Заманалар үҙгәрешендә лә ата-бабаларыбыҙҙың "Һәр кеше үҙенең ете быуынын, ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш" тигән мәңгелек аманатына тоғролоғон иҫбатлағандай, һуңғы йылдарҙа боронғоларҙың алтын һүҙҙәренә таянып, йыйындар туплау изге йолаға әүерелде.
Нәҫелеңде белеү ҡыҙыҡ өсөн түгел, донъяла үҙ урыныңды табыу өсөн кәрәк. Тәрән тамырҙарын белгән кеше генә үҙенең өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән милләтенә бәйле икәнен аңлап, үҙ ерендә, үҙ илендә ныҡлы баҫып тора ала. Шуны оноторға ярамай: кешене сәләмәт рухлы, бай күңелле иткән, кешене кеше иткән милли тойғо, милли асыл, милли һөйөү шунан башлана.
Халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларын тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу кеүек изге эштәр ҙә күҙгә күренеп арта бара бөгөн. Ауылының тарихы, нәҫеленең сығышы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың бигерәк тә йәштәр араһында күп булыуы һоҡландыра. Был, һис шикһеҙ, ҡыуаныслы хәл. Тәрән тамырҙарын белгән кеше генә үҙ еренең, үҙ иленең һәм үҙенең киләсәгенә ныҡлы ышана. Тимәк, үҙ милләтенең ҡәҙерен белеүҙең ни тиклем ҡиммәтле булыуына төшөнә.
Милли тойғо ошондай туғанлыҡ ептәренең ныҡлығынан, берҙәмлектән башлана ла инде. Һуңғы йылдарҙа айырым башҡорт шәхестәре тарафынан күтәрелгән ырыуҙар хәрәкәтендә ҡаралған мәсьәләләр халҡыбыҙға ҡеүәт бирә ул. Ойошоп, бер телдә һөйләшкән, бер милли хис, бер рух менән йәшәгән халыҡҡа ырыу йыйындары тик көс-ғәйрәт кенә өҫтәй. Милләтебеҙҙең хәҙерге йәшәйеше менән бәйле донъяуи проблемаларҙы аҡыл менән, бергәләшеп, бер фекергә килеп хәл итеү юлдарын эҙләү башҡортобоҙҙоң үҙ асылына ҡайтыуы тураһында һөйләй. Әүәл йыйындар дәүләт ҡоро хеҙмәтен үтәгән. Шул уҡ ваҡытта унда халҡыбыҙҙың быуаттар буйы һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен дә онотмағандар: барлыҡ етди мәсьәләләр ҡурай моңо, йыр-бейеү, милли ярыштар менән үрелеп барған, халыҡ оҫталары майҙан тотҡан.
Быйыл июндә Бөрйән районында бөрйән ырыуының ҙур йыйыны үтте. Уның тап ошо районда ойошторолоуы ла юҡҡа түгел: Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙе үк башҡортобоҙҙоң боронғо булмышын сағылдырған тәбиғи ҡомартҡы. 2022 йылда музей комплексын асыу тантанаһы ла Халыҡ-ара форум кимәлендә үткәрелеп, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, эске асылын бөтә донъяға танытыу сараһы булып торҙо. Академик Сергеевтың: "Вся мировая цивилизация началась здесь - на земле башкир", - тигән һүҙҙәре башҡорттарҙың борон-борондан ата-бабаларҙың тәрән аҡылына таянып, төплө, үткер фекер йөрөтә белгән халыҡ булыуына үҙе бер дәлил. Халҡыбыҙҙың булмышына бирелгән ошондай аҫыл билдәләмәне һәр беребеҙ төптән аңлап, донъя халыҡтары араһында үҙебеҙ тотҡан урыныбыҙҙы, әһәмиәтебеҙҙе белеү һәм шуны үҫеп килгән быуынға аңлатыу зарур.
Бөрйән ырыуының башҡорт халҡының ҙур берләшмәләренең береһе булғанын боронғо археологик материалдар ҙа иҫбат итә. Был турала элекке быуаттарҙа уҡ төрлө халыҡтарҙың сығышын өйрәнеүсе сәйәхәтселәр әйтеп ҡалдырған. Уларҙың яҙмаларына ярашлы, бөрйәндәр башҡа башҡорт ырыуҙары араһында айырым бер ҙур урын биләп торған.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев бөрйәндәрҙең үҙ ерендә үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ситтән килгән күскенселәрҙән ныҡлы ҡурсалап тороуы хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған. Ул яңы эра башында уҡ, Байкал буйында йәшәгән саҡта, бөрйәндәрҙең "башҡорт" тигән уртаҡ исем аҫтында ойошоп йәшәүҙәрен дә иҫкә ала. Ул ваҡыттағы башҡа ҡәбиләләр ҙә "башҡорт" исеме менән билдәле булһа, бөрйәндәр айырым телгә алына.
Әбү-әл Фиданың беҙҙең эраға тиклемге XIII быуатта уҡ: "Бөрйәндәр ҙур халыҡ, хатта бер нисә яусыл халыҡтан тора", - тип яҙып ҡалдырыуы бөрйәндәрҙең бик боронғо ҡәүемдәрҙән булып, үҙ дәүләтен төҙөүе, үҙҙәренең батшаһы булыуы тураһында аңлата. А.Б. Булатовтың мәғлүмәте буйынса, Волганың түбән яғында Бөрйән тигән ҡала булыуы ла билдәле.
1326 йылда башҡорт халҡына һәм уның үҙаллы дәүләтенә татар-монгол яуы ябырыла. Ошо аяуһыҙ ҡанлы һуғышта алғы һыҙыҡта бөрйәндәр ҙә торған. Әммә улар был аяуһыҙ һуғышта еңелеп, үҙ иленә, Урал ҡуйынында көн иткән үҫәргән, түңгәүер, тамъян ырыуҙары йәшәгән ергә ҡайтырға мәжбүр булған. Улар бер сафта тороп дошманға ҡаршы яуға сыҡҡан. Башҡа башҡорт ырыуҙары бөрйәндәрҙе үҙ ҡосағына алған.
Ҡанлы яуҙар баҫылып, әҙ генә баш-күҙ алғас та, ҡаты монгол-татар иҙеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының берҙәмлеген, ҡыйратылған дәүләтселеген тергеҙеү өсөн үҫәргән, түңгәүер, бөрйән, тамъян, ҡатай, ҡыпсаҡ һәм башҡа ырыуҙарҙың азаматтары хәҙерге Йылайыр яғындағы Имәнтау башына йыйылып, "Етырыу" берләшмәһен төҙөргә ҡарар итә. Ул тауҙы бөгөн "Ете бөгәл" ("Семиколенка") тип йөрөтәләр.
Берләшмәнең ныҡлығына билдә итеп тау башына имән бағана ултыртып, ете ырыуҙың тамғаһын уйып ҡуялар. Тап "Етырыу" юлбашсылары ерҙе ырыуҙарға бүлмәй, уртаҡ биләргә, тигән ҡағиҙә индергән, ырыуҙарҙың ер, мөлкәт йәки мал тотоу менән бәйле мәсьәләләре менән бер рәттән, сәйәси проблемаларҙы бергәләп хәл итә торған булған. Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу мәсьәләһен дә шулай хәл иткәндәр. Ырыу вәкилдәрен ебәреп, Аҡ батшанан үҙҙәренең урыҫ дәүләтенә ҡушылыуын раҫлаған грамоталар алып ҡайтҡандар. Башҡорт халҡын берләштереү йәһәтенән башҡорт йыйындарын тергеҙеү, дөйөм милли идара үҙәгенә әйләндереүҙә ошо "Етырыу" берләшмәһенең әһәмиәте ҙур булған.
Бөрйән ырыуҙарының башында Бөрйән бей торған. Ул 1265-1325 йылдар тирәһендә йәшәгән. Бөрйән ырыуы юлбашсыларынан арҙаҡлы Монаш, Ямаш, Янһары, Байһары бейҙәрҙең исемдәре тарихта ҡалған.
Һәр ырыу, һәр ауыл тарихы башҡорт халҡының дөйөм тарихын сағылдыра. Башҡорттар борондан бөтә ырыуҙарҙы бер дәүләткә туплау йүнәлешендә ҙур эш алып барған, ә йыйындар ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн саҡырылған. Ата-бабаларыбыҙ күрһәткән берҙәмлекте онотмау, уны яңынан тергеҙеү беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ ул.
Быйыл йәй Бөрйән ерендә уҙған бөрйән ырыуы йыйынында Күгәрсен ерендә йәшәгән бөрйәндәрҙең булмауы, дөрөҫөн әйткәндә, саҡырылып та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында йыйынға килмәй ҡалыуы күңелдә бер төйөн булып ҡалды. Ә бит Күгәрсен районында бөрйән ауылдары байтаҡ - Эйек йылғаһының уң яғында ултырған ауылдар улар. Күгәрсендәге бөрйәндәрҙең иң төп ауылы булып Байулы (Туйөмбәт) иҫәпләнгән. Айһай-Мөрсәләй, Дөмбәй, Үрге һәм Түбәнге Сирбай, Наҙар (Вәлишә), Санъяп, Ҡасҡын, Моҡас (Сайыр), Мырҙабай (Ҡайыпҡол), Сәңкем (Тәүәкән), Бикес, Яҡшымбәт, Ҡарабәрҙе ауылдары ла бөрйән ырыуы ауылдары. Ошо ауыл вәкилдәре лә ырыу йыйынында ҡатнашырға тейеш ине лә бит! Бындай ҡараш ҡайһы берәүҙәрҙең тарихты һанға һуҡмауы тураһында һөйләй. Тарихты үҙ белдегең менән генә үҙгәртеп булмай. Тарихи дөрөҫлөктө, тарихи мәғлүмәттәрҙе үҙгәртергә тырышыу - халыҡҡа хыянат итеүгә тиң. Боронғо замандан уҡ башҡорт халҡы бөтә ырыуҙарҙы бер дәүләткә туплап йәшәү юлын һайлаған. "Етырыу" берләшмәһенең сәйәси ролен бер кем дә, бер нисек тә инҡар итә алмаҫ: барса ырыуҙар ҙа тулы хоҡуҡлы булған. Ә беҙ?.. Ырыу айырабыҙмы?
Алыҫ Тинес йылғаһы буйынан Кәмәлеккә тиклем бер телдә һөйләшеп, бер милли рух, бер хис менән йәшәп килгән башҡорт халҡының тарихы - ул дөйөм башҡорт тарихы икәнен ырыу йыйындарында аңлатыу, киләсәк быуынға еткереү беҙҙең төп бурыс, төп маҡсат икәнен онотмаһаҡ икән. Был турала һәр башҡорт уйланырға тейеш. Ырыуҙаштарыма, ҡан ҡәрҙәштәремә әйтәһе һүҙем шул булыр.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА