УҢЫРБЫҘМЫ, ТУҢЫРБЫҘМЫ?
Шундай һорау алдына ҡуя реформалар
Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһе туҡтауһыҙ реформаларға дусар ителә. Был реформаларҙың нимәгә алып киләсәген беҙ бер нисә тиҫтә йылдан һуң ғына белә алырбыҙ, моғайын. Ләкин ул осорға тиклем бөтә уҡытыу системаһы юҡҡа сығып ҡуймаһа ярар ҙа, тигән борсолоу бар. Әгәр хаталанғанбыҙ икән, был хаталар өсөн яуап биреүселәр булырмы? Белмәйем. Әммә тәжрибәләр дауам итә. Иң үкенеслеһе шул: ул реформаларҙы мәктәптә бер көн дә эшләп ҡарамаған кешеләр үткәрә.
Ҡулыма бер документ килеп эләкте. Ишембай районы уҡытыусыларының 1938 йылдың 5 ғинуарында үткәрелгән кәңәшмәһендә күтәрелгән ҡайһы бер проблемалар теркәлгән унда. Уны бик иғтибарлап уҡып сыҡтым да, үҙемә үҙем һорау бирҙем: әлеге көндә нимә үҙгәргән һуң? "Коммунистик", "большевистик" һәм "дингә ҡаршы тәрбиә" тигән һүҙҙәргә иғтибар итмәһәң, бер нәмә лә үҙгәрмәгән кеүек. Мәктәптәрҙә информацион-коммуникацион технологиялар, электрон дәреслектәр, дистанцион уҡытыу алымдары, интернет селтәрҙәре үҫешһә лә, төп проблемалар хәл ителмәй, беҙ һаман бер урында тапанабыҙ һымаҡ. Йыл һайын август кәңәшмәләре үткәрелә, резолюция ҡабул ителә. Ә резолюция үтәләме, йәки уның нисек үтәлеше тураһында халыҡ алдында (бында уҡытыусыларҙы иҫәпкә алмайым) сығыш яһаламы?
Совет власы мәктәбе күптән тарих биттәрендә ҡалды, әммә шул осорҙа ул бик күп таланттар, күренекле шәхестәр тәрбиәләп үҫтерҙе. Ә бөгөнгө техника үҫешкән заманда күпселек уҡытыусылар уҡыусыларҙың белем кимәленең йылдан-йыл түбәнәйеүен билдәләй. Төп сәбәптәрҙең береһе - уҡытыусыларҙың балалар менән эшләргә ваҡыты ҡалмай, сөнки уларҙы төрлө ҡағыҙ тултырыу, отчет биреү, йәмәғәт эштәре менән баҫалар. Уҡытыусыларҙың көндәлек, айлыҡ эштәрен барлап сығайыҡ: дәрес биреү, яҡшы уҡыған һәм артта ҡалған уҡыусылар менән эшләү, балаларҙы (шул рәттән ҡайһы бер ата-әсәләрҙе лә) тәрбиәләү, предмет буйынса төрлө саралар ойоштороу, ата-әсәләр йыйылышы үткәреү, журнал тултырыу, эш программаһы төҙөү, көндәлек дәрес планы яҙыу. Шуларға өҫтәп, уҡыусыларҙы олимпиадаларға, конкурстарға, Берҙәм дәүләт имтиханына, ғилми-эҙләнеү эштәренә әҙерләү, ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәр тикшереү, асыҡ дәрестәр, дистанцион дәрестәр күрһәтеү, электрон көндәлек/журналды тултырыу, профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыу, өс йылға бер тапҡыр курстар, биш йыл һайын аттестация үтеү, методик тема өҫтөндә эшләү, методик ойошмаларҙа, педсоветтарҙа сығыш яһау, уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороу, рейдтарға йөрөү, вебинарҙарҙа, фәнни конференцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнашыу, махсус курстар, түңәрәктәр алып барыу, уҡыусылар менән концерттарға, экскурсияларға, походтарға йөрөү, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы тәьмин итеү һәм башҡалар. Бынан тыш, уҡытыусы үҙе түләп төрлө курстар үтә, ИКТ буйынса белемен камиллаштыра, кабинетын йыһазландыра, дидактик материалдар туплай, методик портфолиоһын булдыра. Унан башҡа иҫәпһеҙ-хисапһыҙ йәмәғәт эштәрен дә башҡара ул.
Белгород өлкәһе губернаторы Евгений Савченко бер матбуғат конференцияһында: "Иҫәпләп сығарыуыбыҙ буйынса, беҙҙең өлкә уҡытыусылары барлығы 129 төрлө отчет тапшыра. Бөгөн шуларҙың өстән бер өлөшөн ҡыҫҡарттыҡ. Әлеге көндә депутаттар һәм башҡарма власть комиссияһы ҡалған отчеттарҙың яртыһын ғына ҡалдырыу өҫтөндә эшләй," - тип белдерҙе. Уның уйынса, уҡытыусыларҙың 99 процент эше уҡыусылар менән аралашыуға ҡоролорға тейеш, педагогтар балаларға үҙҙәренең белемен һәм тәжрибәһен еткерергә бурыслы.
Ысынлап та, уҡытыусыларҙың дәрескә төплө әҙерләнергә, уҡыусылар менән эшләргә ваҡыты етмәй ҡала. Етмәһә, мәғариф бүлеге, Обрнадзор, Янғын күҙәтеүе, прокуратураның планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәре барлыҡ ниәтләгән эштәреңдән ситләштерә. Бына шул. Ә уҡытыусыға иғтибар, йылы һүҙ етәме һуң? Уҡытыусының эш хаҡын арттырҙыҡ, тип һөрән һалабыҙ ҙа, тағы уның елкәһенә йөк өҫтәйбеҙ. Уҡытыусы һөнәренең ҡәҙере юҡ бит. Гәзит-журналдар, Үҙәк телевидение аша уҡытыусыларға күпме ҡара яғыла.
Беҙҙең республикала йыл уҡытыусыһы конкурстарында еңеү яулаған күпме уҡытыусылар бар. Ниңәлер, уларҙың бай тәжрибәһе, профессиональ оҫталығы тулы кимәлдә ҡулланылмай. Ысынында, ошо конкурста ҡатнашҡан күп уҡытыусылар үҫештән туҡтап, аҙаҡ бө-төнләй һүнеп ҡуялар. 2012 йылда мин Мордовияның Саранск ҡалаһында үткән туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсында ҡатнашып, ҙур тәьҫораттар алып ҡайттым. Саранск ҡалаһының 19-сы гимназияһының эш тәжрибәһе мине хайран итте. Ҡайтҡас, күптәргә үҙемдең уй-теләктәремде еткерергә тырыштым, әммә ишетеүсе булманы. Шундай уҡ хәл талантлы уҡыусылар менән ҡабатлана. Мәктәптән тыш бер ҡайҙа ла тиерлек тулы кимәлдә талантлы балалар базаһы булдырылмаған. Бындай уҡыусыларҙың үҫеше йылдан-йыл күҙәтеп барылырға тейеш тейешлеккә. Был эш менән мәктәп кенә түгел, ә мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә, юғары уҡыу йорто етәкселәре лә шөғөлләнергә тейеш. Беҙ уларға буласаҡ студенттар әҙерләйбеҙ бит. Март, апрель айҙарында мәктәптәргә сығып, осрашыуҙар үткәрәләр ҙә, шунан абитуриенттарҙы көтөп ултыралар. Миңә әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының эш алымдары бик оҡшай, ә башҡа уҡыу йорттары нимә ҡарап яталарҙыр...
Күпселек осраҡта беҙ нимә ҡушалар, шуны ғына эшләргә күнеккәнбеҙ, ә үҙебеҙ белеп эшләмәйбеҙ. Күптәр дәрестән һуң уҡыусылар менән эшләүгә ҡарағанда, репетиторлыҡ менән шөғөлләнеүҙе артыҡ күрә, сөнки һәр сәғәте - аҡса. Үҙен генә ҡайғыртҡандар арта. "Йәштәргә эш юҡ", тип һөрән һалалар, ә пенсияға сыҡҡандар йәштәргә эш урыны бирергә уйламай ҙа. Дөйөм алғанда, мәғариф системаһы алдында ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар ысынбарлыҡҡа тура килеп етмәй. Беҙ, тематик планға ярашлы рәүештә, дәрестә балаларға белем, тәрбиә бирәбеҙ, ә тормошҡа әҙерләмәйбеҙ, дөрөҫ йәшәргә өйрәтәбеҙ, ә нисек йәшәргә өйрәтмәйбеҙ. Хәҙерге техника заманында, базислы уҡыу планына ярашлы, уҡыусыларҙың 8-се кластан ғына "Информатика" дәресен өйрәнә башлауы аптырата. Мәктәптәрҙә компьютерҙар күбәйҙе, ә уларҙы көйләүсе техник-инженерҙар юҡ - оптималләштереү заманы бит, йәнәһе.
Эйе, системаны үҙгәртмәйенсә тороп, алға китә алмаясаҡбыҙ. Шуға ла беҙҙең республикаға, районыбыҙға инвесторҙар килмәй. Икенсе илдән килгән бер кешенең әйткәне әле лә ҡолағымда сыңлап тора: "Мин Башҡортостанға килгәс, ике нәмәгә аптыраным: беренсеһе - эскелек, икенсеһе - шундай бай республика, ә халҡы ярлы йәшәй". Халҡыбыҙҙың нисек йәшәүендә мәғариф системаһының да өлөшө ҙур. Халыҡты беҙ тәрбиәләйбеҙ һәм белем биреп үҫтерәбеҙ бит. Физиканан ерҙең тартыу көсө барлығын яҡшы беләбеҙ. Һәр нәмәне юғарыға сөйһәң дә, ул киренән ергә әйләнеп төшә. Шуның һымаҡ, беҙҙең эшләгән изгелектәр ҙә, яуызлыҡтар ҙа үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ. Уҡыусыларға биргән тәрбиә һәм белем аҙаҡ илебеҙгә хеҙмәт итергә тейеш. Ниндәй белем - шундай һөҙөмтә. Уйланырға урын бар…
Рифат ӘЙҮПОВ,
Ишембай ҡалаһындағы Ә.Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА