Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Руслан БИККИНИН, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, хоҡуҡ белгесе: Халыҡтың битарафлығы, йоҡоға талып, уянырға теләмәүе борсой мине. Битарафлыҡ тип тә әйтеп булмай инде был торошто. Тик һәр кем үҙ донъяһы теүәл булһа, башҡаһы менән ҡыҙыҡһынмай йәшәй. Ғөмүмән, тик көнкүреш темалары ғына ҡыҙыҡһындыра беҙҙе һуңғы осорҙа. Шуға ла телевизорҙан шау-шоу ҡарап, "һары матбуғат" уҡып, ҡайҙа ниндәй ғәйбәт, шуны тыңлап йәшәйбеҙ. Ә ниндәйҙер юғары уйҙар, китаптар, классик әҫәрҙәргә иғтибар юҡ. Бына әле техник сәбәптәр арҡаһында машинамды ҡалдырып, бер нисә көн баш ҡала буйлап йәмәғәт транспортында йәйәү йөрөргә мәжбүр булдым һәм быға тиклем артыҡ иғтибар итмәгән бер күренешкә ғәжәпләндем. Элек туҡталыш һайын баҫма матбуғат һатылған киоскылар булһа, хәҙер улар урынына аҙым һайын шаурма һатыу нөктәләре икән дә ул. Тимәк, халыҡты ҡорһаҡты тултырыу ғына ҡыҙыҡтыра.
Был рәүешле, дөйөм масса талабына ғына яуап биреп эш итеү, күмәккә ярарға тырышыу һәр өлкәлә сағыла. Бына, мәҫәлән, бөгөн театрҙарыбыҙҙа ҙур аншлаг менән ҡуйылған ҡайһы бер спектаклдәрҙе генә алайыҡ, уларҙың да йөкмәткеһе түбәнәйә бара бит. Быны режиссерҙар, актерҙар үҙҙәренә үпкә һүҙе итеп ала күрмәһен, ә уйланыу юлдары асылһын, тип кенә әйтәм. Үткән ижади миҙгелдә бер спектаклдең яртыһына тиклем дә ҡарап бөтә алмай, ғәрләнеп сығып китергә мәжбүр булдым, һәм ярай әле атай-әсәйемде алып килмәгәнмен, тип шөкөр ҡылдым. Әҙәбиәт, ижад, сәнғәт алдан йөрөргә тейешме, әллә халыҡмы? Йәғни, бында кем заказсы? Бер яҡтан, халыҡ, тамашасы, уҡыусы - заказсы, ә ижадсылар уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын тәьмин итергә тейеш кешеләр һымаҡ. Ә бит элек улай хеҙмәтләндереүсе генә булмаған ижадсылар. Совет заманында яҙыусыларҙы хатта "Кеше йәненең инженерҙары" тип атап йөрөткәндәр. Әҙәбиәт һәм сәнғәт халыҡты яҡшылыҡҡа өйрәтергә тейеш, ә уның артынан түбәнлеккә тәгәрәргә түгел. Шул саҡта баяғы әйтеп киткән битарафлыҡ та бер аҙ юҡҡа сығыр, кешелә мин ниндәйерәкмен, тирә-яғымда кемдәр, донъяны яҡшыртыр өсөн нимәләр эшләй алам тигән ҡыҙыҡһыныу уяныр һәм уйлана башлар ине. Был инде тормошобоҙҙо ыңғай яҡҡа көйләргә ярҙам итә торған эштәргә юл асасаҡ. Мәҫәлән, ҡануниәтебеҙҙәге "граждандар сходы" тигән төшөнсәгә таянып, үҙебеҙгә кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итергә, ошо хоҡуҡ менән ҡулланып, ауылдарҙа йәшәйеште яҡшыртҡан ниндәйҙер ҡарарҙар сығарырға һәм бойомға ашырырға мөмкин. Әлбиттә, юл һала, яңы мәктәп төҙөп ҡуя алмаҫтар, әммә урамдарҙы таҙартыу, сүп-сар ташлатмау, алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кеүек эштәрҙе атҡарырға була күмәкләп.
Беҙҙең быуын барыбер мәңгелек ҡиммәттәрҙе күңеленә, аңына һеңдереп үҫкән. Ә бөгөнгө балаларға ниндәй нигеҙ һалына? Хатта совет осоронда тәрбиәләнгәндәр ҙә замандың "клиплы фекерләү" тигән "зәхмәтенә" бирешә, оҙон кинолар ҡарай алмай, публицистик мәҡәләләр уҡый алмай икән, йәш быуынға ни ҡала? Ошо хаҡта уйланайыҡ, фекерләү ҡеүәбеҙҙе үҫтерәйек, тик әҙергә-бәҙер йәшәмәйек.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА