Таныш булығыҙ: Ишембайҙың аҫыл егете, заман башҡорто Ғиниәтуллин Илнур Марат улы - Ишембай йәмиғ (собор) мәсете имам-хатибы, уңышлы эшҡыуар, "Юрматы" мебель салоны етәксеһе, "Рыбаков ПлейСкул" (RYBAKOV PLAYSCHOOL) автономиялы коммерциялы булмаған өҫтәмә белем биреү үҙәге ойоштороусыһы һәм ... һәр эше менән бәйле әллә күпме идеялар, әллә күпме проекттар инициаторы. Геройымдың ваҡыты үтә лә тығыҙ: аҙнаһының һәр көнө, көнөнөң һәр сәғәт-минутына тиклем планлаштырылған, шуға ла уны оҙаҡ ҡына ваҡыт интервьюға күндерә алмай йөрөнөм. Сәбәп-маҡсаттарын аңлатып, ризалығын алғас та иркенләп аралашырға яйы сыҡманы. Бер осрашҡанда миңә ярты ғына сәғәт ваҡытын бүлә алды, икенсе осрашыуыбыҙҙа ла һөйләшеп-аралашырға мөмкинлек наҡыҫ булды. Яйын таптым шулай ҙа: йә клиенттары, йә "Рамаҙан тирмәһе"нә саҡырылған ҡунаҡтары менән аралашҡан мәлдәрендә уны ситтән генә күҙәтеп йөрөп, һөйләгәндәрен күңелемә теркәй барҙым. Уның тураһында тәүге уйым ошолай булды: "Тәүлектәге 24 сәғәткә нисек һыя икән?" Әңгәмәне уның ҡайһы йүнәлештәге эшмәкәрлегенән башларға белмәйерәк биргән: "Һеҙ күберәк дин әһелеме, әллә эшҡыуармы?" - тигән һорауыма ул: "Әйҙәгеҙ, баштан башлайыҡ", - тип, башҡаса һорау биргәнемде лә көтмәй, үҙе үк һөйләп алып китте.
- Дин дә, эшҡыуарлыҡ та - атайым мәктәбе. Донъяны бәләкәйҙән атайыма эйәреп йөрөп, ул ҡаҙаҡ тотһа - ҡаҙаҡ, сүкеш тотһа - сүкеш тотоп, уның менән бергә намаҙ уҡып, мәсеткә йөрөп, вәғәздәр тыңлап, ололарҙың әйткәндәрен ишетеп, тыңлап үҫтем. Ғәҙәттә, нимә аңыбыҙға, йөрәгебеҙгә һеңә, шул донъяға ҡарашыбыҙҙы формалаштыра. Минең менән дә шулай булды. Атайым ҡабул иткән донъя мине лә шәхес булараҡ әүәләне, аңымды формалаштырҙы. Әммә атайым миңә бер нәмәне лә көсләп, тылҡып таҡманы. Уның йәшәү принциптары, ул инанған тәғлимәт, атай менән улдың һәүетемсә аралашыуы, көндәлек мәшәҡәттәр, эш, бая әйткәнемсә, яйлап ҡына минең дә йәшәү рәүешемә әйләнде. 1996 йылдарҙа, ул ваҡытта миңә ете йәш ине, атайым тыуған ауылы Аҙнайҙа мәсет төҙөй башланы. Тотош ғаиләбеҙ менән мәсет һалыуҙы изге, сауаплы эш итеп ҡабул иттек, һәр яҡлап ярҙам иттек. Ошо осорҙа малайлығыма барып эштән ҡасып, йә булмаһа, ниндәйҙер шуҡлыҡтар ҡылып йөрөгәнемде хәтерләмәйем. "Атай мәсет һала" тигән уй, "Атайға ярҙам итергә кәрәк" тигән теләк хәтерҙә. Уға ярҙам итә алыуым күңелгә ниндәйҙер бәхет тойғоһо булып һеңеп ҡалған. Ул тойғо миндә әле лә һаҡлана.
Үҫә тәшкәс, 6-сы класта, Тәлғәт исемле класташым менән ураҙа тота башланыҡ, аңлы рәүештә намаҙға баҫтыҡ. 2002-2003 йылдарҙа йәйге каникулдарҙа "Ләлә-Тюльпан" мәсетенә барып уҡып та йөрөнөм. Һәр хәлдә, гимназияны тамамлағанда алдымда "Кем булырға?", "Ниндәй һөнәр һайларға?" тигән һорау торманы ла хатта, унынсы класта уҡығанда уҡ дини йүнәлеш буйынса уҡырға тигән ҡәтғи ҡарар ҡабул иткәйнем. Мәктәпте тамамлағас, Ҡаһирә ҡалаһындағы "Әл-Әзһәр" Халыҡ-ара ислам университетын һайланым һәм август аҙағын да көтмәй, уҡыу башланғансы ғәрәп телен өйрәнә торайым, тип, июль башында уҡ Мысырға юл тоттом. Атайым шунда уҡ фатихаһын бирҙе, әсәйемде атайым менән икәүләп күндерҙек. Тик университетты тамамларға тура килмәне, Мысырҙа сыуалыштар башланғас, һуңғы курста ҡайтып китергә мәжбүр булдыҡ.
Ә эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, ул да атайҙың йәшәү рәүеше, тормош тәжрибәһе аша аңыма һеңгәндер. Ул тәүҙә ағас сығарыу, таҡта ярҙырыу менән шөғөлләнде, һуңынаныраҡ дивандар эшләп һата башланы. Ярҙамлашам тип, ҡаҙаҡ-сүкеш, шөрөп, дрель тотоп, уның артынан йөрөй торғайным. Атайым миңә ышанып, берәй яуаплы эш ҡушһа, уға ярҙамлашыу ҙа, ҡулымдың ниндәйҙер эш белеүенән шатланыуым да үҙемә ныҡ оҡшай ине. Алтынсы кластарҙа уҡығанда "Мин дә атайым һымаҡ эшҡыуар булырмын", тигән уй яралғайны инде миндә, шуға күрә, ҡасан да булһа эшҡыуарлыҡҡа тотоноромдо белеп йәшәнем. "Һеҙ күберәк дин әһелеме, әллә эшҡыуармы?" тигән һорауығыҙға әле һөйләгәндәремде йомғаҡлап: "Мин диндә йәшәйем, дин менән йәшәйем, ә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм, дин - йәшәү рәүешем, эшҡыуарлыҡ - үҙемде асыу, камиллаштырыу, хыялдарымды тормошҡа ашырыу өсөн сәбәп ҡылыу", - тип әйтә алам.
Йәш кенә көйө имам-хатип булып эш башлағанда яуаплылыҡтан ҡурҡманығыҙмы? Икенсе йыл рәттән ишембайҙарҙы Рамаҙан тирмәләрендә ифтарҙар үткәреп шатландыраһығыҙ. Мәсетебеҙ ҙә күҙгә күренеп үҙгәрә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында был өлкәлә лә әллә күпме эштәр башҡарып өлгөрҙөгөҙ. Башҡарған эштәрегеҙҙе барлап үтәйек, тағы ниндәй уй-хыялдарығыҙ бар?
- Күңелем менән тойоп, аңым менән аңлап ҡабул иткән эш, бая әйткәнемсә, йәшәү рәүешем - шуға яуаплылыҡтан ҡурҡыу тигән нәмә булманы. Яуаплылыҡты аңлауым, бәлки, шул эшкә тотонорға сәбәп булғандыр ҙа әле: Аллаһы Тәғәлә алдындағы яуаплылыҡ, был тәңгәлдә алған белемем, халҡым, балаларым, киләсәк алдындағы яуаплылыҡ - уларҙың һәр береһен тәрән аңлайым, шуға ла тәүәккәлләнем был эшкә. Бәләкәйҙән мәсеткә йөрөгәс, мәсет эшен нисегерәк итеп көйләп ебәреү мөмкинлектәре һөйләгән һүҙең, эшләгән эшең өсөн яуаплылыҡ менән бергә аҫҡы аң кимәлендә яралғандыр ҙа, бәлки. Мәле еткәс, ҡайһы саҡ эске тауышыңды тыңлай белеү ҙә ярҙамға килә. Атай-әсәйем, яҡындарым, дуҫтарым, класташтарым йөҙөндә ҙур ярҙамсыларым - командам бар. Һәр эште кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп башҡарабыҙ. Бер идея менән янған кешеләрҙең бергә тупланыуы үҙе үк ҙур көс.
Диндә ихлас булған кешеләр менән берлектә Илшат хәҙрәт Хафизов иҫән ваҡытта уҡ уның етәкселегендә байтаҡ эштәр башлап өлгөргәйнек. Әле башлыса шул эштәрҙе дауам итәбеҙ. Аллаға шөкөр, мәсеткә ремонт эшләп бөттөк. Элек мәсеттең беренсе ҡаты - идаралыҡ эштәре, икенсе ҡаты, шаршау менән генә икегә бүленеп, бер өлөшө - ирҙәр, икенсе өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарға намаҙ уҡыу өсөн тәғәйенләнгән булһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар - беренсе ҡатта, ирҙәр икенсе ҡатта намаҙ уҡый. Мәсет үҙ тәғәйенләнешенә ярашлы Аллаһ йорто булып ҡалды, идаралыҡ эштәрен буш торған үҫмерҙәр клубын ҡуртымға алып, шул бинаға күсерҙек. Мөхтәсибәт ағзаларының кәңәшмәләре, һәр дүшәмбе һайын имамдарҙың йыйылыштары ошо бинала үтә. Мөхтәсибәт башҡа ваҡыттарҙа ла буш тормай: Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәнеү, ғәрәп телен, хәҙистәр, бәйғәмбәрҙәр тарихын, Ислам дине ҡанундарын өйрәнеү буйынса даими курстар ойошторола. Быйылғы уҡыу йылынан балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе, "Хәлилә", "Сәлимә" ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары эшләй башланы. Улар өсөн төрлө осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрелеп тора. Яңыраҡ ҡына бер нисә район ҡатын-ҡыҙҙарының дини ойошмаларын саҡырып, хәҙистәр темаһына "Алтын тирмә" форматында уйын ойошторҙоҡ. Беренселекте иглиндар алды, ишембайҙар икенсе урынға сыҡты.
Рамаҙан тирмәләренә килгәндә, Ишембай өсөн ул яңылыҡ булһа ла, башҡа төбәктәрҙә ундай тәжрибә бар. Беҙ уны саҡ ҡына камиллаштырҙыҡ: ифтарҙарҙы билдәле бер тематика менән бәйләп үткәрә башланыҡ. Рамаҙан тирмәләре имамдар көнө менән башланып китте, артабан уҡытыусылар, шағир һәм яҙыусылар, табиптар, китапханасылар, йәштәр көндәре ойошторолдо. Афған, Чечен һуғыштары ветерандары, хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары айырым саҡырылды. Буйҙаҡтарҙы таныштырыу кисәһе лә үткәрҙек. Быйылғы Рамаҙан тирмәләренең тағы бер үҙенсәлеге шул булды: ифтарҙан һуң "Балалар" интернет проекты төшөргән "Рамаҙан" йәнһүрәтен ҡарауҙы ойошторҙоҡ.
Бик һәйбәт, бик изге эш эшләгәнһегеҙ! Йәнһүрәт төшөрөү идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килде?
- Башҡортса йәнһүрәт төшөрөргә теләү иң беренсе тел мәсьәләһе менән бәйле. Ғаиләбеҙҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ, мин үҫкәндә лә шулай булды, әле үҙемдең ғаиләмдә балаларға ҡуйған талап та шулай. Тик улар йотлоғоп ҡараған йәнһүрәттәр рус телендә, шул айҡанлы балаларҙың теле, фекерләүҙәре боҙола башланы. Башҡорт телендә йәнһүрәттәр булһа ине, тип һөйләшеп алғайныҡ ҡатыным менән. Бер көндө ул интернет селтәрендә башҡорт телендәге йәнһүрәттәр тураһында яҙма күреп ҡалған һәм Рамаҙан айы тураһында йәнһүрәт төшөрөргә кәрәк, тигән тәҡдим әйтте. Ул мәҡәләнең авторы минең класташым, "Балалар" интернет проекты етәксеһе Рүзилә Йәмилева булып сыҡты. Рүзилә менән килешеп-һөйләшкәндән һуң, ул ижади төркөм туплап эш башланы, мин йәнһүрәттең сығымдарын ҡаплауҙы Ишембай мөхтәсибәте өҫтөнә алдым. Тиҙ арала бағыусылар табып, иғәнә тупланыҡ, рамаҙан айы башланыуға йәнһүрәттең тәүге серияһы интернет селтәренә сыҡты ла инде. Йәнһүрәттең әлегә ике серияһы төшөрөлдө, икенсе серияһы "Ураҙа байрамы" тип атала. Артабан эш дауам итәсәк, бөтәһе 5-6 серия төшөрөү күҙ уңында тотола.
Үҙегеҙ ҙә 6-сы класта уҡығанда ураҙа тота башланым, тинегеҙ. Ул йылдарҙа мәктәп уҡыусылары араһында дингә ылығыусылар юҡ тип әйтерлек ине. Һеҙҙең был аҙымығыҙҙы класташтарығыҙ нисек ҡабул итте?
- Ураҙа тота башлауым класташтарым араһында көтөлмәгән яңылыҡ булманы, аңлап, хатта ниндәйҙер хөрмәт менән ҡабул иттеләр. Беҙҙең класс бик татыу ине, 6-сы класта уҡ аңлы, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итерлек коллектив булып формалашҡайныҡ инде, үҙебеҙҙең ҡарашыбыҙҙы бер-беребеҙгә лә, уҡытыусыларыбыҙға ла ҡурҡмай әйтә алырлыҡ, кәрәк булһа, бәхәсләшерлек, яҡларлыҡ кимәлдә инек. Биология уҡытыусыһы менән Дарвин тәғлимәте буйынса ул тәғлимәттең бары тик теория, фараз ғына икәнлеген үҙемсә иҫбат итеп бәхәсләшкәнем хәтеремдә.
Гәзит уҡыусыларҙы ниндәй гимназияла уҡыуығыҙ менән дә таныштырып үтәйек. Ниндәй уҡыусы булдығыҙ?
- Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында уҡыным һәм уны 2006 йылда тамамланым. Ул ваҡытта гимназия республика гимназияһы статусын йөрөтә ине әле. Уҡыу алдынғыһы булманым, әммә үҙемә кәрәк тип иҫәпләгән предметтарҙы уҡыу ғына түгел, ә бик теләп өйрәнә инем. Ниндәйҙер баһалар өсөн уҡыманым, баһалау системаһын бик үҙһенмәнем, әммә ҡаршы ла төшмәнем, ниндәй билдә ҡуялар, шуны тыныс ҡына ҡабул итә инем. Бәләкәйерәк кластарҙа мәктәптәге шау-шыу, ҙур коллектив ниндәйҙер дискомфорт тыуҙырҙы. Ял көндәрендә ауылға, өләсәй эргәһенә ҡайтҡас, үҙемде тыныс, иркен мөхиттә тойоп кинәнеүем иҫемдә.
Бер эштән дә ҡурҡмай, һәр нәмәне тәпейләп, үҙ ҡулығыҙ менән эшләп ҡарарға теләүҙең сере ауыл мәктәбе аша үтеүеңдә лә түгелме?
- Шулайҙыр. Шулайҙыр ғына ла түгел - тап шулай. Тәрбиә өсөн ауыл мәктәбе лә, өләсәй мәктәбе лә бик кәрәк. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да олатайҙарымды күреп өлгөрмәнем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Атайым яғынан өләсәйемде лә саҡ ҡына иҫләп ҡалам. Ә әсәйемдең әсәһе Мәрйәм өләсәйем, ысынлап та, һәйбәт мәктәп булды: ҡаланан "эйәреп" ҡайтҡан ниндәйҙер ғәҙәт-ҡылыҡтарымды шәйләп ҡалдымы, тиҙ генә тейешле төҙәтмәләр индереп, дөрөҫ юлға күндерә һала торғайны. Сүкеш-ҡаҙаҡтан ҡурҡмаҫҡа бабайҙарым да, әрләгән ерендә - әрләп, маҡтаған ерендә маҡтап өйрәтте. Бәләкәйҙән ауылға ҡайтып инеү менән өләсәйҙең өйөнөң тирә-яғына "ревизия яһап", ҡағып-һуғып, йүнәтеп инеү ғәҙәтемә ингәйне инде. Ошондай тәрбиәләре өсөн мин өләсәйемә лә, бабайҙарыма ла рәхмәтлемен. Әле үҙем дә улымды (ҡыҙым бәләкәйерәк әле) өләсәйҙәре эргәһендә йыш ҡалдырам. Ул һигеҙ йәшлек сағында уҡ уның көсө етерҙәй бөтә инструменттарҙы алып биргәйнем, шуларҙың барыһын да тотонорға өйрәнде. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ таҡталарҙан беҙ ҡайтыуға "яңы моделле" карауаттар, дивандар эшләп ултырта. Шөрөптәр еткереп булмай. Аллаға шөкөр, ҡулы эшкә өйрәнеп бара һәм был уға оҡшай.
Өләсәйем биргән һабаҡтарҙан бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Әхмәр ауылы ҡалаға яҡын ғына. Өләсәйем һөт, ҡаймаҡ, эремсек һатырға баҙарға йөрөй торғайны. Мин дә уның менән барып, ихласлап һатышып ҡайта инем. Бер барғаныбыҙҙа юлыбыҙ ныҡ уңды микән: "Был эш миңә оҡшап китте әле ул, мин ҙурайғас бизнесмен булам", - тип ҡанатланып ҡайттым. Ул саҡта миңә алты йәштәр самаһы ине.
Бына һүҙебеҙ эшҡыуарлыҡ мәктәбенә ла барып ялғанды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында "Юрматы" мебель салоны Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Дивандар етештереүҙән башлағайнығыҙ, хәҙер салонығыҙҙа мебелдең ниндәйе генә юҡ, ассортиментығыҙ ҙа, салонығыҙҙың майҙаны ла киңәйҙе. Мебель баҙарында көнәркәшлек тә көслө. Конкуренцияға һәләтле булыу кимәленә еткәнсе ниндәй ҡаршылыҡтар, ниндәй тулҡындар аша үтергә тура килде?
- Ҡаршылыҡтар булды, бар һәм буласаҡ, әлбиттә. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноп китеү үҙе үк тормошта килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңергә, йырып сығырға теләүҙән башланды. Мысырҙан ҡайтҡас, иң тәүҙә, әлбиттә, үҙем белгән эшкә тотондом: Тирмән-Йылға мәсетендә имам-хатип ярҙамсыһы булып эшләп алдым. Бер йылдан Мысырҙа эстәгән белемемде киңерәк даирәләргә алып сығырға теләп, радиола "Иман" тапшырыуы алып бара башланым. Өфө шарттары яңы ғына ғаилә ҡороп, аяғына ла баҫып өлгөрмәгән кешене ергә тиҙ төшөрҙө. Йәшәргә торлаҡ юҡ, эш хаҡы ғаиләне ҡаралыҡ түгел. Етмәһә, ҡатынымды эшләтмәҫкә тип үҙемә һүҙ ҙә биргәнмен. Ишембайға ҡайтып, атайымдың кризис арҡаһында туҡтап ҡалған бизнесын тергеҙергә булдым. Атайымдың пилорамаһы, йөк машиналары бар ине, шул базала бер йыл ағас эше менән булдыҡ, 2012 йылда яңынан дивандар эшләргә тотондоҡ. Күңел биреп, көндө төнгә ялғап эшләнек. Тәүҙә Ишембайға яҡын ауылдарҙы хеҙмәтләндерҙек. Тора-бара, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышып, ассортиментыбыҙҙы ла киңәйттек. Мебель һатып алырға теләүселәр менән тәүҙә дизайнерҙар эшләй, клиенттарҙың талаптары буйынса мебелдең үлсәмен, төҫөн иҫәпкә алып, заказдар ҡабул ителә. Юғары сифатлы тауарҙар менән эшләйбеҙ, хаҡтар ҙа артыҡ тешләшмәй. Беҙ етештергән мебелгә һорау бар, хәҙер инде күрше-тирәләге ҡалаларҙы ла хеҙмәтләндерәбеҙ. Өфө ҡалаһынан да заказдар бар. Үҙем таҡта йышыуҙан башлап, дивандарҙы көпләргә лә, тышлыҡтарын тегергә лә өйрәндем. Эш һорап килеүсегә тәүге дәресте лә, кәрәк икән, имтиханды ла тулыһынса үҙем үткәрә алам. Мебель етештереү фабрикалары менән ярыша алмайбыҙ, әммә урта бизнес кимәлендә аяғыбыҙҙа ныҡ баҫып торабыҙ, тип әйтә алам.
Дивандар етештерергә тотоноуығыҙ аңлашыла - атай мәктәбе, ә шәхси мәктәп асып ебәреүегеҙ нимә менән бәйле һәм ни өсөн "Рыбаков ПлейСкул"?
- Шәхси мәктәп Ишембай өсөн яңылыҡ түгел, әлбиттә, мәғариф тарихында бындай практика бар. Өҫтәмә белем биреүсе "Рыбаков ПлейСкул" балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәп - өҫтәмә белем биреү үҙәктәрен ойоштороу Рәсәйҙә 2015-2016 йылдарҙан алып Рәсәй миллиардеры Игорь Рыбаков башланғысында яйға һалына һәм йылдан-йыл популярлаша бара. Был мәктәптәрҙә тәрбиә биреү - совет психологы Лев Выготский, белем биреү Эльконин-Давыдовтың үҫтереүсе уҡытыу системаһы методикаһына нигеҙләнгән. Был методика баланы үҙенең киләсәген алдан күрергә, хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн маҡсаттар билдәләргә, тормошон планлаштырырға, килеп тыуған проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләргә, иркен фекер йөрөтөргә өйрәтә. Ошондай системаның мөмкинлектәре менән улым балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ танышҡайным. Үҙемдең балалар менән эшләү тәжрибәм дә бар.
Мысырҙан ҡайтҡас, ярайһы ауыр ғына хәлдә ҡалып, ҡайҙа барып-һуғылырға белмәй йөрөгән ваҡытта ике йыл үҙем уҡып киткән гимназия-интернатта - ғәрәп теле, Башҡорт дәүләт университетының "Ислам дине һәм теология нигеҙҙәре" факультетында теология фәнен уҡыттым. Белгән-күргәндәремде ғәрәп илдәрендәге уҡытыу алымдары менән дә сағыштыра алам. Шуға күрә эшҡыуарлыҡта нығынып алып, мөмкинлек килеп сығыу менән уҡытыу ситемаһына үҙемдең ҡараштарым менән тура килгән алымдарҙы һайлап алып, шәхси мәктәп асырға ҡарар иттем. Шәхси мәктәптә кадрҙарҙы (тәү сиратта уҡытыусыларға) үҙ талаптарыңды аңлатып, һайлап алыу мөмкинлеге бар. Команда тупланды, эшләйбеҙ. Һәр хәлдә, балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙең дә, башҡа мәктәптәрҙә уҡып, өҫтәмә белем биреү үҙәгенә йөрөгән уҡыусыларҙың да беҙҙән ҡайтҡылары килмәй. Мәктәптә тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар менән мөнәсәбәттә өй йылылығы, күңел йылылығы бар. Был - төп талап.
Мәктәпкә нисә бала йөрөй һәм өҫтәмә белем биреүҙең ниндәй йүнәлештәре буйынса эшләйһегеҙ?
- Әлеге көндә ике мәктәпкәсә йәштәге төркөм менән бергә һикһәндән артыҡ тәрбиәләнеүсебеҙ бар. Эш йүнәлештәребеҙ ҙә күп: буласаҡ беренсе кластарҙы - мәктәпкә, юғары класс уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү, бөтә уҡыу предметтары буйынса ла өҫтәмә дәрестәр, логопед, психолог, дефектолог менән индивидуаль дәрестәр һәм төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр: робототехника, инглиз теле, менталь арифметика, математика, уҡыу тиҙлеге, матур яҙыу (каллиграфия), рәсем, каратэ, көрәш. Икенсе уҡыу йылына башланғыс мәктәп (1-се һәм 2-се кластар) асыу планлаштырылған.
Эшегеҙҙе рекламалау нисек ойошторолған?
- Заманса, тип әйтһәм, хаталанмам, моғайын. Өс йүнәлеш буйынса ла "Бәйләнештә" һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә асыҡ төркөмдәребеҙ, ул төркөмдәрҙе алып барыу өсөн яуаплы кешеләр бар. Эшебеҙҙең сифаты - үҙе үк реклама.
Ҡайһы саҡта берәй идеяны аҙналар, айҙар буйы күңелдә йөрөтөп, осона сығып булмай. Ә һеҙ бөтәһен дә еңел генә хәл итәһегеҙ кеүек? Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? Уңышығыҙҙың сере нимәлә?
- Бәйғәмбәребеҙ үҙенең бер 9-10 йәшлек ир туғанына шундай һүҙҙәр әйтә: "Берәй нәмә кәрәк булһа, иң тәүҙә Аллаһы Тәғәләнән һора, бөтә кешелек һиңә файҙа килтерергә йыйылып та, әгәр уны Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһа, һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмаҫтар", - ти. Нимәнелер хәл иткәндә, кемдәндер ярҙам өмөт итеп, аңыңды, аҡылыңды сикләп ултырмаһаң, тәүәккәлләп, доғаларыңды ҡылып, эшкә тотонһаң, Аллаһы Тәғәлә ярҙам итә, һин сәбәп ҡылырлыҡ мөмкинлектәрҙе алдыңа үҙе килтереп сығара, тигән инаныу минең уйҙарымды һәр ваҡыт хәрәкәттә тотоусы көс. Йөҙ ынтылышыңдың туҡһан туғыҙы ғына тормошҡа ашырға ла мөмкин. Шулай икән, тимәк, нимәнелер үҙгәртергә, уйлау һәләтең менән дә, физик йәһәттән дә һығылмалыраҡ булырға кәрәк. Мәктәптә уҡыған йылдарымдан холҡомдағы бер нисә сифат үҙгәрешһеҙ ҡала килә шулай ҙа: ҡырылмаһа ҡырҡ эшең араһынан иң мөһимен һайлай белеү, көнөңдө, аҙнаңды, айыңды, бер нисә йылыңды алдан планлаштырыу. Пландарҙан ситкә тайпылған, тәүлектең 24 сәғәте эсенә һыймай бәргеләнеп-һуғылған саҡтарым да етерлек, шул саҡтарҙа ла алтын урталыҡты табып, сабырлыҡ һаҡларға күнегелгән. Эшемдең күп булыуы мине тағы бер нәмәгә өйрәтте: ниндәйҙер йөкләмәләрҙе ярҙамсыларға ышанып тапшыра белеү ҙә зарур, шунһыҙ мөмкин түгел.
Уңышлы булыу өсөн милләттәштәребеҙгә нимә етмәй?
- Башҡорттоң үтә ябай, үтә баҫалҡы булыуы сәбәпсе микән быға - башҡа милләттән булған таныштарым араһында "Башҡорт менән иҫәпләшмәҫкә мөмкин" тигән ҡараш йәшәй. Һинең менән иҫәпләшһендәр өсөн ҡысҡырыу, талашыу мотлаҡ түгел - иғтибарға лайыҡлы эшең менән үҙеңде күрһәтеп була. Үҙеңде ниндәй өлкәлә аса алаһың, шул мәсьәләне өйрән һәм тәүәккәллә. Тәүәккәллә һәм эшлә. Баҙап, юғалып ҡалмаҫ өсөн юридик яҡтан белемле булырға ла кәрәк. Оялсанлыҡ, кеше алдына сығып һүҙ һөйләй белмәү әле һаман милләттәштәремдең бәкәленә һуға.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Илнур Марат улы менән аралашыуҙан һуң күңелде йылылыҡ тойғоһо биләп алды. Ул һөйләгән һәр һүҙ иң дөрөҫ тәғлимәт итеп ҡабул ителде лә ҡуйҙы, донъяны уныңса ҡабул итке, уныңса аңлағы килде. Һаман да намаҙға баҫа алмай йөрөүем, урыҡ-һурыҡ ҡына тотолған ураҙаларым өсөн оят булып китте хатта. Үҙемде аҡлау өсөнмө, үҙем генә тойоп белгән эске инаныуҙанмы, уңайһыҙланып ҡына: "Намаҙ уҡыу менән ураҙа тотоу Аллаһҡа ҡайтыуҙың берҙән-бер юлымы?" - тип һораным. Уның яуабынан динебеҙҙе, беҙгә Күктән ебәрелгән тәғлимәтебеҙҙе, аңыбыҙҙы Йыһан менән бәйләгән Көстөң асылын белер-белмәҫ көйөбөҙгә фанилыҡтағы тормошобоҙҙо ни тиклем ҡатмарлаштырғаныбыҙҙы аңланым: "Аллаһҡа ҡайтыуҙың юлдары бик күп. Шуларҙың иң беренсеһе - фекерләү. Аллаһҡа яҡынайыу үҙеңдең асылың, был донъяға ниңә тыуыуың, яралмышың, тыуыу менән үлем, фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ тураһында уйланыуҙарҙан башлана. Ошондай уйланыуҙарҙан һуң ғына: "Был донъяла башҡара торған ниндәй ғәмәлдәрем бар әле минең? Мине яралтҡан Көс алдында ниндәй бурыстарым бар?" - тип намаҙға һәм ураҙаға үҙеңдән-үҙең килеүең мөһим. Намаҙ уҡыу менән ураҙа тотоуҙан башҡа инаныуҙарың булмаһа, Ерҙә ҡылған бер ғәмәлең дә дөрөҫ түгел..."
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА