Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты рухи мираҫты тергеҙеү һәм халыҡҡа еткереү буйынса ҙур эштәр алып бара. "Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы" китабының 1-се томы - бына шуның асыҡ бер үрнәге. Унда мәғрифәтте үҫтереү йәһәтенән фиҙаҡәрлек ҡылған ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәренә баһа бирелә. Баҫманың яуаплы мөхәррире - тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөһрә Рәмил ҡыҙы Сабироваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Зөһрә Рәмил ҡыҙы, һеҙ "Башҡорт республикаһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы" проекты авторҙарының береһе. Был проект нисек барлыҡҡа килде? Үҙ алдығыҙға ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйҙығыҙ?
- Элек ғилми әҙәбиәтте уҡыған саҡта уларҙың авторҙарының Йомағолов, Иҙелғужин, Мирасов кеүек шәхестәрҙең хеҙмәттәренә һылтанмаларын күрһәм, һәр ваҡыт шуларҙың төп нөсхәһен уҡырға теләк тыуа ине. Тарих фәндәре кандидаты, уҡытыусы-ғалим, хәҙер инде мәрхүм Нил Урал улы Ишемғолов беҙ студент саҡта төп нөсхәләрҙең тик иҫке төркисә яҙылыуы, һаман уларҙың транслитерация кисереп, рус теленә тәржемә ителмәүе һәм бигерәк тә баҫылмауы хаҡында әсенеп һөйләй торғайны. Совет осоронда ғалимдар өсөн был хәл ителмәгән ҙур мәсьәлә булып ҡалды. Етмәһә, совет осоро идеологияһы ғәрәп менән латин графикаһында башҡарылған башҡорт зыялыларының, ғалимдарының хеҙмәттәре күптән иҫкереүе, ғилми яҡтан бөтөнләй ҡиммәттәре булмауы хаҡында фекер тыуҙырғайны. Бәлки, шуғалыр ҙа, республикала тарих фәнендә элекке ҡулъяҙма, баҫма хеҙмәттәргә иғтибар юҡ кимәлендә булды. Хәҙер беҙ, ниһайәт, фундаменталь тикшеренеүҙәр сығарыу эшенә тотондоҡ. Һәм һөҙөмтә булараҡ, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү осорона бағышланған "Башҡорт республикаһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы" тигән беренсе томыбыҙ сыҡты.
Ул осор шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеге, ысынлап та, аҙ өйрәнелгән. Ни өсөн һеҙ үҙегеҙҙең тикшеренеү өлкәһе итеп тап Кәрим Иҙелғужинды, Шәриф Манатовты һайланығыҙ?
- Быға Иҙелғужиндың эштәре этәргес булды, тип әйтә алам. Хеҙмәттәшем, ғәрәп графика белгесе Ғ.Х. Абдрафиҡова менән уның мәҡәләһен тәржемә итеп ҡараныҡ, "Башҡорт аймағы" журналында баҫылып сыҡҡан "Башҡорт автономияһын ойоштороу һәм совет яғына сығыу көндәре" тигән мәҡәлә ине ул. Һуңынан инде китабына күстек. Кәрим Иҙелғужиндың хеҙмәте "Башҡорт хәрәкәттәре. 1917-1918-1919 йй." тип атала. Беҙгә: "Кем ул Иҙелғужин? Ғүмере буйына уның бер генә китабы донъя күргән бит", - тип әйтеүселәр ҙә булды. Әммә беҙҙе был туҡтатманы, эҙләнеүҙәр осоронда уның 5 китабын һәм бик күп мәҡәләләрен таптыҡ. Башҡа күренекле шәхестәрҙең хеҙмәттәре менән дә шулай булды. Йәштәргә әйткем килә: кем эҙләй, шул таба! Мәҫәлән, Шәриф Манатовтың сит телдәрҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә күпләп мәҡәләләре донъя күреүе хаҡында кем белә лә, кем ишеткән? Уның Ленинградта Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетында сит телдәр уҡытҡаны ла әлегә тиклем бик үк билдәле түгел ине. Уның сит илдәге тормошо һәм эшмәкәрлеге асылмаған, тиерлек.
Бындай эшмәкәрҙәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уларҙың сит телдәрҙән тыш, башҡорт телендә сыҡҡан эштәрен латин графикаһында ла уҡыйбыҙ. Был ҡыҫҡа осорҙа беҙҙең республика һәм ҡайһы бер башҡа республикалар латин алфавитын файҙаланып, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫтырып сығарған. Әйтергә кәрәк, бындай ҡулъяҙмалар һәм баҫма материалдар хәҙерге көндә еңел уҡыла. Сөнки һәр беребеҙгә латин алфавиты таныш. Һуңынан, тотош быуын латин графикаһында уҡып өлгөрҙө бит. Улар латиницаны үҙ-ара хатлашыуҙа ҡуллана. Беҙ быны фронттан хаттарҙа, билдәле шәхестәрҙең үҙ-ара яҙылған хаттарында, ғаилә архивтарында күрәбеҙ. Бындай яҙма ҡомартҡылар ҡатламын да урап үтеү мөмкин булмауы ла асыҡланды. Был да бит - беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм үҙенсәлегебеҙ.
Текст өҫтөндә нисек эшләйһегеҙ?
- Ике телде белгән ҡайһы берәүҙәргә бындай текстарҙы тәржемә итеү бик анһат күренеүе лә ихтимал. Бары тик археограф белгестәре генә тексты тәржемә итеү өсөн диалектизмдарҙы, архаизмдарҙы, шул ваҡыттағы сәйәси, социаль, иҡтисади терминологияны белеү һәм уларға заманса тап килгән һүҙҙәрҙе һайлай белеү кәрәклеген яҡшы аңлай. Мәҫәлән, Кәрим Иҙелғужин һәм Сағит Мирасов бер нисә абзацҡа һыйырлыҡ бик ҙур һөйләмдәр менән яҙғандар, улар бөгөнгө грамматикаға, лексикаға тура килеп бөтмәй. Һөйләм төҙөлөшөнөң бик ҡатмарлы һәм ҡатлы-ҡатлы булыуы уны аңлауҙа ауырлыҡтар тыуҙыра, әммә ошо һәм башҡа ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып, авторҙың нимә әйтергә теләгәнен бөгөнгө уҡыусыға аңлайышлы итеп еткерергә кәрәк ине. Беҙ ошо бурысты атҡарҙыҡ, тип әйтә алам.
Тарихсылар хаҡында тарихты "яңынан яҙалар" тигәнде йыш ишетергә мөмкин. Әммә был төптән улай түгел. Беҙ уны ҡабаттан яҙмайбыҙ, ә тулыландырабыҙ. Эйе, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡыҙыҡлы факттар асыла, улар уҙған йылдарҙағы ваҡиғаларға бөтөнләй башҡаса ҡарарға мөмкинлек бирә, күп кенә әйберҙәргә мөнәсәбәт тә үҙгәрә, асыштар яһала. Һәм былар барыһы ла яҡшыға ғына. Мәҫәлән, илебеҙ тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған репрессия йылдары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тарихыбыҙҙағы был ҡанлы биттәр әле булһа асылып етмәгән. Оло быуын вәкилдәре шул фажиғәле көндәрҙе иҫләһә лә хәҙер ҙә асылып китеп һөйләргә әҙер түгел. Был мәсьәләләрҙе ғалимдарҙан башҡа кемдәргә күтәрергә һуң? Беҙҙең эшмәкәрлек урамдағы ике яҡлы хәрәкәтте хәтерләтә. Беҙ үҙебеҙҙең проект сиктәрендә кешеләргә шанлы тарихты, шәхестәребеҙ ҡалдырған рухи-ғилми мираҫты иҫкә төшөрөргә, тәрәнерәк аңларға ярҙам итәбеҙ, һәм улар рәхмәт йөҙөнән беҙгә ҡулъяҙмалар килтерә, ә был инде, үҙ сиратында, алып барған эшебеҙҙе яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырырға ярҙам итә.
Мәғрифәтселек үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалған шәхестәребеҙҙең хеҙмәттәре, һис шикһеҙ, милләттәштәре күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо ғына уята. Хәҙер һеҙҙе ниндәй исемдәр ҡыҙыҡһындыра?
- Әйтеүемсә, күренекле эшмәкәрҙәребеҙҙең ғәрәп һәм латиницала яҙылған хеҙмәттәре бик күп. Был теманы яҡтыртыуҙы дауам итәбеҙ. Былтыр беҙ Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан грант отҡайныҡ. Институтҡа ошо эштә яңы ҡатнашыусылар, белгестәр килде. Яңы проект "Ҡайтарылған исемдәр" тип атала. Унда Абдулғәзиз Дәүләтшин, Муллайән Халиҡов, Вәлирахман Ғәбитов, Камал Айҙаров, Хәлим Әмиров һәм башҡа эшмәкәрҙәрҙең хеҙмәттәрен күрһәтергә теләйбеҙ.
Әлегә бөтә серҙәрҙе лә асыу кәрәкмәҫ. Әммә гәзит уҡыусыларҙы ла хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ. Үҙегеҙ нимә баҫтырырға теләйһегеҙ, нимә менән уртаҡлаша алаһығыҙ, туғандарығыҙҙың латин һәм ғәрәп графикаһында ниндәй хеҙмәттәре, хаттары, мәҡәләләре һаҡлана, зинһар, шылтыратығыҙ, килегеҙ, һөйләгеҙ. Эште бергә дауам итербеҙ. Һәм беҙҙең хеҙмәттәрҙе уҡығыҙ, танышып барығыҙ!
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА