Ут - борондан ҡот, йылылыҡ, йәшәү сығанағы иҫәпләнһә лә, уның хәүефле яғын да оноторға ярамай. "Уғрынан ҡалыр, уттан ҡалмаҫ", тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәй. Дөрөҫ ҡуллана белмәһәң, ул мөлкәтеңде лә, хатта ғүмереңде лә юҡҡа сығара ала. Өфө ҡала округының Янғын хәүефһеҙлеге идаралығы рәйесенең янғын һүндереү буйынса урынбаҫары Рәсим Мидәхәт улы АБДУЛЛИН һәм янғындарҙы иҫкәртеү буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәис улы МӨХӘМӘТШИН менән бөгөн ошолар хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Янғын һүндереүсе һөнәре нимәһе менән йәлеп итте һеҙҙе? Ут стихияһы һеҙҙең өсөн нимә ул?
Р. Абдуллин: Беҙ үҫкән замандарҙа егеттәр хәрби булырға, хәрби форма кейергә, погондар тағырға хыяллана ине. Янғын һүндереү хәүефһеҙлеге системаһында эшләүселәрҙең дә үҙенең формаһы, званиелары бар, шуға ла ошо һөнәрҙе һайланым. Был йүнәлештә белем алырға теләүселәр өсөн ул ваҡытта Свердловск, хәҙер инде Екатеринбург ҡалаһында уҡыу йорто бар. Уны тамамлаһаң, офицер дәрәжәһен алаһың. Ә 20-21 йәшлек егет өсөн лейтенант булыу ҙа ҙур мәртәбә. Эшләй башлағас инде, һынатмайым, тип тырышаһың, яйлап тәжрибә туплана. Бына шулай 42 йыл үтеп тә киткән. Хәҙер ҙә янғын һүндереүсе һөнәре егеттәр араһында бик популяр, эшкә килергә теләүселәр күп. Әммә беҙҙең заманда барыбер кадрҙар әҙерләүгә, уларҙың белемен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелә ине, тип уйлайым. Мин дә шулай Мәскәүҙә юғары белем алдым.
Р. Мөхәмәтшин: Тәбиғәттең 4 стихияһының береһе булған утты боронғо философтар ҡайнар, сағыу, көслө, әммә мәрхәмәтһеҙ тип һүрәтләй бит. Ул, ысынлап та, мәрхәмәтһеҙ һәм аяуһыҙ була ала. Янғын хәүефһеҙлеге эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше лә бит шуға - уны иҫкәртеү, булдырмау. Ғаиләбеҙҙә 3-сө быуында ошо һөнәрҙе һайлаған кеше булараҡ, мин быны яҡшы беләм. Минең үҫмерлек, һөнәр һайлаған мәлем үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағы, 90-сы йылдары башына тура килде һәм, ысынлап та, был ваҡытта егеттәр хәрби булырға хыяллана торғайны. Хәрби-патриотик клубта шөғөлләндем, шуға ла Рязань десант училищеһына барырға ла уйлап ҡуйғайным. Шулай ҙа ҡартатай, атай юлынан киттем - Свердловск янғын хәүефһеҙлеге-техник училищеһына уҡырға индем. Юғары белемде ситтән тороп алдым, янғын хәүефһеҙлеге буйынса төрлө йүнәлештәрҙә эшләнем. Хәҙер бына профилактикалау өлкәһендәмен.
Һеҙ хеҙмәт иткән Янғын хәүефһеҙлеге идаралығы - ул Өфөнөң муниципаль берәмеге. Бындай тәжрибә башҡа шундай ҙур ҡалаларҙа ҡулланыламы һәм уның әһәмиәте нимәлә?
Р. Абдуллин: Башҡа ҡалаларҙа ла бар, әммә Өфөләге кеүек профессиональ яҡтан әҙерлекле шәхси составы, янғын һүндереү депоһы, техникаһы булған идаралыҡ - Рәсәйҙә берҙән-бер. Беҙҙең 11 подразделениебыҙ, айырым профилактикалау корпусыбыҙ, ҡаланың һәр районы хакимиәтендә профилактика бүлектәребеҙ бар. Ҡала башлыҡтары ошондай янғын хәүефһеҙлеге идаралығы булдырып, бик дөрөҫ ҡарар ҡабул итте ваҡытында.
Бындай идаралыҡ булдырыуға шул да этәргес булды - Өфөнөң географик йәһәттән урынлашҡан урыны бик үҙенсәлекле, төрлө яҡлап йылғалар уратҡан. Ҡала һуңғы йылдарҙа территорияһы яғынан да йылдам үҫешә. Баш ҡала тиһәк тә, уның сите төрлө яҡлап бәләкәй ҡатлы төҙөлөш һөҙөмтәһендә киңәйә бара, халыҡ та фатирҙарҙан баш тартып, ауылса йорттарҙа йәшәргә ынтыла. Бөгөн Өфөнөң ошондай 24 торағы бар. Бындай шарттарҙа федераль янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенә бик ауырға төшөр ине. Беҙҙең идаралыҡ иһә килеп сыҡҡан янғындарҙы һүндереү өҫтөнә, уларҙы булдырмау өсөн күп эш башҡара.
Профилактика, тигәнгә нимәләр инә? Ғөмүмән, халыҡта янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү мәҙәниәте бармы? Әллә, миңә ҡағылмаҫ әле, тигәнерәк ҡараштағылар күберәкме?
Р. Мөхәмәтшин: Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, булдырмау яҡшыраҡ. Әйтәйек, баҡсалар буйлап тикшереп йөрөйбөҙ икән, берәүҙе лә, ни эшләп өйөңдәге мейесең ундай насар хәлдә, ни өсөн мунсаңдың мейесе шулай һалынған, ни өсөн күршең менән тораҡ биналар араһында һаҡлана торған арауыҡ һаҡланмаған, тип әрләп, ҡурҡытып йөрөмәйбеҙ. Юғиһә, ҡапҡаһын асмағандар ҙа була. Беҙ бары тик ҡарап, кәңәштәр бирәбеҙ, уларҙы төҙәтеү иһә һинең милегеңде лә, ғүмереңде лә һаҡлап ҡаласаҡ.
Һуңғы йылдарҙа граждандарҙың айырым категорияларын бушлай янғын киҫәтеү ҡорамалы менән тәьмин итеү ҙә беҙҙең бурыс. Әлеге көндә бында 15 категория ҡарай. Быға ла көлөп ҡарарға ярамай, тәжрибә күрһәтеүенсә, был киҫәтеүселәр бөгөнгө көнгә әллә күпме ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалды ла инде. Ҡаланың мәғариф идаралығы менән берлектә методик план төҙөп, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә эштәр үткәреүҙең дә үҙ һөҙөмтәләре бар. Йыл да балаларҙың ут менән уйнауы арҡаһында 5-6 янғын теркәлә торғайны, былтыр бындай 2 янғын булды, быйыл иһә - 1. Торлаҡ фондында ла - күп фатирлы йорттарҙа ла, шәхси йорттарҙа ла янғындар һаны кәмей.
Р. Абдуллин: Һәр миҙгелдең үҙенең проблемалары бар бит ул. Быйыл яҙ, йәй ниндәй ҡоро килде, шуға ла янғын хәүефһеҙлеге режимы хатта 10 октябргә тиклем дауам итте. Был үҙенең файҙаһын бирҙе, тип уйлайым, республикала Ҡурған, Свердловск өлкәләрендәге кеүек янғындар булманы. Тыйғанды ла 100 кеше тыңлай, ә бына 1-һе ут тоҡандыра. Бер әбей бәләкәй генә сүп өйөмөн яндырам тип, күршеләрен өйһөҙ ҡалдырҙы - 4 фатирлы торлаҡ йорт тулыһынса янып бөттө. Шундай миҫалдарҙан һабаҡ алып өйрәнергә кәрәк барыһына ла. Хәҙер инде өйҙәрҙе йылытыу системаларына күберәк иғтибар бирелә. Ҡаты һыуыҡтарҙа янғындар күберәк ошо арҡала сыға.
Ситтән ҡарағанда, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәттәре күберәк шәхси секторға иғтибар итә кеүек. Ә ҡаланың күп фатирлы йорттарында ниндәй хәүеф бар? Һуңғы йылдарҙа 21 ҡаттан да юғарыраҡ йорттар төҙөү модаға инде, һауаға яҡыныраҡ булырға ынтылыуҙа ниндәйҙер романтика бар ҙа, һеҙҙең күҙлектән, бының кире яғы нимәлә?
Р. Абдуллин: Заман менән бергә төҙөлөш тактикаһы ла үҙгәрә шул. Йорт бейек булған һайын, унда кеше лә күберәк йәшәй, тигән һүҙ. Хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып ҡарағанда, кешенең бейектә йәшәргә ынтылыуы минең өсөн сәйер күренә. Төҙөүсегә, әлбиттә, ҡулайлы, бәләкәй генә ерҙә бейек йорт төҙөп ҡуя ла, күберәк аҡса эшләй. Өфөлә хәҙер 22 ҡаттан бейегерәк йорттар бар. Янғын сығып китә ҡалһа, уларҙағы халыҡты эвакуациялау ни тиклем ҡатмарлыҡ тыуҙырасаҡ.
Һәр янғындан һуң белгестәр уның сәбәбен асыҡлай һәм барлыҡ осраҡта ла йә проектта хаталар булыуы асыҡлана, мәҫәлән, саф һауа инеп тора торған система аҙағынаса эшләп етелмәгән, йә эвакуация юлы яңылыш һайланған. Фатир хужалары үҙҙәре лә һаҡһыҙлыҡ күрһәтә - янғын һағы извещателдәре уларҙың интерьерын боҙа, ишек төбөнә ларҙар яһап ҡуялар, проекттан тыш үҙҙәренсә коридорҙарҙы бүлеп алалар. Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың вентиляцияһы төҙөлөш осоронда уҡ мотлаҡ күҙәтелә торған талаптарҙың береһе. Күҙгә күренмәһә лә, фатирҙар бер-береһе менән шахта һәм каналдарҙың тотош бер ҙур системаһы менән тоташҡан. Янғын сыҡҡан осраҡта ла төтөн ошо каналдар аша тура атмосфераға сығырға тейеш. Ә һеҙ үҙегеҙ бер стена ҡороп ҡуйып ҡына ла ошо юлды ябыуығыҙ бар. Тағы ла бер бәлә бар күп ҡатлы йорттарҙа. Лифт бар, шуға ла бер ҡатта йәшәүселәр үҙ-ара килешә лә, үтә ел, һыуыҡ тип, баҫҡыстарға сығыу юлын да нығытып ҡуя. Ә янғын осрағында төтөнгә сығыу юлы ла ҡаплана, ул баҫҡыс майҙансыҡтарына тула һәм кеше унан үҙаллы сыға ла алмауы бар. Торлаҡ фондына күскән ятаҡтар ҙа ҙур проблема тыуҙыра.
Кешенең ниндәй ғәҙәттәре һәләкәткә килтерә ала?
Р. Абдуллин: Хәҙер кеше элекке һымаҡ фатирын тынҡыслап тултырмай, кәрәк икән, бар әйберен ике сумаҙанға һыйҙырып, күсеп сығып та килә алалар - быныһы ыңғай күренеш. Тик ололарҙа элекке замандарҙан килгән ғәҙәт һаҡлана әле - балкондар, лоджиялар иҫке әйбер менән тулы. Шулай уҡ балкондарға ҡуйылған эвакуация люктары ябып нығытыла, янғын хәүефһеҙлеге баҫҡыстары шунда уҡ алып ташлана. Ә янғын һүндереүселәрҙең мөмкинлектәре сикһеҙ түгел. Ошо урында тағы ла ҡала хакимиәтен маҡтамайынса мөмкин түгел: Рәсәйҙең бер генә ҡалаһы ла Өфө кеүек техника алыуға ҙур сығымдар бүлмәй. 30 метрлы баҫҡысы булған янғын һүндереү машиналары һәр подразделениела бар, әммә бынан тыш беҙҙә хәҙер бейеклеге 42, 50 һәм 68 метрлы 3 техника бар. Аҙаҡҡыһы 20-се ҡатҡа тиклем күтәрелергә һәм кешеләрҙе ҡотҡарырға мөмкинлек бирә. Тик улар берәр генә, ә ҡала ҙур, бер осонан икенсеһенә барып еткәнсе 1 сәғәт үтеп китеүе бар. Ә ошо люктар аша кеше үҙаллы ла ҡотола алыр ине.
Шулай уҡ бөтөн ерҙә гел әйтеп йөрөйбөҙ: күп ҡатлы йортта ҡайҙалыр нимәлер яна икән, баҫҡысҡа сыҡмағыҙ, зинһар! Ҡасырға уйлайҙар, әммә тоҙаҡҡа эләгеп, һәләк булалар. Төтөндө үтәм дә китәм, тип уйламағыҙ, янғын ваҡытында кислород концентрацияһы аҙая.
Әйткәндәй, урман янғындары ла ҙур бәлә бөгөн, һеҙгә улар ҡағыламы? Урман янғындарының да сәбәбе булып йышыраҡ кеше факторы торамы?
Р. Абдуллин: Өфө ҡалаһындағы бөтөн нәмәнең дә, шул уҡ иҫәптән, ҡала урмандарының да хәүефһеҙлеге беҙҙең иңдәрҙә. 22 мең гектар урман - ҡаланың "үпкә"ләре - ул Өфөнөң ғорурлығы. "Өфө муйынсаһы" бик әүҙем төҙөлә, хәҙер унда янғын булдырмау эше лә көнүҙәк мәсьәлә.
Р. Мөхәмәтшин: Урманда янғын сығыуҙың башында күбеһенсә кеше тора. Тәбиғәткә сығалар, ут тоҡандыралар, шешлек бешерәләр һәм бер минутҡа ғына иғтибарһыҙ ҡалдыралар - ут шунда уҡ ҡоро үләнгә тоҡанып та китә. Йәки кеше урман һуҡмағы буйлап атлап килә һәм тәмәке төпсөгөн ырғыта - бында ла шундай уҡ сценарий. Күптәр уйланмай ғына шешә ташлап китә. Ә ул 100 проценҡа ут тоҡандырасаҡ: ҡояш нуры уға төшөп, энергия көсәйә. Хатта балконға ҡуйылған һыулы быяла банканың шулай ҡояш нуры аҫтында йылынып, иҫке әйберҙәргә ут тоҡанып киткән осраҡтары була.
Р. Абдуллин: Йәйге селләлә машина ултырғысында шешә менән һыу ҡалдырһағыҙ, ҡояш төшөп, машина янып китеүе ихтимал. Төрлө шыйыҡсалар тултырылған аэрозолдәр күп, улар ҙа йылылыҡтан киңәйеп, шартлауы бар. Кеше уйламай, ә бәлә килә.
Хәҙер Яңы йыл байрамы етә. Ул йәй, ҡышҡа әҙерлек һымаҡ, янғын һүндереүселәр өсөн айырым бер миҙгел кеүектер. Байрам һәләкәткә әүерелмәһен өсөн ниндәй кәңәштәр булыр?
Р. Мөхәмәтшин: Байрам саралары үтәсәк мәҙәниәт һарайҙарында, мәктәп-балалар баҡсаларында, шыршы ҡуйылған боҙ һарайсыҡтары, парктарҙа, Ҡыш бабайҙың Яңы йыл резиденцияһында профилактик эштәр комплексы башҡарылды, хеҙмәткәрҙәр инструктаж үткән, сигнализация, кешеләрҙе янғын тураһында иҫкәртеү системалары, эвакуация юлдары барыһы ла тикшерелде. Байрам шатлыҡтар менән килһен өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр үтәү ҙә етә. Балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Фейерверк кеүек байрам сараларын ҡағиҙәһенә ярашлы ҡулланығыҙ. Ошо мәлдә ни эшләптер бала-саға урамда петарда шартлата башлай, һатып алмағыҙ уларҙы, балағыҙға бирмәгеҙ.
Р. Абдуллин: Байрамды айыҡ аҡыл менән үткәргәндә генә ул хәүефһеҙ үтәсәк. Балалар өсөн дә өлкәндәр яуаплы. Иң ҙур трагедия - ул янғында балаларҙың һәләк булыуы. Шуға ла беҙ балалар араһында иҫкәртеү эштәре алып барыуға ныҡ иғтибарлыбыҙ. Балаға бер әйтһәң, ул ҡайтып әсәһен дә өйрәтәсәк әле. Шуға ла идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡурсаҡ театрҙары менән балалар араһына сыға, әле лә Яңы йыл темаһына арналған спектакль мәктәптәр буйлап йөрөй. Беҙҙең һәр эшебеҙ - ул профилактика. Янғын һүндереүсенең төп эше - янғын һүндереү түгел, ә уны булдырмау. Шулай ҙа был эштә беҙгә һеҙҙең һәр кемегеҙҙең теләктәшлеге кәрәк.
Шулай итеп...
Тотоп бикләп ҡуйыр өсөн уттың ялы ла, ҡойроғо ла юҡ. Шуға ла Яңы йыл байрамдары ла, ғөмүмән, һәр көнөбөҙ ҙә үкенестәр килтермәһен тиһәк, үҙебеҙгә лә ниндәйҙер хәүефһеҙлек сараларын күрергә кәрәклеге хаҡында ғына иҫкәртә бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ. Күңелһеҙ статистикаға яңылары өҫтәлмәһен, ғүмерҙәр ҡыйылмаһын, утты йылылыҡ һәм ҡот, йәшәү сығанағы итеп кенә беләйек.
Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА