Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Б.э. тиклем V быуаттан һуң Көньяҡ Уралдың дах-массагет ҡәбиләләрендә ике йөҙлө оҙон ҡылыстар киң таралыу таба. Был күренеш Евразия далалары күскенселәренең ҡоралланыуында һәм һуғыш тактикаһында етди үҙгәрештәр булыуы менән бәйле. Айырым алғанда, ҡыҫҡа акинак-ҡылыс менән йәйәүле стройҙа ғына, йә иһә дошманға бик яҡын тороп ҡына һуғышыу мөмкин була. 1 - 1,2 м оҙонлоғондағы ҡылыстар менән атта һыбай ултырған килеш алышып була. Уларҙың киң таралыуы һуғышта һыбайлы яугирҙар ҡатнашыуына дәлил булып тора. Был ғәскәрҙең хәрәкәтсәнлеген арттыра һәм алыҫ араларҙа уңышлы хәрби ғәмәлдәр алып барыу мөмкинлеген бирә.
Көньяҡ Урал далаларында оҙон ҡылыстар ҡулланыуҙың киң таралыуы ҡурғандарҙа күп кенә яңы формалы әйберҙәрҙең массовый рәүештә хасил булыуы менән тап килә. Мәҫәлән, әгәр б.э. тиклем VII - V быуаттар ҡурғандарында, ҡағиҙә булараҡ, ҙур булмаған яҫы төплө тупаҫ эшләнгән көршәктәр табылһа, оҙон ҡылыстар менән бер үк ваҡытта түңәрәк төплө, тура оҙон муйынлы көршәктәр хасил була. Ошо яңылыҡтарҙың масштаблы булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың ниндәйҙер ҡәүемдәрҙең яңы төркөмөнөң Көньяҡ Ҡаҙағстан йә иһә Урта Азиянан Көньяҡ Урал далаларына күсеп килеүе менән бәйле булыуы хаҡында фараз итеп була. Күрәһең, ошондай предметтарҙы етештереү күнекмәләрен көнкүрешкә һәм һуғыш ҡоралдарын әҙерләүгә тап улар индерә алған.
Көньяҡ Урал һәм Ҡаҙағстандың дах-массагет ҡәбиләләре мәҙәниәтендә урындағы шарттар менән бәйле билдәле бер үҙенсәлектәр бар. Улар иҫәбенә, мәҫәлән, киң аяҡлы, түңәрәк йә иһә дүрт мөйөшлө формалы, һарыҡ бәрәне йә иһә ат башына оҡшатып эшләнгән ҙур таш табаҡтар инә. Был табаҡтар үҙҙәренең бик ентекләп эшкәртелеүе менән айырылып тора. Улар, күрәһең, ритуаль характерҙағы әйбер булып, мотлаҡ билдәле бер маҡсатта файҙаланылған. Ошо табаҡтарҙың төбөндә ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡыҙыл буяу (охра), аҡбур, хатта көл ҡалдыҡтары табыла. Был уларҙа ҡояш илаһы хөрмәтенә изге ут тоҡандырылыуы йә иһә утты, ҡояшты символлаштырған буяу һөртөлөүе хаҡында фекер тыуҙыра. Ошо йәһәттән табаҡтарҙың бер үк ваҡытта ут алтары итеп ҡулланылыуы мөмкин.
Иртә тимер быуатында кеше, йәнлек һәм ҡоштар фигураларын сағылдырған, ҡатмарлы орнаменталь мотивлы декоратив-ҡулланма сәнғәте предметтары Евразия халыҡтары мәҙәниәтенең характерлы элементтарының береһе булып иҫәпләнә. Малсылар тормошо күренештәре боронғо рәссамдарҙың яратҡан мотивтарынан була: тарбаҡ мөгөҙлө боландар, һуғышыусы дөйәләр, ҡырағай ҡоштар һәм ҡырағай йәнлектәр, шул иҫәптән, үлән менән туҡланыусы хайуандарҙы, иң элгәре боландарҙы аулаусылар. Ошондай фигуралар һәм күренештәр һөйәктә, тимерҙә, алтында, күндә һынлана, улар һаҙаҡтарҙа, хәнйәр, ҡылыс йөҙҙәрендә, беләҙектәрҙә һүрәтләнә, йәғни ғәмәлдә барса тирә-йүндәге әйберҙәрҙә сағылыш таба. Ошондай предметтарҙың - "йәнлек" стилендәге сәнғәт әйберҙәренең - таралыу территорияһы бик киң: Үҙәк Азиянан Көнбайыш Европаға тиклем. Көньяҡ Урал территорияһы ла ситтә ҡалмаған: Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия далалары менән бергә ул ошо сәнғәт барлыҡҡа килгән үҙенсәлекеле усаҡтарҙың береһе була. Евразияның малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе халыҡтарында "йәнлек" стилендәге предметтарҙың модала булыуына күп факторҙар сәбәп булып тора.
Иртә тимер быуатында хеҙмәт етештереүсәнлегенең артабанғы үҫеше нигеҙендә байлыҡ туплана, ул айырым ырыу-ҡәбилә төркөмдәренең һәм ғаиләләренең (аҡһөйәк-аристократтарҙың) ҡулына эләгә. Был конфликттар тыуҙыра, ошо ерлектә ҡәбиләләр, халыҡтар һәм дәүләттәр араһында һуғыштар көсәйә.
Унан башҡа, Евразияның малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләренең йәшәү рәүеше яҡынайыуы менән, тормоштоң барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше характерын, халыҡтарҙың килеп сығышын һәм кеше тәртибенең әхлаҡи нормаларын сағылдырыусы, барыһы өсөн уртаҡ булған донъяға ҡараш формалаша. Ошондай ҡараштарҙың үҫеше үҙ халыҡтарының бәхетле тормошо хаҡына төрлө ауырлыҡтарҙы үтеп сығыусы батырҙар тормошо хаҡында героик эпостар тыуҙыра. Бындай үҙгәрештәр, көндәлек ғәмәли тормоштоң көс һәм көрәш, яуызлыҡ менән тулы булыуы айҡанлы, ошондай сифаттарҙы данлаусы сәнғәттә сағылыш таба.
Ун икенсе һүрәт. Көньяҡ Урал күскенселәре ҡурғандарының иртә тимер быуаты материалдары: 1-3 - уҡ башаҡтары; 4, 8 - балсыҡ көршәктәр; 5,6 - акинак-ҡылыстар; 7 - һөйәк ҡалаҡ; 9, 12 - бронза көҙгөләр; 10, 11 - ҡылыстар; 13 - фаларҙар.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА