“МАТУРЛЫҠ - УЛ ЭСКЕ ТОРОШ”
Был гүзәл заттың бар булмышынан аҡһөйәклек бөркөлөп торған кеүек. Сәхнәлә төрлө ролдәр башҡарғанда ғына түгел, урам буйлап атлап үткәнендә лә унан ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ затлылыҡ ипкене һибелә һәм һин ысын актрисаның, ысын ҡатын-ҡыҙҙың тап уның кеүек булырға тейешлеген аңлайһың. Булмышың ниндәй -асылың шундай, ти бит әле халыҡ та, тимәк, уның булмышы менән асылына тоғролоҡ һаҡларға мөмкинлек биргән һөнәре Хоҙай ҡөҙрәтенән. Ҡунағыбыҙ - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзифә ДИНМӨХӘМӘТОВА менән әңгәмәбеҙ уның ролдәре тураһында ғына түгел, матурлыҡ, ҡатын-ҡыҙ асылы тураһында ла.
Бейеү - яратҡан шөғөлөм
Сығышым менән Учалы районы Сәфәр ауылы ҡыҙымын. Атайымдар яғынан олатайымдар тоҡомо үҙ заманына күрә бик бай булған, был турала артыҡ һөйләп бармаһалар ҙа, бала саҡтан барыбер ҡайҙандыр ишетеп белә инем. Бер әбейемде хәтерләйем, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, башын гел юғары, арҡаһын төҙ тотоп йөрөй ине. Бөтмәҫ эш менән баҫылған ауыл ҡатын-ҡыҙы өсөн уның үҙен тотошо ятыраҡ та булғандыр, һәр хәлдә, олораҡ инәйемдәр затлылыҡтың ҡандан килеүе тураһында һөйләй инеләр. Ике ағай, бер апай ҡурсыуы һәм тәрбиәһе эләкте миңә. Кинйә балаға еңел, тип уйлап, күптәр хаталана. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта үҙ аллы берәй ҡарарға килә алмай йонсойом, сөнки минең өсөн һәр ваҡыт башҡалар хәл итә ине. Үҙем дә үтә тыңлаусан бала булдым.
Әсәйем шәп бейеүсе ине, атайым шулай уҡ ижадҡа битараф түгел, шиғырҙар ҙа яҙа. Үҙем инде телем асылмаҫ борон уҡ бейегәнмен. Яҙмыштыр инде, мин бәләкәй саҡта Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып эшләп пенсияға сыҡҡан Зөлфиә Кирәйева беҙҙең ауылға күсеп килде. Фәйзи Ғәскәров бейеүселәрҙе райондар буйлап үҙе һайлап йыйған, бына шул Зөлфиә апайҙың һәләтен күреп, аһ, иткән, тиҙәр. Минең хәтеремдә бик сибәр апай булып һаҡланып ҡалған ул. Ире Рәис ағай баянсы ине. Сәфәр ауылының клуб мөдире Наил ағай Байышев та үтә дәртле кеше ине. Ғөмүмән, беҙ үҫкән осорҙа ауылда мәҙәни тормош гөрләп торҙо. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыу ҙа ғәҙәти күренеш ине. Беҙҙә булған сәхнә костюмдары башҡа бер ҡайҙа ла булмағандыр. Зөлфиә апайға бейергә бөтөн ауыл балалары йөрөй торғайны. Сөнки быға тиклем төрлө спорт секциялары булған хәлдә лә, бейеү түңәрәге эшләй башлауы ҙур яңылыҡ ине. Яйлап, әлбиттә, һан яғынан ҡыҫҡарып, бейеүҙе ихлас яратыусылар ғына тороп ҡалды. Уларҙың араһында мин дә бар инем. Бейеүгә һөйөүем шул тиклем көслө ине, хатта башҡа һөнәр һайлауҙы күҙ алдына ла килтермәй инем. Учалы сәнғәт училищеһын тамамлағас ҡына бейеүсе һөнәренең ни тиклем ауыр булыуына төшөндөм. Шуға ла белемемде Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, актерҙар әҙерләү бүлегендә дауам иттем.
Тормош һабаҡтары
Академияла уҡый башлағас, тәүҙә театр минең өсөн бөтөнләй аңлайышһыҙ ят донъя булып тойолдо. Бөтөн күҙаллауҙарым селпәрәмә килде, минән нимә талап иткәндәрен дә аңламайым кеүек. Һәр бер сәнғәттең, бигерәк тә, профессиональ сәнғәттең айырмаһын шунда күрҙем. Таңсулпан Бабичеваға оло рәхмәтлемен, шул саҡта тап ул йөрәгемдәге ишекте асты. Беҙҙең менән бигерәк ихлас була торғайны. Төркөмдә башҡа милләт кешеләре лә уҡыны, юҡ-юҡта милли мәсьәләләр ҙә, башҡа төрлө проблемалар ҙа килеп сыға торғайны, уҡытыусыбыҙ бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне. Ғаиләле, сәхнәлә уйнай, беҙҙең менән эшләп өлгөрә - ҡайҙан көс алғандыр ул. Уҡытыусы булараҡ, башҡорт милли сәнғәтенә индергән өлөшөн баһалап та булмай, әлбиттә, шулай ҙа уның театрҙа уйнамауынан театр сәнғәте оло юғалтыу кисерә, тип уйлайым. Актриса булараҡ, уның кисерештәрен дә тоям.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ та өлгө алған кешем -Таңсулпан Даһи ҡыҙы. Бына кемдә ул исмаһам аристократлыҡ! Һәр ваҡыт үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүенә, үҙенә иғтибарлы булыуына һоҡландым. Йәштәр былай ҙа матур, әммә йылдар үтеү менән ниндәйенә лайыҡлыбыҙ, шундай йөҙгә эйәбеҙ, тип әйткән Шэрон Стоун. Матурлыҡтың эске тороштан килеүен Таңсулпан Даһи ҡыҙына ҡарап та әйтеп була. "Сәхнәләге актер ус төбөндәге кеүек, унда йәшеренеп ҡалыр ер юҡ. Шуға күрә, йәштән үк матур булырға ынтылығыҙ, эстән саф, матур икәнһегеҙ, тыштан бер ҡасан да йәмһеҙ булмаясаҡһығыҙ", - тигән һүҙҙәре хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған.
Ысынлап та, изге кешеләр яуыз кешене уйнай ала, ә бына яуыз кеше изге кешене бер ҡасан да һүрәтләй алмаясаҡ. Таңсулпан Ғарипова, Гөлдәр Моратова кеүек уҡытыусыларым да яҙмышымда ҙур роль уйнаны.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты
Мине актриса булараҡ Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакленән һуң ҡабул иттеләр. Уға тиклем күрмәйҙәр ҙә, хатта ҡасандыр актриса булып, асылып китәсәгемә ышанмайҙар ҙа кеүек ине. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, күктә йондоҙҙар киҫеште, ахыры, Айрат Әхтәм улы Абушахманов диплом эшен эшләү өсөн театрға килде һәм миңә Әсҡәт ролен бирҙе. Нисек ышанғандыр, мине нисек был ролдә күргәндер, уныһын үҙе генә белә. Ғөмүмән, Айрат Әхтәм улы нескә психолог, уның янында хатта ниндәйҙер уй уйларға ла ҡурҡыта, сөнки һинең ҡарашыңдан нимә уйлап торғаныңды уҡыған кеүек. Әгәр ҙә ваҡытында ошо ролем булмаһа, кем белә, бәлки, мин театрҙан китергә лә мәжбүр булыр инем. Малай роленән ҡурҡманым да, йәмһеҙ күренермен, тип тә борсолманым. Уҡыған саҡта Таңсулпан Даһи ҡыҙы, бер ваҡытта ла сәхнәлә йәмһеҙ күренәм, тип ҡурҡма, әгәр ҙә ҡурҡаһың икән, һин актер түгел, тип өйрәтә ине. Ситтән үҙеңә ҡарау, көҙгө алдында репетициялар үткәреү ҙә дөрөҫ түгел, ул саҡта һин нисек матур күренәйем, тип баш ватып, асылып уйнай ҙа алмаясаҡһың. Ниндәйҙер ситлеккә бикләп ҡуяһың үҙеңде. Әйткәндәй, сәхнәлә бер ваҡытта ла йәмһеҙ күренеүҙән ҡурҡманым, иң мөһиме, ролеңде йөрәгең менән ихлас итеп башҡарһаң, барыһы ла урынына ултыра. Хатта йәмһеҙ генә малай ҙа сикһеҙ матур булып күренәсәк.
Шулай ҙа Әсҡәт - ябай малай түгел, уның күңелендә шундай бөйөк трагедия ята. Минең ул осорҙа тетрәнеп йөрөгән үҙ фажиғәм йөрәгемде ярып алып бара - яҡты донъяларҙан әсәйемде юғалтҡан мәлем ине. Йырсылар һағышын - йырлап сығара, шағирҙар шиғыр яҙа, минең йөрәгемә йыйылып йөрөгән сикһеҙ һағышым ошо ролгә һалынғандар, тием. Ижад кешеләренең тиреләре йоҡағыраҡ була, беҙ елде лә, дауылды ла, ҡояшты ла башҡа кешеләргә ҡарағанда икенсе төрлөрәк, нисектер, күңелгә яҡын алып ҡабул итәбеҙ. Шуның өсөн дә беҙгә ваҡыты-ваҡыты менән эсеңдәге хистәр ҡойонон тышҡа сығарып алыу мөһим. Гел сабырҙар итеп йәшәгәс, был ҡайғымды ла ситтәргә түгә алмай инем. Ошо роль менән ҡайғымды еңә алдым, ниндәйҙер кимәлдә рухи үҫеш кисерҙем. Был донъяла һәр ваҡиғаны тик яҡшыға ғына юрарға кәрәк. Ниңә улай, ниңә былай икән, тип, бер нәмәгә лә зарланырға ярамай, тимәк, ваҡыты етмәгән. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар, сабырлыҡтың төбө - һары алтын, тиҙәр, лайыҡлы үткәрә белһәң, Хоҙай бүләген ебәрә ул.
Йәшлек хаталарҙы ла аҡлай
Сәхнәлә ниндәй роль уйнағанмын, үҙем өсөн уларҙың барыһы ла ҡәҙерле. "Яралы яҙмыш" (Н. Асанбаев) спектаклендә өнһөҙ бер шәүлә - геройҙың уйҙағы ғына образы Нәфисә лә хатта яратҡан ролдәремдең береһе. "Әхмәтзәки Вәлиди Туған" (Н. Асанбаев) тарихи драмаһында - Нәфисә, "Бәхет хаҡы" (Х. Мөҙәрисова) музыкаль мелодрамаһында Әминәне яратам. Былтырғы ижад миҙгелендә беренсе тапҡыр рус классикаһында уйнарға тура килде - "Бирнәһеҙ ҡыҙ" (А. Островский) драмаһындағы Лариса роле еңелдән бирелмәне, әммә эске кисерештәре буйынса унда үҙемде таныныммы икән, бик яҡын булды. Һанап ҡарайым да, ролдәремдең береһен дә үпкәләткем килмәй. "Тиле йәшлек"тәге (И. Абдуллин) Һандуғас бик әүҙем ҡыҙ, холҡом һәлмәгерәк, тынысыраҡ булғанға күрә, уны уйнауы үҙенсәлекле булды. Ғөмүмән, холҡома оҡшамаған характерҙарҙы уйнауы ҡыҙығыраҡ, тип иҫәпләйем, тамашасыға ла тәтәй ҡыҙҙар ялҡытып китә. Роль өҫтөндә яйлап эшләйем, тормоштағы кеүек, сәхнәлә лә тиҙ табылған тиҙ юғала бит ул. "Ҡоҙаса" (Б. Бикбай, З. Исмәғилев) музыкаль комедияһында ариялар йырларға ла тура килгәс, үҙем түгел, вокалдан уҡытыусым Ләлә Зөфәр ҡыҙы Муллабаева ла аптырап ҡалғайны. Сөнки быға тиклем профессиональ кимәлдә йырламай инем. Бейеүсе булараҡ, үҙемә-үҙем "бишле"гә бейей алғанлығымды раҫлағайным инде, йырсы булараҡ һынап ҡарау ҙа ҡыҙыҡ булды.
Быға тиклем, нисектер, балалар, йәш ҡыҙҙар ролдәрен башҡарып йөрөһәм, француз режиссеры Стефани Лойк мине етдиерәк ролдәргә индереп ебәрҙе. "Сабырҙар һәм сәйерҙәр" (Р. Вальзер) спектакленән һуң үҙем өсөн ошо сикте үттем - бала саҡ артта ҡалды. Шулай бер амплуала тороп ҡалыусы актерҙар ҙа була бит. Лиза - минең ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыу өсөн өлгөрөп еткәнлегемде билдәләне. Быға тиклемге уйнаған спектаклдәрҙе ҡабатлау мөмкинлеге эләкһә, хәҙер улай уйнамаҫ инем, тип ҡуям, сөнки өлкәнәйеү менән олпатлыҡ та, тәрәнлек тә килә. Әммә йәшлек үҙе бер матурлыҡ бит ул, донъяның әсе-сөсөһөн күрмәгәнһең, донъя шулай яҡты, көс-ҡеүәт ташып тора, нисек барһың, шулайһың - ошолар барыһын да аҡлай ҙа ҡуя.
Үҙем булып йәшәйем
Уҡытыусыларым, башҡа шәхестәр менән һоҡланһам да, сәхнәлә лә, тормошта ла кемгәлер оҡшарға теләмәйем. Аллаһы Тәғәлә тарафынан үҙемә һалынған һәләттәрҙе үҫтереү миңә күпкә ҡыҙығыраҡ. Шулай ҙа бөгөн театр донъяһында Зәйтүнә апай Бикбулатованан тыш, бер кемде лә улай телгә күп алмайҙар икән, актриса булараҡ, мин уның ҡайһы бер сифаттарына эйә булырға теләр инем. Олоғайғас, эске торошом буйынса Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова кеүек булғым килер ине. Олпатлыҡ, абруй, сабырлыҡ, кәрәк урында ғына аҡыллы һүҙ һөйләү, кәрәкмәгәнгә ҡыҫылмау - уға хас күркәм сифаттар. Быларҙың барыһына нигеҙҙең йәштән һалынғанлығын аңлайым, күңелемде буш әйберҙәр менән тултырмаҫҡа тырышам. Бөгөн психология, үҙ-ара дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡороу, дөрөҫ аралашыу, дөрөҫ йәшәү нигеҙҙәренә өйрәтеүсе әсбаптар күбәйҙе, хатта был йүнәлеш нисектер модаға инеп китте. Мин дә, буш ваҡытым булһа, позитив тормошҡа өйрәтеүсе китаптар уҡыйым. Һыуыҡтар төшкәс, бәйләү теләге уяна, йәйгеһен иһә еләк йыйырға, ҡаҡ ҡойорға, үләндәр йыйырға яратам.
Шулай итеп...
Үҙенә, үҙенең һәләтенә һәм хатта етешһеҙлектәренә ғәҙел ҡараған кеше булараҡ, әңгәмәләшкән саҡта Рәзифә Динмөхәмәтованың нескә һәм матур күңеленә ҡабат-ҡабат һоҡланыу тойғолары кисерергә насип булды. Сәхнәлә лә, көндәлек тормошта ла бер нәмәгә лә ҡарамайынса ысын ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белеүе, ысынлап та, асылынан киләлер, күрәһең. Сөнки, асылың ниндәй, булмышың - шундай...
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА