БӨГӨН КҮРҺӘ ИКӘН ПУШКИН…
телмәр тота белмәгән беҙҙе
Бер оло йәштәге апай һөйләшеп торған еребеҙҙән: "Ярай, мин ҡуҙғалайым әле, юғиһә, тиҙҙән Беренсе каналда балаларҙың "Голос"ы башлана", - тип ҡайтырға ашыҡты. Үҙе уңайһыҙланғандай итте лә: "Шуларҙың йырлауҙарынан бигерәк һөйләүҙәрен тыңларға яратам. Бигерәк аҡыллы балалар, телмәрҙәренең байлығына, ололарса фекер йөрөтөүҙәренә иҫ китмәле бит, - тип өҫтәп ҡуйҙы. - Беҙҙең башҡорт балалары ла йыр-бейеүгә талантлы ул, анау "Сулпылар"ҙа нисек матур сығыш яһайҙар. Тик эш һөйләшеүгә ҡалһа, кәйефте төшөрә лә ҡуялар инде. Беҙҙә балаларҙы туған телдә фекерләргә өйрәтмәйҙәр…"
Урта йәштәрҙәге әңгәмәсебеҙ теманы дауам итте: "Мин үҙем төштән һуң "Юлдаш"та балалар өсөн викторина башланһа, радиоалғысты һүндереп ҡуям. Алып барыусы егет үҙе нисек ялҡмайҙыр, әммә уның балалар ауыҙынан һәр һүҙҙе тартып-һуҙып алып ултырыуын тыңларға сабырлығым етмәй. Ҡыйыуһыҙҙар, тип әйтер инең, студияға шылтыратырға батырсылыҡ итәләр ҙәһә. Тик аралашыу кимәлдәре үтә бер ҡатлы, һүҙҙәре саҡ ҡына оҙонға һуҙылһа, руссаһы килә һалып ҡыҫыла. Ни өсөн викторина яуаптарының теге йәки был вариантын һайлауын логик яҡтан нигеҙләй, фекерен иркен белдерә алған ҡыҙ-малайҙар бик һирәк икән хәҙер?.."
Был ике ханымдың да әйткәндәре менән килешә-килешә, баш ҡағып тыңланым. Тик балалар ғынамы ни? Мәҫәлән, "Телеүҙәк"те, башҡа тапшырыуҙарҙы ҡараған таныштарымдың өлкәндәрҙең дә тура эфирҙа башҡортса ике һүҙҙе лә ҡуша алмай, ыҡ-мыҡ итеп ултырыуҙарына үртәнгәндәренә йыш шаһит булам. Ә тормошта тағы ла хөртөрәк. Бына беҙҙең күпселек башҡорттар йәшәгән Әбйәлил районын ғына алайыҡ. Төрлө саралар, йыйылыш-кәңәшмәләр туған телдә үтә, тик уларҙа башҡортса төплө, матур, фекерен аңлайышлы итеп әйтеп, һүҙҙәрҙе дөрөҫ мәғәнәһендә ҡулланып сығыш яһаған кешеләр бик һирәк була. Ә русса оҫта һөйләй белеүселәр күп. Башҡорттар башҡортса һөй-ләй белгән кешегә аптырап та, һоҡланып та ҡарай.
Ниңә шулай килеп сыға һуң? Был хәлдең сәбәптәре күп, әлбиттә. Мин шуларҙың мөһим тип һанаған берәүһендә генә туҡталғым килә. Беҙ мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре аҙ тип дыу ҡубабыҙ, йәғни дәрестәрҙең иҫәбенә баҫым яһайбыҙ, ә бына телде өйрәнеүҙең сифаты тураһында һирәк һөйләйбеҙ. Ә бит бала үҙ телендә фекерләй, оҫта һөйләшә белһен өсөн уның телмәрен үҫтереүгә айырым иғтибар бүлергә, туҡтауһыҙ һөйләштерергә, диалогтар, әңгәмәләр ҡорорға өйрәтергә, дәрестәрҙә ижади эштәр менән күберәк шөғөлләнергә кәрәк. Ә беҙ уҡыусыларҙан килеш ялғауҙарын ятлауҙы, тултырыусыларҙың турамы-түгелме, ҡушма һөйләмдәрҙең эйәртеүлеме-эйәртеүһеҙме икәнен айырырға өйрәтеп, баштарын ҡатырабыҙ, телде яратыуҙан шулай үҙебеҙ үк ситләштерәбеҙ.
1988 йылда, БДУ-ның филология факультетының бишенсе курсында уҡығанда, тәнәфес мәлендә беҙҙең аудиторияға ҡырҡ йәштәрҙәге ир кеше килеп инеп, үҙен тыңлауҙы һораны. "Бына һеҙ иртәгә ауылдарға балаларҙы башҡорт теленә өйрәтергә китә торған кешеләр, - тине ул. - Барғас, уҡыусыларҙың туған телен ни тиклем насар белеүен үҙегеҙ күрерһегеҙ. Улар русса ла яҡшы белмәй. Сөнки мәктәптәр балаларҙың башына грамматиканы тыңҡыслап тултыра, ә телмәрен үҫтереүгә иғтибар бирмәй. Шуға ла һеҙ, буласаҡ уҡытыусылар, дәреслектәргә йәбешеп ятмағыҙ, ә үҙегеҙҙең методикағыҙҙы булдырығыҙ (сөнки ундай методиканы ғалимдарыбыҙ эшләмәгән), башҡорт балаларын матур итеп үҙ телендә һөйләшергә өйрәтегеҙ". Беҙ был дөрөҫлөктө тәүгә ишетә инек. "Ә ниңә һеҙ тәнәфестә генә ҡасып-боҫоп тигәндәй һөйләйһегеҙ был хәбәрҙе? Ниңә уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәре был хаҡта һөйләмәй?" - тип ҡыҙыҡһындыҡ. "Мәктәп программаһын һәм дәреслектәрен һеҙҙе уҡытҡан 65-70 йәшлек профессорҙар төҙөгән, улар һеҙҙе лә шул иҫкергән методика менән эшләргә өйрәтә. Шуға ла телде яңыса уҡытыу методикаһын ғәмәлгә ашырыу еңелдән түгел. Һәм уларҙың хаталары хаҡында һеҙгә ошо рәүешле генә еткерергә ҡала", - тине ағай кеше.
Был ағай нигеҙҙә хаҡлы булып сыҡты. Ысынлап та, мәктәпкә барғас, программа һәм дәреслектәр буйынса ғына уҡытһам, ҡағиҙәләр ятлатһам, балаларҙы үҙемдән һәм фәнемдән биҙҙерәсәкмен генә икәнлекте тиҙ арала аңланым. Миңә уҡытыусы булып оҙаҡ эшләргә тура килмәне, ләкин үҙем эшләгән дәүерҙә баш ҡалаға яҡын бер райондағы башҡорт ауылының балаларын туған телде яратырға өйрәтә алыуыма ышанам. Ләкин шуныһы: беҙ уҡытҡан осорҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән имтихандарҙа ижади инша яҙҙылар. Һуңынан телдән тестар, БДИ-лар барлыҡҡа килде. Уларҙа балалар әлеге лә баяғы шул грамматика буйынса аныҡ һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Моғайын, минең матур-матур иншалар, шиғыр-хикәйәләр яҙған уҡыусыларым был тест, БДИ һынауҙарында өслө йә икеле алыр ине, тип уйлап ҡуям. Һәм бөгөнгө уҡытыусы уҡыусыһы БДИ-ны яҡшы тапшырһын өсөн генә лә төпсөрләп грамматика ҡағиҙәләренә өйрәтергә мәжбүр. Шулай булғас, телмәр үҫтереү эшен мәктәп программаларын һәм дәреслектәрен тамырынан үҙгәртеп ҡороу кимәлендә тормошҡа ашырырға кәрәк. Хәҙер профессорҙар ҙа икенсе шикелле, әммә бөгөнгө тел уҡытыусыларының әйтеүенсә, башҡорт телен уҡытыу һаман 20-30 йыл элеккенән әллә ни айырылмай…
Эйе, мин был мәҡәләмдә туған телде уҡытыу методикаһы менән риза булмауымды белдерергә теләйем. Мәҫәлән, мин мәктәптә математиканан бик насар уҡыным, уны алыу-ҡушыу, бүлеү-ҡабатлау кимәлендә генә беләм. Әммә был миңә тормошта ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә ҡамасауланы, тип уйламайым. Шуның ише, грамматиканы белмәү матур итеп һөйләшеүгә ҡамасауламай. Ҡушма һөйләмдең теорияһын белгәнгә ҡарағанда, ҡушма һөйләм төҙөй белеү әһәмиәтлерәк түгелме ни?
Элек мәктәптә "Пушкин күргән телһеҙ башҡорттар бөгөн үҙ телендә уның шиғырҙарын уҡыйҙар", тигән шиғыр юлдарын ятлай торғайныҡ. Пушкин бөгөн күрһен ине ул "телһеҙ" башҡорттарҙы… Боронғо башҡорт, русса белмәгәс, фекерен, моғайын, үҙ телендә күпкә яҡшыраҡ аңлата алғандыр әле. Хәҙер берәй һүҙҙе белмәһәк йә иҫләй алмаһаҡ, автоматик рәүештә уның русса вариантын әйтәбеҙ ҙә, шулай ике телдән бутҡа бешерәбеҙ. Телевизор-радионан да ҡайһы берәүҙәр ике телде бутап һөйләүен белә, уның араһында "русса әйткәндә" тип ҡыҫтырып, үҙҙәрен "аҡлап" ебәрә. Ҡайһыларына иһә, ауыҙ асырға ҡурҡып, алып барыусының хәбәрҙәренә "эйе" тип баш ҡағып ҡына ултырырға ҡала. Ә экрандың был яғында тамашасылар: "Ниңә беҙҙең башҡорт был тиклем дә һөйләшә белмәй икән?"- тип ояла-ояла үртәнә, бәләкәй генә саҡтарынан тәтелдәп торған урыҫ балаларына аптырап ҡарай…
Рәхимә МУСИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА