1995 йылдың апрель айы ине. Сәйер генә төш күреп уяндым. Күк йөҙө зәп-зәңгәр, бер болот әҫәре лә күренмәй, шундай салт аяҙ, матур көн инде. Һәҙиә инәйемдәр тапҡырында, Аратауҙың итәгендә, бәрхәттәй йәшел үлән өҫтөндә, уҡытыусым Сәғитов Ирек Хаммат улы, уртала - мин, Ғәбитов Исмәғил ағай баҫып торабыҙ. Ҡаршыла мөһабәт Таҡыясусаҡ тауы, бормаланып- бормаланып Нөгөш йылғаһы ағып ята. Ирек Хаммат улы Таҡыясусаҡ тауына текләп ҡарап торҙо ла, миңә: "Сәғүрә (был минең мулла ҡушҡан исемем), һин ошо Таҡыясусаҡ тауы артында онотолоп ҡалған бер әйберҙе табып килтерергә тейешһең", - тине.
Минең төпкө аңымда иҫке яулыҡҡа төрөлгән ниндәйҙер бик боронғо әйбер юлдың ситендәрәк, ағас төбөндә ятҡан һымаҡ булып урын алды.
Эсемдән генә, Таҡыясусаҡҡа менергә, артына төшә биреп, ағас төбөндә ятҡан ул әйберҙе табырға кәрәк, булдыра алырмынмы икән, тип уйлап торам. Уянып киткәс, был ике ҙур шәхес тиккә генә төшкә кермәйҙер, моғайын, Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайларҙар әле, тип, төшөмдө яҡшыға юрап та ҡуйҙым. Ысынлап та, юрағаным юш килде. Учалы халҡына ҙур рәхмәтлемен: Беренсе һәм Икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында делегат булып ҡатнашырға тура килде. Ирек Хаммат улы менән осрашып һөйләшергә яҙманы, ә бер көн мин уның үлем хәбәрен ишеттем. Шул саҡта теге күргән төшөм иҫкә төштө. "Был яулыҡҡа төрөлгән иҫке әйбер нимәне аңлата икән? Ирек Хаммат улы миңә нимә әйтергә теләгән?" тигән уйҙар башымдан йүгереп үтте. Ул саҡта Учалы ҡалаһының унынсы мәктәбендә эшләй инем. Туған телебеҙ онотолоп бара, тип әйтергә теләнеме икән уҡытыусым, тип, күп кенә башҡорт кластары астым. Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә эштәр башҡарһам да, Ирек Хаммат улы ошоларҙы эшләргә ҡуштымы икән, тип уйлай торғайным.
Уҡытыусымдың олатаһы Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы, атаһы Сәғитов Хаммат Әбделҡәйүм улы ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, уҡымышлы кешеләре булған, репрессия уларҙы һәләк иткән. Ирек Хаммат улы әллә үҙенең атаһы менән олатаһын эҙләргә кәрәк тип әйттеме икән, тип, архивтарға хат яҙып, ауылыбыҙҙың репрессияға эләккән кешеләрен эҙләй башланым. Әллә ниндәй ҙур уңыштарға өлгәшә алдым тип әйтә алмайым. Мин "Сәғитов Ҡәйүм" тип эҙләгәнмен, уның исеме Әбделҡәйүм булған икән. Хәлитов Әнүәр мулла тураһында ғына мәғлүмәт таба алдым. Шулай ҙа тыуған яғыма ҡайтҡан һайын, ололарҙан һорашып, күренекле ауылдаштарым тураһында материалдар йыйырға тырыштым. Нисәмә йылдар инде төпкө аңымдағы иҫке генә яулыҡҡа төрөлгән боронғо әйбер тынғы бирмәй, күңелемде өйкәп тик торҙо. Ә бер көндө ҡайҙан ғына ла, нисек кенә итеп табайым икән ул әйберҙе, бөтөнләйгә тыуған ауылыма ҡайта ла алмайым бит, тип уйланып ултыра инем, күҙҙәремдән йәштәр атылып килеп сыҡты. Шунан Байназар мәктәбендә эшләгән өс туған һеңлем, Әбделҡәйүм олатайҙың ейәнсәре, Ҡотлобаева Көнһылыуға шылтыраттым:
- Көнһылыу, иҫке ҡағыҙҙар араһын ҡара әле. Һеҙҙең өйҙә улар күп ине бит, шулар араһында бер нәмә лә булмаҫҡа мөмкин түгел, - тинем.
Бер-ике көн үткәс, Көнһылыу телефондан шундай тулҡынланған тауыш менән:
- Апай, Ирек ағайым һинең төшөңә кермәнеме? - тип һораны.
- Керҙе, ниндәйҙер задание тураһында һөйләне, - тинем.
- Ҡәйүм олатайымдың 1923 йылда ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҡулъяҙмаларын, Ирек ағайымдың көндәлеген табып алдым, - тине.
Ирек Хаммат улының әсәһе, Ғәйшә инәй үлгәс, Һәҙиә инәйем бөтә иҫке ҡағыҙҙарҙы өйөнә алып ҡайтҡан булған. Һәҙиә инәйем вафат булғас, ҡағыҙҙар Көнһылыуға килеп эләккән. Көнһылыу менән икәүләп, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҡулъяҙмаларҙы Өфөгә ебәреп, кириллицаға әйләндертеп алдыҡ. Ҡулъяҙма олатайҙың солоҡ ҡарағайҙарының хисап дәфтәре булып сыҡты.
Ҡәйүм олатайҙың яҙмаларын уҡып, хайран ҡалдым. Беҙ йәшәгән төбәк борон-борондан мөғжизәле солоҡ ҡарағайҙар иле булған икән! Ә был хисап дәфтәрендә әллә күпме солоҡсоноң исеме һанап кителгән. Мин был яҙмаларҙы Бөрйән районының "Таң" гәзите редакцияһына баҫтырырға бирҙем. Яҙмаларҙы уҡығандан һуң, яҡташтарым ата-бабаларын иҫтәренә төшөрөр, шәжәрәләрен тағы ла бер тапҡыр барлап сығып, тарих төпкөлөнә сумыр, тип ышанам. "Киске Өфө"лә Әғләм Шәриповтың "Солоҡсолар тураһында китап яҙайыҡ" тигән мәҡәләһен уҡығайным, бәлки, был ҡулъяҙмалар яҡташтарыма солоҡсоларҙың исемлектәрен тергеҙергә бер ни тиклем ярҙам итер. Шул заманда йәшәгән дин әһелдәренең дә исемдәре телгә алынған.
Иҫ китерлек: борон ағастарға ниндәй һаҡсыл ҡараш булған! Һәр солоҡ ағасының үҫеп ултырған урыны, ер-һыу атамалары, башлап юнған хужаһы, ҡиәфәте, ниндәй ваҡиға, йола менән бәйле кемдән алынғанлығы тасуирлап яҙылған. Һәр бер ағас паспортлаштырылған, тиһәң дә хата булмаҫ. Бөгөнгө көндә телгә алынған ер-һыу атамаларының ҡулланылыштан төшөп ҡалғандары ла, әҙ генә өндәре үҙгәртелеп, икенсе төрлөрәк итеп әйтелгәндәре лә барҙыр.
Күпме кеше ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән! Ниндәй егәрле, таһыллы, сос булған ата-бабаларыбыҙ! Өй артында ҡорто барҙың, өй эсендә ҡото бар, икәнен яҡшы белгәндәр шул улар! Һәр береһенең әллә күпме солоғо булғандыр әле. Ҡәйүм олатайҙың үҙенеке генә лә йөҙҙән ашыу булған бит. Тормош бер ваҡытта ла еңел булмаған, ләкин бер кем дә бәхет эҙләп ситкә сығып китмәгән. Ата-бабаларыбыҙ үҙ ерҙәребеҙгә хужа булып, тәбиғәтебеҙ биргән байлыҡтарҙы исрафламай, һаҡсыл файҙаланып, кәсеп иткәндәр, донъя көткәндәр, ғаиләләрен аҫрағандар.
Солоҡсолоҡ - ысын ирҙәр шөғөлө ул. Тыуған яғым Бөрйәндә иң күркәм, ил көҙгөһө ирҙәрҙе ҡарағайға оҡшаталар. Бөтә яҡтан да килгән ирҙәрҙе "тамғалы ҡарағай кеүек бит, башҡаларҙан айырылып тора" тип ебәрәләр. Элек балды күп биргән ҡайһы бер ҡарағайҙарҙы ирҙәр исеме менән атап йөрөткәндәр. Атайымдың Сусҡаморондағы ҡарағайы - Көнәш, Өммөгөлсөм өләсәйемдең атаһы Ғәбитов Мөхәмәтғәли олатайымдың - Ишшар, Ишмөхәмәтов Аллабирҙе олатайымдың Ялан айырында Зәйнекәй исемле ҡарағайҙары булғанын беләм. Ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, ҡустыларым үҫеп еткәнсе, атайым мине ҡарағай ябырға, көҙ булһа, солоҡтан бал алырға үҙе менән йөрөтә тороғайны. Бейек, йыуан ҡарағайҙарға атайымдың "ыһ" та итмәй, һеләүһен һымаҡ, етеҙ генә менеп киткәнен иҫем китеп ҡарап торор инем. Уның: "И- и-и ҡыҙым, һин боронғо ҡарағайҙарҙы күрһәң, уларҙың икешәр, өсәр кейәлеләре лә була торғайны", - тип һөйләгәне хәтерҙә.
Ҡарағай, имән, ҡарағас ағастары борон-борондан ныҡлыларҙан һаналған. Өйҙөң нигеҙен имәндән, ҡарағастан ҡорғандар, ҡарағайҙан йорт төҙөгәндәр. Тиккә генә абруйлы, ныҡлы ирҙәр имән, ҡарағай менән сағыштырылмаған. Әҙәбиәттә һомғол, зифа буйлы ҡайындар һылыу ҡыҙҙар итеп һынландырыла. Репрессия йылдарында, һуғыш ваҡытында, ҡыҙыу нөктәләрҙә тамғалы ҡарағай һымаҡ ир заттарыбыҙҙы әҙ юғалтманыҡ бит. Бөгөнгө көндә лә алкоголь тигән яуыз күпме ир заттарын, ҡатын-ҡыҙҙарын аяп тормай, ялмай ғына, һәләк итә. Ағастарҙың да, кешеләрҙең дә яҙмыштары бер-береһенә оҡшаш шул.
Бөрйәнгә ҡайтҡанда, ҙур-ҙур йөк машиналарына тейәп оҙатылған йыуан- йыуан ҡарағайҙарҙы күреп, тамырҙарынан, ғаиләһенән айырып, сит яҡтарға һөргөнгә ебәрелгән олатайҙарға оҡшатып, йөрәгем һыҡрана торғайны. Юғары сифатлы ағастар киҫеп алынған ерҙәргә ҡайын, уҫаҡ һымаҡтары үҫеп сыҡты. Тамғалы ҡарағай кеүек ир заттары юғарыла һанап кителгән сәбәптәр менән һәләк булғас, власты ҡайын - ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарына ала башланы…
Ҡәйүм олатайҙың ҡулъяҙмаларын яҙырҙан алда, үҙе тураһында ла һөйләп китергә кәрәктер, тип уйлайым. Мәҡәләмде яҙғанда, Ҡәйүм олатайҙың улы Сәғитов Әхәт бабай мәрхүмдең, ейәне Мырҙағолов Фәрхитдин бабайҙың, килене Хөснитдинова Һәҙиә инәйем мәрхүмәнең һәм башҡа ауылдаштарымдың хәтирәләренә таяндым.
Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА