Өфө ҡалаһы үҙенең ҡабатланмаҫ архитектураһы менән ҡунаҡтарҙы ла, баш ҡала халҡын да һоҡландыра. Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары тигәндә, иң тәүҙә Ленин, Аксаков урамдарындағы биналар күҙ алдына килә. Өфө-2 ҡаласығы, 1890 йылда төҙөлгән Штехерҙар йорто, 1872-1874 йылдарҙа нигеҙ һалынған Уҡытыусылар йорто (бөгөн был йортта Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлашҡан), Пушкин урамындағы Краевский ҡунаҡһарайы һәм башҡа ҡомартҡылар бөгөн ни хәлдә? Уларҙың ваҡыт һәм тәбиғи шарттар һынауын еңелерәк үтеүен ниндәй саралар ярҙамында тәьмин итергә була? Тарихи ҡомартҡыларҙың элекке хәлен тергеҙеү эшен ниндәй заманса технологиялар ярҙамында атҡырау отошлораҡ? Өфө ҡала округы хакимиәтенең Тарихи ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса Йәмәғәт советының сираттағы ултырышында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнде. Кәңәшмәлә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫарҙары, республика һәм ҡала ведомстволары, төҙөлөш, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, крайҙы өйрәнеүселәр ҡатнашты.
Ултырышты асып, Ирек Ишмөхәмәт улы быйыл реставрация ла, төҙөлөш тә ауырлыҡ менән атҡарылыуын билдәләне, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы бергәләп фекер алышырға саҡырҙы:
- Йә беҙ бюрократик реформалар һаҙлығына батасаҡбыҙ, йә кәңәшләшеп, аҡыллы ҡарарға килеп, артабан эшләйбеҙ, - тине ул. - Бөгөн баш ҡалала яңы төҙөлөш объекттары ҡалҡып сыға, ҡала төҙөкләндерелә, йүнәтелә, реставрациялана.
Реставрацияларҙың ниндәй күләмдә һәм ниндәй кимәлдә барыуы тураһында аныҡ ҡына итеп әйтеп булмай әле. Йыш ҡына тарихи әһәмиәткә эйә биналарҙың ҡайһы бер элекке элементтары юҡ ителә, төҙөкләндереү, реставрация эштәре насар сифатта эшләнә. Объекттарҙы һыуланыуҙан, бурһыуҙан, сереүҙән һаҡлау маҡсатында күп кенә боронғо йорттарҙың элекке буяуҙарын ҡуптарып, һоро төҫ менән буяттырҙыҡ. Был буяу ул йорттарҙы артабан тәртипкә килтереүҙең тәүге аҙымы, ваҡытлыса сара. Ирек Ишмөхәмәт улы шулай уҡ элекке йорттарҙың ҡайһы берәүҙәрендә, мәҫәлән, Гоголь урамындағы 13-сө йортта йәшәү шарттарының ҡот осҡос булыуын, ул йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы йорттарға күсереүҙе тиҙләтеү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фекер алышыу барышында, был хаталар тейешле кимәлдәге тәжрибәле белгестәр етмәүҙән килеп сыға, тигән фекер йыш ҡабатланды. Шулай уҡ, күптәр бөгөнгө оҫталарҙың да квалификацияһын яҡшыртыу зарурлығын кәрәк тип тапты. Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, Ирек Ишмөхәмәт улы бергәләп эшләүҙең яҡшы һөҙөмтәләр биреренә ышанысын йәшермәне, артабан да шулай тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп эшләү, тарихи ҡомартҡыларҙа эшләргә теләүсе инвесторҙар йәлеп итеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Беҙ сарала ҡатнашыусыларҙан фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Данир ҒӘЙНУЛЛИН, БР Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры: Өфө ҡалаһының тарихи йөҙөн һаҡлау, ысынлап та, бик ауыр һәм ентекле ҡараш талап иткән эш. Элекке биналарҙың реставрацион проекттарын эшләү, уларҙы элекке хәленә килтереү - ул беҙҙең быуындың бурысы, тип һанайым. Бөгөнгө сараның әһәмиәте лә шунда: әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы ШОС, БРИКС саммиттарын үткәреү алдынан күп ремонт эштәре алып бара. Шуға ла тарихи объекттарға зыян килтереүҙән һаҡланырға кәрәк. Ҡала округы хакимиәте башлығы тарафынан бик матур итеп: "Бөтөн тарихи биналарҙы ла беҙ нисек булған, шул ҡиәфәттә ҡалдырып, музей формаһында ҡуллана алмайбыҙ", - тип әйтелде. Ысынлап та, 73-сө федераль законда "реставрация" һәм "заманға яраҡлаштырыу" тигән төшөнсәләр бар. Беҙҙең проекттарҙың бөтәһендә лә заманға яраҡлаштырыу ынтылышы ярылып ята. Бөгөнгө ҡала кешеләре был биналарҙы ҡулланып, уның мәнфәғәтен, файҙаһын күреп йәшәргә тейеш. "Элек шулай булған", тип кенә киң мәғлүмәт сараларында ҡысҡырып йөрөү - ул "буш" кешеләр шөғөлө, миңә ҡалһа. Ә ошо объекттарҙы тәүге ҡиәфәтенә килтереп, заманға яраҡлаштырыу - ҙур фәнни эш.
Рөстәм ӘЛИБАЕВ, БР Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең әйҙәүсе архитекторы:Бөгөнгө кәңәшмәлә беҙгә, реставрация менән шөғөлләнеүселәргә, күп һорауҙар бирҙеләр. Бер йорттоң кирбесе һыуланып, буялған килеш "тын алмай" серегәйне, бөгөн шуны тергеҙеү тураһында кәңәшләштек. Яңынан кирбес диуар күтәреү күп сығымдар талап иткәнгә күрә, бинаның тышына декоратив кирбес һүрәте һыҙып, элекке стилдәге йортто һынландырырға кәрәк, тигән тәҡдим яһаныҡ. Ултырышта ҡатнашыусылар бындай йорттарҙың ифрат күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм был ысулды яраҡлы тип тапты.
Эшебеҙ тәртибенә килгәндә, бөтөн проекттар ҙа ентекле тикшереү үтә. Уларҙың күбеһен хәл иткәндә төрлө яҡлап ҡарарға, төрлө фекерҙәрҙе күҙ уңында тоторға тура килә. Беҙҙең эшебеҙ күптәргә оҡшай. Ә кемгәлер оҡшамай икән - был да тәбиғи. Мәҫәлән, бөгөн бер йорттағы баҫҡыстың ҡорос таяуҙары тураһында һүҙ булды. 19-сы быуатта төҙөлгән бинаның эсендәге баҫҡыстың таяуҙарын совет осоронда бер тапҡыр яңыртҡан булғандар. Беҙ уны тағы ла матурыраҡ итеп яңырттыҡ. Бөгөн килеп, ҡайһы берәүҙәр беҙҙән баҫҡыс таяуҙарының элекке вариантын кире ҡайтарыуыбыҙҙы һорай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был баҫҡыстарҙың тәүге варианты һаҡланып ҡалмаған.
Беҙҙең эштә финанс ярҙамһыҙ ҙа булмай. Ирек Ишмөхәмәт улы, инженер булараҡ, был тармаҡты яҡшы белә. Ул бик дөрөҫ әйтте - йәмәғәтселек был объекттарҙы төҙөкләндереү эшенә ныҡ ҡыҫылып, уның теге йәки был яғын оҡшатмай һүҙ йөрөтә башлаһа, инвесторҙар ҡасып бөтәсәк. Ә муниципалитет үҙе генә реставрацияны тейешле кимәлдә финанслай алмай. Реставрация эшен автоматлаштырыу мөмкин түгел. Ҡул менән эшләйбеҙ. Шуға ла беҙгә юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға тура килә лә инде.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА