. Килен нимәнелер мөрхәтһенмәй, балаһын алып ҡайтып китте. Быныһы уның артынан бер-ике барып ҡараны ла, юҡ, ыңғайлата алманы, - тип көрһөндө әңгәмәсем.
- Үҙегеҙ араларын яйлап ҡараманығыҙмы? Сәбәбен асыҡлап, ярҙам итеп ебәрһәгеҙсе... - тигән кеүегерәк кәңәш тә биреп маташтым.
- Сәбәбе ни ... билдәле инде - эскелек. Ныҡ эсә шул улым... Башҡалары ла эсмәй тип әйтеп булмай, ҡунаҡ-мунаҡта, байрам-фәләндә эсештерәләр. Тик нурмаһын беләләр. Ә төпсөгөм бер башлаһа, ҡуя белмәй. Әйткәнде лә аңламай, әрләгәнде лә, туҡмағанды ла. Хатта бер мәл туҡмап та ҡараным... Элек әле ул, бабайым бар саҡта... Намаҙ уҡыған һайын Аллаһы Тәғәләнән һорап, доғалар ҡылам, буш булған һайын тәсбих тартып һорайым... Юҡ, ҡуйҙыртып булмай... Әллә ҡайҙан килеп сыҡты шул афәт өйөмә, балаларыма... Кеше ҡайғыһын кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигән кеүек, был ҡайғыны кемгә һөйләргә лә, кемдән яҡлау табырға? - тигән һүҙҙәренән күҙҙәремә йәш төйөлдө...
Эскелектең эҙемтәләре, нимәгә килтереүе, былай ҙа аҙ һанлы халҡыбыҙҙың шул заман сиренән ҡырылыуы тураһында байтаҡ ҡына әсенешеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Инәйҙең мәктәптәге, йәшлектәге, эштәге, ғаиләһендәге күмәкләп тә, берешәрләп-икешәрләп тә төшкән фотоһүрәттәрен дә онотоп, эскелек хаҡында оҙон-оҙаҡ яп-яҫы әңгәмә сурыттыҡ. Ваҡыт та һиҙелмәне, кис етеүен дә аңғармағанбыҙ. Ҡалайтып ҡына баш тартһам да, инәй көсләп, өҫтәл артына ултыртты. Күптән һыуынған ашын йылытты. Тәмле тауыҡ ите менән һалманы маҡтай-маҡтай ашап ултырам. Инәй ҡапыл ниҙер иҫенә төшөрөп, түрбашҡа, мейес артына инеп китте.
- Алйот! Үәт дүрәк тимә инде шул кешене! Онотҡанмын! Ҡунаҡ һыйлай берәү! - Ул шалт иттереп өҫтәлгә бер ярты араҡы ултыртты. Мин асҡан ауыҙымды яба алмай ҡаттым. - Араҡыһыҙ ҡунаҡ буламы ни ул? Әйҙә, аш алдынан берәрҙе! - Ул боронғо ҡырлы рюмкаға тултырып араҡы һалды. Мин ни ҙә булһа өндәшкәнсе, инәй ялт итеп бер генә йотоп та ҡуйҙы. Бөтөргәнсе...
Минең аптырап, иҫем китеп ултырыуыма ла иғтибар итмәй, көсләшеүен дауам итте:
- Бер рюмканы ни, врачтар ҙа эсергә ҡуша! Ана теге артист, кем әле исеме, хәтереңде... эсеүен ташлап ҡына, әрәм булып үлеп ҡуйҙы бит!.. Рулдәмен тип ҡурҡма. Был яҡта гаишниктар йөрөмәй ул! Кем һине тотһон! Туҡратһа ла, бисә-сәсәне еҫкәтеп, өрҙөрөп тормайҙар инде!
Мин ауыҙыма ҡапҡан ашты йота алмай бер булдым. Тәме лә, таты ла ҡалмағайны инде. Шым ғына тороп, мейес артындағы ҡулйыуғысҡа барып, ауыҙымдағын сығарып, сүп биҙрәһенә төшөрҙөм дә, ауыҙ-ҡулымды сайып, сығырға йүнәлдем. Өйгә нимәлер етмәгәнен ингән саҡта уҡ тойғайным бит! Ҡот етмәгән икән уға, ҡот!
- Инәй, эскелектең башын ситтән эҙләмәгеҙ! Ул бит үҙегеҙҙә! - тинем сығып барышлай. Инәйем аптыранып тороп ҡалды. Аңланымы минең ни әйтеүемде - юҡмы... Йөҙгә сибәр, йәмәғәт эшенә әүҙем, эшкә маһир был инәй тураһында шулай ҙа мәҡәлә яҙа алманым. Ҡулым да, күңелем дә тартманы...
Сафия ХӘСӘНОВА.
Йылайыр районы.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА