«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ситтән тороп диалог
+  - 

ТОРМОШ КАРАБЫНДА...
оҫта капитанға ярҙамсы булайыҡ, әхирәттәр!

"Никахтар күктә ярала", тиһәләр ҙә, аҙаҡ никахлашыусыларға барыбер ергә төшөргә, ерҙәге тормошҡа, ҡанундарға, йолаларға яраҡлашырға тура килә. Һәр ғаилә үҙенсә бәхетле һәм үҙенсә бәхетһеҙ. Шуға ла "Ғаилә" тигән донъяның серҙәре лә, ҡиммәттәре лә төрлө һәм сикһеҙ, том-том китаптарға ла һыймалы түгел. Республика райондарында булдырылған "Ағинәйҙәр ҡор"ҙары рәйестәре - Белорет районынан Зилә АБЗАЛОВА, Баймаҡ районынан Хөрмә БИКТИМЕРОВА, Йылайыр районынан Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА менән ғаилә ҡиммәттәре, серҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Өсөгөҙҙө лә бынамын тигән әсәйҙәр, бынамын тигән ир ҡатындары, бынамын тигән гүзәл заттар итеп беләбеҙ. Ғаилә ҡиммәттәре ниндәй яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарға таяна икәнлеген һеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән кешене ҡайҙан тапмаҡ кәрәк!
Зилә АБЗАЛОВА Зилә Абзалова: Ғаиләне, ғәҙәттә, дәүләт ҡоролошо менән сағыштырабыҙ. Тимәк, ғаиләне ғаилә иткән нигеҙҙәр ҙә дәүләттеке кеүек була инде, йәғни ул төрлө яҡлап үҫешһен өсөн тыныслыҡ, бер-береңде ихтирам итеү, иҡтисади һәм рухи яҡтан шарттар булдырыу кеүек яҙылмаған ҡанундар урынлаштырылырға тейеш. Ошо өс таяуҙың береһе булмаһа йәки аҡһаһа ла, ғаилә ҡиммәттәре яйлап юҡҡа сығалыр. Мәҫәлән, хәлле генә йәшәгән ғаилә эсендә ире ҡатынын һанға һуҡмаһа, балалары ошо хәлде күреп үҫеп, үҙҙәренең тормош иптәшен кешегә һанамаһа, был ғаиләнең ғаилә булараҡ төп ҡиммәте юҡҡа сыға. Берҙән, ғаиләлә ҡатынды, әсәне хөрмәт итмәүҙән дә ҙурыраҡ гонаһ юҡ. Икенсенән, ошондай ғаиләлә тәрбиә алған балалар артабан да был зарарлы ғәҙәттәрҙән арына алмай, уны үҙ тоҡомона тапшырасаҡ. Ғаилә иҡтисадын да юҡҡа телгә алманым, ни өсөн тигәндә, бигерәк тә хәҙерге йәш ғаиләләрҙең күбеһе нәҡ иҡтисади көрсөккә килеп терәлеү менән айырылышыу яғын ҡарай. Элгәре аҡса табыу, ғаиләне аҫрау күбеһенсә ирҙәр иңендә булһа, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың да яуаплылыҡты үҙ елкәһенә алыуы күҙәтелә. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаиләһен байытыуҙы хәстәрләүе күп осраҡта ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға ҡаршы эшләй. Һәр яңы ҡоролған ғаилә мөхәббәттән баш ала, әммә йылдар үткән һайын уның сифаты үҙгәрә. Әгәр ҙә йәш кәләш ҡатын ҡорона ингәнсе рухи яҡтан туҡтауһыҙ үҫешһә, балаларын да ошо рухиәткә йәлеп итһә, был ғаилә күп көрсөктәрҙе еңеп сығасаҡ. Ире рух йәһәтенән әҙергә-бәҙер булып йәшәһә лә, эшенә мөкиббән китеп, ғаиләһен онотоп ебәрһә лә, уларға эйәрәсәк. Әгәр ир кеше үҙе өҫтөндә эшләп, балаларының киләсәген ҡайғыртып, алға китһә, ҡатыны кимәл яғынан артта ҡалған осраҡта, ғаилә тарҡала. Тимәк, һәр ҡатын-ҡыҙ, һәр ир-егет быны аңларға һәм мөхәббәт ялҡынының мәңгелек булмауын күҙаллап, ул ялҡынға ҡуҙ өҫтәп торорға, үҙен төрлө яҡлап үҫтерергә тейеш.
Хөрмә БИКТИМЕРОВА Хөрмә Биктимерова: Ғаилә ҡиммәттәре нимә ул, тигән һорауға мин "Урал батыр" эпосынан бер өҙөк менән яуап бирер инем:
Олоно оло итегеҙ
Кәңәш алып йөрөгөҙ.
Кесене кесе итегеҙ
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.
Ошо юлдарҙа һалынған күркәм сифаттар - илһөйәрлек, кешелеклелек, кеселекле, иманлы, ярҙамсыл, оло йөрәкле булыу, тормошҡа, тирә-яҡҡа яратып бағыу, бер-береңә һәм башҡаларға ихтирамлы булыу, шулай уҡ тормошта оптимист булып, ғаилә усағын дөрләтеп яндырыу, һәр эшкә яҡшылыҡ менән яуап биреү, үҙ-ара матур мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап алып ҡалыу - шул инде ғаилә ҡиммәттәре.
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Ғаилә ҡороу - тормошта иң ауыр һәм иң яуаплы аҙымдарҙың береһе, сөнки барлыҡ киләсәк тормошоң ошо аҙымыңдың дөрөҫ йәки дөрөҫ булмауына бәйле. Күп ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеп, оҙаҡ та тормай тарҡалыуы ошо яуаплы аҙымға яуапһыҙ ҡарау һөҙөмтәһелер, моғайын. Өйләнешкәнсе йәштәр буласаҡ яртыһының яҡшы яҡтарын ғына түгел, етешһеҙлектәрен дә белһә, бергә йәшәп китеүе ауыр булмаясаҡ. Әлбиттә, ғаиләнең нигеҙендә һөйөү ятырға тейеш, әммә һөйөүҙән тыш, бер-береңә ихтирам, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар юҡ икән, бергә тормош көтөү ҙә ҡыҙыҡлы булмаҫ. Ғашиҡлыҡ, бер-береңде күреп туя алмаған сағыу тойғолар мәңгелек түгел. Улар үткәс, күңелдә ризаһыҙлыҡ тыуа һәм яртыңдың етешһеҙлектәре, кәмселектәре күренә башлай. Тап шул саҡта бер-береңде аңларға тырышыу, тик уның ғына түгел, үҙеңдең дә етешһеҙлектәрең барлығын иҫтә тотоп, уныҡын ҡабул итеү мөһим.
Таныштарымдың да, үҙемдең дә шәхси тәжрибәмдән сығып, ғаилә ҡороуҙың иң ауыр һәм яуаплы осоро - ул тәүге биш йыл, тип әйтер инем. Беҙҙең дә тәүге йәшәгән йылдарыбыҙ гел ҡояшлы көндәрҙән генә торманы. Аңлаша алмаған, үпкәләшкән, үҙ һүҙеңде һүҙ итергә, еңергә тырышҡан саҡтар булғыланы. Мин үҙем ҡатын-ҡыҙ затынан булараҡ, үтә сабырһыҙмын, тиҙ генә үпкәләп барам, ҡабынып китәм. Шул саҡта тормош юлдашымдың миңә ҡаршы әйтмәй, тыйылып, йәиһә уйын-көлкөгә бороп ебәреүе арҡаһында байтаҡ низағтар тамырынан ҡорой килә. Уйыңдағын, бигерәк тә үпкәләрҙе шунда уҡ әйтеп, аңлашып ҡуйыу кәрәклеген йәшәй-йәшәй аңлайһың. Әйтмәй, эстән үпкәләп, әрнеп йөрөп, ул ҙурая, үҫә, ҡабара һәм ябай үпкәнән оло бер ауырыуға, бәләгә әйләнеүе мөмкин. Шуны аңлау, күп кенә хата аҙымдарҙан, яңылышыуҙарҙан араланы. Әгәр ошо биш йылда йәш ғаилә түҙемлек күрһәтеп, айырылышмай икән, артабан улар бергә ҡалыр.
Кинофильмдарҙағы "баллы айҙар" - ул бер ҙә баллы ай түгел, ул йәштәрҙең бер-береһен һынау, күнегеү, үҙең өсөн ят ғәҙәттәргә, ят ҡылыҡтарға өйрәнеү осоро ул. Аҙаҡ инде яртыңды идеаль кеше тип түгел, нисек бар, шулай ҡабул итәһең, уны ниндәйҙер икенсе ғаилә ағзаһы итеп түгел, ә үҙеңдеке, ҡан туғаның һымаҡ күрәһең. Үҙең әрләһәң дә, кешенән һүҙ әйттермәйһең, үҙең яманлаһаң да, ситтәрҙән ҡыйыш һүҙ ишеткең килмәй. Быны ике йөҙлөлөк тип ҡабул итергә ярамай, был - күңелдәрҙең берлеге, туғанлыҡ хистәренең сағылышы.

"Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа", тигәндәй, йәшәй-йәшәй мөхәббәт тә "туҙһа", хистәр һүрелһә, хәтер ҡалыуҙар йышая башлаһа һәм улай ғына ла түгел, хатта ҡул күтәреү, бер-береңә алама, әшәке һүҙҙәр әйтеү осраҡтары ғәҙәтигә әйләнеп киткәндә, балалар хаҡына, тип, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүҙе дауам итергәме, нисек уйлайһығыҙ?
Зилә Абзалова: Һөйөшөп ҡауышып, унан ары "ҡатын минеке, уның менән нимә эшләһәм дә була", тигән мәғәнәһеҙ инаныуға ышанып, ҡатынына ҡул күтәргән, хатта туҡмап үлтереүгә барып еткән осраҡтар ҙа бар. Күп ҡатындарҙың, әсәләрҙең иң ҙур хатаһы - иренең ҡасан да булһа үҙгәреүен көтөү. Бала хаҡына тиҙерәк холоҡһоҙ ирҙән айырылырға кәрәк, ә киреһенсә түгел. Был хәҡиҡәтте һуңлап аңлау - енәйәткә тиң, сөнки бала нимә күреп үҫә, шуны ҡабатлаясаҡ. Яңыраҡ "Бәйләнеш" селтәрендә беҙҙең яҡ ауылдарҙың береһенән көн-төн туҡмаған иренән һигеҙ балаһы менән ҡалаға сығып киткән һәм тырышлығы, эшһөйәрлеге менән дүрт бүлмәле фатир алып, балаларын кеше итеп үҫтереүсе әсә хаҡында һөйләгәйнем. Ҡышҡы сатнама һыуыҡта резина итектә ҡала урамы һепереп, ҡустыларының йортон таба алмай аҙашып йөрөүҙәре, һигеҙ баланы ас итмәйем тип тырышыуҙары хаҡындағы мәҡәләмде күҙ йәштәре аша яҙғаным хәтерҙә. Ауыл ҡатынының бер түгел, һигеҙ балаһының алдағы яҙмышын күҙаллап, уларҙың киләсәген хәстәрләп, үҙенең балаларына ни ҡәҙәр кәрәклеген тойоп, кеше көсө етмәҫтәй аҙымға барыуына һәйкәл ҡуйырлыҡ, тип яҙғайным. Ул замандағы юлһыҙлыҡты, башҡорт ауылында йәшәгән ҡатындарҙың телһеҙлеген, ҡыйыуһыҙлығын иҫәпкә алһаң, был хәл, ысынлап та, батырлыҡҡа тиң.
Хөрмә Биктимерова: Балалар хаҡына тип түҙергә кәрәктер инде, әгәр ҙә ир кеше балаларҙы яратһа һәм уларға ярҙам итһә. Ире эскеләгән, йә эскегә һабышҡан ҡатындың хәле, әлбиттә, аяныс, ундай ҡатындар үҙҙәрен ерҙең сигендә торған кеүек хис итә, аҫта - упҡын, алда - билдәһеҙлек, өмөтһөҙлөк, таяныс юҡ, күңеле лә китек. Тәүге ваҡытта, минеңсә, ирҙе дөрөҫ юлға баҫтырыр өсөн көрәшеп ҡарарға кәрәктер ул, дауаларға, туғандарҙы ярҙамға, кәңәшкә саҡырырға, балалар хаҡына йәшәп ҡарарға. Әммә түҙеп торорлоҡ булмаған сиккә етһә, тормош иптәшең кешелек сифатын юғалтһа, ғүмереңде бушҡа сарыф итмәй, айырылышырға кәрәктер. М.Кәрим әйткән бит әле, "Айырылышыу - ярты әжәл, әжәл менән шаярмағыҙ", тип. Шуға күрә, айырылышыу - һуңғы нөктә, уның менән бергә балаларҙың етемлеге һәм тормошҡа аяҡ баҫҡанда ҡыйыуһыҙлыҡтары, матди етешһеҙлек һәм күңел бушлығы, яңғыҙлыҡ - шул турала ла оноторға ярамай.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Ғаилә булғас, әрләшеүҙәр, бәхәстәр булыр, һауыт-һаба ла шылтырар, тик уларҙы ҙурға ебәрмәй, ябайлаштырып ҡабул итергә һәм үткәреп ебәрә белергә өйрәнергә тура килер. Үҙ яртыңа юл бирә белеү ҙә ҙур һөнәр. "Мин хаҡлы, мин еңәм!", тип талашаһың икән, әлбиттә, ғауға сығыуын, хатта ҡул күтәрешеүгә тиклем барып етеүен көтөргә була. Ҡайһы ваҡыт телеңде тешләү ҙә килешә, "Әйткәнең көмөш булһа, өндәшмәгәнең - алтын", тиҙәр түгелме һуң? Әгәр кәмһетеүҙәр, ҡыйырһытыуҙар, ҡул күтәреү өҫтөнлөк ала башлаһа, бала хаҡы өсөн генә ирең менән бергә йәшәү мәғәнәһеҙлек тип уйлайым. Бер ҡул күтәргән кеше икенсегә лә, өсөнсөгә лә туҡмаясаҡ. Шуға күрә балаларҙың психикаһын ҡаҡшатҡансы, ирһеҙ, әммә тауышһыҙ-талашһыҙ айырым йәшәүең артыҡ.

"Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә - ҡатын" тигән мәҡәл, "Ашлыҡ уңһа - ерҙән, ҡатын уңһа - ирҙән" тигән халыҡ һынамышы тураһында ниндәй фекер йөрөтөргә мөмкин?
Зилә Абзалова: Ғөмүмән, халыҡ мәҡәлдәре юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Халҡыбыҙҙың ғаилә ҡиммәттәренә иғтибарлы булыуы береһенән-береһе аҡыллы, тапҡыр, мәргән мәҡәлдәрҙә ярылып ята. Был мәҡәлдәр бер-береһенә бер нисек тә ҡаршы килмәй. Әлегәсә бер кем дә булдыҡһыҙ ирҙәр һәм ялҡау ҡатындар нисбәте тураһында статистик мәғлүмәт алып бармаған. Тимәк, беҙ үҙебеҙҙе уратып алған таныштарҙан, дуҫтарҙан, күршеләрҙән, туғандарҙан сығып ҡына ошо мәҡәлдәрҙе йә инҡар итә, йә иҫбат итә алабыҙ. Ә улар араһында (бер нисә быуынды күҙәткәндә лә) ялҡау, талашырға яратҡан, барҙы юҡ иткән ҡатындары арҡаһында йонсоп йәшәгән ғаиләләр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта тормош көтөү алдында баҙап ҡалған, ғаилә дәүләтенең бөтә ҡоролошон, ундағы барса-барса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе ҡатыны иңенә һалған ирҙәр ҙә юҡ түгел.
Хөрмә Биктимерова: "Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә - ҡатын" тигән мәҡәлде хәҙер ғаилә ҡиммәттәренең береһе тип ҡарау ғәҙәткә инеп бара. Был һәр осраҡ өсөн дә ғәҙел тип әйтеп булмайҙыр ул. Аллаға шөкөр, әле лә баҫҡан ерҙә ут сәсрәтерлек, ҡорос сыңын сыңлатырлыҡ, ғәййәр, ҡеүәтле, баһадир, дыуамал ир-егеттәребеҙ бик күп. Улар һәр ваҡыт ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеп, рухи, аҡыл, аң кимәлендә лә үҫтереп, тормошта ныҡ аҙымдар менән алға атлай. Ҡатын-ҡыҙ уларҙы хуплап, маҡтап, ҡеүәтләп кенә торһа, ул ир-егеттәр тағы ла күркәмерәк булыр, юғарыраҡ үрҙәр яулар.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Халыҡ аҡылына, зирәклегенә хайран ҡалырлыҡ булһа ла, мәҡәлгә ҡарап ҡына йәшәп булмай, һәр осраҡ, һәр ғаилә үҙ ҡанундары, йолалары менән үҙе бер донъя. Ирҙең ысын мәғәнәһендә ир булыуында - ҡатын кешенең, ҡатындың бәхетле булыуында - ирҙең ролен инҡар итеп булмай. Шуға ла Хоҙай Тәғәлә уларҙы бер бөтөн итеп яралтҡандыр ҙа. Һәр кеше, һәр ғаилә үҙе яҙмышын үҙе яҙа, рухи ҡәлғәһен үҙе төҙөй. Вәғәҙә биреп өйләнешкән парҙарға кеше һүҙенә ҡарамай, ваҡлыҡларҙан өҫтөн булып, әҙәмсә йәшәргә тырышырға кәрәк. Ғаиләне тарҡатыуы еңел, ә яңыны ҡороу, һәйбәт пар табыу икеләтә яуаплы, сөнки иргә - ҡатын, ҡатынға ир табылһа ла, балаларға үҙенекенән артыҡ ата-әсәне табып булмаясаҡ. Сабырлыҡ һәм тағы бер тапҡыр сабырлыҡ кәрәк ғаилә ҡорған ир менән ҡатынға.

Ире эскеләгән йә эскегә һалышҡан ғаиләләге ҡатынға кәңәштәрегеҙ ниндәй булыр? Яңынан үҙен бәхетле итеү өсөн уға нимәләр эшләргә кәрәк буласаҡ?
Зилә Абзалова: Эскән ир ҡатынына ҡул күтәргән, әшәке һүҙҙәр менән тиргәгәндән бер яғы менән дә айырылмай. Эскелек - ирҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да кешелек сифаттарын юғалттыра. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың: "Ирем эскән мәлендә генә йомшаҡ күңелле була, аҡсаһын да йәлләмәй, бүләктәр алып бирә, ҡысҡырмай, тиргәмәй. Ә айныҡ булһа, беҙ уның яғына инергә лә ҡурҡабыҙ, аяҡ осона ғына баҫып йөрөйбөҙ...", - тип әйткәнен ишеткәнем бар. Эскән ир, эскән ҡатындар менән йәшәгән кеше лә әкренләп, үҙе лә һиҙмәйенсә, "аҫҡа тәгәрәй" башлай. Тәүҙәрәк туғандарына, күршеләренә әйтергә ояла, аяныслы хәле тураһында һөйләмәй, үҙен дә ғәйепле тоя. Был ғаиләлә үҫкән бала ла тик эскән атаһы тураһында уйлай, баш вата, үҙен тиҫтерҙәре араһында кәм-хур итеп тоя. Һөҙөмтәлә, әсәй кешенең баҙнатһыҙлығы, сая аҙымға бармай, эскесе ир менән түҙеп йәшәүе баланың киләсәген юҡҡа сығарыуы ихтимал. Сөнки эскән ирле ғаиләнең бөтә эске ҡоролошо, көнитмеше, ятып-тороуы тигәндәй, шул йүнһеҙҙең яйын яйлап, көйөн көйләүгә ҡорола. Миҫал өсөн бер ғаиләне килтерәм. Тәүҙә ире эсте, унан ҡатыны ла эсә башланы. Һуңғы сиктә уҡыусы балалары аҫылынып үлде, ир ҙә эскән баштан ҡазаға осраны.
Эскән кеше менән эскесе араһында ла айырма ҙур. Эскән кешеләрҙең байтағы үҙенең хатаһын аңлап, үҙендә рух көсө табып, айыҡ йәшәү рәүешенә әйләнеп ҡайта ала. Ә эскеселәр араһында бындайҙар бик һирәк. Шуға күрә бындай ҙур бәләгә тарыған ҡатындар, бер мәл һиҫкәнеп, "айнып" китергә, унан инде алғы планға балаларын, үҙҙәрен ҡуйып, нисек кенә ауыр булмаһын, тура тормош һуҡмағына төшөргә тырышһын ине.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Ир эсеп тә, ҡатыны уның ыңғайына эскесегә әүерелмәй икән - ул бик көслө ҡатын, уның донъяһын алға алып барырға, балаларын тәрбиәләргә көсө етәсәк. Иренән туҡмалып йәшәмәһә, бәлки, аҙаҡҡаса көрәшергә, ирҙе яңынан кеше итергә тырышырға кәрәктер, моғайын. Әгәр эсеүе өҫтөнә ҡыйырһытһа, ҡул күтәрһә - ундай әҙәм аҡтығына көс сарыф итеп тороу мәғәнәһеҙ. Бер генә бирелгән ғүмерҙә һәр беребеҙ бәхеткә лайыҡ. Китергә, өр-яңынан тормош башларға кәңәш итер инем. Сөнки ҡатынына ла, балаһына ла көн күрһәтмәгән ир бер көн килеп уларҙы йә зәғифләүе, йә бөтөнләй йәнен ҡыйыуы ла мөмкин бит әле...

Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа "ситкә" йөрөп алмаған, башҡаның ҡатынына ҡыҙыҡмаған ир юҡ, тигән һынамыш та йәшәй халыҡта. Бер килеп иреңдең шундай "сере" мәғлүм булһа - һеҙҙең ғәмәлдәр?
Зилә Абзалова: Иң беренсе кәңәш - үҙеңде тыныс тоторға, үс итәм тип тәртә һындырмаҫҡа, балаларыңды, атай-әсәйеңде, туғандарыңды, дуҫ-серҙәштәрегеҙҙе был мәғлүмәттән алыҫыраҡ тоторға. Ҡалғаны әкренләп үҙ яйына китер, әгәр ҙә был "серҙе" көтөп кенә тормаһағыҙ. Башҡорт ҡатындарының күпселеге "Мал да ашаған еренә ҡайта", тигән халыҡ аҡылына таяналыр, шуға ла беҙҙә тулы, татыу ғаиләләр күптер, тип уйлайым.
Хөрмә Биктимерова: Мин был һорауға яуапты Р. Сафиндың шиғыры менән башлар инем.
Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
Һоҡланһындар өсөн яралтҡан.
Яралтҡан да, ситтән ҡарап тороп
Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
Һылыу, матур, нур сәсеп торған ҡатын-ҡыҙҙар менән һоҡланыу ир-егеттәрҙең ҡанына һалынған. Ләкин улар ҡайһы ваҡыт өйҙә етешмәгән наҙ, һөйөү, иркәләүҙе, матур һүҙҙәрҙе ситтән, бүтән ҡатын-ҡыҙҙарҙан эҙләй. Шулай килеп сыҡмаһын өсөн, ҡатын-ҡыҙ ғаиләһе усағының ялҡынын һүндермәйенсә, өйҙөң ҡото, терәге, ғаилә сәхнәһенең уңышлы режиссеры һәм төрлө ролдәрҙе оҫта башҡарыусы актриса булырға тейеш.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Был һынамышҡа бигүк ышанмайым. Аллаға шөкөр, Хоҙай ундай гонаһтан араланы, тормош иптәшем өсөн минән башҡа ҡатын-ҡыҙ юҡ, минән башҡаны күҙенә элмәй, тип ышанам. Минең өсөн дә шулай, Алла бойорһа, тигеҙ ҡартайырға насип итһен! Әгәр ҙә иремдең ундай сере мәғлүм булһамы... Белмәйем, хатта күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йәш саҡта, моғайын, күтәрә һуғып сығып китер инем һәм әйләнеп тә ҡарамаҫ, ғәфү итмәҫ инем. Хәҙер, сирек быуат бергә йәшәп, бер йән булып бөткәс, бер һүҙ ҙә әйтмәҫ инем, моғайын. Үҙе уйланһын, үҙе ҡарар ҡабул итһен, тиер инем. Минең менән бәхетле түгел икән, көсләп тотмаҫ инем. Китмәһә, мине һайлаһа, бәлки, бик оҙаҡ кисерә алмаҫ, үҙемә яҡын ебәрмәҫ инем, тик ... ғүмер юлын аҙаҡҡаса бергә үтергә ризалашыр инем. Сөнки ул миңә ир генә түгел, биш балама ғәзиз атай, минең кеүек үк балаларының иң-иң яҡын кешеһе лә бит әле. Шул хаҡҡа уның менән килешер инем, моғайын (Хоҙай аралаһын ул хәлдән!).

Ир һәм ҡатын тормошонда баланың урыны ниндәй? Ҡайһы бер ҡатындар, балаһы тыуғас, үҙен тотошлай балаһына бағышлап, янында ире барлығын да онотоп ебәргеләй. Ир кеше быға үпкә белдерергә тейешме?
Зилә Абзалова: Был хәлде барыбыҙ ҙа тиерлек кисергәнбеҙҙер. Ҡатын-ҡыҙ күңеле менән иренең иғтибарһыҙ ҡалыуын аңлай, әммә уның күп осраҡта иғтибарҙы тигеҙ бүлергә көсө етмәй. Бына шул мәлдә ирҙәрҙең ҡатынын аңлауы, баланы йыуындырыуҙа, төндәрен ҡарауҙа, саф һауаға сығарыуҙа ҡатнашлығы мөһим. Тик ир-егеттең күбеһе быға тик ҡырҡ йәштәрҙә генә әҙер булыусан. Минеңсә, бала имсәк ташлағансы, төндәрен тыныс йоҡлай башлағансы, атайҙар үҙҙәрен ысын атайҙарса тоторға тейеш. Атайлыҡ бурысы әсәлек бурысы менән бер тиң. Хәҙер йәш башҡорт ғаиләләрендә балаларын да, ҡатынын да ҡәҙерләп, үҙҙәренең көслө күкрәге менән ҡалҡан булған ирҙәрҙең, атайҙарҙың артыуы ҡыуандыра. Бында инде йәш әсәйҙәрҙең, элекке быуындарҙан айырмалы, ирҙәрен өй эшенә ҡуша белеүҙәре, уларҙы дәртләндереп, күтәрмәләп тороуҙары, йәғни заманға ярашлы үҫеш кимәлдәре асыҡ күренә. Йәш әсәнең иренә иғтибарлы булыуына өләсәйҙәрҙең, олатайҙарҙың сабыйҙы ҡарашыуҙары, ярҙамдары ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Мәҫәлән, сабыйҙы ҡарашып тороп, йәштәрҙе концертҡа, башҡа сараларға ебәреү... Ҡыҫҡаһы, йәш әсәне һәр яҡлап ҡурсыу, яҡлау ғаиләне нығытыуға алып килә. Малайҙарыбыҙға ла бала саҡтарында дөрөҫ тәрбиә бирергә, бала бағыуҙа атайҙың роле тураһында аңлатырға тейешбеҙҙер.
Хөрмә Биктимерова: Балалар - ғаиләгә Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҡиммәтле бүләк. Баланы ҡосоу һәм һөйөү - иң татлы хис. Әсә кешенең, балаһын тапҡас, бөтөн иғтибарын уны бағыуға, ҡурсалауға йүнәлтеүе - тәбиғи күренеш һәм беҙ күбебеҙ баланы ғаиләлә беренсе урынға ҡуйҙыҡ та инде. Минең уйлауымса, ҡатын эргәһендә ире барлығын шулай уҡ оноторға тейеш түгел, уны ла хәстәрләргә, баланы ҡарауҙа ла ярҙамлашыуын талап итергә кәрәк. Бала, әсәй, атай бер бөтөн булып йәшәргә тейеш.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Һәр ғаиләлә лә шулай: бала тыуа, ҡатын иренә иғтибарҙы аҙыраҡ бүлә. Был шул ҡәҙәр тәбиғи, уға ниңә үпкәләргә? Шулай булырға тейеш тә! Әгәр ҡатының арый, йонсой, иренә ҡарарға ла ваҡыты юҡ икән, ир ярҙам итһен, байтаҡ эште үҙ елкәһенә алһын. Әсәнең дә күҙе асылып ҡалыр, йоҡоһо туйыр, иренә ҡарар өсөн ваҡыты ла булыр. Ә беҙҙең ирҙәр ҡатынға, йәш әсәгә ярҙам итер, бала ҡарашыр урынға иғтибар талап итә башлай. Үҙҙәрен бер-ике көн бала һәм донъя мәшәҡәттәре менән генә ҡалдырырға ине. Бер көндә сәстәре ағарып, өйҙән сығып ҡасыр ине, моғайын. Донъя йөгөн икәүләп тиң тартҡанда ғына алға бара: берәүең алға тартып, икенсең сығынсылап торһа, йөктөң ауыуы ла бар. Ирҙәр шуны онотмаһын ине: әсә өсөн бала һәр саҡ беренсе урында, әммә ирҙәр ҙә үҙ урынында ҡала. Һөйөү, наҙ менән бер рәттән аңлау ҙа, ярҙам да кәрәк ҡатынға!

Ауылдарҙағы "Ағинәйҙәр ҡор"ҙары хәҙер кеше мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, ауылға йән өрөүсе, ҡот биреүсе берҙән-бер тип әйтерлек ойошма. Ауыл ғаиләһен нығытыуҙа ағинәйҙәрҙең аныҡ роле, ярҙамы ниҙән ғибәрәт булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?
Зилә Абзалова: Ауылдар, күршеләр татыулығы, дуҫлығы, элекке кеүек тығыҙ бәйләнештә йәшәүе тураһында һағынып һөйләргә генә ҡалып бара. Элгәре кешеләр клубҡа концертҡа, йыйылыштарға, һайлауҙарға, китапханаға ихлас йөрөнө, ә хәҙер телевизор, компьютер күптәребеҙҙе өйгә бикләп ҡуйҙы. Беҙҙең район "Ағинәйҙәр ҡоро" былтыр ойошторолдо. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләре буйынса комиссияһы рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваның район ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашып, яңы ғына эш башлаған ағинәйҙәр хәрәкәтен күтәреп ебәреүе бик ваҡытлы булды. Йәмәғәт эше бик ҙур күңел көсө талап итә. Беҙҙең хәрәкәткә ҡушылғандарҙың һәр береһе яуаплы, рухлы ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Мәҫәлән, Үткәл ауылы ағинәйҙәренең шығайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуы, унан Шығайҙа йыйын үтеүе, башҡа ауылдарҙың был эстафетаны дауам итеүе лә ауыл-ара бәйләнеште нығытыуға эшләйәсәк. Шығайҙа элекке уҡытыусыларҙың, әүҙем кешеләрҙең мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуы, эскелеккә, наркоманлыҡҡа, тәмәке тартыуға ҡаршы өндәгән лекциялар менән сығыш яһауҙары, ауыл янындағы сүп-сар түгеү соҡорон рәтләү, спиртлы эсемлек һатҡандарҙы билдәләү һәм сара күреү кеүек мәсьәләләрҙе күтәреүҙәре, үткәлдәрҙең, сосновкаларҙың, рысыҡайҙарҙың, аҙналыларҙың боронғо шөғөлдәрҙе өйрәнеүгә тотоноуҙары - былар барыһы ла ауыл рухиәтен һаҡлауға, тимәк, ауыл ғаиләһен яҡлауға йүнәлтелгән саралар булып тора. Ағинәйлек - намыҫлылыҡ, тигәнде аңлата икән, ағинәйҙәр иһә башҡортто башҡорт иткән аҫыл сифаттарыбыҙ һағында тороусылар, тип аңлайбыҙ һәм шул юҫыҡта эшләйбеҙ. Хөрмә Биктимерова: Беҙҙең районда кеше мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, ауылға йән өрөүсе, ҡот биреүсе бик күп йәмәғәт ойошмалары эшләп килә. Ошо "Ағинәйҙәр ҡоро", "Аҡһаҡалдар ойошмаһы", ҡатын-ҡыҙҙар советтары, "Ир-егеттәр ҡоро", дин әһелдәре, старосталар ауыл хакимиәтенә халыҡты рухи тәрбиәләүҙә ярҙам итергә тейеш инде. Һау-сәләмәт, айыҡ тормош алып барыу, иманлы, рухлы булыу, йәштәрҙе, йәш ғаиләләрҙе тәрбиәләү - беҙҙең бурысыбыҙ. Һәр бер арала үҙҙәре үрнәк булған ысын ағинәй һәм аҡһаҡалдарҙың һүҙе бик фәһемле. Күптәр ағинәйҙәрҙең эшен фольклор түңәрәктәрҙә йырлап-бейеп йөрөү генә, тип уйлай, был дөрөҫ түгел. Беҙ, ағинәйҙәр, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына бөртөкләп йыйылған ғөрөф-ғәҙәттәрен, матур йолаларын, аҡыл ғилемен йәштәргә еткереүсе сылбыр булырға һәм халыҡ педагогикаһына таянып, йәштәрҙе тәрбиәләргә тейешбеҙ. Беҙ ауылдарыбыҙҙың йәмәғәт тәртибе һағында тороусылар, тип иҫәпләйбеҙ үҙебеҙҙе.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Ағинәйҙәр клубтары хәҙер кеше мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, ауылға йән өрөүсе, ҡот биреүсе берҙән-бер тип әйтерлек ойошма, тиелә икән, был бик дөрөҫ. Беҙҙең районда әле ағинәйҙәр ҡоро яңы-яңы ойошоп ҡына килә. Иң тәүгеләрҙән булып районда Йылайырҙан ҡала ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, апай-еңгәй-инәйҙәр күтәрелеп сыҡты. "Ҡәнифа" тигән матур исем биреп (киң билдәле "Ҡәнифа юлы" ошонан үтә), бик ойошҡанлы ғына эш башлап ебәрҙе, район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҙур йыйын үткәрҙе, ҡул эштәре күргәҙмәһе, концерт ҡуйҙы, фекер алышыу үткәрҙе. Күрше Яманһаҙ, Ҡашҡар, Һынташ ауылдарына барып, осрашыуҙар, эскелеккә ҡаршы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һ.б. темаларға һөйләшеүҙәр үткәреп, лекциялар уҡып, матур-матур шиғырҙар ятлап, мөнәжәттәр әйтеп, эш башланы. Улар үрнәгендә бәләкәй генә Һынташ ауылы ҡатындары күтәрелеп сыҡты, улар йәрминкәләр үткәреп, үҙ аҡсаларына Ололар көнө, Яңы йыл байрамдары үткәрҙе. Һынташтарҙы әйҙәп йөрөүсе ағинәйҙәрҙән тыш, аҡһаҡалдары ла бар. Мәҫәлән, байтаҡ йылдар етәкселектә, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Шәмсетдин Фазлетдин улы Дәүләтсурин ағинәйҙәрҙең төп таянысы, терәге ул. Байғужа ауылы активистары, шул иҫәптән ағинәйҙәр ҙә, эскелеккә ҡаршы дәррәү көрәш башланы. Күҙгә ҡарап тураһын әйткән, айыҡ тормош өсөн көрәшкән байғужаларға (Мәүрә Бикбова, Зилә Хәмитова, Разифа Азаматова һ.б.) һоҡланырға, эштәрендә уңыштар ғына теләргә ҡала.
Матрай (етәксеһе Розалия Теүәлева), Ҡашҡар (Фәрзәнә Тусалина), Йомағужа (Дания Искәндәрова), Һабыр (Мәүлиҙә Түләшева) ауылдарының да ағинәйҙәр хәрәкәте уң ғына эш башланы, йома сәйҙәре, ҡаҙ өмәләре, килен һөйөү һ.б. йолаларҙы тергеҙеп ебәрҙеләр. Уларға киләсәктә лә ошолай әүҙем, лидер, өлгө булып йәшәүҙәрен теләйем. Башланған эш - бөткән эш, тигән кеүек, әле атҡараһы эштәр бик күп. Әлбиттә, электән эшләп килгән Баймаҡ ағинәйҙәре менән сағыштырғанда, уңыштарыбыҙ күп тә түгелдер, шуға күрә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, тәжрибә уртаҡлашып, уларҙың эштәре менән танышып ҡайтырға тип тә уй-ниәт ҡорабыҙ.

Донъя көткәндә икәүең дә сымыры, уңған булырға тейеш, бигерәк тә ауыл ерендә. Донъяғыҙҙы матурлау, бәрәкәтле, ҡотло итеү, ә үҙегеҙгә көс, илһам алыр өсөн ниндәй һөнәр һәм шөғөлдәрегеҙгә таянып йәшәйһегеҙ?
Зилә Абзалова: Тормошобоҙҙоң ҡото, йәме балалар менән, тибеҙ. Балалар беҙҙән өлгө алып үҫә. Әсәйҙәр, өләсәйҙәрҙең ҡулынан бәйләм төшмәй икән, был йортта үҫкән ҡыҙ баланың киләсәктә ниндәй килен буласағын күҙаллау ҡыйын түгел. Атаһынан күреп уҡ юнған үҫмерҙән дә бынамын тигән йорт хужаһы сығасаҡ. Ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа төп эшенән башҡа ниндәй ҙә булһа шөғөлгә ваҡыт таба. Таба ғына түгел, табырға тейеш, сөнки балаң һиңә ҡарап тора бит. Мәҫәлән, ҡыҙыбыҙ 5-6 йәшкә еткәс тә, онотолоп бөткән конькиға яңынан баҫып, уны ла боҙҙа шыуырға йөрөргә өйрәткәнем хәтерҙә. Ә бит ул ваҡытта стадион ҡаланың бер биҫтәһендә урынлашҡайны, кис һайын автобуста йөрөй инек. Ҡыҙымдың бейеүгә оҫталығын күреү менән өләсәһенең сағыу, шау сәскәле яулығынан итәктәр тегеп кейҙереп, бейеү түңәрәгенә, инглиз теленә һәләтен белгәс тә, хәҙер сит илдә йәшәгән, ҡалала иң яҡшы белгес һаналған Ирина Яҡшыбаеваға дәрес алырға йөрөттөк. Элгәре магазинда балалар әйбере булманы, шуға ла төндәрен биҙәкләп башлыҡтар, кофталар, балалар пальтоһы ла бәйләнде. Берауыҡ ҡул эштәренән ял иттек, сөнки магазинда ни теләһәң, шул бар. Тик күңел тигәнең һәр саҡ ҡәнәғәт булмай - эҙләй, эҙләнә һәм таба. 52 йәшемдә ҡаланың художество мәктәбенең киске түңәрәгенә йөрөй башланым. Йөн баҫыу, ебәккә һүрәт төшөрөү һөнәренә өйрәндем. Әле лә ошо шөғөлдәрҙе яратам, үҙемдән бигерәк балаларға, ололарға өйрәтәм. Бигерәк тә ауыл ҡатындарына көҙгө һарыҡ йөнөнән кейеҙ әйбер баҫырға өйрәтһәм, илһамым артып, ҡанатланып ҡайтып инәм. Сит илдә йәшәһә лә, Ләйлә ҡыҙымдың йөндән баҫҡан әйберҙәре минекенә ҡарағанда матурыраҡ, сифатлыраҡ килеп сыға. Улдарым ҡурайҙа бер генә башҡорт көйөн уйнаһа ла күңелем үҫә, тормош иптәшем сәмләшеп китеп, ҡулына балта-бысҡы тотоп йорт һалһа, умыртҡа һөйәгем нығынғанын тоям, ҡыҙымдың ысын хужабикә, башҡорт күңелле булыуына һөйөнәм. Атайҙарға килгәндә, уларҙың төп эшенән балаға, беҙгә ваҡыттары бөтөнләй ҡалмауы ла бар. Шуға күрә, уға кәрәкмәгәс, миңә лә кәрәкмәй, тип йәшәргә ярамай. Иң тәүҙә баланың кем булып үҫеүе хаҡына йәшәргә кәрәклеген аңларға, балаға төрлө-төрлө мөмкинлектәрҙе күрһәтергә кәрәк. Иргә яҡшы ҡатын, өлгөлө хеҙмәткәр, алдынғы йәмәғәтсе булыу ҙа кәрәк, ә бына үҙ балаңа яҡшы әсә, кәңәшсе, яҡлаусы булыу икеләтә яуаплы. Күреп тораһығыҙ, ҡатын-ҡыҙ, килендәр, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ағинәйҙәр йән өрә ил-йортобоҙға. Иң тәүҙә үҙебеҙ өлгө күрһәтәйек, тормош карабында оҫта капитанға ярҙамсы булайыҡ, әхирәттәр!
Хөрмә Биктимерова: Әлбиттә, тормош дилбегәһен икәүең дә бер булып, бер йүнәлешкә ынтылып бергә тартырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә әйткән бит: "Һин сәбәп ит, мин бирермен". Шул әйтемде иҫтә тотоп, тормошта маҡсатлы йәшәргә кәрәк. Ә мин инде ғүмеремдең көҙөндә хаҡлы ялға сығып йәшәп ятам, әүҙем тормош алып барам. Балаларыма, ейәндәремә, туғандарыма, дуҫтарыма, яҡындарыма хәлемдән килгәнсә, йә кәңәш менән, ҡайһы берҙә матди ярҙам менән, ҡотло, матур йәшәргә ярҙам итәм. Ә үҙем район "Ағинәйҙәр ҡоро"н етәкләйем, "Ҡомартҡы" халыҡ ансамблендә йөрөйөм, ейәндәремде тәрбиәләшәм, ҡул эштәре бәйләү, ҡорама ҡороу, сигеү менән дә булышам. Өй янында матур гөлдәр үҫтерергә яратам. Йыл әйләнәһенә тәбиғәткә сығып, үҙемә илһам алам. Ҡоролтайҙың район комитеты ағзаһы булараҡ, төрлө сараларҙа халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса сығыш яһайым, матбуғат биттәрендә лә яҡтыртам. Районыбыҙҙа бик күп яңғыҙ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Уларға бер-береһен табышырға ярҙам итергә теләп, беҙ "Ҡуш йөрәктәр" тигән яусылар ойошмаһы булдырҙыҡ. Һәр бер үҙ ишен эҙләүсе яңғыҙаҡтар ошо телефон аша бәйләнешкә инеп, беҙгә мөрәжәғәт итә ала. Баймаҡ яҡтарының гүзәл, һылыу ҡатын-ҡыҙҙары, сая, батыр ир-егеттәре һеҙҙең менән бәйләнеште көтә. Тел.: 8 (34751) 3-16-74.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Мәктәптә егерме йылдан ашыу эшләгәс, районыбыҙҙың "Ауыл уттары" гәзите редакцияһына эшкә күстем. Сөнки барыбер ҙә ижад эше күңелгә яҡыныраҡ. Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Сиселмәгән сер" (2004), "Хыялға илтер һуҡмаҡ" (2011) тигән проза китаптарым баҫылып сыҡты. Шиғырҙар ҙа яҙыштырам. 2012 йылдан алып Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһымын. Ғаиләбеҙҙә биш бала үҫтерәбеҙ, икәүһе студент инде, өсәүһе мәктәптә уҡыйҙар. Бына шулай, минең тормошом - ул ғаиләм, балаларым, эшем, ижадым.

Шулай итеп… Ҡатын-ҡыҙ асылын аса биреберәк ҡуйҙыҡ, уның да, ир-егеттең дә бурыстарын барланыҡ, тормоштоң ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарын да байҡаныҡ. Әммә был "Ғаилә" тигән китаптың, фәндең ҡайһы бер биттәрен генә тәшкил итәлер, моғайын. Башҡа биттәрҙе лә асыу - гәзит уҡыусылар ҡарамағында. Һөйләшеүҙе дауам иткегеҙ килһә - рәхим итегеҙ , хаттар көтәбеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.14 | Ҡаралған: 2924

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru