КӘСЕП БЕЛГӘН – БӨЛМӘҪ
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр, ти халыҡ мәҡәле. Донъялар боларып, баҙар балтаһы уңлы-һуллы киҙәнә, үҙ хакимлығын итә башлағас та, ҡәҙимгесә генә йәшәп, өйрәнгән колхоз-совхоз эшенән башҡаны белмәгән беҙҙең ауыл халҡы албырғап ҡына түгел, аптырап ҡалды. Балалар баҡсаһындағы апайҙарының етәгенә өйрәнгән ише гел "үрҙән нимә әйтәләр"гә генә күнеккән, мейеһен күптән көрсөктән сығыу юлдарын эҙләүҙән арындырған кешегә матди яҡтан бикәр рухи туҡмаҡ ысын мәғәнәһендә биҙа булды.
Кемдәр был һынылыш осорон уңышлы сыҡты, тиһегеҙме? Юҡ, кеҫәһендә аҡсаһы булғандар түгел, һөнәр-кәсебе булғандар. Эйе, һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ, тиҙәр бит. Быуаттар аҡылын туплаған ошо мәҡәл ысынбарлыҡ булып алдыбыҙға баҫты: кем солоҡ яба, умарта тота, кемдә эшҡыуарлыҡ ҡаны уйнай, кем мал аҫрай, ергә эйелә, йәғни йәшелсә үҫтерә, кем балта тота, йәғни ағас-таш менән булыша - шулар мандыны, үтә состар ауыл байы булып танылды. Бөгөн бер быуын заман эшҡыуарҙары барлыҡҡа килһә, халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлө арҡаһында сереп үк байымаһа ла, ғаиләһен ярайһы уҡ йәшәткәндәр - урта ҡулдар, дөрөҫөрәге, алтын ҡулдар бар. Һәм быға шөкөр итерлек. Иң мөһиме, нәҡ ошондай ауыл оҫталары киләсәк быуынға - балаларға кәсеп-шөғөл өйрәтеп ҡалдырыусы, ниндәй заман тыуһа ла баҙап-юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеүсе. Ысын мәғәнәһендә тере кәсепселек һандалы, хазина инде.
Әйткәндәремә миҫал итеп Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылын килтермәксемен. Яңыраҡ улар өлгөһө менән республиканың Урал аръяғы райондары педагогтары ла танышып китте. Ғәлиәкбәр мәктәбенә "Үҫеп килеүсе быуынды халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре өлгөһөндә тәрбиәләү, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлау - бөгөнгө көн талабы" тигән темаға арналған семинар-кәңәшмәгә йыйылғайнылар ул көндө. Ғәҙелгәрәй мәктәбе Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы булһа ла, собханғолдарға әле көнләшергә генә ҡала - бына тигән матур, заманса бинала уҡып ятыуҙары. Мәктәп тыштан да, эстән дә ялтырап тора.
Йыйын-фәлән үткәргәндә ғәлиәкбәрҙәр мах биреп тораһы халыҡ түгел. Балыҡ башынан серей, тигәнде замансалаштырғанда, эш башлыҡтан тора шул. Ауыл хакимиәте башлығы Иҙел Ағзам улы Әминев үҙе бөтә сараның уртаһында булды: асыҡ дәрестә лә ҡатнашты, уйын-көлкөнөң дә уртаһында йөрөнө. Тарих, тип йән атҡан, туған мәктәбе өсөн генә түгел, тотош район өсөн баһаһыҙ эштәр башҡарыусы тарихсы-эҙәрмән Дамир Аллабирҙиндың эшмәкәрлеге менән танышыу үҙе генә лә ни тора: экспонаттарға бай тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ул төҙөгән шәжәрә ағасы, топонимика буйынса, район әүлиәләре хаҡында әҙерләнгән материалдары - минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип ябай дәрес биреп йөрөүселәргә үҙе бер матур үрнәк.
Семинар-кәңәшмәнең иң матур өлөшө барыбер ҙә Ғәлиәкбәр оҫталарының ижади оҫтаханаларында булыу, уларҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, ысын мәғәнәһендә ижад донъяһына сумыу булғандыр. Ойоштороусылар сараға билдәләнгән ваҡыт үткәс тә халыҡты оҫталарҙан айырып ала алмай йөҙәне. Ауыл имамы Сабитов Самат ағайҙың эреле-ваҡлы батмандары, семәрле ижауҙары, ҡап ҡорһаҡлы көбөләре үҙе ни тора! Бер ситтә балаҫ һуғып күрһәтһәләр, икенсе урында әлеге лә баяғы Дамир Зиннәт улы 8-се синыф уҡыусыһы Юлай Сәғитов менән (һүрәттә) септә һуға, ҡорама ҡораусыһы ла, күҙ яуын алырлыҡ түшәк-балаҫтар, диван япмалары бәйләүсеһе лә бар. Ғәбитова Шәкирә апайҙың ҡорамалары, Байморатова Таңһылыу апайҙың түшәк-япмалары, Исламбаева Хөснә апайҙың йәйғор төҫлө тирүгә-балаҫтары, Ғүмәрова Резеда апайҙың ҡыҙы менән станокта һуҡҡан ултырғыс түшәктәренең матурлығын тасуирлар һүҙ юҡ. Мәктәптә балаларға умартасылыҡ нигеҙҙәрен өйрәтеүсе Ишмөхәмәтов Марстың үҙ ҡулдары менән эшләгән солоҡсолоҡ ҡорамалдары, шулай уҡ бал ҡортона бәйле докторлыҡ диссертацияһы яҡларлыҡ ғилем-аҡылға эйә ауыл аҡһаҡалы Дилмөхәмәтов Кәбир бабайҙарҙың күргәҙмәһенә халыҡ балға йәбешкәндәй һырыны.
Бөгөнгө баҙар иҡтисады ауылдарҙың алҡымынан быуып алып барғанда Ғәлиәкбәр ауылындағы халыҡтың бына шулай үҙ донъяһын хәстәрләп, ата-бабалар шөғөлөн ныҡлап тергеҙеп, заман һынауҙарына бирешмәй йәшәп ятыуы күптәргә өлгө булырлыҡ шул. Эйе, бында халыҡ умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән булышып ҡына ла байманлыҡта ирәйеп йәшәп була икәнен үҙҙәренә лә, башҡаларға ла раҫлаған. Шуға ла ауылда үткән әлеге сараның фәтеүәһе, маҡсаты, рухы, йәне булды.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА