Борон-борондан медиктар, иң беренсе осраҡта мосолмандар, көйҙө дауалау сифатында ҡулланған. Ислам донъяһында ла махсус дауалау үҙәктәре асылған: VIII быуаттың башында уҡ Фес (Марокко) ҡалаһында; IX быуатта Бағдадта һәм Дамаскта; 1279 йылда Алеппола был үҙәктәр үҙ көсөнә ингән. Бында ауырыуҙарҙы үҙенә тура килгән көй менән дауалағандар.
1284 йылда Ҡаһирәлә Әл Мансур Сәйфетдин Калавун Мансурийа исемле кеше шифахана төҙөтә. Был шифаханаларҙа көй менән дауалағандар, ул ысынлап та ауырыуҙың хәлен яҡшыртҡан. Бынан тыш, махсус эшкә ялланыусылар ауырыуҙарға көлкөлө хикәйәләр һөйләй торған булған. Ошо уҡ шифаханаға матур тауышлы мөьәзиндар дини йырҙар йырларға саҡыртылған. Шул рәүешле ауырыуҙарҙың һыҙланыуҙары бөтөп ҡалған. Был шифаханала әлеге көндәрҙә лә дауалауҙың ошо ысулдары киң ҡулланыла. Бөгөн ҡайһы бер шифаханаларҙа был ысул телевизор, радио һәм компьютер ярҙамында алып барыла.
Кеше организмының 60-70 проценты һыуҙан тора. Шул сәбәпле, һыу беҙҙең организмда тауыш тирбәлеүҙәре өсөн бик яҡшы үткәргес булып тора. Беҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән генә түгел, ә бөтә күҙәнәктәребеҙ менән был тирбәлеүҙәрҙе тоябыҙ. Ығы-зығы йәки көслө тауыш беҙҙе стресҡа килтерә, кәйефебеҙҙе боҙа һәм төшөкөлөккә бирелдерә. Һөҙөмтәлә беҙҙең иммун системаһын көсһөҙләндерә. 90 децибелдан юғары тауыштар стресс барлыҡҡа килтерә һәм ҡолаҡты һаңғыраулата. Др.Пиерс Дж.Ховард ныҡ юғары сифатлы тирбәлеүҙәр беҙҙең аңыбыҙға алкоголь һәм наркотик кеүек үк тәьҫир итә һәм һүлпәнлеккә килтерә, һуңынан буйһоноусанлыҡҡа алып бара, тип билдәләй. Тауыштар шулай уҡ әсә ҡарынындағы яралғыға ла тәьҫир итә. Яралғы бит 16-сы аҙнаһында уҡ ишетә, тоя башлай.
"Нью-Йорк Стрэнг" яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү үҙәгенән Митчел Гейнор музыканың һауыҡтырыу үҙенсәлеге тураһында былай тип әйтә: "Хәҙер врачтар гармониялы музыка менән һаулыҡ араһында бәйләнеш барлығына нығыраҡ инана бара. Әгәр ҙә беҙ яҡшы кешеләр һәм аһәңле көй мөхитендә булһаҡ, үҙебеҙҙе яҡшы тоясаҡбыҙ. Мин яғымлы тауыш һәм аһәңле көйҙән башҡа кешегә һәр яҡтан яҡшы тәьҫир иткән һәм тормошон яҡшыға үҙгәрткән бер нәмәне лә тапманым. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Моцарт һәм Вивальдиның музыкалары яралғының йөрәк тибешен әкренәйтә, шулай уҡ ҡапыл эшләгән хәрәкәттәрен кәметә. Шул уҡ ваҡытта рок һәм поп-музыка балаға тынысһыҙлыҡ килтерә".
Әле ҡиммәтен тулыһынса аңлап бөтөрмәһәк тә, кеше тауышы үҙе лә дауалау көсөнә эйә. Тауышҡа һәр күҙәнәккә, кеше тәненең һәр ағзаһына тәьҫир итеү көсө бирелгән. Көйҙөң дауалау үҙенсәлеген ҡулланыр өсөн яғымлы көй тыңларға һәм Ҡөрьән уҡырға кәрәк. Түбәндә килтерелгән Ҡөрьән аяттары ошоно күрһәтә лә инде: "Һуңынан уны (Әҙәмде) камиллаштырып, кеше рәүешенә килтерҙе, уға үҙ рухынан йән өрҙө. Һәм һеҙҙең өсөн ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк яралтты. Ни сәбәпле һеҙ шул ҡәҙәре әҙ шөкөр итәһегеҙ?" (Сәждә, 9). "Бер нәмә лә белмәгән, аңламаған хәлдә һеҙҙе әсәйегеҙ ҡарынынан сығарҙы; бәлки, шөкөр итерһегеҙ тип, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр һәм күңел һиҙеме бирҙе" (Нәхл, 16:78).
Торонто университеты медицина факультеты профессоры доктор Кейт Мур үҙенең "Кеше эмбриологияһы" исемле китабында, кеше эмбрионы иң беренсе ишетеү һәләтен, һуңынан күреү һәләтен үҙләштерә, ә һуңынан уның тойоу, аңлау һәм интеллекты үҫешә, тип яҙа. Яралғының был эҙмә-эҙлелеге үрҙә килтерелгән Ҡөрьән аяттары менән тура килә. Ҡөрьәндең дауалау үҙенсәлегенә эйә икәнлеген Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә иҫбат иткән.
Аллаһ кешегә ҡолаҡтар һәм ишетеү һәләте биргән. Был, кеше матур, тыныс, яғымлы көй тыңлап, рухын һәм әхлағын нығытһын, йөрәген тынысландырып, аңын үҫтерһен өсөн бирелгән ниғмәттер.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА