«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛДАРЫБЫҘҘЫҢ ЭСКЕ ИМАНЫ...
+  - 


үҙеңде генә түгел, милләтте оятҡа ҡалдырырға юл ҡуймай!

Кемдер был тормошта тулҡын өҫтөндә генә йөрөгән кеүек: һәр ваҡыт күҙ уңында, уны барыһы ла белә, ул ихтирам һәм иғтибар үҙәгендә. Шулай уҡ йәнәшәбеҙҙә беҙ нормаль һанаған кешеләр менән сағыштырғанда "хулиганыраҡ" характерлылары ла бар. Уларҙы, кеше ни әйтер, кеше ни уйлар, тигән һорау борсомай, улар уйлай ҙа, шунда уҡ уйлағанын тормошҡа ашырып та ҡуя. Ҡайһы берҙә уның был ҡылыҡтары баш етмәҫтәй кеүек тә күренә. Әммә батыр яуҙа һынала, тигәндәй, иң ауыр ваҡыттарҙа улар һиңә иңен ҡуя. Уларға ышанырға, уларға таянырға мөмкин. Редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы Роберт Дауыт улы ӘБҠӘҘИРОВ та шундайҙарҙан. Махсус хәрби операция башланғас, ул тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән хәрби хәрәкәттәр урынына юллана. Уның менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.

Махсус хәрби операция башланыу менән шунда уҡ үҙ теләгегеҙ менән яу яланына киткәнһегеҙ. Был етди аҙымға барырға нимә этәргес булды?

- Ирмен тигән ирҙең иң мөҡәддәс бурысы - илде һаҡлау. Беҙҙең менән Силәбе өлкәһенән 59 йәшлек мулла булды, иң беренсе 300-сө лә (яраланыусы) ул булды. Унан, ни өсөн махсус операцияға килдең, тип һорағайным, матур һүҙҙәр һөйләп, уратып-суратып торманы, үҙенең Силәбе башҡорттары һөйләшендә: "Илде һаҡтарға кәрәк", - тип кенә яуапланы. Шунан да дөрөҫөрәк итеп әйтеп булмайҙыр. Был ир-егет өсөн бик мөһим аҙым.

Башҡорттарҙа яугирлыҡ ҡандан килә. Бер таныш этнограф әйтеүенсә, бәжәнәктәр империяға - хандарҙы, башҡорттар - яугирҙарҙы биргән, шуға ла улар иррегуляр армияла булған, ил сиген һаҡлауға йәлеп ителгән. Халҡыбыҙҙың күпселегенең мобилизацияны ла тыныс ҡына ҡаршылауы нимәгә бәйле: ергә ереккәнлек, тыуған тупраҡты һаҡлау кәрәк тигән тойғомо?

- Илгә хәүеф янағанда ирмен тигән ир үҙенең кесе Ватанын ғына һаҡларға кәрәк тип уйламай. Әлбиттә, тыуған ер төшөнсәһе лә ҙур роль уйнай. Икенсе яҡтан, минең олатайым мәрхүм Бөйөк Ватан һуғышынан өс тапҡыр яраланып ҡайтҡан. Һуғышты Дрезденда тамамлаған, 1-се төркөм инвалиды. Уның бер туған энеһе капитан булған, Ҡыҙыл Йондоҙ, ике тапҡыр Александр Невский ордендары менән наградланған. Ул Украинаның Винница өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Шуның кеүек, һәр ҡайһыбыҙҙың ғаиләһендә заманында фашизмға ҡаршы һуғышҡан кеше булған. Шуға, әле баш күтәргән фашист ҡалдыҡтарын да һепереп түгергә кәрәк. Бөгөн дошман - ул бандерасылар ғына түгел, һуғышсылар ялланып, аҡса эшләргә тип хатта Австралиянан килгән. Әлбиттә, Тыуған ил тигәндә, граждан булараҡ, үҙең, эске кисерештәрең формалашҡан ошо ерҙең улы икәнлегеңде аңлайһың һәм шул булмышың шундай аҙымға этәрә лә инде. Башҡортостан менән күптән туғанлыҡ ептәре бәйләгән (унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары күпләп башын һалған) Луганск Халыҡ Республикаһы ла хәҙер Рәсәй составына инде, бөгөн дә шайморатовсылар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Һәм беҙ уларҙы фашизмдан яҡларға, фашизмдың Рәсәйгә үтеп инеүенә кәртә ҡуйырға тейешбеҙ.

Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе, мобилизацияланыусы һәм доброволецтың айырмаһы нимәлә?

- Контрактсы - армиянан һуң артабан да яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләк белдереп, килешеү төҙөгән, йәғни профессиональ хәрби. Улар махсус хәрби операция башланғандан күпкә алдан армия менән килешеү төҙөп, төрлө ғәскәрҙәрҙә эшләп йөрөгән. Күптәр хатта ғинуарҙа ла контракт төҙөүе ихтимал. Улар, тормош тыныс, хәрби хеҙмәткәр булып иҫәпләнермен, аҡса алып ятырмын, төрлө льготалар булыр, тип уйлағандыр, бәлки. Әммә махсус операция башланды ла китте. Ул һис һүҙһеҙ ошо килешеүе нигеҙендә унда барырға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта, "мин һуғышырға ялланмағанмын", тип контракттарын өҙөүселәр ҙә булманы түгел, булды.
Мобилизацияланғандарҙы ил үҙе саҡырып, бурыс йөкмәтә. Доброволец - ул үҙ ирке менән саҡырған ергә бара, йәғни аҡса өсөн түгел. Айырма ошонда ғына, ә хоҡуҡи йәһәттән ҡарағанда махсус хәрби операцияға ингәндә һәр кем контракт төҙөй. Ысынында, махсус хәрби операцияға мобилизация менән генә түгел, ә үҙ ирке менән барыусылар аҙ түгел, улар күп балалы атайҙар, ололар. Был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Улар контрактсы ла, мобилизацияланыусы ла түгел, ә доброволец! Ул унан кире ҡайтмаҫын аңлап та ошо аҙымға барған кеше. Үҙенең ғүмерен түгел, ә "йәшәргә хоҡуғы" булыусыларҙың ғүмерен һаҡларға барған. Эйе, һәр кешенең ғүмерен ҡорбан итергә йәки уны һаҡлап ҡалырға хоҡуғы бар. Әммә хоҡуҡ тип, бер кем дә бармаһа, нимә буласаҡ? Ир кеше - ул илде һаҡлаусы, яугир икәнен онотмайыҡ.

Яу яланында ниндәй сифаттар кәрәк?

- Егеттәргә ниндәй кәңәш бирергә була инде: бергә булырға, ир-егет булырға, бер-береһен ҡарарға, бер-береһенә ярҙам итергә. Үҙеңдән башҡаны ла уйларға һәм буш ятмаҫҡа кәрәк. Нимә менән булһа ла шөғөлләнергә: яңы ҡоралды, тирә-яҡты өйрәнергә. Кемдер килеп өйрәтер тип көтөргә түгел. Офицерҙарҙан яңы ҡоралды өйрәтеүен талап итергә, өйрәтмәйҙәр икән, хәрби тәжрибәһе булған кешенән һорашырға. Шул саҡта ваҡыт та тиҙ үтә, үҙеңә ышаныс та арта. Һуғышта ла тыныс тормоштағы кеүек иң мөһиме - хәйләләшмәҫкә, тура ҡарап, тура һөйләп, тураһын эшләргә кәрәк. Хатта кеше тураһында нимә уйлағаныңды ла тураһын әйт. Шунда һәр кем, һәр нәмә үҙ урынына ултыра.
Тағы мин нимәгә иғтибар иттем: ян-яҡтан атыш-шартлау тауыштары булһа ла һиҙгерлек уяна, быға беҙҙең ата-олатайҙарҙың, ғөмүмән, башҡорттарҙың оҫта һунарсы булыуы ла йоғонто яһайҙыр, ҡан хәтере уяналыр - пулялар, миналар һыҙғырыуынан кемдәр атыуын айырырға өйрәнәһең. Ҡаршы яҡтың ялланған һуғышсыларының ҡоралының калибры ҙурыраҡ, шуға һыҙғырған тауыш сығара. Шундай тауыш килгән яҡҡа көслөрәк баҫым яһаһаң, улар шунда уҡ позицияһын ҡалдыра...

Тыныс тормошта дуҫлыҡ тигән төшөнсә "бергә ҡунаҡ булдым", "бергә һунарға сыҡтым", "бергә балыҡ ҡармаҡланым", хатта "бергә селфи эшләнем" тигән кимәлдә баһалана. Хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә дуҫлыҡ төшөнсәһенә ниндәй мәғәнә һалына?

- Унда бөтөн нәмә дуҫлыҡҡа ҡоролған. Мәҫәлән, бына һинең подразделениеңда һәр кем кемдең нимәгә һәләтле, ниндәйҙер хәл-ваҡиғала өмөт бармы, ышанырға буламы, юҡмы икәнен белә. Унда иң мөһиме - ышаныс. Әгәр эргәңдәге кешегә ышанһаң, тауҙар аҡтарырға мөмкин. Эргәңдә икенсе кешенең иңен тойоу ныҡ ярҙам итә. Яу яланында ауыҙ асып, тирә-яҡҡа ҡаранып йөрөргә ваҡыт юҡ, ҡарашың алға төбәлгән, эргә-тирәлә нимә булғанын, кем барғанын күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтеп, тойоп бараһың. Эргәңдәге егеттәр ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫына ышанаһың һәм үҙең дә уларҙы ауыр хәлдә ҡалдырмаҫҡа тырышаһың.
Яу яланындағы дуҫлыҡ көслөрәк, нығыраҡ, ышаныслыраҡ. Бер-берең өсөн яуаплыһың. Унда яҡшы кешенең тағы ла яҡшыраҡ яҡтары, насар кешенең тағы ла насарыраҡ сифаттары асыла. Ысын дуҫтар тоғро ҡала, һатлыҡтар ҡасыу яғын ҡарай. Битлектәр сиселә.

Бөгөн ғаиләлә бала күберәк әсәй ҡарамағында. Ә бит элек тә, ир-егет ил һағында булғанда, улдарын әсәйҙәр тәрбиәләгән - ысын батырҙар итеп тәрбиәләгән. Хәҙерге заманда нисек итеп батырҙар үҫтерергә?

- Был мәсьәлә буйынса мин 25-30 йыл элек тә әйтә торғайным: вайнахтарҙың, Кавказ халҡының ир-егеттәре, нигеҙҙә, "шабашкаға" йөрөнө, ә ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙар тәрбиәләне. Ә беҙҙең ҡатындар ҡулында малайҙар бисә холоҡло булып үҫә. Барыһы ла түгел, әммә күпселектә мәмәйҙәр. Тимәк, ҡатын-ҡыҙ үҙенең тәрбиә алымдарын үҙгәртергә тейеш. Әсәләрҙең: "Минең улым ҡыҙҙар кеүек", тип әйтеүе ысын ир-егет өсөн - ғәрлек.
Беҙҙең заманда егеттәр армияға бармаһа, ҡыҙҙар боролоп та ҡарамай торғайны. Ә Ельцин заманында армиянан ҡасып ҡалыу ғорурлыҡ, "текәлек" билдәһе тип һаналды. Ҡайһы бер башҡорттар ҙа, бигерәк тә йәштәр, шулай уйланы. Хәҙер беҙгә ошо ҡарашты юҡҡа сығарырға, егеттәрҙе икенсе төрлө тәрбиәләргә кәрәк.

Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, йәмғиәттә Ален Даллес доктринаһы тураһында һүҙҙәр йөрөнө, матбуғатта яҙылды - бик иғтибар бирмәнеләр. Һуңынан Сорос белем биреү системаһы индерелде, Европа менталитеты яйлап инә башланы. БДИ ингәс тә ҡаршылар булды - ул ваҡытта уны хуплап, әллә ни күреп ҡаршы алдылар. Бөгөн күптәр ошондай яңылыҡтар индереүҙең, ысынлап та, дөрөҫ булмауы тураһында һөйләй. Беҙ шул заманда уҡ ошо яңылыҡтарға кәртә ҡуйырға әҙер түгел инекме, әллә Рәсәйҙә махсус рәүештә шундай сәйәсәт алып барылдымы?

- Әлбиттә, былар барыһы ла маҡсатлы алып барылған эш. Быны беҙ Украина миҫалында ла күрәбеҙ. Көнбайыш идеологияһы украиндарҙың аңын тулыһынса үҙгәртеүгә өлгәшкән. Унда нормаль граждандар бик аҙ. Икенсе яҡтан, Украина Көнбайышҡа Рәсәйгә инеү, уны буйһондороу өсөн плацдарм булып торҙо. Украина халҡының аңын үҙгәрткәндән һуң, беҙгә күсерҙәр ине, шуны күҙ уңында тоттолар ҙа инде.
Рәсәйҙең элек-электән, Александр Өсөнсө әйтеүенсә, берҙән-бер дуҫы - армия һәм флот ҡына. Беҙ бойондороҡһоҙ көслө ил булып ҡына һаҡлай алабыҙ үҙебеҙҙе. Шуға күрә һәр ваҡыт үҙебеҙҙе яҡларға әҙер булырға тейешбеҙ.

Бер ваҡыт мәктәптәрҙә хәрби әҙерлек дәрестәрен бөтөрҙөк тә, хәҙер был аҙымдың дөрөҫ булмағанын күрәбеҙ - ҡабат НВП дәрестәрен индереү тураһында уйлай башланыҡ...

- Күптән кәрәк ине, сөнки беҙҙең заманда хәрби-спорт уйындарына ҙур иғтибар бирелде, өлкән синыф егеттәре хәрби йыйындарҙа булып, бөтөнләй үҙгәреп, нығынып, үҙҙәрендә ышаныс тойоп ҡайта ине. Ә һуңынан балаларға хәрби әҙерлек нигеҙҙәре бирелмәне, ул ғына ла түгел, ҡапыл килеп тыуған хәл-торошта үҙеңде нисек тоторға берәү ҙә өйрәтмәне. Уларҙы интернет һәм телефон тәрбиәләне. Былар бит барыһы ла маҡсатҡа ярашлы бөтөрөлдө. Хәҙер совет осорондағы НВП дәреслеген нигеҙ итеп алып, уны заманға ярашлы үҙгәртергә һәм уҡыта башларға кәрәк. Шул уҡ квадрокоптерҙар менән нисек эш итеүҙе мәктәптә үк өйрәтеү зарур. Әле өлкән синыф егеттәрен Әлкәгә алып килеп, хәрби йыйындар үткәрә башлауҙары ла яҡшы. Ошондай лагерҙар бик кәрәк.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа башҡорт-казак бүлеген тергеҙә башланыҡ һәм мәктәп уҡыусылары менән осрашырға, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Бында шуны ла әйтеп китергә кәрәк: хәҙер бик күп "һул" казактар барлыҡҡа килде һәм улар үҙҙәрен төп казактар итеп күрһәтергә теләй. Уларҙың республикаға бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ, тарихҡа ярашлы, Башҡортостанда Башҡорт-мишәр казак бүлеге вәкилдәре төп казактар булырға тейеш.

Хәрби хәрәкәттә булып, икенсе тормошто күрҙегеҙ. Бында ҡайтҡас, ниндәйҙер адаптация кәрәк булдымы, ғөмүмән, һуғыш тормошҡа ҡарашығыҙҙы, ҡиммәттәрегеҙҙе үҙгәрттеме?

- Тәүге уйым - тыныс тормошта нисек рәхәт, тигән уй булды. Шулай ҙа ҡапыл ғына бында һуғыш юҡ икәнен бер килке аңлай алмайһың. Бер машина үтеп барғанда нимәлер "шарт" итеп ҡалғайны, мин шунда уҡ көсөргәнешле халәткә индем, инстинкт кимәлендә һуғышырға әҙерләндем, шунан ғына Башҡортостанда икәнем башыма барып етте. Ә һуғыш синдромы бөтөнләй булманы, юҡһа, ҡайһы берәүҙәр йоҡлай алмай интегәбеҙ, ти. Аллаһы Тәғәләгә ышанған кешеләргә еңелерәктер, моғайын. Яу ҡырында ла беренсе аҙымды яһап, ҡурҡыуыңды еңһәң, артабан еңелерәк. Һәр осҡан пуля, снаряд тап һиңә төбәлмәгән бит. Иманың, Аллаһы Тәғәләгә ышанысың булһа, ҡурҡыу бөтә.
Икенсенән, тормош ваҡлыҡтары хәҙер бик күҙгә күренмәй, уларға иҫем китеп бармай. Үҙемде элеккегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡмын тип уйлайым. Был бик етди, мөһим аҙым булды минең өсөн.

Бөгөн йәмғиәт икегә бүленде, төрлө фекерҙәр йөрөй, шул уҡ ваҡытта егеттәрҙе үлемгә ебәрмәйек, алып ҡалайыҡ, тигән саҡырыуҙар ҙа ишетелә. Кеше тыуғанда уҡ Аллаһы Тәғәлә уға насип ғүмер бирә. Маңлайына яҙылһа, эсер һыуы, һуңғы һулышы ҡайҙа - шунда үлә йәки һәләк була. Маңлайына яҙылғас, улар бында ҡалһа ла үлемгә сәбәп табылыр ине...

- Яу ҡырында һәләк булғандар - батыр, тарихҡа ла улар шулай инәсәк. Ысынлап та, маңлайыңа нимә яҙылған - ҡасып булмай. Ваҡытың етһә, артыҡ бер тамсы һыу ҙа эсә алмайһың, бер тамсы ризыҡ та ҡаба алмайһың, тиҙәр бит. Һәр нәмәнең ваҡыты була. Беҙҙең батальонда шундай бер ваҡиға булды: миномет ротаһы командиры, подполковник, үҙенә дөйөм траншеянан 30-40 метр йырағыраҡ айырым окоп ҡаҙып, бомбежка башланһа, гел шунда ырғый ине. Бер ут ҡойоно башланғас, үҙенең окобына һикерҙе, мина тап уның өҫтөнә килеп тә төштө. Шундай хәлдәр ҙә була...

Тылда шундай бәхәстәр бара, йәнәһе лә, Башҡортостандан ир-аттарҙы күберәк ебәрәләр, башҡа төбәктәрҙән алмайҙар. Әммә ут-һыу кисеп ҡайтҡан кеше булараҡ, хәл-торошто ысынбарлыҡта нығыраҡ беләһегеҙҙер...

- Мобилизацияланғандар араһында башҡорттар ғына күберәк тип әйтә алмайым, ләкин республиканан күптәр һәм улар иң алғы һыҙыҡта, һәр ерҙә Башҡортостан флагы күренеп тора. Уға тиклем дә ишеткәйнем, Тәтешле районына ялға ҡайтҡан Фәнис Хөсәйенов эргәһенә барып, уны ҡабаттан яу яланына оҙатҡанда ул да "Хәҙер башҡорттарҙан хатта чечендар көнләшә", тигәйне. Фәнис һөйләүенсә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул мәрхүм инде), уның подразделениеһында Татарстандан ике вәкил булған, улар Татарстандыҡын түгел, Башҡортостандың флагы төҫөндәге шеврон тағып йөрөгән. Был нимә тураһында һөйләй: һәр кем көслөләргә һыйына, көслөләргә ярамһаҡлана, сөнки яҡшы яугирҙар эргәһендә ҡурҡыныс түгел. Шуға егеттәребеҙ менән ғорурланайыҡ, уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләйек йәштәрҙе. Ата-бабаларҙың данына лайыҡ булайыҡ, үҙебеҙ ҙә әҙерәк дан ҡаҙанайыҡ. Ир яманы үлер мал өсөн, ир яҡшыһы үлер дан өсөн, тип юҡҡа әйтмәгән бит халыҡ. Благовещен ҡалаһынан позывнойын "Бешеный башкир" тип алған Олег Маленковты 2 сентябрҙә ерләнек. Ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған ул. Беҙгә ошо өлгөләрҙе күрһәтергә, күтәрергә, ғорурланырға кәрәк. Әгәр Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар башҡорт атамаһы менән ғорурлана, үҙҙәрен башҡорт итеп таный икән, был бик юғары баһа. Ғөмүмән, бөгөн башҡорт булыу - ғорурлыҡ. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлеге тағы нимәлә: эске тәртибе, иманы бар уның. Ул үҙеңде генә түгел, милләтте оятҡа ҡалдырырға юл ҡуймай. Күп халыҡтарҙы күрҙек - үҙҙәре мосолман, дин уларҙа көслөрәк, беҙҙән күберәк беләләр, әммә имандары юҡ.
Тағы шуны әйтер инем: бөгөн тап башҡорттарҙың күтәрелеш ваҡыты. Яу яланында беҙҙең егеттәр нисек Башҡортостандың, башҡорттарҙың дәрәжәһен күтәрә, беҙгә тылда ла халҡыбыҙҙың баһаһын күтәрергә кәрәк.

Шулай итеп...
Рәсәйҙә һуғыш үҙ тынын өрмәгән бер генә йорт та юҡтыр, моғайын. Тәүҙә олатайҙар-атайҙар, һуңынан сағыштырмаса тыныс булған осорҙа ағайҙар, ҡустылар... Чечнянан һуғыштан ҡайтҡан бер ҡустым ағалары алдында нимәгәлер ҡыҙып киткәс, апайым әйтә ҡуйған: "Бер түгел, ике ағай булып ҡарап тораһығыҙ, бөгәрләп кенә һалып тынысландырығыҙ ҙа ҡуйығыҙ..." "Юҡ, - тип яуаплаған улдары, - ул йәш буйынса беҙҙән кесе булһа ла, тәжрибәһе менән оло!" Хәрби хеҙмәт үткән ир-егеттәрҙең һуғышҡа һәм һуғышта ҡатнашыусыларға ирҙәрсә ҡарашы, ирҙәрсә мөнәсәбәте ошо бер һөйләмдә лә асыҡ сағыла һәм ул ҡатын-ҡыҙ фекеренән ныҡ айырыла. Ир-егеттәр йыһанды, диңгеҙ төбөн өйрәнеп, һуғыштарҙа ҡатнашып, башҡа бик күп глобаль проблемаларҙы хәл иткәндә, ерҙә тормош туҡтамаһын өсөн беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, өмөт менән Ер шарын үҙ иңебеҙҙә күтәреп, ир-егеттәребеҙгә тыныс тыл тәьмин итеп торорға һәм уларға ышанырға, ут эсендә йөрөгәндәрҙе тоғро көтөргә генә ҡала...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 920

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru