«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
диалог
+  - 

НИНДӘЙ ҺӨНӘР ҺАЙЛАРҒА?
Халҡыңа файҙа килтерерлеген!

Хәҙер үҙеңә оҡшаған һөнәр һайлауы еңелдән түгел. Интернет, техника ныҡ үҫешкән заманда көн һайын тиерлек ниндәйҙер профессияның, хатта бер-нисә һөнәрҙең кәрәге бөтә, улар урынына яңылары барлыҡҡа килә. Шуға ла йәш кешегә һөнәр һайлауы ла ауырлаша бара. Ошонда 17 йәшлек Карл Маркстың үҙенең сығарылыш иншаһында яҙған бер фекерен телгә алғы килә. Йәш Маркс һөнәр һайлағанда шәхсән мәнфәғәтте, йәки матди файҙа алыу ихтыяжын ғына алға ҡуйыуҙы тәнҡитләй. Бөгөн дә йәштәребеҙ ошо маҡсатты ғына күҙҙә тота түгелме? Унан һуң, һуңғы йылдарҙа башҡорт йәмәғәтселегендә балаларға күберәк техник өлкәләге белем бирергә кәрәк, тигән фекер киң таралыу алды. Әлбиттә, гуманитар белем генә шәхес, милләт үҫешенә туранан-тура йоғонто яһай, тип һанаусылар ҙа бар. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ - "Банкос" компанияһы директоры Рәүеф ӘЛМӨХӘМӘТОВ һәм сәйәсәт фәндәре кандидаты Әхтәр БОҪҠОНОВ менән ошолар тураһында һөйләшәбеҙ. Әңгәмәне иҡтисад фәндәре кандидаты, даими авторыбыҙ Илдар ҒӘБИТОВ алып бара.

Милли республикала милли мәктәптәр булырға тейеш, балаларыбыҙҙың туған телдә белем алыуы ла мотлаҡ. Әммә мин үҙем юғары кластарҙа математика, физика һымаҡ фәндәрҙе башҡортса уҡытыу менән бик үк килешеп етә алмайым. Мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, уларға был фәндәрҙәге терминдарҙың руссаһын яңынан өйрәнергә тура килә түгелме? Ғөмүмән, был мәсьәләгә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?

 Рәүеф ӘЛМӨХӘМӘТОВ Р. Әлмөхәмәтов: Мин был ҡараш менән ҡырҡа килешмәйем. Сөнки үҙем дә 7-се класҡа тиклем тыуған ауылымда - Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн мәктәбендә физиканы ла, математиканы ла, башҡа фәндәрҙе лә башҡорт телендә уҡыным. Өфөләге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килгәс, математика менән физика - русса, ә ҡалған предметтар башҡортса уҡытылды, әммә руссаға күсеүҙең бер ҡыйынлығын тойманым. Ете йыл туған телемдә уҡыуыма ныҡ ҡәнәғәтмен, фекерләргә, шул фекерҙәрҙән сығып, дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәндем. Әгәр тәүҙә үк русса уҡырға мәжбүр ителһәм, башҡорт телендә аралашып үҫкән ябай ауыл малайы булараҡ, тәүҙә уҡытыусының русса һорауын тыңларға, унан һуң башҡортсаға тәржемә итеп, мәсьәләнең айышына төшөнөргә, аҙаҡ фекеремде руссаға тәржемә итеп, яуап ҡайтарырға тейеш булыр инем. Белемде үҙ телемдә төплө итеп алғанға күрә, аҙаҡ русса терминдарҙы аңлап алыу бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
Әхтәр БОҪҠОНОВ Ә. Боҫҡонов: Мин Әбйәлил районы Ишбулды ауылында тыуғанмын, Хәлилдә, башҡорт мәктәбендә белем алдым. Өсөнсө кластан һуң күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ. Әйткәндәй, йәйәү йөрөп уҡығаныбыҙға ҡыуанып бөтә алмайым, дүрт саҡрымды йәйәү үткәнбеҙ, тимәк, физик сынығыу ҙа алғанбыҙ. Ә хәҙерге балаларға ҡарағыҙ - 100 метрҙы ла йәйәү йөрөгөләре килмәй. Тел тураһындағы һорауға килгәндә, Рәүеф Вәхит улының фекерен хуплайым. Мәктәптә бөтөн фәндәрҙе лә башҡорт телендә уҡығас, башҡортса фекерләйем. Әммә теләһә ниндәй аудитория алдында шул белемемде файҙаланып, русса сығыш яһайым. Унан һуң, русса һәр кем сығыш яһай ала, һин үҙеңдең туған телеңдә сығыш яһап ҡара! Бына был бөгөн күптәр өсөн иң ауыр мәсьәлә. Мин БДУ-ның Сибай институтында төрлө дәрестәр алып барам, һәм йыш ҡына дәрестә материалды башҡорт телендә аңлатам, терминдарҙы ғына русса бирәм. Сығышы менән ауылдарҙан булған студенттарым минең лекцияларҙы рәхәтләнеп тыңлай, күңеленә һеңдерә. Һәр хәлдә, туған телдәге мәғлүмәт уларҙың белем нигеҙен байытасаҡ, нығытасаҡ ҡына, тип уйлайым, ә телде белмәгәндәр өйрәнә.

Һөнәрҙе кем һайларға тейеш? Бала үҙеме, әллә ата-әсәме?

Ә. Боҫҡонов: Бала өлгөрөп етеп, үҙе һайлаһа - шул һөнәренә тоғро ҡала һәм уның мәғәнәһен аңлай, файҙаһын күрә, быныһына шик юҡ. Тик бында тағы бер нәмә бар. Беҙҙә йыш ҡына балаға һөнәрҙе ата-әсә һайлай, сөнки бөгөнгө 17 йәшлектәр ҙә, хатта 21 йәшлек институт тамамлаған йәштәр ҙә бала һымаҡ, йәғни, шәхестең социаль өлгөрөүе бөгөн бик һуңлап килә. Күптәре 30 йәшкә еткәс кенә ғаилә ҡорорға ҡарар ҡыла. Был нимә тураһында һөйләй? Беҙҙең халыҡтың элекке өлгөрөү ваҡыты менән бөгөнгөһө араһында айырма ғәйәт ҙур. Элек, тарихтан күренеүенсә, беҙҙең халыҡ вәкилдәре 15-16 йәштә социаль яҡтан өлгөрөп еткән. Мәҫәлән, Бабич 24 йәшендә дошмандар тарафынан үлтерелгәндә халҡына үлмәҫ йырға әйләнгән шиғырҙар ҡалдырған оло шағир булған.

Д. П. Никольский тигән рус этнографы "Башкиры: этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тигән китабында: "Башҡорттарҙың башы ҙур, шуға улар математикаға һәләтле..." - тип яҙған. Ысынлап та, милләтебеҙҙә теүәл фәндәргә һәләтле балалар бихисап, әммә уларҙың бөтәһе лә ниңәлер техник йүнәлешле факультеттарға барырға ашыҡмай һымаҡ?

Р. Әлмөхәмәтов: Бала теүәл фәндәргә тартылһын өсөн уҡытыусыларҙың роле лә мөһим. Мәҫәлән, ауылда беҙҙе математиканан Сәлимйән Хәсәнов исемле бик көслө уҡытыусы уҡытты. Талапсан уҡытыусы хәйләле генә берәй һорау бирә, класс көсөргәнешле уйлай, күпмелер ваҡыттан һуң йә беребеҙ, йә икенсебеҙ яуап бирә башлай, ул дөрөҫ яуап биреүсегә "бишле" ҡуя бара. Беҙ был уҡытыусының дәрестәрен, тимәк, математика фәнен дә ярата торғайныҡ. Шуға беҙҙең ауылда белем алған балалар математиканан уңышлы уҡыны, аҙаҡтан руссаға күсеүҙә лә ҡыйынлыҡ тойманы. Тимәк, башҡорт балаларының математикаға, башҡа теүәл фәндәргә һәләтен асыусы ошондай уҡытыусылар кәрәк мәктәптәргә.
Ә. Боҫҡонов: Ҡөрьәнгә таянып, Ислам ғалимдары әйтә: кәрәк белем һәм кәрәкмәгән белем бар. Беҙгә тәүҙә кәрәк белемде үҙләштерергә кәрәк. Шулай итмәһәк, кәрәкмәгән белем башыбыҙҙағы буш урынды үҙе яулап ала. Балалар менән ошо юҫыҡта шөғөлләнмәһәк, улар башын кәрәкмәгән белем менән тултырасаҡ. Эйе, бынан 20 йыл элек математика формулаларын, терминдарын белеү кәрәк булғандыр ҙа. Бөгөн компьютер заманы. Хәҙер миңә математика кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Шуға, киңерәк алып ҡарағанда, карьера эшләү өсөн һинең гуманитар йәки техник өлкәлә эшләүеңдең айырмаһы ла юҡ. Эшләргә теләгең булһа, коллективта үҙеңде тота белһәң, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора алһаң, яуаплы, һығылмалы булһаң, һине теләһә ниндәй һөнәргә өйрәтеп алалар.
Шуныһы ла бар: һөнәр алған кешеләр араһында бик аҙҙары ғына үҙенең шәхси мәнфәғәтенән милләт һәм халыҡ мәнфәғәтен юғары ҡуя. Күпселек: "Миңә был белемдең матди файҙаһы булырмы?", "Ошо һөнәр менән күпме аҡса эшләрмен, күпме өй төҙөрмөн, күпме машинам булыр, байырмынмы?" - тип фекерләй. Һөнәр һайлағанда бер ниндәй ҙә идеологик күрһәтмә-кәңәштәр бирелмәй, шуға ла йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре иң тәүҙә шәхси мәнфәғәтен ҡайғырта. "Мин ниндәй өлкәлә халҡыма файҙа килтерә алам?" тигән кешеләр кәрәк беҙгә бөгөн. Бындай кешеләр техник йүнәлешле һөнәрмәндәр араһында ла, гуманитарийҙар араһында ла булырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа күрә, техник фәндәр йүнәлешендә уҡығандар араһында милләт мәнфәғәте өсөн янғандарҙы һирәк осратырға тура килә. 90-сы йылдарҙы ғына алып ҡарайыҡ: республика суверенитеты өсөн көрәш ваҡытында митингыға кемдәр сыҡты? Кемдәр мәҡәләләр яҙҙы? Кемдәр телевидениенан, радионан, матбуғат баҫмалары биттәрендә сығыш яһаны? Беҙҙең гуманитарийҙар - журналистар, яҙыусылар, тарихсылар, ғалимдар, сәнғәт кешеләре. Халыҡтың ихтыяжын тәрән аңлағандар кемдәр араһында күберәк булды? Шул уҡ профессорҙар, тарихсылар, философтар менән бергә ябай ауыл халҡы, уның зыялылары алға әйҙәне. Шуның өсөн, иң тәүҙә балаларҙа рух тәрбиәләргә кәрәк. Рухты туған тел, туған әҙәбиәт дәрестәрендә генә түгел, туған телдә уҡытылған тарих, география дәрестәрендә лә тәрбиәләп була. Мәктәптә рус телендә уҡып, уйһыулыҡтан - ҡалҡыулыҡты, аҡландан яланды айырмай, башҡортса оҙонлоҡ үлсәмдәрен белмәй икән, ул кеше телде насар белә, тигән һүҙ, һәм шул сәбәпле ул туған телендә аралашмай башлай. Ғөмүмән, кешегә аралашҡанда ҡулланыр, фекерләү һәләтен үҫтерер өсөн бер тел дә етә. Ике телде лә бер кимәлдә камил белгән кешеләр бик аҙ. Бына миңә ике телдә лә һөйләшеүе еңел, сөнки 18 йәшкә хәтлем тик башҡортса, артабан утыҙ йылға яҡын русса аралашам. Шуға ла мин аудиторияһына ҡарап, башҡортса ла, русса ла һөйләй алам. Әммә күптәр улай итә алмай: мәктәптә көнө-төнө русса аралашалар, хәҙер ауыл мәктәптәрендә хатта тарихты ла рус телендә уҡыталар.
Р. Әлмөхәмәтов: Мин балаларыбыҙҙы математика кластарында, әммә башҡортса уҡытыу яғында. Күп йыллыҡ тәжрибәм шуны күрһәтә - математика класын тамамлаған бала үҙе ҡайҙа теләй, шунда - техник йә гуманитар өлкәгә уҡырға бара ала. Был балаларҙың яҙыусы, рәссам, музыкант булып китеүе лә ихтимал. Гуманитар класта белем алғандар тик ошо өлкәгә генә бара ала.Шуға ла милләтебеҙгә техник өлкәлә белем алырға кәрәклеге менән мин дә килешәм.

Математикаға һәләтле башҡорттар, ниңәлер, гел гуманитар өлкәне һайлай торғайны шул элек. Шул арҡала беҙҙең милләт вәкилдәре эшҡыуарлыҡ өлкәһенә лә бик үтеп инә алманы. Әллә совет власы башҡорттарҙы махсус рәүештә мәҙәниәт өлкәһенә бороп ебәрҙеме икән?

Ә. Боҫҡонов: Совет осорон нисек кенә тәнҡитләмәйек, тап совет власы башҡортто милләт итеп һаҡланы. Әгәр совет власы, автономиялы республикабыҙ булмаһа, 100 йыл буйына телебеҙ рус теленең бер өлөшөнә әйләнеп, беҙ уны юғалтҡан булыр инек. Советтар ваҡытында башҡорт телендә ижад иткән радио, театр, филармония асылды, башҡорт мәктәптәре эшләне, башҡортса китаптар сыҡты, йәғни, милләтте яңыртыу процесы һәр ваҡыт барҙы. Һәр милләт дәүләт ҡурсауы тойҙо, һәр быуын үҙенең үҙаңын һаҡлай алды. Быны бер нисек тә инҡар итергә ярамай. Тимәк, быға тиклем милләтте һаҡлауға гуманитар өлкә ҙур йоғонто яһаны. 70-80-се йылдарҙа техник белем алыуҙың фәтеүәһе бар ине әле. Дәүләт милли составты тотоп килде, кадрҙар һайлағанда милли составты көйләне. Бөгөн иһә бөтөн дәүләт милке эшҡыуарҙарҙың шәхси ҡулына күсеп бөткән мәлдә хәл башҡараҡ. Бөгөн һинең белемең ниндәй булыуы бөтөнләй мөһим түгел. Эшҡыуар өсөн башҡортмо һин, башҡа милләттәнме - барыбер, эшлә генә. Шуға мин махсус рәүештә милләтте бөтөрөү планы эшләнәлер, тип уйламайым. Әйткәндәй, эшҡыуарҙар араһында йөрөйөм, уларҙың рус милләтенән булғандары башҡортҡа ихтирам менән ҡарай.
Хәҙерге эшҡыуарҙар араһында техник белемлеләр күберәк, тигән ҡараш бар. 90-сы йылдарҙа дәүләт ҡарамағындағы предприятиелар шәхси ҡулдарға күскән ваҡытта беҙ, ысынлап та, артта ҡалдыҡ, сөнки әҙерлекле завод директоры, баш инженерҙарыбыҙ булманы. Күптәр ул йылдарҙа юғары урында, ресурс, акциялар бүлешкән ерҙә булып, тиҙ байып китте. Йәғни, бөгөн бизнес бүлешеп алып бөтөлгән. Шуға ла техник белем алыу ғына һиңә унда юлды аса, тип уйларға ярамай. Тимәк, техник белемле булһаң да, гуманитарийға ла нимәлер эшләү өсөн үҙеңә тырышырға кәрәк.
Р. Әлмөхәмәтов: Эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн техник белемең булыуы мотлаҡ. Бизнестың уңышлы барыуының төп нигеҙе - техник белем һәм тәжрибә. Мин бизнесымды 90-сы йылдарҙа башланым. Ул дәүерҙә закондар аҙ, формаль булмаған мөнәсәбәттәр ҙә күп ине. Ләкин эш тә күп ине. Әгәр шул эште табып, эшләргә ҡурҡмаһаң, уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙур булды. Әлеге көндә эш юҡ, бизнес баҙары бүлеп алынған, ҡайҙалыр эләгеп китеүе ныҡ ауыр. Мең йәш кеше эшҡыуарлыҡ башлай икән, уларҙың 999-ы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Шунан улар, эшҡыуарлыҡ яман нәмә икән, ти ҙә, чиновник булырға ҡарар итә. 24 йыл бизнестамын, йыш ҡына мәктәпкә балалар алдында сығыш яһарға саҡыралар. 90-сы йылдарҙа бөтөн балалар ҙа тиерлек бизнесмен булырға хыялланды. Йылдан-йыл был теләк менән яныусылар һаны кәмерәк була барып, хәҙер балалар: "Мин чиновник булам", "Мин көс органдарында эшләйем", "Минең һалым органдарында эшләгем килә", - ти. Сәбәбе - йәмғиәттә эшҡыуарлыҡҡа ҡарата кире ҡараш булыуы. Бының субъектив һәм объектив яҡтары шул хәтлем күп. Эшләүе ауырайыуын да танырға мәжбүрмен. Был өлкәлә үҙгәртә торған нәмәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Европаның алдынғы илдәрендә ҙур бер ойошма эргәһендә бәләкәй компаниялар эшләп килә. Ҙур майҙанлы бинаның урта өлөшөндә ниндәйҙер завод урынлаша икән, уның тирәһендә төрлө хеҙмәтләндереү функцияларын үтәгән бәләкәй компаниялар урын ала. Был бәләкәй компаниялар үҙ эшен еренә еткереп башҡарғанға күрә, завод етәкселеге уларҙың эшенә ҡыҫылмай, мәҫәлән, урам һепереү, иҙән йыуыу кеүек эштәр тураһында борсолмай ҙа. Был аутсорсинг тип атала. Рәсәйҙә лә шуны индергәндә, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа юлдар асылыр ине. Юғиһә, беҙҙә бер гигант завод үҙ территорияһындағы бар эштәрҙе лә үҙе башҡара.

Математиканан формулаларҙы белһәң, һинең русса белеү-белмәүең әллә ни ҙур роль уйнамай. Әгәр ҙә иҡтисад һымаҡ фәндәрҙән русса телең аҡһаһа, бик хөрт. Ғөмүмән, беҙҙә башҡортса уҡытыу, русса уҡытыуға бер-нисә йыл һайын ҡараш үҙгәреп тора. Шул үҙгәрештәр, ниндәйҙер реформалар менән беҙ балаларға насар йоғонто яһамайбыҙмы?

Р. Әлмөхәмәтов: Беренсенән, уҡыу - ул төп белем алыу, шунан һуң уйларға өйрәнеү. Мәҫәлән, мин Урал политехник институтын тамамланым. Беҙ күп кенә русса терминдар менән эш иттек, уларҙы бөгөн дә аңлайышлы, матур итеп һөйләп бирә алам. Әммә унда уҡыуымдың мәғәнәһе шунда - мине уйларға, тикшеренергә өйрәттеләр. Бөгөн яңы төшөнсәләр килеп сыҡһа ла, мин уларҙы үҙаллы бик еңел өйрәнә алам. Шулай булғас, бер йыл - русса, икенсе йыл башҡортса уҡыныҡ, тигәнде лә ыңғай яҡҡа әйләндергем килә: башлы, уйлай белгән кешегә былтыр - башҡортса, быйыл - русса, өсөнсө йыл тағы башҡортса уҡыуҙың бер зыяны юҡ, киреһенсә, уның башы тағы ла нығыраҡ, яҡшыраҡ эшләйәсәк.
Ә. Боҫҡонов: Бала русса белем алһа, яҡшы була, ул Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа китә, тип әйткәнде йыш ишетәм. Күпме ата-әсә балаһын ошоға өндәй. Уйлап ҡараһаҡ, Башҡортостандан ситкә киткән балаларҙы беҙ юғалтабыҙ. Мәскәүҙә уҡыған йәштәрҙең 3-5 проценты ҡайтыр ҙа, бәлки. Рәүеф Вәхит улы ни өсөн иркенләп, ныҡ баҫып йөрөй? Сөнки ул - ауыл кешеһе. Уның йылғаһы, күле, ауылы, урамы бар. Тәпәш кенә өй ҙә күп ҡатлы йортҡа ҡарағанда ҡәҙерлерәк уға. Милли интеллигенциябыҙ Өфөлә, тибеҙ ҙә шул, әммә нигеҙҙәре ауылдан айырылған өфөлөләрҙә барыбер подъезд үҙаңы һаҡлана. "Подъезд тәрбиәһе" тигән термин да уйлап сығарғайным. Ҡала балаһының шул подъездан башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Тамырҙары ауылда булғандарҙың йылғаһы, тауы, туп тибеп йөрөгән ере бар. Ҡайҙа барһам да, былар үҙем менән йөрөй. Ә ҡала балаһының күңелендә нимә йөрөһөн? Подъезд да, уның тышында ултырған ике сүп-сар һауыты. Бына уның тыуған иле. Милли интеллигенция тип уларға таянырға тырыша ла халыҡ, әммә алда әйтелгән сәбәптәр арҡаһында интеллигенция вәкилдәре үҙҙәре милләткә нимә кәрәклеген аңламай, сөнки улар милли мөхиттән айырылған, быуындар бәйләнешен юғалтҡан.
Белем алыу, йәштәр тураһында һөйләшкәндә, тағы бер фекеремде әйтәйем әле. Ата-бабаларыбыҙ белемгә ныҡ ынтылған. 60-70-се йылдарҙа Өфөгә, Магнитогорскиға килеп, белем алырға тырышҡандар. Сөнки ул ваҡытта телевизор, интернет, радио юҡ, ауылда иҫке генә китаптар ҙа әҙ, кеше булыр өсөн ҡайҙалыр белем алырға кәрәк. Бөгөн беҙ бөтөнләй икенсе мөхиткә күстек, әммә шуны аңлап етмәнек, һаман инерция буйынса, нисек булһа ла юғары белем, диплом ал, тип өйрәтәбеҙ балаларға. Элек ата-бабаларға балаларын уҡытырға кәрәк ине, сөнки уларға мәғлүмәт етмәне. Бөгөн, киреһенсә, әгәр баланы тәрбиәләйбеҙ, тиһәк, мәғлүмәтте сикләргә тейешбеҙ, сөнки хәҙер баланы беҙ түгел, көнө-төнө килгән шул мәғлүмәт тәрбиәләй. Был насар ҙа түгел ул, практик рәүештә алып ҡарағанда, бөгөнгө йәштәр беҙҙең быуынға ҡарағанда алдынғы ҡарашлыраҡ. Әммә йыш ҡына уларҙа тыуған ил, тыуған ер, ата-әсә алдында бурыс төшөнсәһе юҡ.

Йәш быуынды туған телендә уҡытып ҡына был проблемаларҙы хәл итеп булырмы икән һуң?
Ә. Боҫҡонов: Әгәр ҙә башҡортса һөйләшкән, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән кешеләр булмаһа, башҡорт башҡа берәй милләттең бер өлөшөнә әйләнәсәк. Шуның өсөн генә булһа ла мәктәптәрҙә башҡорт телендә белем биреү мөһим. Былай ҙа милләтебеҙгә төрлө хәүефтәр янап ҡына тора. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта күптәр дингә килә башлағайны, хәҙер күп йәштәребеҙ, Исламда милләттәр юҡ, тип дәлилләй башлай. Дингә һылтанып, еребеҙгә килмешәк булып килгәндәр ерле халыҡ булырға ынтыла. Һәр халыҡтың милләте бар, был ерҙә башҡорт хужа. Үҙен башҡорт тимәй, рус тип йөрөтөүселәр араһында күпме кеше шиғыр яҙа, күпмеһе рус мәҙәниәтенә хеҙмәт итә? Юҡ улар. Күпселек йәштәребеҙ ана шулай ике милләттең уртаһында тора ла ҡала.
Йә беҙ үҙебеҙ милләт булып ҡалабыҙ, йәки йотолабыҙ, урталыҡта тороп ҡалыу юлы юҡ. Милләттең булыуы Конституциябыҙҙан да бигерәк, һәр кемдең башҡортлоғон таныуынан да тора. Тарихыбыҙҙы һөйләп, башҡорт икәнлегебеҙҙе аңлатып, милләтте тергеҙеп, яңыртып тормаһаҡ, 20-30 йыл аморф хәлендә йәшәгәндән һуң, милләтен бөтөнләй онотҡан бер төркөмгә әйләнәсәкбеҙ.
Әгәр йәмғиәт күмәк аң төшөнсәһен юғалта икән, милләт юғала, тигән һүҙ. Бөгөн бар донъяла шәхестең индивидуалләшеүе көсәйә бара. Минең фекеремсә, индивидуалләштереү коллективизмды үлтерә, сөнки уларҙың икеһе бергә йәшәй алмай. Индивидуализм нисек була һуң, тиерһегеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ, һәүетемсә генә йәшәп ятаһың, дәғүәсең менән аралашып йәшәйһең, бергә ашап-эсеп йөрөргә лә мөмкинһең. Әммә конкурентлы өлкә килеп сыҡтымы - үҙең тере ҡалырға, дәғүәсеңде тапарға тырышаһың. Килемле урындар өсөн көрәш проблемаһы - һәр йәмғиәткә хас күренеш, был һәр ваҡытта ла булған.
Мин индивидуалләшкән кеше насар, улар милләткә хеҙмәт итмәй, тип әйтмәйем. Күп кенә милләттәштәребеҙ, әйтәйек, Эльбрус Ниғмәтуллин, Ләйсән Үтәшевалар ситкә китеп, дан ҡаҙаналар. Әммә уларҙың үҙ милләтенән булған кеше менән ғаилә ҡороп, башҡортса һөйләшә белеүе лә кәрәк. Шул саҡта ғына башҡортлоҡ дауам ителәсәк, әммә бөгөн Башҡортостанда ла, ауылдарҙа ла, ситкә киткәндәр араһында ла башҡорттар иҫәбе кәмей. Милләттең юғала барыуының беренсе этабы инде был. Иң тәүҙә туған телендә һөйләшмәгән, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын белмәгән, йырламаған-бейемәгән быуын барлыҡҡа килә. Милләттең юғала барыуының икенсе сәбәбе - халыҡтың ҡалаға ағылыуы. Икенсе быуындың балалары - мәҙәниәтте йөрөтөүселәр түгел, әммә уны дауам итәләр. Улар ҡурайҙа уйнамай, йырламай, әммә башҡортса аңлай. Өсөнсө быуында башҡортлоҡ генетик хәтерҙә генә һаҡлана. Минең атайым сығышы буйынса башҡорт булған, тиҙәр. Дүртенсе быуында - милләт йәшәүҙән туҡтай.
Беҙ Рәсәй составында йәшәйбеҙ, дәүләт беҙгә үҙ телебеҙҙә аралашыу мөмкинлеген бирә. Әммә халыҡтың үҙ милләте алдында яуаплылығы булыуы шарт. Эске потенциалы тип әйтергә лә була уны. Шул булмаһа, бер ниндәй закон да, президент та халыҡты яҡлай алмаясаҡ, уны халыҡ үҙе генә булдыра ала.

Шулай итеп...
Беҙгә йыш ҡына төрлө тарафтан һорауҙар яуҙыралар. Шундай һорауҙарҙың беҙҙе аптыратҡаны, мәҫәлән, шул булды: "Башҡортса белмәһәм дә, мин - эшҡыуар, баймын, башҡортса белгән анау ағай - эскесе һәм ярлы. Тимәк, мин ул эскесенән түбәнерәк булып килеп сығаммы?". Ана шундай һорауҙарға бер-ике һүҙ менән генә яуап биреүе ауыр булғаны өсөн дә, бөгөнгө әңгәмәлә ошондай һорауҙар яңғыраны һәм беҙ уларҙы гәзитебеҙ биттәренә сығарырға йөръәт иттек. Һәр кем уйланһын, ойоғандар "уянһын" өсөн. Һорауҙар һәм яуаптар төрлөсә булыуы мөмкин, әммә дөрөҫлөк бер генә. Бөгөнгө әңгәмәлә ошо дөрөҫлөк ниндәйҙер кимәлдә сағылыш тапҡандыр, тип ышанғы килә.

Әңгәмәгә Илгиз ИШБУЛАТОВ ҡушылды һәм яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 1847

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru