Алтын көҙ милләтебеҙгә күп кенә абруйлы шәхестәр бүләк иткән миҙгел. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ - яҙыусы, тәржемәсе, сценарист, БР Кинематографистар берлеге рәйесе, Ш. Бабич исемендәге йәштәр, С. Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Зөһрә БУРАҠАЕВА менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек БУЛАТОВ та ошо арала алтын юбилейҙарын билдәләне. Ошо айҡанлы уларҙы бер ҡорға йыйып, әңгәмә ҡорҙоҡ.
Һеҙ үҙ һөнәренең оҫтаһы, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт донъяһының иң сағыу вәкилдәре, башҡорт халҡының абруйлы улы һәм ҡыҙы ғына түгел, класташтар, яҡын дуҫтар ҙа икәнһегеҙ?
З. Бураҡаева: Беҙ Ирек менән башта хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында параллель кластарҙа уҡыныҡ. Ул ваҡытта уҡыу йорто башҡасараҡ атала ине. Мин бишенсе класҡа килгәйнем һәм Иректәрҙең класын шуҡлыҡтары арҡаһында ныҡ яҡшы хәтерләйем. Шунан беҙ ғаиләбеҙ менән Өфөнән районға күстек. 10-сы класты кире баш ҡалала уҡый башлар өсөн 20-се ҡала башҡорт гимназияһына килһәм, Ирек шунда уҡып йөрөй. Беҙ шулай ныҡлап дуҫлашып киттек. Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡас та, ғаиләләр менән дуҫ булып, саҡырышып йәшәнек. Хәҙер инде һөнәребеҙ ҙә беҙҙе бер тирәлә йөрөргә мәжбүр итә, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа башҡорт мәҙәниәтенә, туған телебеҙгә хеҙмәт итәбеҙ.
И. Булатов: Мин ул ваҡытта интернаттан ҡайтып киттем бит. Ә тыуған ауылым Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй ауылында башланғыс мәктәп кенә. Күрше Сирбайҙа 8-се класты тамамлағас, барыбер Өфөгә китергә тура килде. Кире интернатҡа барырға оялдым, 20-нселә уҡыным. Күптәр белмәйҙер, әммә уның да интернаты булды ул заманда. Көн һайын тиерлек туғандарымда йөрөһәм дә, интернатта ла ҡунырға ҡала инем. Ошо мәктәптәге мөхит беҙҙе рухи яҡтан үҫтерҙе. Беҙ ныҡ дуҫ булдыҡ һәм бөтөн яҡтан да бергә камиллаштыҡ һәм, шөкөр, һаман да бергәбеҙ. Билдәле кинорежиссер Булат Йосопов беҙҙең класташ, ул, мәҫәлән, уҡыусы сағында уҡ, кино төшөрәсәкмен, ти торғайны. "Мин унда уйнармын, йәме", - тип шаярта инем, үҙем актер булырға уйламаһам да. Аҙаҡтан ошо һүҙҙәр тормошҡа ашты: мин Өфө сәнғәт училищеһында актерҙар бүлеген тамамлап, театрҙа эшләй башланым, Зөһрә - киностудияла, Булат та Мәскәүҙән кинорежиссер булып ҡайтып төштө. Уның "Быяла юлсы" тигән беренсе фильмында ла уйнаныҡ. Ғөмүмән, беҙҙең һөнәрҙәр - ул беҙҙең яҙмыш һәм беҙ уны һайланыҡмы, әллә һөнәр беҙҙе үҙе һайланымы, әйтеүе ҡыйын.
З. Бураҡаева: Минең юл алдан билдәле ине инде: әсәй барыбыҙҙы ла филолог булырға әҙерләне. Илгизәр абзыйым БДУ-ға барҙы, Гөлнур апайым режиссураға китте. Мин бәләкәй саҡтан үҙемде яҙыусымын тип уйлай инем. Беҙҙең ғаиләлә: "Ҙурайғас, кем булаһың?"- тигән һорауға балалар әле лә: "Мин яҙыусы һәм милиционер", йәки "Мин яҙыусы һәм водитель булам", - тип яуаплай. Беҙҙә барыһы ла яҙыусы һәм мин дә яҙыусы булырға тейеш тигән уй, нисектер, әсә һөтө менән бирелә, ахыры. Атайҙың кабинетта яҙышып ултырғанын, әсәйҙең тыҡылдатып машинкала баҫҡаны минең өсөн дә көндәлек күренеш ине. Шуға ла һөнәр һайлауым үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Аҙаҡтан икенсе проблема тыуҙы: гел әсәйем менән сағыштырҙылар. Башҡортса яҙғаныма ышанманылар, "Мәрйәм, һин нисек бөтөн балаларың өсөн яҙып өлгөрәһең?" тинеләр. Әле һаман да хатта холоҡ-ҡылыҡтарыбыҙҙы сағыштыралар. Оҡшамағанбыҙ, сөнки беҙ икебеҙ ике кеше, ике шәхес тип яуаплайым. Яҙыусы булараҡ та икебеҙ ике мөхиттә, ике төрлө мөмкинлектәрҙә үҫешкән, шуға ла телебеҙ ҙә айырыла. Әсәй, әлбиттә, һутлыраҡ, байыраҡ, халыҡсан тел менән яҙа.
И. Булатов: Әле уйлайым да, минең дә бала саҡтан ниндәйҙер билдәләр булған бит. Элек совет киноларына башҡортса дубляж эшләйҙәр ине. 5-се класта интернатҡа килеп, мине малайҙар ролдәрен уҡырға һайлап алғайнылар. Унда миңә эш хаҡы ла түләнеләр әле, ғүмерҙә лә ҡулыма 3 һумдан күберәк аҡса тотҡаным юҡ ине, бында унарлыҡ ҡыҙыл купюралар менән 100 һумдан ашыу аҡса бирҙеләр бер мәл. Был тарихтың дауамы ла бар. Йәй ауылда каникулда ятһам, башҡортса кино килгән, тип хәбәр иттеләр. Киномеханик Вовка ағай саҡырып алды ла: "Һин Өфөлә уҡыйһың да инде, титрҙа Ирек Булатов тигән исем бар, шуны ҡарарһың әле", - ти. Киноны беренсегә күрәм, тик ул тап мин дубляж эшләргә ярҙамлашҡан фильм булып сыҡты. "Был - мин, мин!" - тип ҡысҡырам малайҙарға. Титрҙа, ысынлап та, Ирек Булатов тип яҙылғайны.
Унан һуң, актерлыҡҡа минең БДУ-ның тарих факульеты аша килгәнемде барыһы ла белә. Атайым ғүмере буйына нефтсе булып эшләне, минең был ҡылығыма оҙаҡ рәнйеп йөрөнө. Ә үҙе театр сәнғәтен мөкиббән китеп ярата ине. Уның менән радионан башҡортса концерттар тыңлайым, телевизорҙан спектаклдәр ҡарайым, атайым матбуғатты күп уҡығанлыҡтан, артистарҙы белә, улар тураһында һөйләй ине. Минең актерлыҡҡа оҙаҡ күнде, беренсе тапҡыр күрше ауылға гастролдәр менән барғанда килеп тамаша ҡылды: ҡараңғыла йыраҡтан ғына ҡарап торғанын шәйләп ҡалдым. Шунан һуң ғына уның күңеле йомшарҙы. Ә былай атайым менән әсәйем икеһе лә йыр-моң ярата, береһе гармунда уйнай, икенсеһе йырлай, үҙешмәкәр түңәрәк эшендә ҡатнашып, спектаклдәрҙә лә уйнайҙар ине.
Бөгөнгө күҙлектән, бөгөнгө юғарылыҡтан ҡарағанда, һайлаған һөнәрегеҙ менән бәхетлеһегеҙме?
З. Бураҡаева: Сәнғәттә үҙен тапҡан һәм үҙенең һәләтенең кимәлен аңлаған кеше бәхетле тип уйлайым. Күп ижадсылар бит көрсөк кисерә, был ана шул нимәгә һәләтле икәнеңде аңламауҙан, шикләнеүҙән йәки үҙең тураһында күпкә юғарыраҡ уйлауҙан килә. Был йәһәттән мин бәхетле, сөнки яҙыуға тотонғанда ла бөтөн донъяға билдәле бөйөк яҙыусы булам, тип тотонманым. "Мин - даһи", - тип йөрөүселәрҙе Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында уҡығанда күп күрҙем инде. Ғөмүмән, Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғандар үтә романтик булһа ла, иң көслө сифаттары - улар реалист, тормошҡа нисек бар, шулай ҡарай. Үҙеңә планканы юғары ҡуйһаң, тормош ныҡ ҡына бәргеләй ул.
И. Булатов: Ошоно мин Башҡорт дәүләт академия драма театрына күскәс кенә аңланым бит ул. Беҙ, Сәнғәт училищеһында Олег Хановтың Милли йәштәр театры өсөн йыйған махсус курсы инек. Эшләй башланыҡ, йәшмен, дәртлемен. Йыл һайын 4 спектакль сыға, был миҙгелдең башынан аҙағына тиклем туҡтамай эшләү, тигән һүҙ. Башҡорт труппаһында яңы спектакль сығарабыҙ ҙа, бер-ике ай буш ваҡытым бар икән, рус труппаһынан эш һорайым. Һәм Йәштәр театрында байтаҡ төп ролдәр минеке булған саҡта Башҡорт дәүләт академия драма театрына күстем. Ижади формаламын, үҙемде һәйбәт тоям, оҫта артисмын, бөтөн ролде лә уйнап бирә алам, тигән фекерҙәмен. Ә Айрат Абушахманов үҙе эшкә саҡырҙы ла, үҙе эшкә ҡушмай, репертуарҙы ҡара, артистар менән таныш, ти. Минең өсөн тормош туҡтаны, гел сабып барған ат кеүек инем бит инде. Ә Айрат Әхтәм улына йондоҙ түгел, эшләй алырҙай һығылмалы инструмент кәрәк. Ошоно аңлағансы миндә икеләнеүҙәр ныҡ булды. Хәҙер инде мин театр тип аталған ҙур бер механизмдың бер детале икәнемде, әммә уның хәрәкәтләнеп алға барыуында минең дә ролем булыуын аңлайым.
З. Бураҡаева: Ысынлап та, баҫҡыслап ҡына алға барыу ижадсы өсөн иң ҡулайы. Һәләтең асыла бара, яйлап ҡына киләһе үргә менәһең. Ошо рәүешле үҙең тураһында алданмай ғына, үҙеңдең баһаны ла, ҡәҙереңде лә белеп алға барыу - иң дөрөҫө. Миңә аҙаҡҡыһы етмәне, мин үҙемдең ҡәҙеремде белмәнем. Беҙҙең милли сифаттарыбыҙҙың береһе - кеше алдында тыйнаҡ булыу, киреһенсә, нығыраҡ баһалана шул, был турала ғаиләң дә, туғандарың да иҫкәртеп кенә тора. Әйтәйек, музыка өлкәһендә йәһүдтәр күп. Мин үҙем дә музыка мәктәбен тамамланым, балаларҙы ла йөрөттөм, күрәм, улар, һинең һымаҡ уйнаған кеше юҡ, һинең һымаҡ талант юҡ, тип, балаларын маҡтап-маҡтап, хуплап-хуплап музыкант яһап алалар. Йәғни, урта ҡуллы музыканттан да гений яһайҙар. Бәлки, үҙеңдең баһаңды белһәң, маҡсатты ла юғарыраҡ ҡуйып, үҙеңде күберәк рекламалап, күберәккә өлгәшеп булыр ине.
Күберәккә өлгәшеү тигәндән, ижадсының кимәлен бөгөн нимә баһалай? Ролдәрҙең, әҫәрҙәрҙең иҫәбеме?
И. Булатов: Актерҙың ниндәй спектаклдәрҙә ниндәй ролдәр башҡарыуынан бер исемлек төҙөлөп бара ул, репертуар ҡағыҙы тип атала, әммә, алда әйтеүемсә, ваҡыт үтә килә һин һөнәреңде икенсе яҡтан асаһың һәм һан артынан ҡыумайһың. Әйтәйек, Милли йәштәр театрында 40-лап роль өҫтөндә эшләнгән, был театрҙа ла шул сама. Шулай ҙа актер өсөн роль булмауы ла насар. Шуға ла мин шулай тип яуаплар инем: эш гел күп булды, ролдәрҙе лә һанап бөтөрлөк түгел һәм мин башҡарған эшемдән гел ҡәнәғәтлек алып, ҡыуанып эшләнем - шуныһы миңә ҡиммәтерәк.
З. Бураҡаева: Яҙыусылыҡ эшен алғанда, совет заманында, бәлки, тираждар менән баһаланғандыр. Әммә бөгөн тираж күрһәткес түгел, иң һәйбәт китап та 500 дана ғына сығырға мөмкин. Шуға ла төрлө әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, премиялар алһаң, ижадсының кимәле лә юғарыраҡ иҫәпләнә. Кинола фестивалдәр менән баһаланаһың, тик ниндәйҙер фильмдың фестивалдәрҙә күп ҡатнашыуы әле уның сифаты тураһында һөйләмәй. Кино - ул коммерция өлкәһе. Мәҫәлән, берәй фирмаға 200 мең түләһәң, фестивалдәр күберәк буласаҡ, сөнки ул һинең менән генә шөғөлләнә һәм ул хеҙмәт түләүле. Драматургияла баһа лабораториялар, конкурстар менән билдәләнә.
Әлеге ваҡытта республиканың башҡорт, татар театрҙарының бөтәһендә лә эшләйем, был да минең өсөн ниндәйҙер күрһәткес. Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөрмәт Үтәшевтың тәҡдиме-ниәте менән Шайморатов, Рәми Ғарипов кеүек шәхестәр тураһында спектаклдәр эшләнде. Рәми Ғарипов - ул атайымдарҙың быуыны, атайым да иртә киткәс, нисектер, уларҙың быуынына бағышланған кеүек булды был әҫәр. Ә Шайморатов тураһында инде шайморатовсылар кластары асыла башлағас, әйҙәгеҙ, берәй сценарий яҙайыҡ та, урындарҙа ла уйнап йөрөрҙәр, тип, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдим итте. Театрҙың быны спектакль итеп ҡуйғыһы килде. Пландан тыш булғас, сығымдар ҙа ҡаралмағайны, шулай ҙа берәү ҙә, бушҡа эшләмәйем, тимәне, бөтөн театр коллективы уны атай-олатайҙарына рухи һәйкәл итеп ҡараны. Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт академия драма театрында рух күтәренкелеге бар, был халҡыма кәрәк, тип тотоналар эшкә. Әле бына Ирек ирлегенә барып артыҡ маҡтанмаһа ла, ул эшләгән театрҙың бөгөн бурысы ҙур, ул башҡортса дөрөҫ, матур итеп һөйләшеү үҙәге лә, сөнки, үкенес, башҡа ерҙә башҡорт телмәрен ишетеү мөмкин түгел.
Ошо тарихи процестарҙа ҡатнашып йөрөүем миңә ҡәнәғәтлек бирә. Милли йәштәр театрында сәхнәгә Үлмәҫбайҙы, Аҡмулланы сығарҙыҡ. Хәҙер мин ҡалыплашып китеүҙән һаҡланып, был теманан саҡ ҡына ситкәрәк китәйем, тип уйлайым.
Халҡыма бирә алған тиклемен эшләргә тейешмен, тигән маҡсат менән йәшәү - ул милләткә тоғролоҡ күрһәткесе булып торамы?
И. Булатов: Ошо халыҡтың улы икәнһең, һинең башҡаса юлың бармы һуң? Әгәр ҙә башҡараҡ һөнәр һайлаһаҡ, бәлки, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртып йәшәр инек. Улай тиһәң, беҙҙең курстан да сит илдәргә сығып китеүселәр, шунда театр йүнәлешендә эшләүселәр булды. Тик минең бер тапҡыр ғына ла үкенгәнем булманы. 20-се мәктәптә уҡығанда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужина һеҙҙең арала артистар, яҙыусылар булыр, шуға башҡорт телен яҡшы белегеҙ, ти торғайны. Башҡорт телендә тасуири итеп һөйләгәнде тыңларға яратты. Шуға ла мин бөгөн халҡыма кәрәк булыуым менән бәхетлемен. Уға бәләкәй генә булһа ла файҙа килтерә алаһың икән, һин хаҡ юлдаһың.
З. Бураҡаева: Әсәй, ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ, халыҡҡа эшләргә кәрәк, ти торғайны гел. Мин хатта ҡайһы саҡта: "Минең класташтар иномаркалар ала, аҡса эшләү, байыраҡ йәшәү тигәнде саҡ ҡына ла һалмағанһың миңә, тик халҡыма эшләү тигәнде һалғанһың", - тип үпкәләгәнем дә булды. Ҡәҙимге йәшәү, донъя күреү, сәйәхәт ҡылыу һымаҡ нәмәләрҙе мин аҙаҡтан, үҙтәрбиә менән тәрбиәләп алдым. Әгәр ҙә Өфө уртаһындағы абруйлы һаналған мәктәпкә бирһәләр, минең класташтар түрәләр булыр ине, нефть кеүек өлкәләрҙә өйөрөлөрҙәр ине. Ә рухлы кешеләр 1-се интернатта һәм 20-се мәктәптә уҡытты балаларын. Әсәйем, тап сәнғәт аша халыҡҡа хеҙмәт итеүе анһатыраҡ, тип әйтә ине. Сөнки рух - тел аша, сәнғәт әҫәрҙәре - спектаклдәр, кино аша һеңә һәм улар халыҡты һаҡлай ҙа. Сәнғәт донъяһында яңғыҙ булмауыбыҙ ҙа 20-се мәктәп арҡаһында, уның уҡыусылары гел сәнғәт тирәһендә, тимәк, халҡына хеҙмәт итә.
Хәҙер һеҙ үҙегеҙ йәмғиәттә абруйлы шәхес, шул уҡ ваҡытта әсәй һәм атайһығыҙ. Балаларығыҙҙы тәрбиәләгәндә нимәгә иғтибар итергә тырыштығыҙ?
З. Бураҡаева: Үҙемдән айырмалы рәүештә, балаларға һайлау мөмкинлеге күберәк эләкте. Минең, музыка мәктәбен тамамлайһығыҙ, тигән шартым бар ине, әлбиттә. Әммә быныһын да барыһы ла үтәмәне. Өлкән ҡыҙым рәссам булам тигәс, шәхси мәктәпкә йөрөп, уҡырға инеп китте. Икенсе ҡыҙым иһә ниндәй һөнәр һайларға тип баҙап ҡалғас, уға бер йыл уйларға ваҡыт бирҙем. Үҙе һайлап, әҙерләнеп, быйыл Мәскәүгә продюсерлыҡҡа уҡырға инде. Улым Өфө сәнғәт училищеһында уҡый башлағайны, әммә оҡшатманы, әле IT һөнәрен үҙләштерә. Хәҙерге заманда балаларға ни өсөн юғары, йә урта белем кәрәклеген аңлатыуы ауыр. Мөмкинлектәр ҙә күп, баштары ла әйләнеп китә. Ниндәйҙер үҫмер блогерҙың миллионлап аҡса эшләгәнен күрә. Улар һымаҡ булырға, тиҙерәк аҡса эшләргә ынтылыуҙары, уҡып, йәшлекте әрәм итмәйем, тип әйтеүҙәре лә ихтимал.
И. Булатов: Беҙ ҙә улыбыҙға һайлау мөмкинлеге бирергә тырыштыҡ. Башта уйла, үкенерлек булмаһын, яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алып өйрән, тип әйтә инем гел. Бөгөнгө заманда нефть менән газ өлкәһендә һөнәр һайлау дөрөҫ, тине лә, Өфөнөң яғыулыҡ-энергетик коллеждына уҡырға инде. Үҙе теләп әрмегә барып ҡайтты. Ситтән тороп һөнәре буйынса юғары белем алды, өйләнде. Улым менән ғорурланам, уға лайыҡлы тәрбиә бирә алдыҡ, тип уйлайым.
Тимәк, 50 йәшлек алтын юбилейға бик яҡшы кәйефтә аяҡ баҫаһығыҙ?
И. Булатов: Иҫән-һаубыҙ, Аллаға шөкөр, әсәйҙәребеҙ иҫән. Ғаиләмә лә, улыма ла үҙемдең кәрәк икәненемде тоям, сәхнәлә лә файҙам бар, былар барыһы ла шатланып йәшәр, алға барыр, яңы эштәргә тотонор өсөн дәрт бирә.
З. Бураҡаева: Ирек хаҡлы, иң мөһиме, әсәйҙәребеҙ иҫән. Мин әсәйемдең 4-се балаһы хәҙер инде 50 йәшкә еттем. Шәхес булып, әсәйҙе ҡыуандырыуы үҙе ҡыуаныс икән ул. Әсәйем минең бөтөн балаларҙың тәрбиәһендә ҡатнашһын ине, тип теләй инем, уның кеүек рух һала алмаҫ инем барыбер. Ошо тормошҡа ашты, балаларым әсәйемдең эргәһендә булдылар, "Йәйләү" лагеры эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаштылар. Ғөмүмән, мин бик ҙур ҡәнәғәтлек менән аяҡ баҫам иллемә, әсәйем, туғандарым иҫән, балаларым үҫте. "Бәйләнештә" "Илленән һуң" тигән авторлыҡ блогы алып бара башланым әле, сөнки күп ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 50 йәшкә етеү стресс. Мин, киреһенсә, бик һәйбәт йәшәй башланым, элек ҡарармын тигән киноларҙы ҡарайым, китаптар уҡыйым, музыка тыңлайым. Элек быларҙың барыһына ла ваҡыт етмәй ине. Әҙләп булһа ла сәйәхәткә бол туплайым. 50 йәштә тормош саҡ башлана икән.
Яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә тотонормон, тип торам. Совет яҙыусылары өсөн юҡҡа ғына ижад йорттары булдырмағандар, улар бөтөн донъя мәшәҡәттәрен онотоп, ижад менән генә шөғөлләнгән. Рус әҙәбиәтендәге алтын, көмөш быуаттарҙы алып ҡарайыҡ, уларҙың барыһы ла ныҡ хәлле кеше булған, мохтажлыҡ кисермәгән. Сөнки әҫәр яҙыу концертҡа сценарий яҙған һымаҡ түгел бит. Уға көйләнергә, эстән барыһын да туплап, уйлап йөрөргә кәрәк. Ошоларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға насип булһын.
Шулай итеп...
Халҡына хеҙмәт итеүҙе йәшәү мәғәнәһе итеп һайлауҙары менән бәхетле улар. Башҡаса булдыра алмағандан, башҡаса йәшәй белмәгәндән беҙ бөгөн улар башҡарыуында матур-матур проекттар күрәбеҙ һәм халҡыбыҙ ҙа ошондай шәхестәре булыу менән, һис шикһеҙ, бәхетле. Ҡыйыу, матур, һәләтле һәм әле саҡ иллелә булған ҡунаҡтарыбыҙға сәләмәтлек һәм тағы ла юғарыраҡ ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА