Йәшәйештә бер ҡандан яралмаған, әммә йәндәре, күңелдәре береккәндәр, уй-хыялдары тап килгәндәр була. Яҡын күргән, үҙ иткән, иң терәгән ике ағайым булды. Рауил Бикбаев һәм Зиннур Йәрмөхәмәтов. Икеһе лә милләтебеҙ ғорурлығы, дәүер шәхестәре, ҙур кешеләр. Уҙамандар, ил ағаһы икәнлектәре минең өсөн оло ҡыуаныс ине, мәгәр уларҙы иң әүәл күңел тартҡан кеше, яҡын ағайҙар булараҡ ҡабул иттем. Һис ҡасан бөйөклөктәренән бейеклек, юғары, танылған абруйҙарынан үҙемә файҙа, ҡулай мәлдә арттарына йәшенерлек ышыҡ эҙләмәнем.
Бер көн бик һуң ғына шағирә Лариса Абдуллина шылтыратты. Декабрь айында үтәсәк съезд тураһында һүҙ сыҡҡас, ул һорай ҡуйҙы:
- Рауил ағайға ҡаршы ойошторолған съезды хәтерләйһегеҙме?
- Хәтерләмәгән ҡайҙа!
- Ул саҡта мин йәш кенә шағирә инем. Бәхәсле, ҡырҡыу мәлдә һеҙ ирҙәргә хас ҡылыҡ күрһәткәйнегеҙ...
- Әлләсе, - тип ҡуйыу менән генә сикләндем, - күп йылдар элек булып үткән ығы-зығы бит ул, бөтәһе лә хәтерҙә ҡалмаған.
Ирҙәрсә ҡылыҡ еңел бирелмәй, сәстәрҙе ағарта һуңынан, маңлайға һырҙар өҫтәй, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡартайта ла.
Эйе, съезд бик болалы башланды: кемеһелер шыш та быш килеп, идара рәйесенә ҡаршы һөйләшеүҙәр алып бара, бәғзе берәү ишек төбөндә ағайҙың шәхесенә ҡара яҡҡан китапсығын таратып маташа. Йыйын башланғас, Рауил Бикбай трибуна артына баҫты. Йөҙөндә тамсы ла тулҡынланыу әҫәре күренмәй, үҙен ышаныслы һәм ҡыйыу тота. Уның иҫ китмәле юғары ораторлыҡ һәләтен белә инем. Был юлы ла идараның эшенә, дөйөм яҙыусылар ижадына, тулайым әҙәбиәт донъяһына шул тиклем дә ентекле ҡылыҡһырлама яһаны, ошо сығышы менән ул үҙенең аҡыллы, бөтмөр етәксе, оҫта ойоштороусы, киң даирәле әҙәбиәтсе икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы, раҫланы, өнәп еткермәүселәрҙе, үҙ ҡаҙандарында ҡайнаусыларҙы оло майҙанға сығып еңде. Бындай тәрән эстәлекле, киң йүнәлешле, төптән уйланылған сығышты Рауил ағайҙан һуң башҡаса ишеткәнем булманы, бәлки, киләсәктә ишетмәм дә, сөнки заманалар үҙгәрә, көнитмештәге әҙәмсә мөнәсәбәттәр ваҡлана, ваҡлана һәм таплана. Мостай ағайҙың "Быуат" шиғыры бар бит әле:
Күрәм - бушҡа әйләнә Ер шары,
Бер урында ҡояш тапана,
Сәғәт тә юҡ, йыл да, ваҡыт та юҡ.
Ваҡытһыҙлыҡ итә тантана,
Ваҡытһыҙлыҡ ҡоло иманһыҙлыҡ,
Ҡара дегет сәпәй ҡапҡаға...
Тап шул шиғырҙағы ише йәшәйбеҙ бөгөн...
Йылы урын, юғары эш хаҡын ҡалдырып, барыһын күтәреп һуғып, Сибай ҡалаһына күсеп килгәс, "Ирәндек" лицейында эшләй башланым. Бер көн кемдәндер эш урынымдың телефон номерын һорап табып алған Рауил Бикбай шылтырата:
- Гөлназ Ҡотоева Өфөгә күсә, Хәйҙәр, һиңә ҡабул итеп алып, иртәгә үк яҙыусылар ойошмаһында эш башларға кәрәк! Яҙыусылар берлеге идараһында һөйләшеү булып алды. Бөтәһенең дә уйы тап килеп, һиндә туҡталдыҡ!
- Эшләп йөрөйөм бит әле, уҡыу йылы башланғас, дәрестәремде ташлап китәйемме тағы?
- Бик һәйбәт, ике урында ла эшләрһең!
Шулай итеп, ике урында, дөрөҫөрәге, өс урында эшләй башланым: иртә таңдан лицейға йүгерәм, төштән һуң яҙыусылар ойошмаһына, кис етһә, педучилищела әҙәби түңәрәк үткәрәм, шунан ярты төн ауғансы дәрес пландары төҙөйөм...
Ул осорҙа яҙыусылар ойошмаһы гөрләп эшләп торҙо, ойоштороу эштәре, үткәрелгән саралар йәһәтенән Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһынан ғына ҡалыша инек шикелле. Яҙыусылар ойошмалары бик йылы шарттарҙа ихлас аралашып йәшәнек, йыйылышып алып, Яңауылға, Учалыға, унан ҡалһа Стәрлетамаҡҡа сығып китәбеҙ, үҙем дә саҡырып алам. Өҫтәүенә, ай һайын тиерлек Өфөнән яҙыусылар, шағирҙар төркөм-төркөм булып килеп төшәләр, уҡыу йорттарында, мәҙәниәт усаҡтарында әҙәби осрашыуҙар үткәрәләр. Уларҙы ла бит тейешенсә ҡабул итеп, һыйлап, йоҡлатып, оҙатып ҡалырға кәрәк. Өлгөрҙөм һәммәһенә. Яҙыусылар ойошмаһында эшләгән осорҙа Сибай, Хәйбулла, Йылайыр уҡыусыларының ижадын бергә туплаған алты китап сығарҙыҡ. Ана шул йыйынтыҡтарҙы оло бүләктәй күреп ҡабул итә ине Рауил Бикбай, ҡабул итә лә билдәле яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың китаптары ҡуйылған шкафҡа йәнәш итеп урынлаштыра.
Рауил ағай үҙе лә Сибайға килергә ашҡынып торҙо. Килгән һайын институтҡа барырға яратты, уҡыу йортоноң алдына ҡуйылған әҙиптәрҙең аҡ һындары алдында бик оҙаҡ баҫып торор ине. "Бына бит, тәртип, тәрбиә тупһанан башлана, бындай уҡыу йорттары Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә юҡтыр әле!" тип, бик йыш ҡабатлай ине ул. Килгән һайын "Башҡортостан бында башлана" шиғырын уҡымайынса ҡалмай. Ошо шиғырын уҡып, ул Башҡортостандың ҡайҙан башланғанлығына нескә ишара яһай ине шикелле...
...Ике ағайым - Рауил Бикбаев, Зиннур Йәрмөхәмәтов игеҙ, ҡуш рухташ булдылар, бер-береһен үтә яҡын күрҙеләр. Осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй торғайны. Ары әйтерем Зиннур Йәрмөхәмәтов хаҡында.
Сибай ҡалаһына күсеп килгәс, эштән ҡайтышлай аҙыҡ-түлек магазинына һуғылдым. Апаруҡ ҡына оҙон сират. Минән ике-өс кеше алда Зиннур Ғөбәйҙулла улы баҫҡан. Абайлап ҡалғас, эргәмә килде, күреште. Прилавка артында буяҡтарҙан ғына хасил йәш мосолман ҡыҙы һатыу итә. Сираты еткәс, ағай башҡортсалап һаулыҡ һорашты ла теләген әйтте:
- Ҡыҙым, миңә эремсек кәрәк ине!
Һатыусы ҡыҙарынып-бүртенеп юғалып ҡалды:
- Извините пожалуйста, Зиннур Губайдуллович, к сожалению такого продукта у нас нет!
- Һау булығыҙ, улайһа, эремсек эҙләп икенсе һатыу нөктәһенә инергә тура килер!
Ҡыҙый күҙҙәрен шаҡмаҡландырып, минән һорай һалды:
- Что за продукт - эремсек!
- Үҙ телеңде белергә кәрәк, һылыуым, эремсек урыҫса творог була!
Ҡыҙ сығырға йүнәлгән Зиннур ағайҙың артынан йүгерҙе:
- Вернитесь, пожалуйста, Зиннур Губайдуллович, у нас эремсек есть, иң тәмле эремсек только у нас!
Кире ҡайырылманы ағай, тура баҫып сығып китте. Ошо һөйләшеүе, ошо ҡылығы менән туған телен белмәгән маңҡортҡа һабаҡ бирҙе, ғүмерлек һабаҡ.
Иртәгеһен дәрес барышында мәктәп секретары класс ишеген шаҡыны:
- Сегодня Вас к себе вызывает директор института Ярмухаметов!
Бына һиңә - мә, ошоға саҡлы бер тапҡыр осрашҡаныбыҙ ҙа, һөйләшкәнебеҙ ҙә юҡ ине ләһә. Бары уның Сибайҙа бик билдәле кеше булыуын ғына белә инем. Комбинатта, райком хоҡуҡтары менән ҡулланған партойошмала партком секретары булып эшләгән, шунан оҙаҡ йылдар ҡала менән етәкселек иткән мәлендә уны республиканың Премьер-министры вазифаһына саҡырһалар ҙа ул баш тартҡан, әле Урал аръяғындағы берҙән-бер институттың директоры. Нимәгә кәрәктем икән уға?
Билдәләнгән ваҡытта киттем. Алдан иҫкәрткәндер, ҡабул итеү бүлмә-һенән тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Директорҙың кабинеты ҙур. Үтә лә ҙур. Ҡиммәтле йыһаздар зауыҡ менән урынлаштырылған. Хужаның ултырған урыны түрҙә, ҡалҡыу ерҙә. Ағай минең инеүемде күргәс, тәхетенән төштө лә йылмайып килеп күреште:
- Бында килгәнеңде ишеткәйнем, нишләп улайтып ҡасып-боҫоп йөрөйһөң, саҡ эҙләп таптым!
Ҡапма-ҡаршы ултырҙыҡ.
- Бөтәһе лә һәйбәт, Зиннур Ғөбәйҙуллович, тотош ғаиләм менән "Ирәндек" лицейына урынлаштыҡ, ҡатыным да шунда, малайым беренсе класҡа уҡырға төштө. Әлегә кеше тупһаһында йәшәп ятабыҙ әле.
- Иң мөһиме, эш тапҡанһығыҙ бит, баш осоңа ҡыйыҡты һуңғараҡ йүнләрһең, үҙе ҡыҙ, үҙе быуаҙ булмай, бөтәһе лә яйлап яйға һалына!
Көлөп ебәрҙек, баштағы көсөргәнешлек ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Ағай күрше бүлмәлә әҙерләнгән сәй табынына саҡырҙы. Ошо ерҙә шуны өҫтәп әйтер инем, ағай менән бик күп тапҡырҙар табындаш булырға тура килде, сәйҙәр эстек, ҡымыҙҙан ауыҙ иттек, тик ул миңә бер тапҡыр ҙа иҫерткес эсемлектәр тәҡдим итмәне, үҙе лә ул нәмәгә битараф ине. Спорт менән шөғөлләнгән, волейбол, өҫтәл теннисы уйнаған, саңғыла шыуған, даими бассейнда йөҙгән, үҙен һәр саҡ тейешле кимәлдә тотоп, физик яҡтан сыныҡҡан кеше ине ул.
Ошо осрашыуҙан һуң ағай мине йыш ҡына үҙе эргәһенә саҡыра башланы:
- Инеп сыҡ әле, һөйләшеп-кәңәшләшеп алаһы бар!
Әңгәмә мәлендә һис ҡасан туранан бәреп һорамай, ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғаны һөйләй ҙә ошо күренешкә минең шәхси ҡарашымды белешә. Шунан үҙенең фекерен әйткәс, хушлашырға ҡулын һона:
- Бына, һөйләштек-кәңәшләштек тә!
Бер көн яныма институттың уҡытыусыһы килеп инде. Нишләптер, өнәп, ҡабул итеп еткермәй инем уны. Теге кабинетыма инде лә ҡыуанған кешеләй хәбәрен һалды:
- Институтта мәшхәр, тикшереү бара, кассаларҙы мисәтләгәндәр, иҫәп-хисапты япҡандар, кемдең эшелер...
- Эшелер, тимәгеҙ, этлеге, тип тә өҫтәгеҙ. Ғәфү итегеҙ, бөгөн беҙҙең гәзит көнө, аҫтыртын эштәрегеҙҙә уңыштар теләмәйем, шулай ҙа һау йөрөгөҙ, ҡулығыҙҙан килмәгән хәлдә лә тирә-яғығыҙға сәләмәт рух таратырға тырышығыҙ, шулай һәйбәтерәк булыр, үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла... - Әҙәпле генә итеп саҡырылмаған ҡунаҡты ҡыуып сығарҙым.
Төштән һуң ағайҙың өйөнә ҡарай китеп барғанда бер төркөм кешеләр тороуын күрҙем, араларында мин ҡабул итмәгән теге кеше лә бар. Уның талағы ташып торған мәле булғандыр, күрәһең, шәйләп алыу менән минең тарафҡа һөңгөләй итеп һуҡ бармағын сәнсте:
- Ана, Йәрмөхәмәтовтың эйәрсәне китеп бара!
Ошо хаҡта ағайға әйттем, ул былай тине:
- Әгәр һинең артыңдан төкөрөп ҡалғандар икән, тимәк, һин дөрөҫ йүнәлештә бараһың!
Уларҙың ишек алдындағы беседкала бер килке һүҙһеҙ суҡайыштыҡ. Ниһайәт ағай күҙҙәремә тура ҡараны:
- Ошо килеп тыуған хәл хаҡында ни әйтерһең?
- Эт өрөп торор!
- Минең ғәйепһеҙ икәнемә ышанаһыңмы?
- Әгәр ышанмаһам, әлеге мәлдә һеҙгә килмәгән булыр инем!
Эйе, һуңғы сиктә ул үҙенең ғәйепһеҙлеген суд аша иҫбат итте, әммә ошо ваҡиғанан һуң ағай бирешкәндәй итте, эсенә йомолдо, аҙ һүҙлегә әүерелде, хатта ошоғаса яҡын күргән ҡайһы берәүҙәргә ышанысын да юғалтты шикелле. Бер мәл иләҫләнеп Сибайынан китергә йыйына башланы. Тағы һөйләшеп ултырабыҙ.
- Йә, ҡустым, һинең күҙаллауың нисек?
- Күрәҙәсе түгелмен шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Николай Васильевич Гоголдең "Үле йәндәр" әҫәрендә ҡалаға килеп ингән рессорлы көймәне күреп ҡалып, бер ир эргәһендәгеһенә һорауын бирә: "Вишь ты, - сказал один другому, - вон какое колесо! Что ты думаешь, доедет то колесо, если б случилось, в Москву, или не доедет?" "Доедет",- отвечал другой. "А в Казань-то, я думаю, не доедет?" "В Казань не доедет", - отвечал другой. Этим разговор и закончился.
- Мин дә шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлайым ул, тәгәрмәс һис һүҙһеҙ етер Мәскәүгә, ә бына кире Ҡаҙанға саҡлы сыҙамаҫ, моғайын, Өфө хаҡында әйтеп тә тормайым, - Зиннур Ғөбәйҙуллович күңелһеҙ йылмайҙы.
- Әллә тим, тәртәгеҙҙе Өфөгә ҡайырып, ҡамытығыҙҙы шунда һалаһығыҙмы?
- Юҡ, донъя күргем килә...
- Донъя гиҙеү әлегә килеп сыҡмаҫ бит әле, бынау тажлы киҙеү халыҡты йонсотто бигерәк, һаман да булһа өйҙәребеҙҙә бикләнеп ятабыҙ, күп кенә илдәр ҙә инер ҡапҡаларын япты. Тағы һеҙ тотош булмышығыҙ менән башҡорт уҙаманы, телһеҙ, мәҙәниәтһеҙ, әҙәбиәтһеҙ, ғөмүмән, халыҡтан айырылып, тегендә ни ҡылырһығыҙ? Булат Рафиҡовтың башҡорт ҡымыҙы хаҡында бик тәрән фекерле бер поэмаһы бар. Англия короле башҡорт ҡымыҙынан ауыҙ иткәс, уны үҙ илендә етештереү уйы менән янып китә лә бер өйөр бейәләр һатып ала. Ә тегендә ҡымыҙҙың бөтөнләй тәме юҡ икән. Уралдан үлән дә һатып алып, йылҡыларға ашатып маташа - һөҙөмтә бер үк. Баҡтиһәң, тик башҡорт далаһында ғына етештереп була икән ул ҡымыҙҙы! Ә Мәскәүҙә, билдәле, ҡымыҙ юҡ!
- Һәр ваҡыттағыса, аҡыллыға ишара, тигәндәй, кинәйәләп һөйләйһең. Улайһа, һеҙ беҙҙең китеүгә ҡаршы?
- Үҙегеҙ хәл итегеҙ, ағай, ә мин уйымдағын ғына еткерҙем.
- Беҙ ҙә һөйләшеп, шундай ҡарарға килдек, балаларға яҡын булғыбыҙ килә.
Барыбер Зиннур ағай күңелендәген аҙағынаса асманы, эсенә йәшерҙе... Тегендә барғас, көн һайын шылтырата башланы. Бер шылтыратыуында һауа торошон һораша. Икенсе шылтыратыуында үҙенең яңылыҡтарын еткерә: "Бөгөн балыҡҡа барҙым... Эргәлә генә күл. Унда ҡырағай өйрәктәр йөҙә. Көн һайын шуларҙы ашатам. Килеремде көтөп торалар..." Көн һайын, хатта көнөнә ике тапҡыр башҡорт бейеүҙәре, йырҙары яҙылған видеоролик һала. Һағына ине тыуған яҡты Зиннур ағай, юҡһына ине Башҡортостанын, телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен. Урал аръяғының яңылыҡтарын белеп торһон, тип аҙна һайын "Атайсал" гәзитен ебәрәм. Ә ул шунда уҡ уҡый ҙа фекерен белдерә һала. Йә көтмәгәндә тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә шылтырата ла берәйһенең хәлен һораша: "Шул кеше урамда күренәме ул? Беҙ уның менән волейбол уйнай торғайныҡ. Күҙеңә салына-нитә ҡалһа, сәләмемде еткер!.." Тел менән әйтелмәгән, әммә йәнде, булмышты кимергән һары һағыш тигәндәре шулдыр, моғайын...
Тағы ла Зиннур ағайҙың бик тә һәйбәт бер ғәҙәте булды. Йыл һайын иртә таң менән шылтырата ла, тыуған көнөм менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә. Һис ҡасан ҡотламай ҡалмай, һис ҡасан онотмай. Ә бит үҙенең дә хәл ителмәгән мәсьәләләре булғандыр, бәлки, уны кәйеф төшөнкөлөгө лә урап үтмәгәндер, тормош бит, бер алдын күрһәтә, бер артын... Бер мине генә уңыштар менән ҡотламаны, башҡаларға ла матур теләктәрен, изге уйҙарын еткерергә ашыҡты. Шул рәүешле кешеләрҙе ҡайғыртып, кешеләрҙе хәстәрләп йәшәне. Ошо түгелме ни әҙәп, тәртип, рух, миһырбанлыҡ өлгөһө!
Һәм тағы. Ул алған миҙалдарын шауҙырлатып тағып, күкрәк киреп алға ынтылманы, дан-шөһрәт тә эҙләмәне. Бер ингәнемдә ниндәйҙер ҡағыҙҙы асыу менән йыртҡыслап, сүп һауытына ырғытты ла миңә былай тине:
- Бына, заман китте, Хәйҙәр, ә, әҙәм балаһы оятын юғалтты! Миңә Ушинский миҙалын тәҡдим итеп хат ебәргәндәр! Тегеләр ҡуйған хаҡты бөгөн үк түләп ҡуйһам, тиҙҙән миҙалы ла килеп төшә. Хәтәр бит, ә! Шул һатып алған ҡалайҙы мин түшемә тағып йөрөргә тейешме, мәсхәрә!
Ағайға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалын тапшырған мәлдә ысын күңелдән ҡыуандым, был баһаға һис шикһеҙ лайыҡ ине ағай, сөнки ул башҡорт халҡы өсөн күпме изге эштәр эшләне, хисаплап бөтөрлөк түгел! Әйткәндәй, миңә лә шундай уҡ миҙал тапшырҙылар. Уны ваҡыт-ваҡыт ҡулыма алам да, миҙалды кире ҡумтаһына һалып ҡуям. Ә бит күп осраҡта уны еңел-елпе эш күрһәткәндәр тағып йөрөй. Ул ғынамы, башҡа билдәләрҙең дә бәҫе ныҡ төшөп китте. Күп осраҡта улар таныш-тоношлоҡ билдәһе. Ситләшеберәк булһа ла шуны ла өҫтәйем, бына нисә йыл инде яҙыусылар-шағирҙарға Салауат Юлаев премияһы тапшырылғаны юҡ, ә бит милләт батыры иң әүәл шағир-импровизатор булған. Ошо юғары баһаға тиң яҙыусылар-шағирҙар юҡ тип уйлайһығыҙмы? Бының сәбәбе үтә ябай икән дәбаһа: премияны баһалап биреүсе комиссияла бер генә әҙәбиәтсе лә юҡ икән, шулай булғас, әҫәрҙәрҙе тәрәндән анализлай белеүсе кеше лә юҡ, кеше булмағас, эште баһалаусы ла юҡ, тимәк...
Хәҙер интернет заманы, бөтә хәбәр шунда. Уҡыйһың да хайран ҡалаһың ҡайһы саҡ, унда дөрөҫлөктән бигерәк уйҙырма етерлек. Башҡалар шуны уҡый һәм "лайыҡ" ҡуя. Ҡуй инде, кемдер вафат булған, бәғзе бер туң баш ошо кеше ҡайғыһына, фажиғәһенә "лайыҡ" мөһөрөн баҫа. Бер көн Башҡортостанда бик билдәле кеше былай тип яҙа: "Зиннур Йәрмөхәмәтовты белмәйем, күргән кешем дә түгел, аралашҡаным да булманы, бергә эшләмәнем дә, әммә яҙам..." Ары бысраҡлыҡ киткән... Белмәгән-күрмәгән кеше хаҡында яҙыу мөмкин эшме, иҫең китерлек! Тегенең битенә шәхсән уйҙарымды еткереп яуап яҙып ебәрҙем. Һуңынан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров былай ти: "Хәйҙәр ағай, ундайҙарға шәхси яуап яҙып ҡына сикләнергә ярамай, мәлендә тотош йәмәғәтселеккә ишеттереп, ҡулдарына һуғырға кәрәк!.."
...Зиннур ағайҙың һуңғы видеошылтыратыуынан һуң бер көн үткәс, иртәгәһенә кис ҡайғылы хәбәр алдым. Нисек инде, һин дә мин тетә баҫып йөрөгән кеше кисә бар, бөгөн юҡ, бының булыуы мөмкин түгел! Институт директоры Илдар Сәлихйән улына шылтыраттым. Ул ағайҙың көтмәгәндә вафат булып ҡалыу хәбәрен дөрөҫләне...
Рәхмәт яуғырҙары, институт етәкселеге ҡала хакимиәте менән һөйләшеп, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән кәңәшләшкәндән һуң, сентябрь аҙағында уның ҡәҙер һәм хәтер кисәһен үткәрергә булдылар. Бик юғары кимәлдә ойошторолған ине сара. Бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар, туғандары килде. Институт бинаһы алдына уға арналған таҡтаташ ҡуйылды, аҙаҡтан фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Шунда уҡ конкурсҡа йомғаҡ та яһап ҡуйҙыҡ. "Ашаған белмәй, тураған белә!" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, башынан аҙағына тиклем хәтер кисәһен матур итеп ойоштороусылар, үткәреүселәрҙең тырышлығы хаҡында әйтеп тә тормайым, шул кисәнең бәләкәй генә бер өлөшөн атҡарыуы ла еңелдән түгел, һәр нәмәһен теүәлләргә, урын-еренә еткерергә кәрәк. Шөкөр, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың рухы алдында күпмелер бурысты үтәп, ҡыуанып таралыштыҡ...
Шулай итеп...
Рауил Бикбаев, Зиннур Йәрмөхәмәтов - милләтебеҙҙең аҡ ҡаялары, рухтарына һис ҡасан бысраҡ-әшәкелек йоҡмай, улар ваҡлыҡтарҙан юғары. Буй үрелеп етмәҫ юғары ла, шул уҡ ваҡытта халҡын милләтен өҙлөкһөҙ ҡайғыртыусы ябай шәхестәр ҙә ине улар. Шул рәүешле беҙҙең хәтерҙә мәңге ҡалырҙар, һаҡланырҙар! Яҙмама "Ағайҙарым" тип атама бирҙем дә уйға ҡалдым. Улар бер минең генә ағайҙарым булдымы икән? Юҡтыр. Улар күптәр өсөн өлгө ине, эшһөйәрлек, ғәҙеллек, туған халҡына бирелгәнлек, милләтенә тоғролоҡ өлгөһө!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА