Бөгөн нимә генә эшләргә булһаҡ та, нимәгә генә тотонһаҡ та, хатта ҡоролған ғаилә уңышһыҙлыҡҡа тарыһа ла менталитетҡа, темпераментҡа, характерға япһарырға тырышабыҙ. Ғөмүмән, нимә ул характер һәм башҡорт характеры ниндәй? Ул башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Ошо һәм әңгәмә барышында тыуған башҡа һорауҙарға педагогика фәндәре кандидаты Вәкил ХАЖИН һәм БДУ-ның Учалы филиалы деканы, философия фәндәре кандидаты Зилә РӘХМӘТУЛЛИНА менән бергәләп яуап эҙләйбеҙ.
Вәкил Хажин: Характер - ул бик ҡатмарлы нәмә. Уға тәбиғәттән бирелгән темперамент та, тәрбиә лә, нәҫелдән килгән ҡан да, төрлө саралар ҙа, төрлө ваҡиғалар ҙа йоғонто яһай. Айырмаға килгәндә инде, әгәр ҙә ауыл башҡорттарын һәм ҡаланыҡыларҙы, бер район менән икенсеһенекен сағыштырып ҡараһаң - улар араһында күҙгә күренмәҫ ниндәйҙер айырма бар барыбер. Мәсетле һәм Хәйбулла райондарынан килгән башҡорт менән беренсе тапҡыр күрешеп, аралашырға тура килә икән, һөйләшә-һөйләшә уларҙың береһенең - көньяҡтан, икенсеһенең төньяҡ-көнсығыштан икәнлеген самаларға була. Самаларға ғына, ләкин асыҡтан-асыҡ күренеп торған һыҙаттар күрмәйәсәкбеҙ.
Бөтөн төбәктәрҙә лә тиерлек булғаным бар, күп йыллыҡ тәжрибәмдән сығып әйткәндә, башҡорт менән башҡорт араһында әллә ни айырма юҡ, тиергә мөмкин.
Әгәр башҡортто башҡа милләт кешеләре менән сағыштырһаҡ, айырма, әлбиттә, бар. Тау халыҡтары, мәҫәлән, ҡыҙыу ҡанлы, ҡыйыуҙар, үткерҙәр, телдәре-телгә йоҡмай, ә башҡорттар - баҫалҡы, тыйнағыраҡ, үҙен билдәле бер сиктәр эсендә тоторға тырыша. Рус кешеһе, мәҫәлән, ҡайҙа барһа ла үҙен иркен тота, сөнки Рәсәй уның дәүләте икәнен яҡшы белә. Ә башҡорт бары тик тыуған ауылында ғына үҙен иркен хис итә. Ситкә сыҡһа, үҙен тыуған мөхитенән айырылғандай тоя. Йәғни беҙҙең милли характер ҡәбилә, ырыу булып, ауылда йомолоп йәшәгән ваҡытта асыҡ һыҙатланған, хәҙер юйыла төшкән.
Икенсенән, беҙҙең милли һыҙатҡа тарих та йоғонто яһай бит. XVIII быуатты ғына алып ҡарағыҙ - бер туҡтауһыҙ күтәрелгән ихтилалдарҙа башҡорт бер туҡтауһыҙ ҡырыла. XIX быуат тынысыраҡ үтә, әммә XX быуаттың 1918-1921 йылдар шауҡымы милләткә зәһәр ҡағыла. Ике-өс йыл дауамында, Башҡортостан территорияһында барған Граждандар һуғышы осоронда ағы ла, ҡыҙылы ла халыҡты талай, йәғни Башҡортостан ул ваҡытта ҙур тетрәнеүҙәр кисерә. Унан һуң - 1937 йылғы репрессиялар. Шул ваҡытта халыҡ күңеленә инеп оялаған ҡурҡыу артабанғы быуындарға ла бер ни тиклем тапшырыла бит. Ауыл ерендә йәшәүсе башҡорттарға шикләнеү, тыйылыу, һаҡланып һөйләү кеүек сифаттар шул осорҙа һеңеп ҡала. Бына шулай, кеше характерына йәшәгән мөхит, тәбиғәт, икенсе милләттәр йоғонто яһай һәм ул әкренләп үҙгәрә лә.
Зилә Рәхмәтуллина: Милләтебеҙҙең менталитетын өс өлөшкә бүлеп ҡарайым. Уның метафизик өлөшө - бер ҡасан да үҙгәрмәй торған асылы. Шулай уҡ социаль, психологик йоғонтоға бирелеп, үҙгәргән өлөшө лә бар. Социаль шарттар үҙгәргән һайын, кеше лә үҙгәрә бара. Ә бына, мәҫәлән, метафизик нигеҙҙе тәшкил иткән иректе, азатлыҡты яратыу хисен бер яҡтан баҫтырһаң, ул сәнғәт, йыр, бейеү, ижад һ.б. аша икенсе яҡтан килеп сыға. Һәр башҡортта бындай сифаттар "йоҡлай", шул һәләттәр уның күңелендә ята. Әммә ваҡыт үтә килә был метафизик сифаттарға яңылары өҫтәлеүе мөмкин. Улар, башҡа һыҙаттар менән ҡушылып, тап башҡортҡа ғына хас булған үҙенсәлекле колорит килеп сыға ла инде.
Шундай бер тарих һөйләгәйнеләр: Салауат Юлаев һәйкәлен Салауат районынан ситкә сыҡмай йәшәгән, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Өфөгә килгән бер вариҫына күрһәтәләр. Ул һәйкәлде ҡарай ҙа: "Һәйбәт эшләнгән, Салауат атта дөрөҫ ултыра", - тип, үҙенең баһаһын белдерә. Уның өсөн атта дөрөҫ ултырыу мөһимерәк, сөнки һыбай ултырыуҙың да ни бары ике манераһы бар һәм, ысынлап та, күптәр ат өҫтөндә дөрөҫ ултыра белмәй. Ә башҡорт икәнһең - һин атта дөрөҫ ултырырға тейешһең!
Шулай уҡ ым-ишаралап һөйләйһеңме, кешене ҡолас йәйеп ҡаршылайһыңмы - шунда ла башҡорттоң характеры сағыла. Кешенең күңелендә ятҡан холоҡ тәрбиә, хатта пластика аша бирелә. "Ете ҡыҙ" бейеүен "Березка" ансамбле бейеүселәре бейей икән, унан башҡорт бейеүенә пародия килеп сыға. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарынан башҡа халыҡ бейеүҙәрен бейетеү ҙә шуның кеүек. Сөнки беҙҙекеләр башҡалар кеүек аяғын күтәреп бейей алмай, ә сит милләттәр беҙҙең ҡыҙҙар кеүек ойотоп бейей белмәй. Студенттар араһында ла бындай айырмалыҡтарҙы күрергә мөмкин: башҡорт ниндәйҙер һорауға яуап бирер алдынан, яйлап ҡына тороп, башын ян-яҡҡа бороп, алан-йолан ҡаранғансы, башҡалар күптән яуап биреп тә ҡуя.
Башҡорттоң тағы бер метафизик сифаты бар - ул тормошто ярата. Бәлки, шуның өсөн дә беҙ һаҡланып ҡалғанбыҙҙыр. Хатта халҡыбыҙҙың трагик йырҙарында ла, һин ҡойолоп төшөргә тейеш түгелһең, тигән кинәйә бар. Көрсөк хәл-торошонан барыһы ла сыға алмай, әммә башҡорттар үҙенең сабырлығы, түҙемлеге менән теләһә ниндәй ауырлыҡты күтәрә белә. Башҡорттоң аҡрын ҡуҙғалыуы, күп ваҡытта өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күреүе сәс йолҡорлоҡ ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәрергә ярҙам итә лә инде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәре ил һаҡларға, әрме хеҙмәтенә киткәс, донъя йөгөн үҙ иңенә алып, сабыр ғына донъя көткән. Шундай ҡатындарҙан нисек батыр тыумаһын! Үҙемдең ғилми эшемде яҙғанда ла мин был юлдарҙы бер маңҡорт уҡыһын да, башҡорттоң идеаль образы менән һоҡланһын, тигән изге хыял менән йөрөнөм. Сөнки кешенең үҙаңы үҫһен өсөн уға даими рәүештә тылҡып торорға кәрәк.
Характерҙы образлы рәүештә кешенең умыртҡа һөйәге менән сағыштыралар. Медицина күҙлегенән ҡарағанда, умыртҡа бағанаһында саҡ ҡына тайпылыш булғанда ла кеше тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алмай. Ә тормошта, кешелә, милләттә ошо умыртҡа бағанаһы булған характерҙан тайпылыу була икән, ул үҙенең ысынбарлығын, үҙенең булмышын юғалтмаймы?
Вәкил Хажин: Минеңсә, был үҙәк беҙҙең халыҡта әле лә бар. Мин бында кешеләр алдында үҙеңде тотоуҙы ла күҙаллайым. Ул бит тәрбиәнән дә килә. Тәрбиә булмаһа, кеше хайуан сүрәтен ала, тап социумда ғына ул кешегә әйләнә. Арыҫлан балаһын өйҙә тотһаң да, зоопаркта тотһаң да, яңғыҙ урманда үҫһә лә, ул барыбер арыҫлан балаһы булып ҡала. Ә кеше балаһы фәҡәт ғаиләһендә генә кешегә әүерелә. Шуның кеүек, милләтебеҙ башҡорт араһында ғына башҡортлоғон һаҡлай ала. Башҡорт араһынан китһә, башҡортлоҡто һаҡлау бик ауыр. Мәҫәлән, бик әҙҙәр генә үҙҙәренең туған теленә тоғро ҡала.
Ни өсөн беҙ үҙгәргәнбеҙ һуң? Ихтилалдарҙа иң уҫалдар, иң үткерҙәр, иң көслөләр ҡырылған. 1918-1921 йылдарҙа Башҡорт ғәскәре сафтарында көрәшкән һәм һәләк булған ирҙәр шулай уҡ көслө, милләте өсөн янып торған кешеләр булған. 1937 йылда милләттең саҡ ҡына күтәрелеп килгән өҫкө ҡатламы юҡ ителгән. Ҡасандыр бөтөн донъяны дер һелкеткән Монголия бөгөн ни өсөн шундай хәлдә? Ни өсөн бөгөн үҙҙәрен күрһәтә, күтәрә алмайҙар? Сөнки иң көслө ирҙәрҙе Сыңғыҙхан үҙе менән алып киткән, илдә бала-саға ла, ҡарт-ҡоро тороп ҡалған. Уларҙан, әлбиттә, милләтте артабан үҫтерерлек кешеләр сыҡмаған. Шуның кеүек, беҙҙең башҡортта ла шул тенденция күҙәтелә - гел иң өҫтә торғандарҙы ҡырып, сабып торғас, ул тора-тора ваҡлана. Бөгөн, мәҫәлән, халҡыбыҙҙы Салауат Юлаевтың замандаштары менән бик үк сағыштырып булмай. Беҙ ул осорҙағы ир-егеттәребеҙҙең нисек һуғышыуын тарихи документтар аша ғына күҙаллайбыҙ. Әммә Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт атлыларының шундай уҡ ғәййәрлек менән ут эсенә инеүе тураһында ла беләбеҙ. Йәғни, халыҡтың булмышында уның асылы һаҡлана һәм ул кәрәк ваҡытта "уяна".
Атта һыбай йөрөүҙең дә үҙ манераһы бар, тигәндән, үҙенән-үҙе һорау тыуа: һәр төрки халҡының үҙ көрәше бар, әммә улар ҡағиҙәләр буйынса айырыла. Ә бына башҡорт көрәшендә башҡа көрәштәрҙә күҙәтелгән аяҡ салыу, хәрәмләшеү кеүек күренештәр юҡ, бары тик дәғүәсеңде ерҙән айырып, күкрәк аша алып ташларға тейешһең, йәғни башҡорттар һәлмәк һәм ғәҙел көрәшә. Быны ла милләттең характерына бәйләп буламы?
Зилә Рәхмәтуллина: Көрәш тураһында әйткәндә, тағы ла метафизик бер критерийҙы - ғәҙеллеккә ынтылышты ла әйтмәй булмай. Башҡорттоң характерындағы ғәҙеллек, намыҫлылыҡ тигән төшөнсә лә борондан килә.
"Урал батыр" эпосындағы Урал батыр ҙа, әкиәттәребеҙҙәге башҡа батырҙар тик ғәҙел еңеү яулай. Ә бит башҡа халыҡтарҙың әкиәттәрен алып ҡараһаң, батырҙар уларҙа йә хәйлә, йә башҡа этлек аша үҙ маҡсаттарына өлгәшә. Көрәшкә килгәндә лә, уның Башҡортостанда таралған төрөндә башҡорт характеры сағылыш табалыр, тип уйлайым.
Ни өсөн башҡорттар араһында эшҡыуарҙар бармаҡ менән һанарлыҡ, тигән һорауға яуап биргәндә лә тап шул ғәҙеллек, дөрөҫлөк принцибынан сығып фекер йөрөтөргә кәрәктер. Эшҡыуарлыҡ башҡортҡа килешеп етмәй, сөнки бөгөн эшҡыуарлыҡ, бизнес тигән термин артына йәшеренгән алыпһатарлыҡ кеше алдауға ҡоролған. Алыпһатарҙар үҙҙәре бер нәмә лә етештермәй, улар әйберҙе бер урындан осһоҙға алып, икенсе урында ҡиммәткә һатыу менән генә шөғөлләнә.
Кешегә тыуғанда ук ниндәйҙер абсолют критерийҙарҙы үҙ эсенә алған көйләнеш һалынған. Башҡорттарҙа ғәҙеллеккә, ирек һөйөүсәнлеккә, дөрөҫлөккә көйләнеш һалынғандыр, күрәһең. Хатта башҡорт кешеһе ниндәйҙер мәсьәлә буйынса етәксеһенә бер тапҡыр барып, проблемаһын хәл итә алмай икән, ул икенсе тапҡыр үҙен көсләп алып барасаҡ, өсөнсө тапҡыр барып та тормаясаҡ. Сөнки үҙе ғәҙел булғас, башҡаларҙы ла үҙе кеүек тип уйлай. Ә бит башҡа милләттәр ундай түгел, ишектән ҡыуалар икән, тәҙрәнән килеп инәләр.
Ирек һөйөү, азатлыҡҡа ынтылыш бар халыҡтарҙа, шул уҡ Кавказ халыҡтарында ла, шул уҡ рустарҙа ла бар. Шул күҙлектән сығып, бар халыҡты ирек һөйөү, азатлыҡ идеяһы берләштерә тип әйтергә буламы?
Вәкил Хажин: Ҡолдарҙа ундай идея юҡ. Спартак заманында булған ул ҡолдар ихтилалы, ләкин улар төньяҡтан килгән халыҡтар булған. Ә Европаның төньяғындағы халыҡтар ҡыҙыуҙар, һуғышсандар. Крепостной крәҫтиәндәр бит ихтилалға күтәрелмәгән. Разин, Пугачев ихтилалдары, тибеҙ, әммә унда бит крепостной крәҫтиәндәр түгел, казактар һуғышҡан. Әле бөгөнгө Донбасс, Луганскиҙа сыуалыштар бара икән - унда бит элекке казактарҙың тоҡомдары йәшәй. Урал, Яйыҡ буйында ла казактар төйәкләнгән. Ә казак - рустың ирек һөйөүсе өлөшө.
Башҡорттарҙың гел элитаһы ҡырылып торған, тип әйтеп үттек. Ә бына, ҡар башына ҡар етә, тигән кеүек, башҡорт башына башҡорт етә, тип әйтергә буламы? Сөнки үҙенең бер сығышында ғалимыбыҙ Рәшит Шәкүр был һүҙбәйләнеште бөтөнләй ҡулланмаҫҡа саҡырғайны.
Вәкил Хажин: Ҡулланыу, ысынлап та, кәрәкмәйҙер, әммә был хаҡта онотмаҫҡа һәм һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк. Ситтә йөрөгән ваҡытта башҡорт бер-береһенә ярҙам итә, улар дуҫ, татыу, уларҙың ысын асылы асыла һәм быны башҡалар ҙа күрә. Ә бына ауылда тик башҡорт ҡына йәшәй икән, улар ни, һуғышып та китә, талашып та китә. Бындай күренеш һәр халыҡта ла, хатта ғүмер буйына ҡан дошман булып йөрөү ҙә бар. Беҙҙә лә ундай күренештәр ҡасандыр булғандыр, булмаһа, "ҡан дошман" тигән һүҙ ҙә таралмаҫ ине. Ләкин, башҡорт башына башҡорт етә, тип, ниндәйҙер шәхси күренеште дөйөм милләткә япһарырға тырышыу дөрөҫ түгел. Бындай яһалма барлыҡҡа килтерелгән әйтем беҙҙең метафизик базаға һалынған абсолют критерийҙарға тап килмәй. Әгәр шулай булған булһа, әллә ҡасан уҡ Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан булыр инек.
Абсолют критерийҙарҙан ситләшмәҫкә кәрәк, тинегеҙ, бының менән беҙ үҙебеҙҙе сикләмәйбеҙме икән?
Зилә Рәхмәтуллина: Әгәр беҙ, боронғо халыҡ, элек-электән Йыһан ритмдары менән йәшәгәнбеҙ икән, беҙ башҡаса була алмайбыҙ. Хатта донъя алдында, кешелек алдында башҡаларға ҡарағанда күберәк яуаплылыҡ тоябыҙ, тиер инем. Әгәр ошо юлыбыҙҙан тайпылһаҡ йәки баш тартһаҡ, уның беҙгә насарлыҡ булып әйләнеп ҡайтыуы ихтимал. Ергә килгән һәр милләттең үҙенең ниндәйҙер миссияһы бар. Уны тормошҡа ашырһаң, ул бумеранг кеүек яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайта. Шуның өсөн генә булһа ла ошо метафизик базаға һалынған абсолют критерийҙарҙан китергә, ситләшергә ярамай.
Ниндәйҙер ваҡиғаны ошо ваҡыт күҙлегенән генә ҡараһаң, бәлки, ул бигүк яҡшы ла, уңайлы ла түгелдер. Мәҫәлән, шул уҡ ихтилалдарҙа ниңә күпләп ҡатнашып, халҡыбыҙҙы ҡырҙырырға кәрәк булған икән, тип уйлайбыҙ йыш ҡына. Әммә ошо ваҡиғаларға Йыһан, бөтөн Ер шары кимәленән ҡараһаң, был үҙен аҡлай. Шуға ла, ниңә шулай иткәнбеҙ, ниңә былай иткәнбеҙ, тигән үкенеү булырға тейеш түгел.
Вәкил Хажин: Тулыһынса килешәм: беҙҙең үҙебеҙҙең миссиябыҙ бар, шуға ла беҙ үҙебеҙҙе һаҡлай алғанбыҙ. Милләтебеҙҙең тарихҡа билдәле булған, уның ҡағыҙға төшөрөлгән мәленә генә лә - 2500 йыл. Сөнки беҙҙең турала бынан 2500 йыл элек йәшәгән Геродот яҙып ҡалдырған. Шул ваҡытта ла ошо уҡ ерҙә, ошо уҡ атамала, ошондай уҡ халыҡ булып йәшәгәнбеҙ. Ибн Фаҙландың, башҡаларҙың башҡорттар хаҡында яҙған ҡыҫҡа ғына ҡылыҡһырламалары бөгөнгө башҡорттарҙың характерында ла сағылыш таба икәнлеген күрәбеҙ. Әммә бөгөнгө башҡортлоҡ менән шул быуаттар дауамында килгән башҡортлоҡтоң араһында айырма бар. XX быуатта элита ҡырылған, тип һөйләйбеҙ, әммә эскелекте бөтөнләй күҙҙән ысҡындырабыҙ. Ә бит был алама ҡылыҡ кешене генә түгел, тотош милләтте юҡҡа сығара яҙҙы. Әгәр ҙә бөгөн Башҡортостанда башланған "Айыҡ ауыл" шауҡымы бөтөн республикаға таралып, араҡы ҡоллоғонан ҡотолһаҡ, асылыбыҙға кире ҡайтасаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн кемдең Президент булыуы ла мөһим түгел, сөнки батша ҡулы аҫтында ла, Сыңғыҙхан идара иткәндә лә йәшәгәнбеҙ, әммә үҙебеҙҙең йырҙарыбыҙҙы һаҡлағанбыҙ, эпостарыбыҙҙы тыуҙырғанбыҙ, ҡурайыбыҙҙа уйнағанбыҙ, шул Уралда йәшәгәнбеҙ, шул көйөнсә үҙебеҙҙең телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе бөгөнгәсә килтереп еткергәнбеҙ.
Милләт өсөн иң зыянлы, яуыз нәмә - ул ихтилалдар ҙа, репрессиялар ҙа түгел, ә эскелек. Ул характерыңды ла юҡҡа сығара, һине көнсөллөккә, урлашыуға, алдашыуға, деградацияға ла килтерә. Әгәр үҙебеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәк, эскелектән ҡотолорға, мәҙәниәтебеҙҙе күтәрергә кәрәк. Мәҙәниәтебеҙ - ул беҙҙең телебеҙ, ул - беҙҙең йырҙарыбыҙ, ул - беҙҙең бейеүҙәребеҙ, ул - беҙҙең борон-борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ.
Рекламалағы кеүек, нисек кенә борғолаһаң да, барыбер һүҙ мәҙәниәткә, телгә барып тоташа...
Вәкил Хажин: Ниндәй генә һөйләшеү алып бармайыҡ, ниндәй генә эштәр эшләмәйек, улар барыһы ла халҡыбыҙҙың артабан да йәшәүен, мәҙәниәтебеҙҙең, телебеҙҙең һаҡланыуын тәьмин итергә тырышыуға ҡайтып ҡала. Ни өсөн мәҙәниәт менән телде һаҡларға кәрәк? Сөнки мәҙәниәт менән тел үҙҙәре үк халыҡты һаҡлай. Бына шуларҙы йәштән үк балаларға бирә, һеңдерә алһаҡ, ул милләтте һаҡлауға алып киләсәк.
Башҡорт үҙ тарихының беҙгә билдәле 2500 йыл арауығында нимәләр генә күрмәгән дә, ниндәй генә юлдар үтмәгән, нимәләр генә кисермәгән. Бәлки, байҙары ла, батшалары ла, ғәскәре лә, үҙенең дәүләте лә булғандыр, ләкин улары һаҡланмаған бит. Телебеҙ һаҡланып ҡалған. 40-ҡа яҡын төрки телдәре араһында бер беҙҙә генә һ, ҫ, ҙ өнө бар. Был беҙҙең боронғолоҡто раҫлаусы уникаль күренеш. Йырҙарыбыҙҙы ҡарағыҙ. Шул тиклем моң уларҙа! Ул бөгөнгө барабан тауышы түгел. Барабан - ул ритм, ә беҙҙең көйҙәрҙә ритм юҡ, үлсәү ҙә юҡ. Күпме теләйһең, тының күпмегә етә - шунса һуҙаһың. Телебеҙ, көйҙәребеҙ, бейеүҙәребеҙ һаҡланған, тәбиғәткә мөнәсәбәтебеҙ һаҡланған, әкиәттәребеҙ һаҡланған. Шулар беҙгә алға ҙур өмөт, ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә.
Уйлап ҡараһаң, бынан 100 йыл элек кенә башҡорт кешеһе белгән нәмәләрҙе бөгөн белмәйбеҙ. Ни өсөн, белмәйбеҙ, тип әйтәм, сөнки шул ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ йәшәгән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡортҡа өс әйберҙе белеү фарыз, тигән: бөгөнгө тел менән әйтһәк, фольклорҙы, шәжәрәне, йондоҙҙарҙы. Шәжәрәгә, ярай, кире ҡайта башланыҡ. Ләкин барыһы ла түгел, айырым кешеләр, айырым ауылдар ғына шәжәрәһен төҙөй, бөтөн башҡорт та шәжәрәһен белә, тип раҫларға әле иртәрәк. Фольклорға килгәндә лә, уны бөтөн башҡорт та белә, ярата, тип әйтеп булмай. Ә инде йондоҙҙар хаҡында бөтөнләй белмәйбеҙ. Йондоҙҙарҙы белеү - ул 12 йылдың нисек килеүен белеү. Элек ата-бабаларыбыҙ бәләкәйҙән үк балаларға йондоҙҙар тураһында мәғлүмәт өйрәтә башлаған. Ҡоролоҡ килерен дә алдан күҙаллап, әҙерләнеп торғандар. Башҡорттоң билдәле тарихында аслыҡ бер тапҡыр ғына - 1921 йылда, совет власы заманында ғына булған. Хатта 1941 йылғы һуғыш ваҡытында ла башҡорт ауылдарының күбеһе асҡа йонсомаған.
Зилә Рәхмәтуллина: Йондоҙҙарҙы белеү ҙә беҙҙең боронғолоғобоҙҙо иҫбатлай. "Урал батыр" эпосында ла бит йондоҙлоҡ, уның буйынса ерҙең хәрәкәте сағылдырыла.
Ә һ, ҫ, ҙ өндәренә килгәндә, улар бит тәбиғәттә лә бар. Бал ҡорто "ҙҙҙ" тип беҙелдәп оса, йылан ыҪылдый, "Һы" тип Ер тын ала. Хатта ошо өндәрҙе әйткәндән генә лә ниндәйҙер күтәренкелек барлыҡҡа килә. Уйлап ҡараһаң, бөтөн нәмә үҙебеҙҙән тора. Әйҙә, ошо ғәжәйеп өндәрҙе әйтеп, бөтөн ерҙә башҡортсалап һаулыҡ һорашайыҡ. Яйлап һан сифатҡа әйләнә башлай бит ул.
Башҡорттарҙың 40 проценты бөгөн ауылда йәшәй. Әйтеп үтеүебеҙсә, ауыл менән ҡала башҡорто араһында айырма бар һәм башҡорт үҙенең башҡортлоғон бары тик ауыл ерлегендә генә һаҡлай ала. Әммә бөгөн тотош илдә алып барылған сәйәсәт ауылдарҙы бөтөрөү йүнәлешенә юл алған кеүек тойола...
Вәкил Хажин: Ауылдарҙы бөтөрөп, башҡорттарҙың бөтөнөһөн дә ҡалаға күсерһәк, 20 йылдан башҡорт тигән милләт ҡалмаясаҡ. Башҡортто һаҡлау өсөн ауыл кәрәк. Ҡала ерендә 100 процент башҡортто ла башҡорт итеп тәрбиәләп булмай. Ҡаланың башҡорт мәктәптәрендә барлыҡ уҡыусылар ҙа рухлы булып тәрбиәләнә, тип раҫлай алмайым. Рухты ғаиләлә рухлы ата-әсәләр генә һала ала. Ә ауыл ерендә хатта иң насар уҡыған, иң йүнһеҙ күренгән бала ла үҙен башҡорт тип иҫәпләй. Ғөмүмән, бәләкәй милләттәрҙең һаҡланыу юлы - ул ауыл ере һәм мәҙәниәт.
Зилә Рәхмәтуллина: Ауылда йәшәүселәрҙең юғары белеме лә, эше лә юҡ, тормош кимәле лә түбән, тип уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ентекләп ҡараһаң, башҡорт халҡы һаҡланып ҡалһын өсөн ул ауылда йәшәргә тейеш. Абсолют критерийҙар күҙлегенән ҡарағанда, шунан да ҡулай юл юҡ. Эйе, ауыл балалары юғары белем алырға ҡалаларға килә, әммә миллионлы халҡы булған мегаполиста үҙҙәренең асылын юғалта. Улар менән яйлап милләт тә юҡҡа сыға.
Әгәр үҙгәртеү мөмкинлеге булмаған нәмәләр бар икән, улар өсөн әсенергә, артыҡ баш ватырға ярамай, минеңсә, уны тәбиғәт тарафынан шулай ҡушылған һәм был дөрөҫ тип ҡарарға кәрәктер. Генетика буйынса беҙ бит әле күп нәмәләрҙе белмәйбеҙ. Ҡасандыр башҡорт элитаһы ҡырылған икән, ул гендар бит барыбер кемдәрҙәлер дауам итә. Һәм ошо ген быуындан-быуынға килә-килә ҡасан да булһа ҡалҡып сығасаҡ. Заманында Салауат Юлаевтың, Зәки Вәлидиҙең исемдәрен телгә алырға ҡушылмаһа ла, йылдар үткәс, улар бит барыбер донъяуи масштабта үҙҙәрен белгертте.
Беҙ, башҡорттар, рух, идея өсөн көрәшәбеҙ, ә матди байлыҡты бөтөнләй иҫкә лә алмайбыҙ. Сөнки, төптән уйлап ҡараһаң, кеше өсөн иң мөһиме - рух. Әхмәт Лотфуллиндың картинаһында һүрәтләнгән, дипломдары булмаһа ла, тормош фәлсәфәһен нығыраҡ аңлаған һәм белгән инәйҙәребеҙҙе, яулыҡ бәйләгән апайҙарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалһаҡ, был дипломлы манҡорттар үҫтергәнгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Тәбиғәттә милләтте, халыҡты һаҡлай торған механизмдар бар һәм уларҙы ҡуллана белергә генә кәрәк.
Тикшеренеүселәр милли менталитетты, характерҙы тикшергәндә, уны нескә материя менән сағыштыра: һин уны юҡҡа сығарып та ташлай алмайһың, сөнки тотош халҡың өсөн яуаплыһың, шул уҡ ваҡытта артыҡ маҡтана ла алмайһың. Шул уҡ ваҡытта Ерҙең мәғлүмәт ҡыры барлығын да оноторға ярамай. Ни өсөн Башҡортостанда әүлиәләр ҡәберҙәре күп? Был да бит юҡтан ғына түгел, уның да ниндәйҙер нигеҙе бар, ул изгелеккә, ирек һөйөүгә барып тоташа. Ә ирек һөйгән кеше башҡа кешене лә ҡол яһамай.Уның тыйнаҡлығы шунан килә. Ошо абсолют критерийҙар бер сылбыр булып килә, унан сығып та булмай, һәм был тәбиғи ҙә. Үҙеңде ошо критерийҙарға ярашлы тотһаң, юлдарың асылып торасаҡ, тип уйлайым. Ә инде ағым ыңғайына йөҙөп, кемгәлер ялағайланыу, юхаланыу менән көн итһәң, хатта күберәкте юғалтыуың да ихтимал. Әлбиттә, был бәхәсле, әммә бер ваҡытта ла үҙеңдең асылыңа хыянат итергә ярамай.
Ошо һөйләшеүҙең бер миллион башҡортҡа барып етеүе бик икеле. Хатта гәзит уҡыусыларҙың 90 проценттан күберәге уны шунда уҡ онотоуы мөмкин. Фекерҙәр күпселеккә барып етһен өсөн нимә эшләргә?
Вәкил Хажин: Эште мәктәптән башларға кәрәк. Уның өсөн беҙгә башҡорт теле дәрестәрен файҙаланырға кәрәк. Бөгөн башҡорт теле урынына башҡорт теле теорияһын уҡытабыҙ, һөҙөмтәлә балалар телде лә белмәй, грамматиканы ла. Шул дәрестәрҙе башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, башҡорт көйҙәрен тыңлау, башҡорт йырҙарының һүҙҙәрен анализлау аша рух дәресе итеп ойошторорға була бит. Башҡорт йырҙарының һүҙҙәре үҙе бер ғәжәп донъя! Һәр бер һүҙҙең мәғәнәһе бар. Мәҫәлән, "Сибай" йырын ғына алайыҡ. "Ләжәнкәле сана, зеңгер дуға, Ектерһәнә, Фатимам, туратҡа". Бында өс әйбергә иғтибар итергә кәрәк: ләжәнкәле сана, зеңгер дуға, турат. Ләжәнкәле сана (терһәкле) фәҡәт дәрәжәле түрәләрҙә генә булған. Зеңгер дуға - фәҡәт кантон башлығына ғына рөхсәт ителгән. Теләһә кем зеңгер (ҡыңғырау) ҡуйып йөрөй алмаған. Турат - ҡара ат. Ҡара атта йөрөү элек-электән килә, түрәләрҙең аты турат була.
Башҡорт теле дәрестәрендә ошоноң кеүек йырҙарҙы, тарихты тикшерергә кәрәк. Башҡорт теле, әҙәбиәте дәресендә тотош антологияны түгел, Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ"ын, Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр"ен йәки Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала сағ"ын, Рауил Бикбаевтың поэмаларын, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡы - шулар артығы менән етә балаларға. Ә беҙ уларға рифмаға яраҡлаштырылған, бер ниндәй мәғәнәһе булмаған, иҫтә ҡалмай торған һәм иҫтә ҡалыуы мөмкин дә булмаған шалтырауыҡ шиғырҙарҙы, тотош антологияны өйрәтергә тырышабыҙ. Дәрестәрҙә башынан алып аҙағына тиклем фон булып ҡурай моңо, башҡорт музыкаһы торһа, улар балаларҙың аңына һеңер ине. Юҡһа, бөгөн балалар ҡолаҡсын тығалар ҙа, барабан ритмына йөрөйҙәр. Бындай музыка балаларҙы зомбиға әйләндерә.
Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Даларис Имелбаев бер әңгәмә ваҡытында: "Мин ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, Башҡортостан - батырҙар иле, тием", - тигәйне...
Вәкил Хажин: Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен алып ҡараһаҡ, уларҙа бөтөн персонаждар ҙа батыр тигән эпитет менән йөрөй. Хатта аҙаҡтан хыянат иткәндәренән дә ахырғаса батыр исеме тартып алынмаған. Һәм башҡорт әкиәттәрендәге батырҙар, дөрөҫөн әйткәндә, тик яуыз көс менән көрәшәләр ҙә, уны еңгәс, яуыз көстөң халыҡтан талап алған байлығын кире халыҡҡа ҡайтарып бирәләр һәм уларҙың бөтөн батырлығы ла, эше лә, әкиәте лә шуның менән тамамлана. Батыр үҙенең ауылына ҡайтып, кәләш алып, балалар үҫтереп ҡәҙимгесә тормош көтә. Иң мөһиме, ул донъя күреп йөрөй, фәһем ала, аҡыл йыя, әммә Уралына ҡайта. Төрлө алдау юлы менән, сихри көстәр ярҙамында батша булып китмәй. Ул үҙ көсө менән, үҙенең намыҫлылығы, ғәҙеллеге, дөрөҫлөгө менән яуыз көстө еңә. Буштан ғына ундай әкиәттәр тыумаған. Шундай әкиәттәр тыуҙырған икән, шул беҙҙең халыҡтың менталитетында ята ла инде.
Тимәк, халыҡта батырҙар һәм уларҙың эргәһендә уларға ҡаршы эшләүселәр ҙә булған һәм бар. Улар алдаша, хәйләләшә, шул сәбәпле үҙҙәренең көсһөҙлөгөн, ҡурҡаҡлығын күрһәтмәҫкә тырыша. Әммә ниндәй генә ҡаршылыҡ тыуҙырмаһындар, ундай батырҙарҙы ысын батырҙар үлтермәй, ғәфү итә, еңелсә генә шелтәләй йә ҡыуып ебәрә. Тимәк, ысын батыр эргәһендә ундай батырҙар була, әммә батыр уға иғтибар итмәй.
Зилә Рәхмәтуллина: Гераклид әйтмешләй, һин бары ысынлап көслө булғанда ғына һәйбәт була алаһың. Әкиәттәребеҙ ошо ысын батырлыҡты күрһәтә лә инде. Әгәр фольклор өлгөләрендә батыр тигән эпитет ҡулланыла икән, тимәк, милләттең һәр вәкилен батыр тип әйтергә була.
Вәкил Хажин: Башҡорт халҡында бер мәҡәл бар: булыр илдең балаһы бер-береһенә, батыр, тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә, бахыр, тиер. Бер-беребеҙгә бахыр булмайыҡ.
Шулай итеп...
Һүҙҙе йомғаҡлап, әлбиттә, тағы әллә күпме фекерҙәр яҙырға булыр ине кеүек, әммә уларҙың барыһын да шағирә Лариса Абдуллина үҙенең "Беҙҙәр" тигән шиғырында әйтеп биргән. Беҙ аңлатырға, һәр кемдең күңеленә һалырға, аңына һеңдерергә теләгән башҡортлоҡ, башҡорт характеры, моғайын, ошо юлдарҙа асыҡ сағылалыр:
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Була алмайбыҙ башҡа.
Күккә ҡарап рәхмәт әйттек,
Алғыштар яҙҙыҡ ташҡа!
Ҡарғыштар ҡалһын тарихҡа,
Алмайбыҙ уны йөкмәп.
Беҙҙең өсөн иң изгеһе -
Ватан, тел, әсә, икмәк!
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ -
Тоғролоҡ беҙҙең ҡанда.
Һыналған беҙҙең антыбыҙ,
Быуаттар - беҙҙең һандал.
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ -
Ҡанатлы ғәмәлебеҙ.
Һуңғы һулышҡаса балҡыр
Еңеүсе әләмебеҙ.
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Күңел ишеге асыҡ.
Йәшәмәйбеҙ йөрәктәге
Ихтилалдарҙы баҫып.
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Имандай өмөтөбөҙ!
Оҙаҡламай ил яуларбыҙ -
Ышанығыҙ, көтөгөҙ!
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Яртылаш түгел, бөтөн.
Беҙ йәшәйбеҙ еребеҙҙә
Сөйөп халыҡ өмөтөн.
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ -
Булғанбыҙ, буласаҡбыҙ!
Уралдың һәр ҡаяһына
Бөркөттәй ҡунасаҡбыҙ!
Ҡәүемебеҙҙе ишәйтеп,
Уралға туласаҡбыҙ!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА