Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Әҙәбиәттә юечжиҙарҙың ниндәй телгә ҡарағаны хаҡында аныҡ мәғлүмәт юҡ. Ҡайһы бер авторҙар уларҙы яҙма сығанаҡтарҙа Урта Азияның көньяҡ биләмәләрендә, Афғанстанда һәм Иранда йәшәүсе халыҡ итеп теркәлгән тохарҙар менән бер үк ҡәүем, тип иҫәпләүҙе өҫтөн күрә. Был уларға тохарҙарҙың (юечжиларҙың, тип уҡырға була) боронғо иран телендә аралашыуы хаҡындағы фекергә килеүенә сәбәп булып тора. Был халыҡтың теле хаҡында бер ни ҙә билдәле булмағас, ошо йүнәлештә ниндәйҙер фараздар сығарыу күрәҙәлек итеүгә тиң. Был мәсьәлә ни рәүешле хәл ителмәһен, юечжиҙарҙың һәм уларҙың вариҫтарының Көньяҡ Уралдың боронғо тарихындағы ролен аныҡлау кәрәк. Улар Көньяҡ Урал ономастикаһында һәм топонимикаһында сағыу эҙ ҡалдырырға тейеш.
Ҡытай авторҙары Кангюйҙы ҡалалар иле тип нарыҡлай. Б.э. I мең йыллығы уртаһында улар "илдә ҙур ҡалалар 30, бәләкәйҙәре 300", тип яҙа. Шул уҡ текста бер нисә юл аша "ҙур ҡалалары ҡырҡ, бәләкәй ҡалалары меңгә тиклем", тигән мәғлүмәт бирелә. Бында иҫкә алынған бәләкәй ҡалалар, һис һүҙһеҙ - йылға морондарындағы бер нисә ер валдары һәм оҙон соҡорҙар менән нығытылған ҡаласыҡтар (ҡәлғәләр). Боронғо төрки телендә һәм хәҙерге башҡорттарҙың телендә ошондай ҡәлғәләр, ҙур ҡалалар кеүек үк, "ҡала" һүҙе менән атала ("ҡала-тау", "хан-ҡала"), һәм ҡытай авторы был осраҡта "ҡала" һүҙенең тап боронғоса "ҡәлғә" мәғәнәһендә ҡулланылғанын аныҡ билдәләгән. Хәҙерге археологтарҙың байтағы боронғо һәм урта быуаттарҙағы торлаҡтарҙы классификациялағанда "ҡала" һүҙенең тәү мәғәнәһен "ҡаласыҡ", тип нарыҡларға тырыша, ә был күптән үткән замандарҙың ижтимағи-сәйәси тарихын реконструкциялағанда билдәле бер буталсыҡҡа килтерә.
Кангюй мәҙәниәте тиҫтәләгән ҡалалар, ҡаласыҡтар, ҡурғандар һәм ҡәберлектәрҙә сағылыш тапҡан, уларҙың күбеһе беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан башлап X - XII быуаттарға тиклем бер өҙлөкһөҙ йәшәп килгән. Уларҙы асыу һәм тәүге мәртәбә системалаштырыу йәһәтенән фән тикшеренеүсе Л.М. Левинаға бурыслы, ул XX быуаттың 50-се - 80-се йылдарында С.П. Толстов етәкселегендәге комплекслы Хорезм археология-этнография экспедицияһы составында Һырдаръя йылғаһының урта һәм түбәнге ағымы бассейнын тикшерҙе. Тупланған материалдар нигеҙендә ул, мәҫәлән, дөйөм танылыу тапҡан каунчин, джетыасар, отрар-ҡаратау кеүек эре археологик мәҙәниәттәрҙе асыҡланы. Өйрәнелгән иртә Кангюй ҡалалары иҫәбенә Арысь йылғаһындағы Кок-Мордан, Һырдаръя буйындағы Алтын-Асар, Жетыасар һәм башҡа ҡалаларҙы индереп була. Ҡалалар магистраль урамдарҙан хасил булған, торлаҡ йорттар яндырылмаған дүрт мөйөшлө кирбестән һалынған. Ҡалалар һәм башға торлаҡтар янында үлгән ҡала кешеләре ерләнгән некрополдәр урынлашҡан.
Карта № 6. Уҡтар менән археология мәғлүмәттәре буйынса III - IV быуаттарҙа күскенселәрҙең Көньяҡ Уралдың һәм уға йәнәш территорияларҙың ултыраҡ тормошта йәшәгән ҡәбиләләренә әүҙем этномәҙәни йоғонтоһо йүнәлештәре күрһәтелгән:
1 - именьков мәҙәниәте; 2 - мазунин мәҙәниәте; 3 - дала зонаһының күсмә ҡәбиләләре (гундар, усундәр, дайҙар, кангюйҙар);
4 - һуң саргат мәҙәниәте.
Табылдыҡтар составы буйынса төрлө булған III - VII быуаттарҙағы барса Кангюй ҡомартҡыларын шул дәүерҙәге Көньяҡ Урал ҡәбиләләре мәҙәниәтенең иң күләмле һәм яҡын көньяҡ аналогы итеп ҡарарға кәрәк, һәм беҙ уларға, сағыштырыу материалы булараҡ, тикшеренеүебеҙҙең предметы - халыҡтың формалашыуы сығанаҡтарын аңлау маҡсатында күп тапҡырҙар әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.
Һуңғы 20 йылда III - IV быуаттарға ҡараған, ҡаҙып асылған Көньяҡ Урал археологик ҡомартҡыларының һаны байтаҡҡа тулыланды. Традиция буйынса улар күскенселәр һәм ултыраҡ тормошта йәшәүселәр мәҙәниәттәре ҡомартҡыларына бүленә. Көньяҡ Уралда һәм урманлы дала Евразияһының йәнәш ятҡан территорияларында (Урта Волга буйы һәм Көнбайыш Себер) иртә урта быуаттар дәүере ҡаласыҡтарҙың күп тапҡырҙарға артыуы менән билдәләнә, уларҙың ҡайһы берҙәре һуңынан ҡалаларға әйләнә. Төбәк археологтары ошо төркөм ҡомартҡыларын тикшергәндә ғәмәлдә уларҙы һүрәтләү, йәшәү ваҡытын (даталарын) һәм хәүефле мәлдәрҙә ҡасып һаҡланыу урындары булғанлығын билдәләү менән сикләнде. Н.А. Мәжитов күп йылдар буйына алып барылған ялан эштәре һөҙөмтәһендә ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр туплай алды, улар был төбәктәге ҡомартҡылар төркөмөнөң килеп сығышындағы этномәҙәни һәм ижтимағи аспекттарҙы яҡтыртыуға булышлыҡ итә. Уларҙың тикшеренеүселәрҙә һәм уҡыусыларыбыҙҙа билдәле бер ҡыҙыҡһыныу уятыуы мөмкин. Бында Башҡортостан биләмәләрендәге 100-ҙән ашыу урта быуаттар эпохаһы ҡаласыҡтарының 19-ы боронғо "Ҡала-Тау", икеһе - "Хан-Ҡала", береһе - "Имән-Ҡала", тағы ла береһе - "Ҡалабар" атамаларын һаҡлаған. Халыҡ хәтерендә һаҡланған атамаларҙы археолог урындағы башҡорттарҙан һорап белешкән, улар ҡомартҡыларҙың ҡайҙа булыуын белгәндәр һәм был урындарҙы "ҡала" һүҙен ҡулланып атағандар. Шуныһы ҡыҙыҡ, башҡорттар, ҡағиҙә булараҡ, был урындың ниңә ошолай аталыуы хаҡында мәғлүмәтле булмай, әммә ҡаласыҡ урынлашҡан тауҙы йә иһә ошондай топоним менән аталған бейеклекте - йылға моронон дөрөҫ күрһәтә. Улар күрһәткән урындарҙы тикшереү барышында вал системалары һәм оҙон соҡорҙары булған ҡаласыҡтар табыла.
Карта № 7. Башҡорт халҡына "Ҡала-Тау", "Хан-Ҡала" йә иһә "Имән-Ҡала" исемдәре менән билдәле булған ҡаласыҡ-ҡәлғәләрҙең схематик картаһы: 1 - Юлдаш (Петр-Тау); 2 - Йондоҙ (Юлдуз); 3 - Иҫке Ҡалмаш; 4 - Усть-Бельское; 5 - Бачки-Тау; 6 - Боҫтанай (Бустанаевское); 7 - Шишмә; 8 - Исхаҡ; 9 - Йоғамаш (Югомаш) I; 10 - Йоғамаш (Югомаш) II; 11 - Ҡоҙаш; 12 - Чоркилде; 13 - Ҡансиәр; 14 - Йомаҡай; 15 - Мәсәғүт; 16 - Кәмей; 17 - Хан-Ҡала (Ҡараяҡуп); 18 - Иҫке Хәлил; 19 - Торналы; 20 - Имән-Ҡала (Өфө ҡалаһы биләмәһендә); 21 - Охлебинино; 22 - Хан-Ҡала (Имәндәш); 23 - Ҡалабар.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА